Конспект урока по башкирскому языку на тему Мустай Карим. На Деме. (з класс)

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема : Дим буйы. Мостай Кәрим.

Маҡсат: - уҡыусыларҙы М.Кәрим тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу;

  • Башҡортостандың матурлығын күрһәтеү, йылғалары менән таныштырыу;

  • тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу;

  • грамматик белемдәрҙе нығытыу (предметты , предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәр )

Йыһазландырыу: дәреслек, презентация, портреты, китаптар күргәҙмәһе, "Мостай Кәрим"(папка), аудиояҙма "Дим буйҙары " - башҡара "Шихан" төркөмө

1. Артикуляцион күнегеү

Ға-ға-ға - әйҙә киттек йылғаға

Ҙә-ҙә-ҙә - йылғала балыҡ йөҙә

Мәҡәл ҡойоу (яуаптар презентацияла бар)

- Эйелә, бөгөлә,

Аҡ мамығы түгелә,

Ҡара күҙе күренә (муйыл)

  • Һыу өҫтөндә һары май (томбойоҡ)

  • Ҡара мыйыҡлы еҙнәм

Һағынып - һағынып килгән (яҙ)

  • Иҙел буйлай Иҙелбай,

Ҡулыңа алһаң - сыйылдай (тал)

  • Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,

Ышанмаһаң, ашап ҡара. (ҡарағат)

  • Ал яулығын ябынған,

Башына ут ҡабынған (гөлйемеш)

  • Өй түбәмдә бүре олой (ел)- ел тауышын тыңлау

2. - Һүҙлек:

Ел - ветер

Йүкә - липа

Йылға - река

  • "Йылғалар" (кроссворд тултырыу)- һәр партаға алдан һалып ҡуйыла, экранға ла сығарырға кәрәк

1. Лемеза - Ләмәҙ

Туяляс (Төйәләҫ) -Худолаз

Чермасан - Сәрмәсән

Танып - Танып

Сакмара - Һаҡмар

Инзер - Инйәр

Ик - Эйек

Ай - Әй

Ашкадар - Ашҡаҙар

Дема - Дим

Касмарка - Ҡаҫмарт

(МОСТАЙ КӘРИМ һүҙҙәрен килтереп сығаралар)

  • Дәрестең темаһы , маҡсаты әйтелә

  • Мостай Кәрим тураһында әңгәмә (презентация)

  • "Дим буйы" шиғырын тасуири уҡыу һәм тексты тәржемә итеү

  • Текстан предметты, предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе табыу

  • Дим йылғаһы тураһында аудиояҙма тыңлау (физминут эшләтеп алыу)

  • "Аҙ - күп" төшөнсәһен иҫкә төшөрөү (текстағы һүҙҙәр менән эш)

Дуҫ - дуҫтар

Яҙ - яҙҙар

Йүкә - йүкәләр

Томбойоҡ - томбойоҡтар

(-лар, -ләр -тар, -тәр, -ҙар, -ҙәр, -дар, -дәр)

- Дәреслектән текст уҡыу, тәржемә (сылбырлап уҡыйҙар), 148-се бит

- Кроссворд тултырыу (уҡытыусы руссаһын әйтә, уҡыусылар башҡортса тәржемәһен иҫкә төшөрөп, шаҡмаҡтарҙы тултыралар (ДИМ БУЙЫ һүҙҙәре килеп сыға)

  • Һорауҙар:

1) Дим ниндәй йылға?

2) Дим ҡайҙан башлана?

3) Дим ярҙарында ниндәй ағастар үҫә?

Йомғаҡлау.

- Нимәләр белдек?

-Дәрес оҡшанымы?

- Һорауҙарығыҙ бармы?

Баһалау.

3. Өйгә эш: "Дим буйы" шиғырын ятларға, һүрәт төшөрөргә (теләге булғандар)







Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының Талбазы ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү уреждениеһы

Әҙәбиәт йылы сиктәрендә үткәрелгән

"Дим буйы. Мостай Кәрим" темаһына дәрес конспекты (3-сө класс)

Конспект урока по башкирскому языку на тему Мустай Карим. На Деме. (з класс)

Әҙерләне һәм үткәрҙе:

Йәғәфәрова Зөлфиә Урал ҡыҙы







Талбазы 2015

© 2010-2022