Местоимения. Берегите, природу!!! 5 класс

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Местоимения. Берегите, природу!!!

Күрһәтеү алмаштары. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!!!

Цели урока:

Дәрестең маҡсаты:

1. Күрһәтеү алмаштары менән танышыу;

2. Уҡыусыуларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу;

3. Туған телгә, тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ихтирамлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;

Күргәҙмә материалдар: интерактив таҡта, таратма материал, һүҙлек, картиналар, видеояҙма.

Дәрес барышы:

Организационный момент:

Ойоштороу мәле: Слайд 1,2

- Кроссворд сисеү, дәрестең темаһын асыҡлау.

А

Т

А

Й

Ө

Л

Ә

С

Ә

Й

М

И

Н

А

П

А

Й

Б

А

Ш

1.папа

2.бабушка

3.я

4.старшая сестра

5.голова

II. Ҡабатлау:

Нимә ул алмаш?

Һеҙ алмаш тураһында нимә беләһегеҙ?

Ниндәй миҫалдар килтерәһегеҙ? ( Өйгә эш)

Слайд 3

Ун икенсе ноябрь, шаршамбы.

Класта эш.

Күрһәтеү алмаштары.

Слайд 4

БЕЛӘМ. БЕЛДЕМ. НИҢӘ? (дәрестә ошо һорауҙарға яуап эҙләгеҙ)

III. Яңы теманы аңлатыу:

Алмаштар бер нисә төркөмсәләргә бүленә:

Күрһәтеү,һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ,эйәлек.

Беҙҙең бөгөнгө темабыҙ "Күрһәтеү алмаштары" (Указательные местоименя)

Китап, 68 - се бит.

Бөгөн беҙ күрәтеү алмаштары менән танышабыҙ.

Слайд 5

Был - это, этот, эта

Ошо - этот, эта, это,

Теге - тот, та, то

Шул - этот, эта, это

Былар - эти

Тегеләр - те

Шулар - эти

Бындай - такой

Ошондай - такой

Как мы, знаем в башкирском языке нет родовой категории, а в русском языке местоимение изменяется по родам,числам, падежам.

Бер уҡыусы уҡып күрһәтә.

IV. Үтелгән теманы нығытыу: (Текст өҫтөндә эш) Картина

Слайд 6

Был урман. Ә бындай матур урманды күргәнегеҙ бармы? Ошондай матурлыҡты кем һаҡларға тейеш?

- һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ

-алмаштарҙы табығыҙ

- бындай тәбиғәт ҡайһы төбәктә урынлашҡан?

(видео ҡарау)

V. Ҡартиналар буйынса эш. (әңгәмә)

слайд 7

- Беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте ниндәй матур.

- Был тәбиғәт ниндәй?

Урман..... йәшел (зеленый), ҡуйы (густой), ҡайынлы (березовый), ҡырҡылған (вырубленный лес), ҡаралмаған (неухоженный)

Һыу ..... таҙа (чистая), тәмле (вкусная), эсәр (питьевая), бысраҡ (грязная), болғансыҡ (мутная), сүпле (засоренная).

Һауа (воздух) ..... саф (свежий), бысранмаған (незагрязненный),

таҙа (чистый), бысраҡ (грязный), тын алып булмай (невозможно дышать), дымлы (влажный)

Тәбиғәтҡә беҙ ниндәй мөнәсәбәттәбеҙ?

Слайд 8-14

Ә беҙ уны һәр ваҡыт таҙа тотабыҙмы?

Был картиналарҙа тәбиғәт, тирә-йүн ни хәлдә? (Перерастает в глобальную проблему)

  • Слайд 15-18

Тәбиғәт беҙҙең менән һәр ваҡыт ҡәнәғәтме? Нимә менән ул беҙгә яуап бирә? (тәбиғәттә катастрофа, ауырыуҙар, сирҙәр күбәйә. Ғәрәсәт (природная стихия)

VI. Физкультминутка:

Ҡулдарҙы күтәрҙек,

Аҫҡа төшөрҙөк.

Ҡулдарҙы йәйҙек,

"Ҡайсы" эшләнек.

Яҡшы тын алдыҡ,

Парта артына ултырҙыҡ.

VII. Күнегеү буйынса эш

69- сы бит, 164- се күнегеү. Һорауҙарға яуаптар бирегеҙ. (Яҙма рәүештә)

Нисә йыл миҙгеле бар: дүрт йыл миҙгеле бар:ҡыш, яҙ, йәй, көҙ.

Һеҙгә ниндәй йыл миҙгеле оҡшай: миңә йәй оҡшай.

Ни өсөн оҡшай?

VIII. Текст өҫтөндә эш: слайд 19

Был минең күпте күргән урманым. Урманым. Һинән башҡа - ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? Һин юҡ икән - ерҙең йәме, күрке юҡ. Әйе, һин әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткәнһең. Ошо ер йөҙөндә тормош башланғандан бирле, кешеләр һинән ни саҡлы яҡшылыҡ күрҙе икән? Иҫәпләп бөткөһөҙҙөр?

- текста күп алмаштар, ә беҙгә ниндәй алмаш табырға кәрәк (күрһәтеү)

IX. Йомғаҡлау: слайд 20

БЕЛӘМ. БЕЛДЕМ. НИҢӘ?

Алмаштар тураһында нимә белә инегеҙ? (Алмаш-һүҙ төркөмө).

Күрһәтеү алмаштары нимә белдерә?

Ниндәй күрһәтеү алмаштарын атай алаһығыҙ? Миҫалдар килтерегеҙ.

Ниңә беҙ тәбиғәт темаһына әңгәмә алып барҙыҡ.

X. Өйгә эш: Тәбиғәт темаһына тематик һүҙҙәр яҙығыҙ.

Мәҫәлән, ағас, ҡайын,Ағиҙел,тау

© 2010-2022