Урок на тему Ҙур хәрефтәр иленә сәйәхәт

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

-Һаумыһығыҙ,уҡыусылар! Һаумыһығыҙ уҡытыусылар!

-Уҡыусылар әйҙәгеҙ ҡунаҡтар менән иҫәнләшәйек.

-Дәресте үҙебеҙҙең сәләмләүҙән башлайыҡ:

-Һаумы ҡояш!

Һаумы дуҫым!

Һаумыһығыҙ ,уҡытыусым!

Ҡояш, ғәләм.Тыуған ер,

Йән тыныслығы бир!

Мин сәләмәт ,мин матур
Салауат кеүек батыр!

-Хәҙер бер-берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ һәм ултырығыҙ.Число,темены яҙып ҡуябыҙ.

-Уҡыусылар Бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел,ә дәрес -сәйәхәт.Сәйәхәт һүҙе рус теленә нисек тәржемә ителә?

-Путешествие.

-Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй илгә сәйәхәткә сығабыҙ?Иғтибарҙы таҡталағы яҙыуға йүнәлтеү.

-Ҙур хәрефтәр иленә!

-Ә руссаһы нисек була?

-Путешествие в страну больших букв.

-Бик һәйбәт.

-Сәйәхәтебеҙҙе тыуған Башҡортостаныбыҙҙан башлайбыҙ.Беҙҙең ил нисек атала?

-Рәсәй.

-Башҡортостан ниндәй байрамға әҙерләнә?

-Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тула.

-Рәсәй дәүләтенең баш ҡалаһы нисек атала?

-Мәскәү.

-Ә беҙҙең респпублика нисек атала?

-Башҡортостан

(таҡтаға " Башҡортостан" яҙыу эленә)

-Беҙ бөгөн Башҡортостандың ҡалалары. Райондары, йылғалары, матбуғаты менән танышасаҡбыҙ.

(таҡтаға был яҙыуҙар эленә), карта күрһәтеү.

-Уҡыусылар М.Кәрим Башҡортостанды нимә менән сағыштыра?

-Ҡайын япрағы менән.

-Алина был шиғырҙан өҙөк ятлап күрһәтә:

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

-Молодец, Алина.

-Уҡыусылар,әреспубликала ниндәй милләт кешеләре йәшәй?

(Уҡыусылар ҡулдарын күтәреп яуап бирәләр)

-Рус, башҡорт, татар , сыуаш, удмурт, мари.

-Бик һәйбәт.Хәҙер таҡтаға ҡарайбыҙ.бында ике һөйләм яҙылған

Башҡортостандың баш ҡалаһы -Өфө.Ағиҙел ярында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған.Был һөйләмдәрҙе Наташа уҡып күрһәтә.

-Әйҙәгеҙ тәржемә итәбеҙ.Розалина нисек тәржемә ителә?

-Столица Башкортостана-Уфа.На берегу реки Агидельстоит памятник Салавату Юлаеву.

-Андрей ҙур хәрефтән башланған һүҙҙәрҙе уҡып күрһәтә.

-Башҡортостан, Өфө, Салауат Юлаев, Ағиҙел.

-Хәҙер әйтәбеҙ был нимә исемдәре?

-Республика,ҡала, йылға, кеше

-Был исемдәр ниндәй хәреф менән яҙылған?

-Ҙур хәрефтәр менән.

-Ә йылға , ҡала, кеше һүҙҙәре ниндәй хәрефтән яҙыла?

-Бәләкәй хәрефтән.

-Эйе кеше исемдәре ,фамилиялары, хайуан ҡушаматтары. Тау,йылға, район, ҡала , урам. Газета-журнал исемдәре яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала. Улар һәр ваҡыт ҙур хәреф менән яҙыла.ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә инә.

"Сылбыр" уйынын уйнап алайыҡ

Ағас-сәскә-әсәй-йөҙөм-миләш-шар-рәсем-мышы-ысыҡ-ҡар-ручка-аҡсарлаҡ-ҡанат-теш-шишмә-әтәс-сәғәт-тумыртҡа.

-Һәйбәт

-Сәйәхәтебеҙҙе Башҡортостан ҡалаларынан башлайыҡ.Баш ҡалабыҙ-Өфө.

-Стәрлетамаҡ, учалы, Сибай.

Рус телендә яҙылған ҡала исемдәрен эләм.Эдик уҡып ишеттер әле.Был һүҙҙәрҙе тәржемә иткәндә ниндәй үҙгәрештәр килеп сыға?

(Таҡтаға йәбештерелгән яҙыуҙа башҡортса хәрефтәр өҫтәп яҙығыҙ)

Сала...ат

Иш...мбай

А...иҙел

М...ләүез

Ст...рлетамаҡ

(Уҡыусылар берәмләп сығып яҙалар)

-Регина был нимә исемдәре?

-Ҡала исемдәре

-Ниндәй хәрефтән яҙылған?

-Ҙур хәрефтән.

-Ә хәҙер райондар буйлап сәйәхәт итәйек.Беҙ йәшәгән район?

-Ауырғазы

-Тағы ниндәй райондарҙы беләһегеҙ?Беҙҙең күрше райондарҙы беләһегеҙме?

-Дәүләкән, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы.

-Хәҙер дәреслектең 90-сы битен асып, 219-сы күнегеүҙе табабыҙ.Бында район исемдәрен алфавит тәртибендә яҙырға ҡушылған.(Уҡыусыларҙың үҙ аллы эше)

Тикшереү.Эльвира уҡый,ҡалғандар үҙ аллы тикшереп ултыралар.

-Бына беҙ һыу буйына килеп еттек."Балыҡсы" уйынын уйнап алабыҙ.Һеҙ биҙрәгеҙгә балыҡтар тоторға тейешһегеҙ.Һеҙҙең алдығыҙҙа киҫелгән балыҡтар, балыҡтарға йылға исемдәре яҙылған.Кем тиҙерәк һәм дөрөҫ итеп йыя.

Аш-ҡаҙар

А-ғиҙел

Өр-шәк

Та-нып

(Парта артында икәүләшеп эшләйбеҙ)Тикшерәбеҙ.Балыҡтарҙы ниндәй йылғанан тоттоғоҙ икән? Һәр рәттән икшәр парта уҡый.

-Бик дөрөҫ , биҙрә менән балыҡтарҙы алып ҡуйҙыҡ һәм ял итеп алайыҡ.

Һаумы алтын ҡояшым!

Һаумы зәп-зәңгәр күгем!

Иҫәнме һин елкәйем ,

Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! 2 тапҡыр

-Уҡыусылар һеҙ газета-журнал уҡырға яратаһығыҙмы? Беҙҙең уҡыған газета-журнал исемдәре нисек яҙыла икән? "Аҡбуҙат" йәбештерәбеҙ

-Нимә үҙгәрҙе. Нисек яҙыла?

-Тырнаҡтар эсенә алып яҙыла.Китап исемдәре лә шулай уҡ тырнаҡтар эсенә алып яҙыла.

-Һеҙҙең алда карточкалар.Был исемдәр араһынан гәзит-журнал исемдәрен һайлап дөрөҫләп яҙырға кәрәк.

-Тикшерәбеҙ, Алһыу, Розалина уҡый .Ҡалғандар тикшереп ултыралар.

-Шулай итеп китап. Газета-журнал исемдәре тырнаҡтар эсендә яҙыла.

-Яңғыҙлыҡ исемдәр тип ниндәй исемдәргә әйтәбеҙ?

-Кеше. Ҡала. Ҡушаматтар. Газета-журнал исемдәре.-яңғыҙлыҡ исемдәргә инә, һәм ҙур хәрефтәр менән яҙыла.

-Бына беҙҙең сәйәхәтебеҙ тамам.Хәҙер ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең йырҙы бүләк итәйек."Уҡытыусы " йырын йырлау.

-Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.Бик актив булдығыҙ.Алена, Регина, Эльвира, Алһыу, Розалина, Наташа "5" билдәһе алалар.Регина, Эдик, Роза,наташа "4" алалар.Ҡалғандарға активлыҡ теләйек.






Маҡсат:Уҡыусыларҙы яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы менән таныштырыу, яҙыу һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү,һүҙлек запасын байытыу, ижади фекерҙәрен үҫтереү,Тыуған илгә тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазлау:Башҡортостандың картаһы , Ауырғазы районы картаһы, Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған плакат, дәреслек, ҡала, район, йылға, матбуғат, республика исемдәре яҙылған яҙыуҙар, Башҡортостан матбуғаты, "Балыҡсы"уйыны өсөн материал.

Һүҙлекте активлаштырыу:Сәйәхәт, дәүләт, милләт,тырнаҡ, матбуғат.






Урок на тему Ҙур хәрефтәр иленә сәйәхәт

Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы

Муниципаль районының Талбазы ауылы

Өсөнсө һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Урок на тему Ҙур хәрефтәр иленә сәйәхәт




5 класс




Уҡытыусы:Валитова Г.Ф.

Башҡорт теле уҡытыусыһы



© 2010-2022