Разработка урока по башкирскому языку

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Разработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуРазработка урока по башкирскому языкуТема: Р.Бикбаев "Салауат ҡылысы". Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсат: уҡыусыларҙы Р.Бикбаевтың "Салауат ҡылысы" исемле шиғыры менән таныштырыу, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә аңлатма биреү, С.Юлаев тураһында алған белемдәрҙе системалаштырыу, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү.

Йыһазландырыу: компьютер, китаптар күргәҙмәһе, презентация, китап.


Дәрес барышы.
1. Ойоштороу. Әйҙәгеҙ әле тиҙ генә башҡорт өндәрен иҫкә төшөрөп бер нисә тел көрмәлдергес әйтеп алайыҡ.

Мәсьәләләрҙе сисешмәҫһегеҙме?

Һоҫҡоларыңа һоҫон ҡорамағанһың

2. Өй эшен тикшереү. Һорауҙарға яуап биреү.
- Кем ул С.Юлаев?
- Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
- Пугачевҡа ни өсөн ҡушылған?
-Уны ҡасан һәм ҡайҙа тоталар?
- С.Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан үлә?
- Уның тураһында ниндәй әҫәрҙәр ижад ителгән? (Күргәҙмәләге китаптарҙы ҡарау)
3. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү.
Бөгөнгө дәрестә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры ижады менән танышабыҙ. Ә кем ижады икәнен белеү өсөн ошо кроссвордты сисергә кәрәк, уның баш хәрефтәренән шағирҙың исем, фамилияһын белербеҙ.






Һорауҙар:

1.Йыһанға уға ултырып осалар (Ракета)

2.Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы(Ағиҙел)

3.Тауҙар теҙмәһе(Урал)

4. Белорет районында аҡҡан йылға(Инйәр)

5.Вулкандан нимә атыла(Лава)

6.Беҙ йәшәгән республика нисек атала(Башҡортостан)

7.Яҙыусы әҫәрен ни эшләй?(Ижад)

8. Һыуҙа нимә ултырып йөҙәләр?(Кәмә)

9.Башҡортостандағы ҡала(Бәләбәй)

10.Төҫ(Аҡ)

11.Йәй көнө бешә, силәкләп йыялар(Еләк)

12.Тыуған илде синонимы (Ватан)

Класҡа һорау:

- Шулай итеп кемдең ижады менән танышабыҙ инде бөгөн? (Хор менән яуапты уҡыу) Дөрөҫ, бөгөн беҙ Р.Бикбаевтың "Салауат ҡылысы" исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

4. Шиғыр өҫтөндә эш.

- Автор тураһында презентация ҡарау

- шиғырҙы тасуири уҡыу, анализлау

- аңлашылмаған һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙлек дәфтәренә яҙыу

5. Тест. (С.Юлаев тормошо буйынса)
1. Салауат Юлаев йәшәгән йылдарҙы билдәләгеҙ
а) 1754 -1800
б) 1700 -1854

в) 1812-1861
2. Салауат Юлаевтың атаһы кем?
а) Кинйә Арыҫланов
б) Юлай Аҙналин

в) Батырша
3. Салауат Юлаевтың яуҙашы, рус яугиры
а) Емельян Пугачев
б) Әхмәтзәки Вәлиди Туған
в) Муса Гәрәев

4. Салауат Юлаевты ҡайҙа каторгаға ебәрәләр?
а) Рогервик ҡәлғәһенә
б) Троицк төрмәһенә

в) Мәскәү төрмәһенә

5. "Салауат ҡылысы" шиғырын кем яҙған?
а) Зәйнәб Биишева
б) Рауил Бикбаев

в) Степан Злобин

6. Ял итеү минуты. Карауанһарай группаһының "Салауат батыр" йырын тыңлау
7. Грамматик теманы аңлатыу.

Уҡыусылар, миңә ошо шиғырҙан исемдәр эҙләп табығыҙ әле. ( Салауат, ҡылыс, Рәсәй, Урал,нәфрәт һ.б.). Эйе, бик яҡшы. Ә хәҙер ошо исемдәргә ҡарайыҡ та, уларҙа ниндәй айырма күрербеҙ икән, шуны әйтеп ҡарайыҡ. (Яуаптар). Дөрөҫ, ҡайһыһылыр ҙур хәрефтән, ә ҡайһыһылыр бәләкәйҙән яҙылған. Һеҙ быны нисек аңлатыр инегеҙ?(Яуаптар).Бына беҙ ҡағиҙә лә сығарҙыҡ. Шулай итеп, кешенең исеме, фамилияһы, географик объекттар, гәзит-журнал исемдәре яңғыҙлыҡ исемдәргә инәләр һәм һәр саҡ ҙур хәреф менән яҙылалар, ә ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәр тип атала, улар бәләкәй хәрефтән башланып яҙыла. (Ҡағиҙәне уҡыу,)

8. Теманы күнегеүҙәр менән нығытыу.

15-се, 16-сы күнегеүҙәрҙе телдән .

9. Һүҙлек менән эшләү (Урыҫса-башҡортса һүҙлек. .З.Ғ.Ураҡсин.)

9-сы күнегеү эшләү өсөн 5 командаға бүленәбеҙ. Һәр бағанала 5 һүҙ бирелгән. Һәр команда һәр бағананан берәр һүҙ тәржемә итә. Мәҫәлән:

1-се команда липа,крапива,волк,жук,щука һүҙҙәренә тәржемә бирә. Һәр командала һүҙлектәр бирелгән.

10.Йомғаҡлау
- Был дәрестә С.Юлаев тураһында ниндәй яңы мәғлүмәттәр белдегеҙ? Эйе, ул батыр, үҙ иле, ере, халҡы өсөн ғүмерен бирергә лә әҙер батыр булған. Йылдар дауамында уның ижады, тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булған. Китаптар күргәҙмәһе, бөгөнгө әҫәр быға ҙур миҫал булып тора. Киләсәктә һеҙ ҙә ил батырҙары кеүек үҙ Ватанығыҙҙы һаҡларҙай,яҡларҙай шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

11. Өй эше: шиғырҙан өҙөктө ятлап килергә

12.Баһалау



© 2010-2022