Разработка урока по башкирскому языку и литературе. Ш. Бабич

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Сафуан Әлибаев.\"Мәктәп юлы\" Башкирский язык (как государственный) (8 класс) Учебник: Башҡорт теле һәм әҙәбиәтте Страницы: Наглядно-демонстрационные материалы: :С. Әлибаевтың портреты, шиғырҙар,йырҙар,поэмалар йыйынтыҡтары күргәҙмәһе.Тормош юлын һәм ижадын яҡтыртҡан слайд-шоу,фонояҙма. Вводная часть: иҫәнләшеү . Тел тураһында шиғри юлдарҙы яттан уҡыу- Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән... Тел -тере шишмә -үлмәгән , Бөгөнгә еткән! Шул тел менән тыуҙым,үҫтем, Торам бөгөн дә. Аңлай мине ғәзиз халҡым Туған телендә. Дежур уҡыусы м...
Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема:Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Сафуан Әлибаев"Мәктәп юлы"

Маҡсат: 1)Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау,уҡыусыларҙың морфология бүлеге буйынса белем кимәлдәрен тикшереү,системалаштырыу,тәртипкә килтереү.

С.Әлибаевтың биографияһын ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөү; "Мәктәп юлы"шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

2)мәктәпкә,уҡытыусыларға ихтирам тәрбиәләү, тырышып уҡырға,белем алырға өндәү;3)һөйләм һәм яҙыу телмәрен камиллаштырыу,һүҙлек байлығын арттырыу.

Йыһазлау:С. Әлибаевтың портреты, шиғырҙар,йырҙар,поэмалар йыйынтыҡтары күргәҙмәһе.Тормош юлын һәм ижадын яҡтыртҡан слайд-шоу,фонояҙма.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу мәле: иҫәнләшеү .

Тел тураһында шиғри юлдарҙы яттан уҡыу-

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән...

Тел -тере шишмә -үлмәгән ,

Бөгөнгә еткән!

Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.

Дежур уҡыусы менән әңгәмә.

1.Дәрестең маҡсаттары менән таныштырыу.

2.Фонетик күнегеүҙәр башҡарыу- үҙенсәлекле башҡорт өндәре ингән хәрефтәр менән тиҙәйткестәр әйтеү,шиғри юлдар уҡыу.

А)Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡароғол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

Б)Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме?

В)Оҙон епте һаплама ла,ыҫмалама ла, үҙем һабын һаплап , үҙем ыҫмалаһын ыҫмалармын.

3. Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Нимә ул морфология? Иҫкә төшөрөү- "Морфе"өлөшө "форма",ә "логос"өлөшө "тәғлимәт","фән"тигәнде аңлата.Ул һүҙ төҙөлөшөн,һүҙ төркөмдәрен,төрлө грамматик категориялар яһалыуын өйрәнә.

Һөйләмде тикшер!

Бында мине бәләкәс дуҫтарым ҡаршылай.

Был ябай һөйләм,сөнки грамматик нигеҙ берәү:дуҫтарым ҡаршылай.Хәбәр һөйләм,ике составлы,тарҡау,тулы,эйәһе-дуҫтарым,хәбәре-ҡаршылай,бәләкәс-аныҡлаусы,мине-тултырыусы,бында хәл.

Индивидуаль эштәр -карточкалар буйынса эштәр.Фәрхединова Р һәм Хәсәнов Ғ-ға 1-се басҡыҫ эш төрө

Тикшереү,комментариялау.

IIЯңы теманы аңлатыу һәм нығытыу.

1Уҡыусылар,балалар өсөн яҙған яҙыусыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?(М.Кәрим,З.Биишева,Н.Ғәйетбай,Б.Рафиҡов,Ф.Туғыҙбаева,А.Йәғәфәрова,Ә. Таһирова,Д.Бүләков,С.Әлибаев Һ.б).

Бөгөн дәрестә балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибайҙың биографияһын ҡыҫҡаса иҫкә төшөрәбеҙ һәм"Мәктәп юлы"шиғыры менән танышабыҙ.

Ҡыҫҡаса Сафуан Әлибайҙың тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү,слайд-шоу күрһәтеү.

2.Нығытыу- С.Әлибай ҡайҙа тыуған ?

Ҡайҙа эшләгән Ниндәй китаптары донъя күргән? Уға ниндәй премия һәм почетлы исем бирелә ?

С.Әлибай-бик күп шиғырҙар,әкиәттәр,йырҙар авторы. Ул мәктәпкәсә йәштәге балалар,уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әҫәрҙәр ижад итә. Мәҫәлән,"Алмаш,"Мәктәптең серле юлдары","Әсәйем","Беҙ әҙер,Тыуған ер!","Был Салауат ерҙәре","Сал Урал","Мәктәп юлы"Һ.Б. шиғырҙар.

Уның күп кенә шиғырҙары көйгә һалынған һәм улар балаларға йыр булараҡ яҡшы таныш.

3. ","Мәктәп юлы"шиғырын тасуири уҡыу(уҡытыусы уҡый)үҙ аллы уҡыу.Был шиғыр көйгә һалынған.(Нәбиулла Мөстәҡимов музыкаһы.)

4.Һүҙлек эше: Шиғырҙағы аңлашылмаған һүҙҙәрҙе асыҡлау.

Балҡып тороу-янып,яҡтырып тороу

Саф уйҙар-яҡшы,таҙа,матур уйҙар

Өмөт-киләсәккә нимәгәлер ышаныу,көтөү.

5.Комментарийлы- строфалы анализ.

1-се строфа:донъяла,ерҙә,диңгеҙҙә бик күп юлдар бар. Улар кешеләрҙе төрлө тарафтарға илтә,ләкин мәктәпкә илткән юл берәү генә.Мәктәп юлы кешене йәшәргә,эшләргә өйрәтә,шуға күрә ул иү ҡәҙерлеһе һәм яҡыны.

2-се,4-се,6-сы,8-се строфа:ниндәй генә эштәр эшләһәң дә, ҡайҙарҙа ғына йөрөһәң дә мәктәп юлы һәр саҡ күңелдә йәшәй,ҡош юлындай ғүмер буйы ул дөрөҫ юл күрһәтә.

3-сө строфа:мәктәптә алған белемдәр кешегә үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайларға,таҫма һымаҡ һуҙылған юлдарҙан кәрәклеһен генә таба белергә ярҙам итә.Дөрөҫ юлды һайлай белһәң,диңгеҙҙәрҙе лә ярып үтәргә,йондоҙҙарға ла барып етергә мөмкин.

5-се сторфа:әсә һәр саҡ балаһына изгелек кенә теләй,уның киләсәге өсөн борсола һәм яҡшы кеше итеп тәрбиәләргә тырыша,ә мәктәптә әсәй кеүек тәрбиәләгән кеше-уҡытыусы.Уҡытыусы һәр уҡыусыны үҙ балаһы кеүек күреп,төплө белем биреп,ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә өйрәтеп,үҙ аллы тормошҡа әҙерләй.

7-се строфа:йыл һайын еҙ ҡыңғырау балаларҙы ошо донъялағы юлдар араһынан иң оҡшағаны,кәрәклеген һайларға,яүы белем үрҙәрен яуларға саҡыра.Еҙ ҡыңғырау саҡырған юл уҡыусыларҙың өмөт һәм хыялдарын тормошҡа ашырып,киләсәктә үҙ юл юлдарын табырға ярҙам итә.

6.Шиғырҙың темаһын билдәләү

-Шиғыр бала саҡ,мәктәп,уҡытыусы һәм тормош юлдары тураһында.

7.-Шиғырҙың идеяһын билдәләү

Сафуан Әлибай был шиғырға тәрән мәғәнә һалған.Һәр бер кешенең тормошо мәктәп юлынан башлана.Фәҡәт мәктәптә генә бала дөрөҫ тәрбиә ала һәм үҙ аллы тормошҡа әҙерләнә.

8.Шиғырҙың поэтикаһы өҫтөндә эшләү

Сағыштырыуҙар:ҡош юлындай,таҫма һымаҡ,әсәйемдәй.

Метафора: яңы өмөт.

Йәнләндереү:диңгеҙҙе ярып үтә,йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ,еҙ ҡыңғырау саҡырғанға,һиҙелмәйенсә үтер.

9.Шиғырҙың композицияһын билдәләү

10- Шиғырҙың тышҡы композицияһы:8 строфанан тора,8-8ижек менән яҙылған. Шиғырҙың эске композицияһы:Һүрәтләү саралары,сағыштырыу,метафоралар

11.Шиғырҙың жанрын билдәләү.

Лирик шиғыр.Жанрҙарҙың төрҙәрен иҫкә төшөрөү.

12.Фонояҙманан"Мәктәп юлы"йырын тыңлау.Тәьҫораттар менән бүлешеү.

III.Йомғаҡлау:Сафуан Әлибайҙың "Мәктәп юлы"шиғыры менән таныштыҡ,уның төп мәғәнәһен астыҡ.

Был шиғырҙан үҙегеҙ өсөн нимәләр алдығыҙ?

IV.Өй эше:Шиғырҙы яттан уҡырға әҙерлек.


© 2010-2022