Конспект внеклассного мероприятия Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Зал байрамса биҙәлгән. Залға спорт кейемендәге балалар сыға.

Ҡулдарында туптар. Төрлө күнегеүҙәр эшләйҙәр.

1-бер. Тырыш.

2-ике. Көрәш.

3-өс Сынығып үҫ

1-се уҡыусы: Таҙа булыр өсөн көндә

Беҙҙең өйҙә балалар,

Иртә менән йыуынып,

Теш таҙартып алалар.

2-се уҡыусы: Күнекмәләр эшләйҙәр,

Сана шыуалар тауҙа,

Бирешмәйҙәр, нығыналар

Ҡойоноп һалҡын һыуҙа.

3-сө уҡыусы: Һикерәләр, йүгерәләр

Ҡыш улар сәкән һуға,

Сыныҡҡандар ауырымай

Улар ныҡ була шуға.

Бөтәһе:Хәрәкәттә- бәрәкәт

Шуға кәрәк хәрәкәт!

Йыр:Саңғы шыуайыҡ.(Саңғысы кейемендә)

Тышта ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа.

Әйҙә сығайыҡ

Саңғы шыуайыҡ.

Ҡырға барайыҡ,

Юлдар ярайыҡ,

Биттәр ал булыр

Яҡшы ял булыр.

Спортты һөйөгөҙ,

Йәштәр белегеҙ,

Байлыҡ бер айлыҡ,

Һаулыҡ ҙур байлыҡ.

1-се уҡыусы:Саф аяҙ һауа,

Күктән нур яуа,

Ем-ем аҡ ҡар,

Миндә ҡеүәт бар

Саңғылар алып

Урамға сығам,

Выжлатып ҡына,

Елдәрҙе ҡыуам.

2-се уҡыусы:Миңә күңелле,

Дуҫым янында

Яратам ҡыштың

Һалҡын ҡарын да,

Беҙҙе ҡурҡытмай

Ыжғыр буран да

Ҡалай күңелле

Дуҫым янында.

3-сө уҡыусы: Хыял шиғыры.

4-се уҡыусы:Ярыш шиғыры

Ихатала ярыш бара,

Ана үҙең килеп ҡара

Әтәс судья булып алған,

Ҡиәфәте эре яман,

Ә тауыҡтар тамашасы

Йөрөй шунда сәпсек маҙар

Гөр-гөр килә күгәрсендәр

Әйтерһеңдә оло баҙар

Бесәй менән көсөк унда

Һикерәләр оҙонлоҡҡа,

Кем еңгәнен билдәләргә

Әтәс оҙон таяҡ тотҡан.

Ярыш ҡыҙа, туҙан туҙа

Беҙҙә ярыш,беҙҙә ярыш,

Әйҙә үҙең килеп ҡара.

Уйын үткәрелә.

5-се уҡыусы: шиғыр Хоккей.

Әсәй әйтә көн һыуыҡ

Йөрөмә тышта өшөп,

Ә атай әйтә сыҡһын,

Малай кеше сыныҡһын.

Урам тулы малайҙар

Тик уйнауҙы ҡарайҙар.

Ҡайҙан тейһен ул һыуыҡ

Йөрөгәс шайба һуғып.

Ә хәҙер йомаҡтар сисәбеҙ.

6-сы уҡыусы: Санабыҙ.

Шыжлап ҡына түбән оса,

Эй, шәп шыуа санабыҙ,

Ҡайһы саҡта тау битендә

Тәкмәс атып ҡалабыҙ.

Ап-аҡ ҡарҙы ҡаға-ҡаға

Беҙ ҙә аҫҡа сабабыҙ.

Ярай әле тау аҫтында

Көтөп тора санабыҙ.

7-се уҡыусы:

Физкультура,

Беҙ һине яратабыҙ,

Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ

Юғары туп сөйәбеҙ.

Туп йыры башҡарыла.Фонограмма.

Эстафета,эстафета

Ниндәй ярыш, ниндәй ынтылыш,

Мин дә бөгөн уның сафтарында,

Бер уҙаман, илдә бер тырыш,

Эстафета бара, эстафета,

Уйландыра,

Хатта тормош та

Уйын түгел ысын тормош бында

Быуындарға бәйле быуындар.

Уйын үткәрелә.

5-се уҡыусы.

Беҙҙә етеҙ уңғандар күп,

Данлылар бар ауылда

Ярыш,көрәш дауам итә

Менәбеҙ һырғауылға,

Йырлайбыҙ,һамаҡлайбыҙ,

Байрамсылап бейейбеҙ

Изге теләктәр теләп

Баҫа торған кәйөбөҙ.

Һандуғас йыры.3 уҡыусы.

Уҡытыусы:

Беҙҙең синыф балалары

Спорт менән шөғөлләнә,

Күрегеҙ ниндәй матурҙар

Торғаны бер гөлләмә,

Күнекмәләр эшләйҙәр,

Сана шыуалар тауҙа.

Бирешмәйҙәр,нығыналар

Ҡойоноп һалҡын һыуҙа.

Уҡытыусым йыры.Хор.

2-се уҡыусы: Сынығабыҙ, нығынабыҙ.

Чемпиондар булырға.

Алтын-көмөш миҙал яулап,

Еңеүгә ынтылырға.

1-се уҡыусы:Ныҡ һаулыҡ, таҙа тән менән,

Хозурлыҡ өләшәбеҙ.

Стадиондар беҙҙеке

Әйҙәгеҙ көрәшәбеҙ.

1-се уҡыусы:

Ҡышҡы сатлама һыуыҡта

Өшөмәбеҙ, туңмабыҙ

Юлаевсылар булырға

Көн дә сәкән һуғабыҙ.

3-сө уҡыусы

Физкультура,

Яратам был дәресте

Сынығып үҫкәс тырышып

Башҡарабыҙ һәр эште.

Бөтәһе бергә:

Йәшәһен сәләмәт тормош,

Сәләмәт йәшәргә тырыш.

Уҡытыусы: Хөрмәтле уҡыусылар, ҡунаҡтар!Һаулыҡ- ҙур байлыҡ тип аталған кисәбеҙ тамам.Һау- сәләмәт булығыҙ.

Конспект внеклассного мероприятия Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Ауырғазы районы муниципаль районының

Талбазы ауылы 3-сө һанлы дөйөм урта

белем биреү мәктәбе






Конспект внеклассного мероприятия Һаулыҡ-ҙур байлыҡ



кластан тыш сара







Үткәрҙе:Вәлитова Г.Ф.

Талбазы-2011


© 2010-2022