• Преподавателю
  • Другое
  • Урок по башкирскому языку Салауат һәйкәле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. (5 класс)

Урок по башкирскому языку Салауат һәйкәле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Тема:"Салауат һәйкәле". Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсат: Уҡыусыларға башҡорт халҡының данлыҡлы улы Салауат Юлаев һәйкәле тураһында белешмә биреү; яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәре темаһын ҡабатлау; Һөйләмдәр төҙөү нигеҙендә бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу; Башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, "Аҡбуҙат" журналына ҡыҙыҡһыныу уятыу; тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: һүрәттәр, проекттар,телевизор, DVD, С. Юлаев шиғырҙары китапсығы,"Аҡбуҙат" журналдары.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

( телефондан һөйләшеп инәм)

--Эйе, эйе, тыңлайым. Тиҙ араламы? Ярай, әҙер булыр.

(Балаларға)

-Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ.

Һеҙ барығыҙ ҙа бындамы? Яҡшы. Мин "Аҡбуҙат" журналының редакторы булам. Миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы, статья кәрәк. Ярҙам итерһегеҙме? Бик яҡшы.


  1. Артикуляцион күнегеү.

Ә кем һуң ул Салауат Юлаев? Был исемде әйтеү менән ниндәй ассоциациялар тыуа? (яугир - воин, һыбайлы - всадник, һунарсы - охотник).

а) Дөрөҫ, ул атта бик оҫта йөрөгән, беҙ ҙә уның кеүек "атта еләйек" әле. (Тел шартлатыу).

б) Мәргән һунарсы ла булған. Был турала тиҙәйткес өйрәнәйек.

Салауат сапсан сөйә.

Сапсан иркенлек һөйә.


  1. Яңы тема өҫтөндә эш.

а) Әңгәмә.

Салауат оҫта һунарсы ла, ҡыйыу яугир ҙә булған. Тағы ниндәй булған ул? (Балаларҙың яуаптары таҡтаға эленә бара)

Урок по башкирскому языку Салауат һәйкәле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. (5 класс)

герой

йырсы

ҡыйыу

яугир

шағир

батыр

көслө


б)Дәреслек буйынса эш.
Халыҡ ни өсөн уны онотмай? Уның исемен мәңгеләштерер өсөн нимәләр эшләнгән? (Ҡала, район, колхоз исемдәре,уның тураһында китаптар, йырҙар, шиғырҙар,картиналар ижад итәләр)

-Дөрөҫ, уға арналған һәйкәл дә бар илебеҙҙә.Ҡайҙа урынлашҡан ул? Кем белә?

- Бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле тураһында дәреслегебеҙҙән уҡып китәйек.(69 - сы бит)

4. Һүҙлек эше.

Һәйкәл - памятник

Милли - национальный

Суйын - чугун

Халыҡ - народ

- Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

- Балаларҙың эстән уҡыуы.

- Сылбырлап уҡыу.

- Тексты анализлау.

Һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан?

Һәйкәлдең авторы кем?

Нисәнсе йылда асыла?

Текста ҡайһы бер һүҙҙәр ни өсөн ҙур хәреф менән яҙылған?

Ниндәй исемдәр яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала? (Миҫалдар)

Һөйләмдәр яҙыу.

5.Ял минуты.

Салауат ҡурай тартҡан,

Моңло итеп уйнаған.

Ҡурай тартҡан саҡта ул

Тыуған ерен уйлаған.

(Ҡурай көйөнә бейеү хәрәкәттәре эшләү).

6.Йомғаҡлау.

Эштәрегеҙҙе ҡарап сығайым әле. Нимәләргә өлгәштегеҙ икән? Статья - проекттар әҙерме?

Мин һеҙҙең эштәрегеҙ менән ҡәнәғәт. Журнал хеҙмәткәрҙәре бик шат булырҙар, тип уйлайым.

1.С. Юлаев һәйкәленең авторы.

2.Һәйкәл ниндәй йылға буйында урынлашҡан?

3.Салауаттың атаһы.

4.С.Юлаевтың шиғыры.

5.Батыр яратып уйнаған музыка ҡоралы.

6.С.Юлаев кем булған?

7.Ниндәй журнал менән берлектә эшләнек?

7.Баһалау.

Салауат шиғыр яҙған

Тау - урмандар хаҡында,

Шиғырҙары ҙур бүләк

Илемә һәм халҡыма.

Бөгөн бөтәгеҙ ҙә һәйбәт эшләнегеҙ, шуның өсөн С.Юлаевтың шиғырҙар китапсығын бүләк итеп ҡалдырам.( Китапсыҡтар таратам)

8. Өй эше.

Өйҙә үҙегеҙ ошо китаптар менән танышып, үҙегеҙгә оҡшаған шиғырын ятлап килегеҙ.

© 2010-2022