• Преподавателю
  • Другое
  • План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительные

План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительные

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительныеТема: Башҡортостан тауҙары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсат:1) Башҡортостан тауҙары менән танышыу, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау;

2) дөрөҫ һөйләү ҡеүәһен яҡшыртыу;

3) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тойғоһо тәрбиәләү;

Йыһаз: компьютер, интерактив таҡта

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты. Иҫәнләшеү.

Уҡтыусы. Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Ултырышығыҙ. Минең исемем Дилә Рәжәп ҡыҙы була. Дим районының 101-се һанлы мәктәбендә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм.

Ә хәҙер беҙ һеҙҙеү менән телдәребеҙҙе шымартып алыу маҡсатында фонетик күнегеү ойоштороп алайыҡ. Иғтибар экранга.

Матур һин, Урал,

Юҡ ерҙә тиңең,

Йондоҙҙарың да

Аҫыл таш һинең.

Тауҙарың бейек,

Урманың йәмле,

Шишмәләреңдең

Һыуҙары тәмле.

С.Юлаев.

Уҡытыусы. Афарин, уҡыусылар!

Иғтибарыбыҙҙы артабан экранға йүнәлтәйек. (Видео күрһәтелә.Видео барышында шиғыр уҡыла).

Тыуған ерем - гөллө Башҡортостан,

Һиндә генә шундай матурлыҡ!

Ғорур тауҙарыңдың таштары ла

Мендәр итеп һалып ятырлыҡ.

Д. Булгакова

Уҡытыусы. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ нимәләр күрҙегеҙ? Яуаптар.

Һеҙ үҙегеҙ ниндәй тауҙарҙа булғанығыҙ бар? Яуаптар.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа урынлашҡан тауҙарға сәйәхәт ҡылырбыҙ. Шулай уҡ сәйәхәт барышында тау исемдәренең яҙылышына иғтибар итербеҙ, дөрөҫ итеп һөйләргә өйрәнербеҙ.

Ә хәҙер китаптың 95-се битен асабыҙ. Әйтеп үткәнемсә, бөгөн беҙ Башҡортостан тауҙары тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм беҙ уҡыясаҡ текст та ошолайыраҡ яңғырай ҙа инде. Текстты еңелерәк үҙләштереү өсөн һеҙҙең менән ошо урында һүҙлек эше ойоштороп алайыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыйбыҙ. (Таҡтанан һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡыйҙар.)

План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительныеПлан-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительные

Текст өҫтөндә эш.

*тексты уҡтыусы уҡыуында тыңланыла

*үҙ аллы уҡыйҙар

*сылбырлап уҡыйҙар

Текст буйынса һорауҙар.

  1. Ниндәй тау исемдәре текста ҡулланыла?

  2. Улар араһындағы иң ҙур тау нисек атала?

Яуаптар. Слайд күрһәтелә.

План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительныеПлан-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительные

  1. Кемегеҙ белә, ниндәй тау Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып тора. Тау ни сек атала? Яуаптар. Слайд.

План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительныеПлан-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительные

Тауҙың бейеклеге ни бары 413 метр. Бынан бик күп йылдар элек унан эҫе пар һәм газ сыға башлаған. Башта эҫелеге бик көслө булған, ә хәҙер 35 градустан артмай. 1937 йылда шифахана асыла.

  1. Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә ниндәй тауҙар бар.Яуаптар. Шихан тигән һүҙ икенсе төрлө әйткәндә, тау тигәнде аңлата. Шихандар тауҙарҙың үҙенсәлекле бер төрө булып тора Слайд.

План-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительныеПлан-конспект по башкирскому языку на тему Горы Башкортостана. Собственные и нарицательные существительные

Һүҙлек эше. Текстағы түбә һүҙен тәржемә итергә.

Уҡыусылар. Ә хәҙер уҡыусылар, текстағы тау исемдәренең яҙылышына иғтибар итегеҙ әле. Улар нисек яҙыла. Ошо урында беҙ һеҙҙең менән ниндәй ҡағиҙәне иҫкә төшөрәбеҙ. (Дәфтәрҙәргә число, тема яҙыла.)

Эш: текстан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә 5-әр миҫал яҙырға.

Ижади эш: ошо иемдәрҙе ҡулланып 1-әр һөйләм төҙөп яҙырға. (Уҡыусыларҙың яуаптары).

Дәреслектән эш. Китаптағы 39-сы күнегеү таҡтала башҡарыла.(Ҡала, тау, күл исемдәрен башҡорт телендә яҙырға). (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

Уҡытыусы. Башҡортостаныбыҙҙағы тауҙарҙың матурлығын, ғорурлығын данлап шағирҙарыбыҙ шиғырҙар ижад иткәндәр, рәссамдарыбыҙ үҙҙәренең картиналарында сағылдырғандар. Слайд.

Ә хәҙер мин һеҙгә бәләкәй генә проект эше тәҡдим итә. Ошо аҡ ҡағыҙ биттәрендә һеҙ үҙегеҙҙең хыял тауығыҙҙы һүрәткә төшөрөргә кәрәк буласаҡ. Тауға исем бирергә лә мөмкин.

Уҡыусыларҙың сығыштары тыңлау.

Баһалау. Йомғаҡлау.







Башҡорт телен

туған тел булараҡ өйрәнелгән

5-се кластар өсөн

дәрес өлгөһө.









© 2010-2022