Башкорт теленэн дэрес эшкэртмэсе

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Башҡортостан - беҙҙең тыуған төйәгебеҙ.

Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

Маҡсаттар:

1) яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышын, Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү; 2) уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү; Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү, башҡорт халҡының киң күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, ҡайын япрағы, телефон, туп, карточкалар, тестар.

.

Дәрес барышы:

  1. Психолгоик инеш

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

Әйҙәгеҙ, бер- беребеҙ менән йылмайып,иҫәнләшеп алайыҡ!

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Башҡорттар элек- электән бер- берһенә ихтирам йөҙөнән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәр, бының өсөн мин беренсе уҡыусыға ҡулдан- ҡулға сәләм тапшырам,һәм һеҙ сылбыр буйынса ебәрегеҙ, иң һуңғы уҡыусы сәләмде миңә тапшырһын. Шулай итеп, беҙ беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым.

2. Өйгә эште тикшереү

Әйҙәгеҙ, өйгә эште тикшереп алайыҡ. Ниндәй өй эше бирелгәйне? Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап була? Кемдәр? Нимәләр? Исем- имя существительное.

Предметтарҙың атамаһын

"Исем" белдерә беҙгә.

Кем һәм нимә?һорауҙарын

Ҡуйырға кәрәк һүҙгә.

3. Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу

Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә ҡырҡылған һүрәттәр таратып бирмәксемен, һеҙ тиҙ генә уларҙы тоташтырып сығығыҙ ҙа,артына яҙылған шиғырҙы уҡый һалығыҙ ниндәй һүрәт килеп сыҡты (япраҡтар таратыла).Был һүрәткә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (ҡайын япрағы- березовый лист).

Шиғырҙы бер нисә баланан ҡысҡырып уҡытыу.

  1. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

Бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

(Башҡортостан). Дәресебеҙҙе Мостай Кәримдең иҫ киткес шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек.

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына,

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны - бөйөк Рәсәй-

Шундай йәшел, юғары.

Взгляни на глобус:
Вот он - шар земной,
На нём Башкирия
С берёзовый листок величиной.

Всего лишь навсего
Не больше
Обыкновенного листка,
Берёза же - великая Россия -
Так зелена, так высока!

5. Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.

Эйе, Башҡортостан тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Шулай уҡ, предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе лә өйрәнеп китәсәкбеҙ.(Собственные и нарицательные имена)

Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ. (Егерме беренсе февраль, кесаҙна. Тема: Башҡортостан- беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр)

6. Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Башҡортостан картаһына күҙ һалайыҡ. Карта нимә һүрәтенә оҡшаған? Эйе, япраҡ һүрәтенә. Аңланығыҙмы инде ни өсөн һеҙгә япраҡтар таратҡанымды? (Картаға ҙур ҡайын япрағын йәбештереү).

Башҡа шағирҙар ҙа Башҡортостанды үҙҙәренсә күҙ алдына килтерәләр: Ҡәҙим Аралбай Башҡортостанды «Башҡортостан - аҡ тирмәләр иле" тип атаһа, Назар Нәжми "эшсән егет" менән сағыштыра, Рауил Бикбаев "Ер йөрәгенә" тиңләй.

Ә һеҙ үҙегеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? Башҡортостан- беҙҙең тыуған илебеҙ, әйҙәгеҙ әле тыуған еребеҙгә маҡтау һүҙҙәре әйтәйек… Мин һеҙгә туп ырғытам, ә һеҙ миңә үҙегеҙ белгән матур һүҙҙәрҙе әйтегеҙ.(Туп ырғытыш уйыны). Башланыҡ:

  • Тыуған ерем;

  • Бай ерем;

  • Матур илем;

  • Ысын күңелдән яратҡан ерем;

  • Күп халыҡтар йәшәгән ил;

  • - йомарт ил.

  • Был һүҙҙәр- ҙур көскә эйә һүҙҙәр. Изге һүҙҙәр, ҡәҙерле һүҙҙәр. Тыуған илен һөйгән, ихтирам иткән, әҙәп белгән һәр кеше был һүҙҙәрҙе белергә тейеш. Һеҙҙең белемдәрегеҙгә өҫтәп, мин дә Башҡортостан тураһында аҙыраҡ һөйләп китәйем.

Беҙҙең республикабыҙ башта Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы тип аталған, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Уның майҙаны 143 мең квадрат километр. Башҡортостандың баш баш ҡалаһы - Өфө, унда 1 миллиондан артыҡ кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба (поселок) бар.

Китабығыҙҙың 111-се битен асығыҙ. Унда нимә күрәһегеҙ?(Флаг, герб). Флаг менән гербты икенсе төрлө нисек атайбыҙ? (Символдар) Таҡтаға флаг һәм гербты элеү. Башҡортостан флагының авторҙары Урал Маслимов һәм Ольга Асабина.Ул өс төҫтән тора. Башҡортостандың дәүләт флагы 1992 йылдың 25 февралендә раҫлана. Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫөндәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән.

Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата.

Аҡ төҫ - республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә.

Йәшел төҫ - азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй.

Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ символы.

Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған. Дәүләт гербының авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов.

Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендәге Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында - ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә «Башҡортостан» тип яҙылған. Һәйкәл яугир егеттең, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсенең дөйөмләштерелгән образын кәүҙәләндерә.

1993 йылдың 12 октябрендә республиканың Дәүләт гимны тураһында Закон ҡабул ителә. Фәрит Иҙрисовтың «Республика» тантаналы көйө Башҡортостандың дәүләт гимны булып тора. Текст авторҙары Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев (башҡортса), Светлана Чураева (урыҫса). (гимнды баҫып тыңлау).

7. Ял минуты

Аҡҡоштарҙый йөҙәйек,

Бөркөт кеүек осайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Болан кеүек еләйек,

Арыҫландай һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайы

8. Китап менән эш.

Китаптың 113-сө битен асайыҡ. Тексты үҙ аллы ярым тауыш менән уҡыу. Тексты бергәләп уҡыу. Уҡылғанды һөйләү.(Нимә аңланығыҙ?) Текста һеҙ ишеткән яңы һүҙҙәр бар.

Әйҙәгеҙ, һүҙҙәрҙе бергәләп уҡыйыҡ:

Төйәгебеҙ-пристанище, тыуған төйәк-родная сторона.

Борон- борондан- издавна

Киң күңелле- щедрая душа

Һыйындырған-приютил

Йәшәй- живёт

(Һүҙҙәрҙе бергәләп ҡабатлау).

Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? (Баш хәреф менән)

- Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала? (Яңғыҙлыҡ исемдәр)

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ "Башҡортостан" яңғыҙлыҡ исеменә ингән һүҙҙән икенсе һүҙҙәр төҙөйөк, улар кем йәки нимә һорауына яуап булырға тейештәр (баш- голова, ҡорт- пчела , ос- конец, ҡор- община, шар, башҡорт- башкир, ҡаш- брови, торт, башаҡ- колосок, ҡош- птица, таш- камень, ат- лошадь)

Хәҙер ошо һүҙҙәр менән кем һөйләм уйлап әйтә һәм таҡтаға сығып яҙа?(Таҡтала яҙыу, үҙ аллы эшләү)

9. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.

10. Йомғаҡлау.

Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

11. Өйгә эш биреү


6

© 2010-2022