Рабочая программа по башкирскому государственному языку

Раздел Другое
Класс -
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципаль ҡаҙна дөйөм белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районы Николаевка ауылы белем биреү мәктәбе

Ҡаралды Килешелде Раҫлайым

РМБ ултырышында Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса Мәктәп директоры

Протокол №1 директор урынбаҫары ______Р. З.Муллаянов

29.08.2014й.

_________Ә.Ф.Сәйетгәрәева __________ Н. Г. Козлова Бойороҡ № _____ _____2014й.



Раҫлайым

Мәктәп директоры З.А.Мингалеев


2014-2015 уҡыу йылына

3-сө класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Саакян У.Х.

Ҡаралды

Мәктәп методик берешмә ултырышында

Протокол № ____ ______2014й.

Берешмә етәксеһе _____ А. Р. Билалова











РАССМОТРЕНО на заседании ШМО учителей иностранного языка МБОУ СОШ № ______

Протокол № ______ от

«___» _______ 2014 года

Руководитель ШМО __________/ФИО/

Аңлатма яҙыу


Эш программа һын төҙөүҙә норматив документтар

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып Минобрнауки РФ 05.03.2004 № 1089

2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһының халыҡ телдәрен һаҡлау өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһы

2014-2015 йылына уҡыу календар графигы

2014-2015 йылына уҡыу планы

Николаевка аулы мәктәбе уҡытыусылары тарафынан эщләнгән һәм раҫланған уҡыу предметтарының эш программаһының положениеһы

Бойороҡ Минобрнауки РФ 31 март 2014 й. № 253 «Федераль исемлеккә индерелгән дәреслектәр»;

Бойороҡ МКДББУ Николаевка ауылы УДББМ 20.01.2014 й. № __13___ « 2014-2015 уҡыу йылында ҡулланыла торған дәреслектәр»;

МКДББУ Николаевка ауылыУДББМ «Башланғыс дөйөм белем биреү тураһында төп уҡытыу программаһы »

Мәктәп учреждениеһында уҡыусылар өсөн гигиеник талаптар СанПиН 2.4.2.2821 - 10

Уҡыу предметының программаһы

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008. - 120б.

Дәреслек

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010.

Предметтың маҡсат һәм бурыстары

Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу(аудирование);

Башҡортса һөйләшергә,башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү;

Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү;

Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу һәр ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү;

Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу;

Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү;

Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора:

-интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.);

-танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);

-ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше).

Эш программаһын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу.

Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә "башҡорт теле" предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана.

Төп йөкмәтке йүнәлештәре

Башҡорт теленең эш программаһы үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны танып-белеү - коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата.

Тел материалы уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс төшөнсә формалаштырырға, башҡорт әҙәби теленең нормаларын үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәғәйенләнгән.

Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, шулай уҡ тел һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә һәм уҡыусыларҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәк вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел кимәлендә билдәләүсе күнекмәләрен формалаштыра.

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота һәм милли тәрбиә лә ҡарала.

Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны

2014-2015 йыл уҡыу базис пландары менән билдәләнә. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы өсөн башҡорт теле 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дөйөм уҡыу бүлектәре, күнекмәләре һәм эшмәкәрлек ысулдары

Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора:

интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.);

танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);

ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше).

Эш программаһын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу.

Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә "башҡорт теле" предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив функцияһы булыуы асыҡлана.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

-контроль күсереп яҙыу;

-һорауҙарға яуап;

-ижади диктант.

Яҙма эш төрҙәрен яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш.

Уҡытыусы тарафынан ҡулланылған технологиялар

Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

-информацион технологиялар;

-уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;

-проблемалы уҡытыу;

-проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;

-уйын алымдары;

-тестар эшләү;

-төркөмләп эшләү һ.б.

Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен,ҡаҙаныштарын контролләү формалары:

-тестар

-ижади эштәр (тематик яҡтан,жанр йәһәтенән төрлө иншалар һ.б.)

-докладтар.



Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт теле материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды.

телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тотоу;

Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

3 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә- эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың торош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.

Тыңлау. Телдән аралашыуҙың маҡсатына һәм ситуацияһына төшөнөү. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау. Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу, һ.б. уҡытыу бурыстарына яраҡлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик һөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уҡыу. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маҡсатында һайлап алып уҡыу. Тәғәйен текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған м2ғлүмәт буйынса, ябай һығымталар яһау. Текст йөкмәткеһендә тупланған мәғлүмәтте интерпретациялау һәм дөйөмләштереү. Текстың йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап һәм тасуири уҡыуҙы үҫтереү.

Һүҙҙе тоташ менән уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) - әйтеп яҙҙырғанда һәм күсереп яҙғанда үҙконтроль сараһы.

Яҙыу. Грамотаға өйрәтеү системаһында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уҡытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтәп, аңлайышлы бөхтә яҙыуға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп, күсереп яҙыу, диктовка (әйткәнде) яҙыу. Тыңланылған һәм ентекле, һайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар (кисерештәр, әҙәби әҫәрҙәр, сюжетлы картиналар, картиналар серияһы, видеояҙма фрагменты буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.

Яҙыуға ҡарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын һәм ҡулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите һәм класс таҡтаһы арауығында дөрөҫ ориентация оҫталығын үҫтереү, ҙур һәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.

Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен (буквосочетание), ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы һәм ыҡсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған (оҡшаш) һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе әйтеп яҙҙырыу (диктант). Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын һәм тәртибен өйрәтеү.

Хәрефһеҙ график сараларҙың: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһенең функцияһын аңлау.

Һүҙ һәм һөйләм. һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ һәм һөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү: һүҙҙәрҙе айырып алыу, уларҙың тәртибен үҙгәртеү.

Орфография. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы ҡулланыу менән танышыу.

һөйләм башында, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә баш хәреф;

һүҙҙәрҙе айырып яҙыу;

һүҙҙәрҙе ижекләп юлдан-юлға дөрөҫ күсереү;

һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Телмәр үҫтереү. Тексты үҙ аллы ҡысҡырып уҡыу һәм уны тыңлау барышында аңлау. Сюжетлы картиналар, үҙҙәренең уйындары, шөғөлдәре, күҙәтеүҙәре буйынса хикәйәләү характерындағы бәләкәй хикәйәләр төҙөү.

Фонетика һәм орфоэпия. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Нәҙек һәм ҡалын тартынҡы өндәрҙе айырыу, ҡалынлыҡ-нәҙеклек буйынса парлы һәм парһыҙ тартынҡы өндәрҙе билдәләү. Һуҙынҡы һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау, һаңғырау парлы һәм парһыҙ өндәрҙе билдәләү. Өндөң сифат буйынса характеристикаһын билдәләү: һуҙынҡы - тартынҡы; ҡалын - нәҙек тартынҡы, парлы - парһыҙ; яңғырау тартынҡы - һаңғырау, парлы - парһыҙ. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Хәҙерге заман башҡорт әҙәби теле нормаларына ярашлы өндәрҙе һәм өндәр бәйләнешен дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙе фонетик тикшереү.

Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ҡалынлыҡ-нәҙеклекте билдәләү. Тартынҡы өндәрҙе яҙыуҙа сингармонизм принцибына таяныу. Хәрефһеҙ график сараларҙы: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһен, абзацты ҡулланыу. Алфавитты белеү: хәрефтәрҙе дөрөҫ атау, уларҙың тәртибен белеү. Алфавитты һүҙлектәр, белешмәләр, каталогтар менән эшләгәндә файҙаланыу.

Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен үҙ аллы һәм ярҙамсы төрҙәргә бүлеү.

Исем. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе таба белеү. "Кем?" һәм "нимә?" һорауҙарына яуап булып килгән исемдәрҙе айырыу, рус теле менән сағыштырыу. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдең ниндәй килештә ҡулланылыуын билдәләү. Килеш һорауҙары буйынса айырыу. Исемдәрҙе морфологик тикшереү.

Сифат. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Сифаттың һан һәм килеш менән үҙгәреше. Сифатты морфологик тикшереү.

Алмаш. Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә. Зат алмаштары, уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Бер

Ҡылым. Телмәрҙәге лектәге һәм күплектәге I, II, III зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Ҡылымдың инфинитив (башланғыс) формаһы. Нимә эшләргә? һорауы. Ҡылымдың заман менән үҙгәреше. Хәҙерге, үткән, киләсәк заман ҡылымдарының зат һәм һан менән үҙгәреше. Ҡылымды морфологик тикшереү.

Рәүеш. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле.



Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

Танышыу

5

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең

туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

Мәктәптә.

5

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,

таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында

һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ

эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын

активлаштырыу.

Һөнәрҙәр.

5

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың

яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ

мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик

үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдәре.

11

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре,

уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы

балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу,

мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.

Кейемдәр.

7

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде

һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси

гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар

уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт

һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Ғаилә.

8

Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы

үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары,

киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын

телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Тыуған көн .

5

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн

байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү,

мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар

ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү. Башҡорт телендәге бойороҡ,

теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын

белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт .

7

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр,

үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ

тураһында һөйләшеүҙәр. Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу,

ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик

үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Башҡортостан.

5

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле,

уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә

ҡулланыу.

Сәйәхәт.

5

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Килеш ялғауһары, кире ҡағыу

формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

Ҡабатлау.

9

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау,

белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен

ҡамиллаштырыу.

Сәғәттәр һаны һәм яҙма эштәр

Сирек

Аҙнала сирек һаны

Аҙнала сәғәт һаны

Сиректә сәғәт һаны

Яҙма эштәр

I сирек

8

2

24

1

II сирек

7

2

21

1

III сирек

10

2

27

1

IV сирек

9

2

27

1

Бөтәһе

34 сәғәт

2

68

4

Кластың үҙенсәлеге

Урта дөйөм белем биреү


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

3-5 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу;

Календар-тематик план



Тема


Үтәлеү ваҡыты


Иçкәрмә

План

буйынса

Фактик

рәүештә

1.

Таныш булайыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.

5.09


2.

Иҫәнләшеү. Һин ҡаҙа йәшәйһең? Килеш ялғауҙары.

6.09



3.

Хәлдәрең нисек? Ҡайҙан? Сығанаҡ килеш ялғауы.

12.09



4.

Контроль күсереп яҙыу «Октябрь»

13.09



5.

Хаталар өҫтөндә эш. Кире ҡағыу. Күплек ялғауҙары.

19.09



6.

Мәктәптә.Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

20.09




7.

С.Әлибай.Өсөнсөләр.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

26.09



8.

Шатлыҡты белдереү. Ялҡау Зилә.Башҡорт телендә өндәрҙең әйтелеше һәм яҙылышы.

27.09



9.

Уҡыуҙар башланды.Юҡлыҡ форма.

3.10



10.

Үҫкәс,кем булаһың?.Башҡорт телендә теләк мәғәнәләренең бирелеше.

4.10



11.

Һәр һөнәр ҙә файҙалы.Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

10.10



12.

Кем? Нимә?һорауҙары.Ялғауҙарҙың яҙылышы.

11.10



13.

Һинең төп эшең нимә?.Ялғауҙарҙың яҙылышы.

17.10



14.

Һорауҙарға яуаптар

18.10



15.

Көҙ етте.Һөйләм төрҙәре.

24.10



16.

Был ниндәй миҙгел?Сифаттарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы.

25.10



17

Контроль диктант «Урманда»

7.11



18.

Хаталар өҫтөндә эш. Йомарт алмағас.Килеш ялғауҙары.

8.11



19.

Көҙҙөң дә үҙ матурлығы була. Һөйләм төрҙәре.

14.11


20.

Мин ҡышты яратам.Сифат.

15.11


21.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым.

21.11



22.

Ф.Иҫәнғолов.Чемпион.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

22.11



23.

«Ҡуян.»

28.11



24.

Беҙҙең ҡышҡы уйындар.

29.11


25.

Ҡыш бабай килде.Ҡылым.

5.12


26.

Һорауҙарға яуаптар

6.12


27.

Кейемдәр магазинында йөрөргә яратам.Исем.

12.12


28.

Кейем (әкиәт).Шарт һөйкәлеше.

13.12


29.

Ф.Туғыҙбаева.Минеке!.

19.12


30.

В.Исхаҡов.Бер һүҙ.Ҡылым.

20.12


31.

Контроль диктант. «Ҡыш уртаһы»

26.12


32.

Хаталар өҫтөндә эш. Минең ғаиләм. Шәжәрәм.

27.12


33

Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк.

16.01


34.

Н.Носов.Тере эшләпә.

17.01


35.

Ә.Ихсан. Әсә рәхмәте.

23.01


36.

Өләсәйем.Теләк һәм шарт һөйкәлеше.

24.01


37.

Ҡуян балаһы. Әкиәт.

30.01


38.

Өйҙәге эштәрем.

31.01


39.

Т. Ү. Минең ғаиләм.

6.02


40.

Байрам менән әсәй!

7.02


41.

Тыуған көн. Ҡотлау һүҙҙәре.

13.02


42.

Миңә нимә эшләргә?

14.02


43.

Ф.Ғөбәйҙүллина. Беҙҙең дуҫ.

20.02


44.

Ҡышлы уйындар

21.02


45.

Башҡортостан тәбиғәте.

27.02


46.

Әкиәт. Эш табылды.

28.02


47.

Ф. Туғыҙбаева. Бер генә һүҙ. Ә теркәүесе.

6.03


48.

Әкиәт. Ҡуян.

7.03


49.

И. Тимерханов. Ике ҡуян балаһы.

13.03


50.

Бөжәктәр.

14.03


51.

Контроль күсереп яҙыу. «Ирәмәл»

20.03


52.

Хаталар өҫтөндә эш. Дарыу үләндәре

21.03


53

Башҡортостан символдары.

3.04


54.

Өфөнөң иҫтәлекле урындары.

4.04


55.

Европа - Азия.

10.04


56.

Өфө урамында. Сағыштырыу ялғауҙары.

11.04


57.

Сәфәргә йөрөгөҙ - сәләмәт булырһығыҙ.

17.04


58.

Ғ. Ибраһимов. Хәйлә. Кире ҡағыу формалары.

18.04


59.

Матур яҙ килә. Яҙ.

24.04


60.

Спорт һәм мин.

25.04


61.

М. Кәрим. Урманда.Сингармонизм законы.

1.05


62.

Р. Ниғмәти. Ватан. Йәнле һәм йәнһеҙ исемдәр.

2.05


63.

Ф. Иҫәнғолов. Урманда ни өсөн йылы?Һүҙъяһалыш.

8.05


64.

Ф. Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр.Исем.

9.05


65.

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?Сифат.

15.05


66.

А. Игебаев, К. Кинйәбулатова ижадтары. Ҡылым.

16.05


67.

Контроль диктант «Йәй күренештәре»

22.05


68.

Хаталар өҫтөндә эш.С. Әлибай. Хәрефтәр теҙәм.Һөйләм төрҙәре.Ф. Туғыҙбаева. Һаумы, йәй!

23.05


69-70

Резерв

29.05

30.05





Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Аҙнағолов Р.;. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2011. - 232 бит.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.

- Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  1. Дәүләтшина М. С. Башҡҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2010. - 120 бит.

  2. Дәүләтшина М. С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2011. - 88 бит.

  3. Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар / Автор-төҙөүселәре: М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. - Өфө: «Китап», 2003. - 52 бит.

  4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙ.: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: "Эшлекле династия", 2008. - 24 бит.

  5. Усманова М. ;., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәрене8 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009. - 168 бит.

  6. Усманова М. ;. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. - Өфө: Китап, 2007. - 112 бит.

  7. Усманова М.Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. - Изд. 2-е, дополненное. - Уфа, Китап: 2012. - 168с.

Техник саралар,

электрон дәреслектәр

Телевизор, DVD, дисктар.

Библиотека фонындағы әҙәбиәт

  1. А6нағолов Р.;. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2011. - 232 бит.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.

- Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  1. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат», журналдары.

  2. Дәүләтшина М. С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2010. - 120 бит.

  3. Дәүләтшина М. С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2011. - 88 бит.

  4. Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар / Автор-тө6өүселәре: М.И. Ба3ауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. - Өфө: «Китап», 2003. - 52 бит.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙ.: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: "Эшлекле династия", 2008. - 24 бит.

  6. Усманова М. ;., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009. - 168 бит.

  7. Усманова М. ;. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. - Өфө: Китап, 2007. - 112 бит.

  8. Усманова М.Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. - Изд. 2-е, дополненное. - Уфа, Китап: 2012. - 168с.

Күргәҙмә материалдар

  1. Таблицалар, алфавит, шағирҙар һәм яҙыусылар портреттары.

  2. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

  3. Усманова М. ;. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. - Өфө: Китап, 2007. - 112 бит.

Әҙәбиәт исемлеге

Уҡытыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт

«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат», журналдары.

Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  3. Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғыр6ар / Автор-төҙөүселәре: М.И. Ба3ауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. - Өфө: «Китап», 2003. - 52 бит.

  4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙ.: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: "Эшлекле династия", 2008. - 24 бит.

  5. Усманова М. ;. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. - Өфө: Китап, 2007. - 112 бит.

Өҫтәлмә әҙәбиәт


  1. Авторы-составители: Ф.Г. Хисамитдинова, Р.Т. Муратова. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь. - Уфа: "Маленький гений Башкортостана", Учебно-методический центр "Эдвис", 2012. - 192 с.

  2. Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғыр6ар / Автор-төҙөүселәре: М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. - Өфө: «Китап», 2003. - 52 бит.

  3. Русско-башкирский учебный словарь / Под редакцией Л.Г. Саяховой, З.Г. Ураксина. 2-е издание, переработанное и дополненное. - Уфа: Китап, 2009. - 376 с.

  4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙ.: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: "Эшлекле династия", 2008. - 24 бит.

  5. Ураксин З.Г., Ураксин Ю.З. Русско-башкирский словарь. - 3-е издание, с изменениями. - Уфа: Китап, 2007. - 392 с.



© 2010-2022