Конспект урока на тему А. Йәғәфәрова “Яҡшылыҡ” әкиәте

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:



Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы




















Тема: А. Йәғәфәрова "Яҡшылыҡ"

әкиәте





Үткәрҙе: башҡорт теле һәм

әҙәбиәт уҡытыусыһы

Ниғәмәйева Ҡәҙриә Гөлфәт ҡыҙы







Нефтекама-2015





Класс: 5 в

А. Йәгәфәрова "Яҡшылыҡ" әкиәте

Маҡсат: А. Йәғәфәрова "Яҡшылыҡ" әкиәте менән таныштырыуҙы дауам итеү; яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың нимә икәнен айырырға өйрәтеү; әхлаҡ тәрбиә биреү; һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: карточкалар.

Дәрес барышы:

I Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

Һаумыһығыҙ тип башлайым әле,

Осрашыу бит шулай башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға дуҫтар,

Күңелем шулай шатлана.

II Инеш өлөш.

  • Дежурға һүҙ биреү;

Дәрес маҡсаты менән таныштырыу

Артикуляцион күнегеү.

Әсәй, өләсәй, ейәнсәр

Өсәүләп сәй эсәләр.

Сәйнүк сәйен эсеп бөткәс,

Самауырға күсәләр.

(Шиғырҙы күмәкләп уҡыу, тәржемә итеү)

III Төп өлөш.

  1. Мин уҡып үтәсәк өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән икәнен һәм авторын әйтегеҙ?

Йәй көнө ине. Беренсе тапҡыр бал йыярға сыҡты … Сәскәнән сәскәгә осто, бәләкәй биҙрәһе тулғансы бал йыйҙы… (А. Йәғәфәрова "Нәҙекәйбил")

  1. -Уның тағы ниндәй әҫәрҙәре менән таныштыҡ?

  • Кем һуң ул А. Йәғәфәрова? (Уҡыусыларҙан биографияһын һөйләтеү)

  1. Бөгөн беҙ А. Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.

  2. Өй эшен тикшереү (уҡылған өҙөк буйынса һөйләргә өйрәнергә ине). Һорауҙарға яуап биреү:

  • Әҫәрҙә ниндәй геройҙар бар?

  • Йәйҙең бер матур көнөндә Фәрит һәм Фәһим ҡайҙа барғандар?

  • Уларға шишмә ниндәй үтенес белдерә?

  • Ҡояш кемгә үпкәләне? Ни өсөн?

  1. Һүҙлек эше. 25-се бит.

  2. Ял минуты.


  3. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу.

Геройҙар:

Фәһим, Фәрит, шишмә, ҡояш, ҡайын, автор.



  1. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе тикшереү өсөн төркөмдәргә бүленеп эшләйбеҙ. (Карточкаларҙы таратыу)

А) Фәһим (ялҡау, һармаҡ, тыңлауһыҙ, шуҡ, маҡтансыҡ)

Б) Фәрит (эшсән, түҙемле, аҡыллы, ярҙамсыл, тыңлашыусан, әҙәпле, ныҡыш, хәстәрле)

9) Төркөмдәргә бүленеү.

Беренсе төрөмгә эш. Тексты өлөштәргә бүлеп, һәр бүлеккә исем биреү.

Икенсе төркөмгә эш. Һүрәт төшөрөү, эште яҡлау.

10) Мәҡәлдәр өҫтәндә эшләү.

- Яҡшылыҡ ерҙә ятмай.

- Яҡшылыҡ ҡылған аш йыйған,

Яманлыҡ ҡылған таш йыйған.

  • Яҡшы һүҙ - йән аҙығы.

V. Йомғаҡлау.

Көндәлектәргә өй эше яҙҙырыу.Баһалау. Әкиәт буйынса һүрәт төшөрөү.



© 2010-2022