Ҡылымдың үткән заманы. (Прошедшее время глагола)

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:




Ҡылымдың үткән заманы.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

6-сы класс









Тема: Ҡылымдың үткән заманы. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

Маҡсат: Ҡылымдың үткән заман формаһының яһалыу юлдарын өйрәнеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү; уҡыусылырҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: таблица, Башҡортостан картаһы, ҡоштар, флажок, сана һәм тау һүрәттәре, ребустар.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: ҡышлаусы ҡоштар, тағараҡ, ярҙамға мохтаж.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

1. Инеш әңгәмә. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

2. Артикуляцион күнегеү.

Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә.

Дә-дә-дә - яҙам башҡорт телендә.

Ға-ға-ға - ҡаҙҙар китте йылғаға.

  • Ҡаҙҙар ни тиҙәр?

  • Ҡаҙҙар ға-ға-ға, тиҙәр.

  • Гә-гә-гә - беҙ китәбеҙ Өфөгә.

II. Өй эшен тикшереү.

  1. «Матур Өфө ҡалаһы» йырының бер куплетын йырлау. Өфө тураһында һөйләмдәр төҙөп, ҡылымдарҙы билдәләү.

  2. 186-сы күнегеү. Килеш ялғауҙарының яҙылышын статистик парҙар менән тикшереү. Тәржемә.

(Таҡтаға дөрөҫ яуаптар яҙылған плакат эленә).

III. Яңы теманы үҙләштереү.

  1. Таблицаға таянып теманы аңлатыу.

Уҡытыусы. Һеҙ ҡылымдың үткән, хәҙерге һәм киләсәк замандары барлығын беләһегеҙ. Бөгөн дәрестә ҡылымдың үткән заман формаһына ентекләберәк туҡталырбыҙ.

Башҡорт телендә үткән заман ҡылымы ике төр ялғауҙар ҡабул итә. - ҡан/ -кән, -ған/-гән ялғауҙары һөйләүсе шаһит булмаған, ҡайҙандыр ишеткәнен һөйләгән осраҡта ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡайта - ҡайтҡан, бара - барған. Ә -ны/-не, -ты/-те, -ды/-де ялғауҙары һөйләүсе үҙе шаһит булған осраҡта ҡуйыла: килә - килде һ. б.

1 вариант. Әгәр һүҙ ҡалын һуҙынҡыға тамамланһа, -ған, -ҡан, -ты, -ҙы, -ды ялғауҙарын ҡабул итә. Мәҫәлән:

-ған -ҡан

Бара ҡайта

-ҙы - ты

2 вариант. Әгәр һүҙ нәҙек һуҙынҡыға тамамланһа, түбәндәге ялғауҙар ҡушыла: -гән/-кән, -де/-те. Мәҫәлән:

-гән -кән

Килә китә

-де -те

IV. Үтелгән теманы нығытыу өҫтөндә эш.

1) Бирелгән һөйләмдәге ҡылымдарҙы үткән заманға ҡуйып яҙырға. (Һөйләмдәрҙе ике вариантта ла уҡып, сағыштырып, һығымта яһала.)

-ған.

А. Тышта ҡар яуа

-ҙы.

- ған.

Б. Даша сәскәгә һыу ҡоя

-ҙо.

-гән.

В. Дима кейенә

-де.

-кән.

Г. Ҡоштар йылы яҡҡа китә

-те.

2. Һүҙлек эше.

Һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөү.

Ярҙамға мохтаж - нуждается в помощи, икмәк валсығы - корочка хлеба, ярма - крупа (тары - пшено, дөгө - рис), көнбағыш - семечки (подсолнух), зыян(лы) - вред(ные), тағараҡ - кормушка, ҡышлаусы ҡоштар - зимующие птицы, аслыҡ - голод, һыуыҡ - холод, 70 (етмеш) - семьдесят.

3.Телмәр үҫтереү күнекмәләре.

Тексты сылбыр буйынса уҡып, тәржемә итеү.

  1. Һорауҙарға яуап биреү.

Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышлай. Уларҙы беләһегеҙме?

(Ҡышлаусы ҡоштар: ҡыҙылтүш - снегирь, һайыҫҡан - сорока, тумыртҡа - дятел, ҡарабаш турғай - синица, һуйыр - глухарь, күгәрсен - голубь, турғай - воробей, ҡор - тетерев, сел -рябчик, ҡоҙғон - ворон, өкө - филин, өкө ябалағы - сова һ. б.)

Ҡышларға йылы яҡҡа китеүсе ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?

(ҡыр ҡаҙы - дикий гусь, һандуғас - соловей, ҡарлуғас - ласточка, ҡарсыға - ястреб, ала ҡарға - ворона, торна - журавль ,ҡыр өйрәге - дикая утка, кәкүк - кукушка, сыйырсыҡ - скворец.)

4. Уйын-ярыш.

Синыф төркөмдәргә бүленә. 1-се төркөм йылы яҡҡа китеүсе, 2-се төркөм ҡышлаусы ҡоштарҙы "ағас" ҡа урынлаштыра. 3-сө төркөм "Ҡышын ҡоштарға ни өсөн ауыр?", 4-се төркөм "Ҡоштар ҡышын ни өсөн күпләп үлә?" , 5-се төркөм "Уларға нисек ярҙам итеп була?", 6-сы төрөкөм "Ә һеҙ ҡоштарҙы ашатаһығыҙмы?", "Ни өсөн ҡоштар беҙҙең дуҫтар, тип әйтәбеҙ?", "Ни өсөн беҙ ҡоштарға ярҙам итергә тейешбеҙ?" һорауҙарына яуап әҙерләй.

5. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡоштар (аҡҡош, торна, бөркөт, аҡ өкө һ. б.) хаҡында әңгәмә.

- Ниндәй ҡоштар бөгөндән "Ҡыҙыл китап" ҡа индереүгә мохтаж?

(Ҡара ҡауҙы, аҡ торна һ.б.)

V. Ял минуты.

Ҡаҙҙар остолар, остолар,

Остолар ҙа ергә төштөләр.

Ял иттеләр, тағы остолар,

Күл өҫтөнә килеп төштөләр.

VI. Теманы үҙләштереү кимәлен тикшереү.

Уҡытыусы. Беҙҙең алда мәғрур, бейек тау тора. Уға менгән саҡта ҡаршылыҡтар ҙа күп буласаҡ. Иң иғтибарлы һәм зирәктәр генә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алыр.

  1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

  2. Ребусты сисһәгеҙ, ҡылым уҡырһығыҙ.

100 + Ә (-гән, -ҙө); ҡаҙ+а (-ған, ҙы); өйрәт+ә (-кән, -те).

3. Мәҡәлдәрҙән үткән замандағы ҡылымдарҙы табып уҡырға, ялғауҙарын билдәләргә.

Эшләгән - тешләгән.

Тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Уҡытыусы. Тау башына юғалтыуһыҙ менеп еттек. Хәҙер санаға ултырып тауҙан елдәй осоп, шыуып төшөп китәбеҙ. (Карточкалар таратыла). Тауҙан шыуып төшкәндә ел һүҙҙәрҙең хәрефтәрен осорған, уларҙы урынына ҡуяйыҡ әле. (Карточкалар йыйып алына).

VII. Йомғаҡлау.

Ҡоштар тураһында нимәләр белдегеҙ? (Яуаптар)

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар. Уларҙы һаҡлағыҙ, ҡыш көнө ағастарға тағараҡтар элеп, көн һайын ем һалырға онотмағыҙ. Ҡоштар - тәбиғәттең бер өлөшө. Ә тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙеңде яҡлау ул. Өлкәндәр юҡҡа ғына: Ҡара урман - ҡурҡыныс түгел, ҡарар ере ҡалмауы ҡурҡыныс, тип әйтмәгәндәр. Кейектәр донъяһына йыртҡыс булып инмәйек.

VIII. Баһалау.

IX. Өйгә эш.

Ҡылымдың үткән заманын ҡулланып, ҡышлаусы ҡоштар тураһында дүрт һөйләм яҙып килергә.


© 2010-2022