Эҙләнеү эше Насировтар шәжәрәһе

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Баҡалы мәғариф бүлеге








Донъя һинең нәҫелеңде шул тамырҙарҙан таныр ...


Республика

( Шәжәрә байрамына)


Башҡарҙы : Насирова Эльмира Рәүис ҡыҙы

Баҡалы районы Мостафа урта дөйөм белем биреү

мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы







Мостафа

2010


Шәжәрә -

ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул

тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәҡ -

бал ҡорттары төҙөй ҡәрәҙ, һиндә ятма:

ҡор ояңды,

үр шәжәрә!

Ҡәҙим Аралбай







" Төп атаңдаң алып ете быуыныңды бел", - ти халыҡ. Әүәл таныш - тонош килеп хәл - әхүәл һорашыр алдынан иң оло йәштәге әйтер ине :

" Кем нәҫеле ?" - тип. Ә хәҙер ҡартатайының исемен иҫләһә, рәхмәт тибеҙ.

Ә мин үҙем бындай хәл менән килешмәйем. Мин үҙемдең ете быуынымды ла беләм, һүҙемде әҙерәк ауылым тарихы менән таныштырыуҙан башлайым.

Бынан 1000 йылдан ашыу элек һеңрән -Айыу ырыуы Көньяҡ Уралдан Сөн менән Ағиҙел йылғаһы ҡушылған ергә килеп урынлаша һәм Ыҡ йылғаһына тиклем һуҙыла. Был ырыу Ҡорос, Ҡорсай, Әзмей, Шарашлы ауылдарына нигеҙ һалыусы булып тора.Мостафа ауылына ла нигеҙ һалыусы ошо ырыу була. Был ырыу кешеләре урман ҡырҡма­ған, йылғала балыҡ тотмаған, ҡош - ҡорт ауламаған. Тәбиғәтте ҡоротоу­ға йүнәлтелгән кәҫепте харам күргән, һуҫыл үләнгә бай туғайҙарҙа өйөр - өйөр йылҡы , һыйыр, һарыҡ малдары йөрөгән. Хуш еҫле болондар­ҙа бал ҡорттары геүләгән. Көтөүселәр, умартасылар бер юлы хә­бәр йөрөтөүсе ролен үтәгән. Йылдар үтеү менән халыҡ үрсегән. Нәҫел үрсетеүгә ырыу ҙур иғтибар биргән. Мәҫәлән, бер атаның биш улы булһын ,ти. Уларҙың һәр ҡайһы өсәр ҡатынға өйләнгән һәм берен­се, икенсе ҡатындарын балалары менән башҡа сығарған. Малды бүле­шеп алыр булғандар. Яңы ниғеҙ ҡорғандар. Ырыу шулай үрсегән һәм Ыҡ йылғаһына таба күсә барған. Шулай был ырыу беҙҙең ауылдың Иҫке ауыл соҡоро (был ауылдың үҙ исеме булған, ләкин ваҡыт үтеү ме­нән онотолған) тип аталған төбәгенә килеп урынлаша һәм ерҙәрҙе үҙләш -терә . Казан ханлығы емерелгәс, беҙҙең яҡтарға Арса яҡтарынан ике татар ғаиләһе күсенеп килә. Ырыу башлығы уларға ауылдың көньяғы­нан ер бирә, һуңғараҡ, ырыу башлығы ауылдың төньяҡ өлөшөнә күсе-

нә һәм , әллә ерҙең уңдырышлығына һылтанып, татарҙарҙы түбән осҡа күсерәләр. Ырыуҙың башҡа кешеләре лә тура юғары ос яғына күсенеп килә. Шулай ауылда ике ос барлыҡҡа килә : Башҡорт осо һәм Казан татарҙары осо. Ауылдың исеме Мостафа булып ҡала.

Мостафа халҡы бергәләп йәшәй башлай. Кәләш әйттереп, килен төшөрөшөп йәшәй ауыл халҡы. Мостафа ауыл халҡы тураһында әлеге көндә лә әйтелгән әйтемдәр йәшәп килә: "Мостафа ҡунағы" (3 -4 көн ҡунаҡ итеү )

" Алапайы- ҡөҙрәтле, балаҡайы- ҡеүәтле" (көрәшселәр күп)

Унан башҡа һәр остоң үҙ зыяраты бар. Халыҡ бөгөнгө көндә ныҡ аралашҡан. Шуға өлкән кешеләр фани донъяға күсер алдынан, үҙҙә­рен ҡайһы зыяратҡа ҡуйырға кәрәклеген алдан уҡ әйтеп ҡуялар.

Бөгөнгө көндә һеңрән -Айыу ырыуына ҡағылышлы һүҙҙәр һаман ха-

­лыҡ телендә йәшәй.

Бына береһе - Алтын күпер.

Алтынбикә тигән бай ҡатын (бәлки ырыу башлығы ) соҡор аша йө-

рөр өсөн һуҡмаҡ һалдыра. Замана барған һайын бикә һүҙе төшөп ҡала , Алтын күпер атамаһы йәшәй.

- Айыу баҫыуы, Ҡырғыҙ - бүләк ере , Һеңрән соҡоро, кеүек атамалар

шул ваҡыттарҙан ҡалған тиҙәр ауылдың өлкән кешеләре.

Ә беҙҙең нәҫел Татарстандың Ҡуҡмара яғынан Шәймәрҙән тигән ауылынан күсеп килә. Нисәнсе йылда күсеп килеүҙәрен хәҙер тәғәйен генә белмәйбеҙ.

Нәҫелебеҙ тамыры Ғәбделхәмит бабайҙан башлана. Уның улы -Ғәбделмәжит, уның улы - Ғәбделваһап . Беҙгә уларҙың исемдәре генә билдәле.

Ғәбделваһап бабайҙың улы Ғәбделъяппар бабай. Ул кәүҙәгә таҙа,

оҙон буйлы булған. Үҙенең ере булған. Өс ҡатыны булған. 25 йыллыҡ әрме хеҙмәтенә эләккән. Үҙ ерен кешенән эшләтмәгән, ә ғаиләһе менән генә эшләгән. Ауылға йыш ҡайтҡан. Эшсән, бик үткер һәм талапсан булған. Уның беҙгә өс кенә балаһы билдәле: Ғәбделғәни, Шәмсебаныу һәм Ғафар.

Беҙ үҙебеҙ Ғафар бабайға ҡарайбыҙ. Уның исеме беҙҙең фамилияның да башланғысы булып тора.

Ғафар бабай сауҙагәр булған. Казан байҙары менән сәүҙә итешкән. Ере һәм малы , умартаһы күп булған. Кеше яллап та , хаҡ түләп тә эшләткән. Йорто ике ҡатлы булған. Беренсе ҡаты - таштан. Ул кибет булған. Икенсе ҡатта капма - ҡаршы ике йорт булған. Береһендә , Аҡ йортта , ҡунаҡтар ғына ҡабул ителгән. Ғафар бабайҙың ҡушаматы Хажи һәм Апарай булған. Хажи тигәндәр , сөнки ул Хажға барып ҡайтҡан. Бөгөнгө көндә был нигеҙ буш түгел. Унда Ғафаров Наил Сабур улы ғаиләһе менән йәшәй. Ғафар бабайҙың 4 улы һәм 1 ҡыҙы була : Таибә (1865 й.), Басыйр (1872 й.), Ғәбдерәшит (1880 й.),

Насыйр (1885 й.),Сабур (1897 й.)

Басыйр бабайҙың 7 балаһы: 4 ир бала һәм 3 ҡыҙ балаһы була. Ир балалары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булалар. Ҡыҙҙарынан Зәйнәпбикә әбей генә бөгөнгө көндә иҫән.

Басыйр бабайҙың кесе улы Ғәбделхаҡтың улы Фәүиз ауылда йәшәй. Хәҙер хаҡлы ялда. Уның улдары Илмир ( иҫән түгел ) һәм Илгиз . Илгиз - балта оҫтаһы. Басыйр бабай нигеҙендә Фәүиз ағай ғаиләһе менән йәшәй.

Ғәбдерәшит , Насыйр һәм Сабур бабайҙар ҙа аталары кеүек сауҙа менән шөғөлләнгәндәр. Улар Яр Саллы ҡалаһына пар ат менән йөрөгәндәр. Наил бабай һөйләй:

" Йомортҡаны ҡабыҡ арбаға бер нәмә һалмайынса тултыралар ине

һәм уның өҫтөнән тағы бер ҡабыҡ менән ябып, бау менән шаҡырай-

тып бәйләп ҡуялар ине. Ҡалаға еткәнсе йомортҡаларға бер ни ҙә булмай ине." Ауыл хужалығы тауарҙарын шулай улар көнкүреш тауарҙарына алыштырып ҡайтып һатҡандар.

Ғәбдерәшит бабай менән Сабур бабайҙы ҡулаҡ исеме тағып Себер оҙатылалар. Уларҙың йорт - ерҙәре туҙҙырыла. Йорт һәм нигеҙ таштары бөгөнгө көндә колхоз амбарының иген склады стенаһында уларҙың ҡул йылыһын һаҡлап тора. Ғәбдерәшит бабай Архангельский өлкәһендә , ә Сабур бабай Ленинград өлкәһендә һөргөндә булалар.

10 йыл һөргөндә улар яңы һөнәр өйрәнеп ҡайталар. Береһе -кирбес һуғыу оҫтаһы , икенсеһе - ағас мискә яһау оҫтаһы булалар. Ауылға ҡайтҡас , улар икеһе лә ер йорт (землянка ) ҡаҙып инәләр һәм шунда ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Өйрәнгән һөнәрҙәре уларҙың ғаиләләренең тамағын туйҙырырға етә. Ул ғына түгел Ғәбдерәшит бабай орсоҡ та яһарға өйрәнеп ала. Орсоҡ ҡырыу станогын ҡулдан яһап, төрлө төҫлө һыҙыҡтар менән биҙәкләп ауыл халҡын һөйөндөрә. Ҡул тирмәне, ағас күнәктәр,картуф ҡырғыс һ.б. әйберҙәрҙе лә яһай. Ауыл кешеләре ярма, бөртөк тартырға уларға киләләр. Бер генә йәшелсә орлоғон да һатып алмай. Үҙе етештерә. Улай ғына түгел, баҡсаның бер өлөшөнә киндер ултырта. Орлоғонан май һығып ,аҙыҡ бешереү өсөн тоталар, ә киндерен Пенькозаводҡа ат менән илтеп тапшырыр булған. Шулай , ҡулы эш белгән һәм тырыш кешеләрҙең ғаиләләре аслыҡтан интекмәй. Ғәбдерәшит бабайҙың ҡыҙҙары ғүмер буйы ауылда һатыусы булып эшләйҙәр. Улдары Хәмит бабай МТМ ла тимерсе булып эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылдың хөрмәтле

муллаһы булып китә. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә исемде Хәмит бабай ҡушты.

Сабур бабайҙың өс балаһы була : ике малай һәм бер ҡыҙ. Уның бөтә балаһы ла - уҡытыусылар. Ғәлимйән , Фәүзиә һәм Наил. Бөтәһе лә физика - математика фәнен уҡытҡандар. Хәҙерге көндә Наил бабай ғына иҫән. Ул 1926-сы йылғы. Нәҫелебеҙҙең ир-аттарҙан иң өлкән кешеһе лә ул. Нәҫел һөнәре булған умартасылыҡ менән дә әлеге көн-дә лә шөғөлләнә.

Насыйр бабай Ғафарҙың дүртенсе балаһы була. Ул оҙон буйлы , бик таҙа була. Армияға барғанда ул 6 бот 10 ҡаҙаҡ ауырлыҡта була. Хәҙергесә әйткәндә, теүәл 1 центнер. Армияла диңгеҙ хеҙмәтендә

( береговая артеллерия) хеҙмәт иткән. Ул 1914 йылда ауырып үлеп китә. Ике улы ҡала : Шәкүр һәм Ғафур.

Ғафур бабай Бөйөк Ватан һуғышында снайпер була. Ул ҡулы ярала-

нып ҡайта.Шаян, үткер телле бабай ине тип, һөйләйҙәр уның хаҡында. Ғафур бабайҙың 6 балаһы була : ике малай һәм 4 ҡыҙ. Бөғөнгө көндә Фәһим ағай менән Рәшит ағай ауылда йәшәйҙәр. Улар - балта оҫталары. Таштан йорт бөтөрөп инделәр. Биҙәкле урам ҡапҡалы был йорт беҙҙең ауылдың йәме булып әллә ҡайҙан Насыйр бабайҙың нигеҙен нурлап күренеп тора.

Насыйр бабай үлгәндә Шәкүр бабайға ике генә йәш булып ҡала. Ул 1912 йылғы. Шәкүр бабайҙың әсәһе йортҡа Насип исемле ирҙе инде-рә. Был бик үткер кеше була. Ҡайҙандыр он, ярма таба һәм ашхана

(обшепит) аса. Унда кешеләр хаҡ түләп ашайҙар. Шәкүр олатай ҡаҙан төбөндә ҡалған бутҡаны ҡырып ашап үҫә. Ул да атаһына оҡшап бик көслө була.Тимер тәгәрмәсле тракторҙың алдын бер үҙе күтәрә алған. Ындырҙа ашлыҡ һуҡтырғанды бер ҡулын өҙҙөргән.Һыңар ҡуллы олатайым кешеләр менән бер тигеҙ эшләгән: бесәнен дә сапҡан, балтаһында ҡулынан төшөрмәгән. Ете балаһы тыуған :Саһира (1935 й.), Әхнәф (1938 й.), Әбүзәр (1943й), Әзһәр(1946 й.), Зимфира (1952 й.), Райхан (1959 й.), Рәзиф исемлеһе кескәй сағында үлә. Улар бөтәһе лә , Зинфира апайҙан башҡалары, тыуған ауылда йәшәйҙәр.

Беҙҙең дә тәүге фамилиябыҙ Ғафаров була. Ләкин репрессия йылдарында Шәкүр бабай Насыйров фамилияһын ала һәм беҙ Насыйровтар булып киткәнбеҙ. Колхозлашыу йылдарында ул алдынғы комсомолец була. Колхоз тарихы биттәрендә уның исеме йыш телгә алынған.

Әбүзәр ағай колхоз рәисе булып эшләне, бөгөн пенсияла. Әҙһәр ағай балта оҫтаһы ғына түгел , ә тимерҙе иретеп ябыштырыусы ла. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул МТМла оҙаҡ йылдар эшләне , хәҙер хаҡлы ялда.

Райхан ағай бабайҙарҙың эшен туранан тура дауам итеүсе. Ул бынан 9 йыл элек эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланы. " Зәлиә " кибете асты.Унда аҙыҡ - төлөк һәм көнкүреш тауарҙары һатыла. Ул ғына түгел ,12 сутый ерҙә теплица төҙөнө. Был теплицанан бер миҙгелдә ҡыяр менән помидорҙан 400 меңлек табыш индерә. Мини пекарняһы ла бар. Көнгә 100 буханка икмәк, 30 батон менән төрлө пирогтар бешерелеп, " Зәлиә " магазинында һатылып бөтә. Ауылда Райхан ағай 8 кешене эш урыны менән тәьмин итеүсе булып тора. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ваҡытын таба. Йәй көнө ул 3-әр фляга бал ала.

Уның балалары : Динар Өфө ҡалаһында участок милиционеры булып эшләй. Был беҙҙең нәҫелдә яңы һөнәр булып тора. Илнар -Октябрьский музыка училищеһы студенты. Ул бейеүсе булырға теләй. Әйткәндәй , беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә яҡшы бейейҙәр. Илнар

был шөғөлдө үҙенең һөнәре итергә уйлай.

Әхнәф олатайым 40 йыл мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Мостафа ауылы кешеләре тирә - яҡта балта оҫталары ауылы тигән дан тота. Бында минең олатайымдың өлөшө лә бар тип уйлайым. Ағасты юнып ул уҡыусыларын нимәләр эшләргә генә өйрәтмәгән! Улдары Рәзиф, Рәфис менән Наил бөгөнгө көндә был эште дауам итеүселәр. Улар хәҙер йорт һалыпҡына ҡалмайҙар, ә йорт йыһаздары ла эшләйҙәр. Ултырғыс, өҫтәл, гөл ҡуйғыстар, яңы төр ишектәр, кухня һәм йоҡо бүлмәләре йыһаздарын инде беҙ магазиндан һатып алмайбыҙ.

Беҙ нәҫелдең 10 - сы быуын вәкилдәре: Илсур - Октябрьскийҙа 68-се лицейҙа токарға уҡый, Илдар, Айнур - IV класс уҡыусылары, Ниязға 1-се класс уҡысыһы,кескәй Нәзиргә 2 йәш.

һүҙемдең аҙағында профессор Ф. Хисаметдинованың һүҙҙәрен килтергем килә:" Һәр гаилә зат - ырыуын белеп, тарханлығын, бейле-ген танһа, ул эсеп йөрөмәҫ, башын элмәккә элмәҫ" . Ысынлап та, беҙҙең нәҫелдә эскеселәр юҡ.

Бөтәбеҙҙә тыуған еребеҙҙә йәшәйбеҙ, бабайҙар эшен дауам итәбеҙ, тырышып донъя көтәбеҙ. 10-сы быуын да ошоларға тоғро ҡалыр тип ышандырғыһы килә.

Беҙ тормошто белеп бөтөрмәйбеҙ:

Бәхет булһа - ситтән эҙләйбеҙ.

Ә ул иһә тыуған тупрағыңда...

Беҙ , йүләрбеҙ, уны күрмәйбеҙ.

Р. Хәйри.











Эҙләнеү эше Насировтар шәжәрәһе


© 2010-2022