Конспект урока по башкирскому языку на тему М. Ғафури. Яҙ етте. (2 класс)

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:



Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округаның

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Дәрес өлгөһө.

Дәрестең темаһы:

Конспект урока по башкирскому языку на тему М.Ғафури. Яҙ етте. (2 класс)


Дәрестең маҡсаттары:

-М. Ғафуриҙың "Яҙ" шиғыры менән таныштырыу;

-уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү;

-яҙғы матурлыҡты эмоциональ ҡабул итеү, тәбиғәт менән һоҡланыу,

уға ҡарата хәстәрлекле булыу сифаттары, күңел таҙалығы

тәрбиәләү.

Класс: 2а,б

Нефтекама ҡалаһы

9-сы урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы:

Рәхмәтуллина

Юлиә Ғилмулла ҡыҙы




Дәрес барышы.

Психологик комфорт тыуҙырыу.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле иртә!

Дәресте шиғыр юлдары менән башлап китәйек.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

Әтәскә әйтә Әхмәт:

"Уятҡан өсөн рәхмәт!"

Һүҙҙәр ҡабатлау.

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы.

-Һеҙгә дәрес алдында һүҙҙәр таратылды. Ошо һүҙҙәрҙе сылбырлап уҡыйыҡ әле. Һүҙҙәр ярҙамында һеҙ ниндәй ике төркөмгә бүленер инегеҙ?

Шулай итеп, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

Ә хәҙер, дәфтәрҙәрҙе асып числоны яҙып ҡуяйыҡ.

Матур яҙыу. Ошо һүҙҙе матур итеп яҙайыҡ.

-Был һүҙҙе әйткәндә ниндәй өндәрҙе ишетәбеҙ?

-Уҡыусылар, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле. Хәҙер тышта ниндәй йыл миҙгеле?

-Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ әле, кемдәр яҙҙы ярата?

-Мин һеҙгә тағы ла һүрәттәр алып килдем. Ләкин һүрәтем әллә нимә эшләгән. Миңә матур һүрәт эшләп бирегеҙ инде.

-Һеҙҙең ниндәй һүрәттәр килеп сыҡты?

Һеҙҙең бирелгән һүҙҙәрегеҙ картинаға тап киләме.

-Уҡыусылар, матур яҙ тураһында бик күп шиғырҙар яҙылған.

Һәм бөгөн уларҙан береһен ҡарап үтәбеҙ.

-Бының өсөн китаптың 155-се битте асайыҡ.

Һүҙлек эше.

Болот- облако үлән- трава

Сатыр- шатер саф- чистый

Нурҙар- лучи һандуғас- соловей

-Шиғырҙы уҡытыусы уҡый.

-Үҙ аллы уҡыу

-Тәржемә итеү

-Сылбырлап.уҡыу.

Шиғыр нимә тураһында?

Ерҙе ҡара болот нисек ҡаплаған?

Ерҙә ниндәй үҙгәрештәр булды?

Был шиғырға ҡараһаҡ, яҙ миҙгеле ҡалған миҙгелдәрҙән нимә менән айырыла?

Ял минуты.

- Һеҙҙең алдығыҙҙа текст бар. Ошо текстың ҡайһы бер һүҙҙәре боталып бөткәндәр.

-Төркөмләп эшләп етмәгән һүҙҙәрҙе табығыҙ әле.

Матур ... килде. ... нурҙары ерҙе йылыта. ... ирей. ... ер күренә башланы.

(яҙ, ҡар, ҡояш, ҡара)

Таҡтала уҡыусылар сылбырлап яҙалар.

Рефлексив анализ. Баһалау. Беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

Яҙ ниндәй?

Яҙ миҙгелендә ниндәй үҙгәрештәр була?

Өй эше. Һүрәт төшөрөп, һөйләргә өйрәнергә.



3

© 2010-2022