Рабочая программа по башкирской литературе 9 класс

Раздел Другое
Класс 9 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


















Аңлатма яҙыу.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:


  1. Рәсәй Федерацияһының " Мәғариф тураһында" Законы (29.12.2012 й. №273)

  2. Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы (01.07.1013 й. № 696-З)

  3. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  4. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  5. МБДББУ Яңауыл ҡалаһының Р.Гәрәев исемендәге мәктәптең 2015-2016 уҡыу йылына уҡыу планы.

  6. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-9 класс. - Өфө: Китап, 2012

  7. Юлмөхәмәтов М.Б. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт әҙәбиәте. -Өфө: Китап, 2011

  8. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  9. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Яңауыл ҡалаһы Р.Гәрәев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9 класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.- Өфө: Китап, 2006. -272 бит.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Программа кимәле : базис

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

  3. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.






Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:


  1. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2001.

  3. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, "Китап", 2002.

  4. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.

  5. Ринат Камал: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.

  6. Раҡаева А.С., Дәүләтшина М.С. «Башҡорт теленән контроль һорауҙар». Өфө, Педкнига - 2008 й.

  7. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.

  8. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.- Өфө: Китап, 2001

Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Яңауыл ҡалаһы Р.Гәрәев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу; телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.


Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Башҡорт телен башланығыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе талаптарға ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

  2. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырыла. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡлана. Башҡортостандың мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте өйрәнелә.

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).



























Тематик планлаштырыу

№ п/п

Бүлек атамаһы, дәрес темаһы

Сәғәттәр һаны

Телмәр үҫтереү

Башҡорт әҙәбиәте

1

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар

3

1

2

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар

6

3

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары

2

4

Милли - колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш

1

5

Йырауҙар

11

6

Салауат Юлаев

5

1

7

Мәғрифәтселәр

19

1

8

Башҡорт әҙәбиәтенең революциянан һуңғы осоро

15

1

Бөтәһе: 68

62

4






















































































Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

План

буйынса

Фактик

Өй эше

Иҫкәрмә

1

Башҡорт халыҡ ижады тураһында

1

05.09


8-9-сы бит уҡырға

2

"Урал батыр" эпосы. Эпос тураһында төшөнсә.

1

07.09


Һорауға яуап бирергә

3

Эпостың идея тематик йөкмәткеһен, образдарын асыу.

1


12.09


13-22-се бит һөйләргә өйрәнергә,

өҙөктө ятларға

4

Инша. "Урал батыр " эпосында кеше образы".

1

14.09


Инша яҙырға

5

"Иҙеүкәй менән Мораҙым" эпосы

1

19.09


35-40-сы бит тасуири уҡырға

6

Ҡулъяҙмалар. Китап күсереүселәр. Ғәбденнасыр эшмәкәрлеге.

1

21.09


45-се бит шыма уҡырға

7

Мәхмүд Ҡашғари "Диуану лүғәт әт-түрк".

1

26.09


46-сы бит һөйләргә өйрәнергә

8

Йософ Баласағуни "Ҡутадғу билиг", "Уғыҙнамә", Ҡорҡот-ата"

1

28.09


47-52-се бит йөкмәткеһен белергә


9

Ҡол Ғәли "Ҡисса-и Йософ".

1


03.10


52-56-сы бит, һорауға яуап бир.

10

"Буҙйегет"

1

05.10


56-59-сы биттәр уҡырға

11

Ҡотобтоң "Хөсрәү вә Ширин" поэмаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе

1

10.10


62-64-се биттәр һөйләргә

өйрәнергә

12

Сәйеф Сараиҙың "Гөлөстан бит-төрки" поэмаһы. Хәрәзмиҙең "Мөхәббәтнамә" әҫәре.

1

12.10


64-68-се биттәр, характеристика

бирергә

13

Батыршаның батшаға яҙған хаты тураһында

1

17.10


72-73-сө биттәр уҡырға

14

"Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу"

1

19.10


76-82-се биттәр өлгөлө уҡырға

15

Бахтиәрнамә

1

24.10


82-84-се биттәр

Йөкмәткеһен белергә

16

Һабрау йырау

1

26.10


90-92-се биттәр һорауҙарға

яуап бирергә

17

Асан ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙары.

1

07.11


93-сө бит,94-се бит,

тасуири уҡырға

18

Сәсәндәр. Ҡобағош сәсән. "Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне"

1

09.11


95-98-се биттәр,уҡырға

19

Ҡарас сәсән. "Ҡарас батыр һәм сәсән тураһында хикәйәт", "Ҡарас менән Аҡша"

1

14.11


99-101-се бит., хар-ка бирергә


20

Ерәнсә сәсән. "Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне".

1

16.11


106-107-се биттәр, уҡырға

21

Байыҡ сәсән. "Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне".

1

21.11


108-111-се биттәр һөйләргә

өйрәнергә

22

Буранбай Йәркәй сәсән."Бөҙрә тал", "Ялан Йәркәй"

1

23.11


111-113-сө биттәр, йырҙы ятларға

23

Ишмөхәмәт сәсән "Саңды үҙәк", "Бүҙекәй кантон"

1

28.11


113-115-се биттәр, тасуири уҡырға

24

Ғәбит сәсән

"Иҙел менән Яйыҡ"

1

30.11


115-116-сы биттәр өлгөлө уҡырға

25

Салауат Юлаев (биография)

1

05.12


116-118-се биттәр биография

белергә

26

С.Юлаев "Яу", "Тирмәмдә", "Уҡ", "Һандуғас"

1

07.12


Шиғыр ятларға 118-122-се биттәр

27

С.Юлаев "Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып"

1

12.12


122-124-се биттәр өлгөлө уҡырға

28

Инша:"С. Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы"

1

14.12


29

Тарихи шәхес һәм әҙәби герой.


1

19.12


125-126-сы биттәр һөйләргә өйрәнергә

30

Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр.


21.12


31

Т.Ялсығол. "Тарихнамә - и болғар", "Рисалә-и Ғәзизә"

1

26.12


132-136-сы биттәр, Т.Ялсығолдоң шәжәрәһен төҙөргә

32

Ғ. Усман. "Мөһиммәт әз-заман"

1

28.12


137-138-се биттәр, 3-сө һорауға яуап бирергә

33

Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы


1

16.01


Характеристика бирергә

34

Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары


1

18.01


146-150-се биттәр, һөйләргә өйрәнергә

35

Ғ. Соҡорой. "Тәуарих-и Болғария",

1

23.01


153-155-се биттәр, биография белергә

36

Ғ.Соҡорой "Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү"

1

25.01


Һөйләргә өйрәнергә

37

М. Аҡмулла. Тормош юлы һәм ижады. "Урыным - зиндан", "Инсафлыҡ"

1

30.01


157-159-сы биттәр биография белергә, шиғыр ятларға

38

М.Аҡмулла "Мәжлесенә ҡарай ғына…", "Нәсихәттәр"

1

01.02


162-164-се биттәр тасуири уҡырға

39

М. Аҡмулланың шиғыр-ҡобайырҙары. "Бәхет", "Ҡәнәғәт", "Донъя"

1

06.02


164-167-се биттәр өлгөлө уҡырға

40

М.Өмөтбаев. Ижады.Ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге

1

08.02


173-176-сы биттәр һөйләргә өйрәнергә

41

М.Өмөтбаев. "Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы", "Ҡайыш илә йүкә"

1

13.02


178-181-се биттәр, һорауға

яуап бирергә

42

М.Өмөтбаев. Тормошо һәм ижады.

1

15.02


Йөкмәткеһен белергә

43

М.Өмөтбаев "Башҡорттар"

1

20.02


181-184-се биттәр шыма уҡырға

44

Р. Фәхретдин (биогрфаия)

1

22.02


Биография һөйләргә өйрәнергә

45

Р.Фәхретдин. "Сәлимә", "Әсмә".

1

27.02


192-196-сы биттәр уҡырға

46

Инша:"20-се быуат башындағы башҡорт поэзияһында мәғрифәтселек темаһы"

1

29.02


47

С. Яҡшығолов. Тормош юлы һәм ижады.

1

05.03


Биография белергә

48

С.Яҡшығолов "Башҡорт ағаларыма хитап", "Дим буйы"

1

07.03


203-205-се биттәр, шиғыр ятларға

49

Ф.Сөләймәнов

"Башҡот моңо", "Тимербай ҡурайсы"

1

12.03


206-209-сы бит

50

Ф.Сөләймәнов

"Салауат батыр".

1

14.03




Ролләп уҡырға,

210-214-се биттәр


51


М. Ғафури. Тормош юлы һәм ижады. Биографик мәғлүмәттәр.

1

19.03


220-222-се биттәр, уҡырға

52

М.Ғафури "Себер тимер юлы йәки милләттең хәлдәре".

1

21.03


222-226-сы биттәр уҡырға

53

М.Ғафури ""Ант", "Аждаһа", "Бир ҡулыңды"

1

04.04


Шиғыр ятларға

54

М.Ғафури "1906 йылдан 1907 йылға васыят", "1907 йылдың яуабы", "Икмәк"

1


09.04


Тасуири уҡырға

55

М.Ғафуриҙың "Шағирҙың алтын приискаһында". Автобиографик әҫәр.

1


11.04


230-235-се биттәр шыма уҡырға

56

М Ғафуриҙың "Шағирҙың алтын приискаһында".

1

16.04


236-246-сы биттәр өлгөлө уҡырға

57

Ш.Бабичтың биографияһын өйрәнеү.

1

18.04


249-250-се биттәр биография

һөйләргә өйрәнергә


58

Ш. Бабич "Халҡым өсөн", "Кем өсөн?", "Бер минут"

1

23.04


Шиғыр ятларға

250-252-се биттәр


59

Ш. Бабич "Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде", "Көтәм".

1

25.04



Тасуири уҡырға

252-254-се биттәр


60

Ш.Бабич поэзияһының лексик-стилистик үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

1


30.04



Йөкмәткеһен белергә.

61

"Ш.Бабич - һүҙ һәм шиғыр оҫтаһы".

1

02.05


249-250-се биттәр биография һөйләргә өйрәнергә


62

Ш.Бабич "Йәшәһен эшселәр!", "Бай һәм ярлы", "Әйҙә, милләт!"

1

07.05


Һорауҙарға яуап бирергә


63

Ш.Бабич "Башҡортостан", "Башҡорт халҡына көйлө хитап", "Салауат батыр"

1

14.05


Характеристика бирергә


64

Ш.Бабич ижадында мөхәббәт лирикаһы. Мәҫәлдәре, тәмҫилдәре һәм балладалары.

1

16.05


Һорауҙарға яуап бирергә


65

Ш. Бабич ижадында Башҡортостан темаһы һәм халыҡ образы.

1

21.05


Йөкмәткеһен белергә.


66

Инша "Минең яратҡан әҫәрем"

1

23.05



















Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар тураһында. Китап күсереүселәр эшмәкәрлеге

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары

Ҡотобтоң "Хөсрәү вә Ширин" поэмаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе. Сәйф Сараиҙың "Гөлөстан бит - төрки" поэмаһы тураһында. Хәрәмиҙең "Мөхәббәтнамә" әҫәре. Хөсәм Кәтибтең "Жөмжәмә Солтан" әҫәре тураҙында.

Милли - колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш

Батыршаның батшаға яҙған хаты тураһында.

Йырауҙар

Төрки халыҡтарында фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе, йыраусы боронғо һүҙ оҫталары тураһында.

Сәсәндәр ижады

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика.

Салауат Юлаев

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат - яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә.

Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр

Тарихи темаға яҙылған әҫәрҙәр, тарихи ваҡиғалар, тарихи шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлектәре.

Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы

Мәғрифәтселәр

Аҡмулла

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.

Өмөтбаев

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.

Башҡорт әҙәбиәтенең революциянан һуңғы осоро

Мәжит Ғафури

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш.

Ш.Бабич .

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

  1. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

  • Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

  • 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

  1. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү

  • Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

  1. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

  • Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

  • Һүҙлектәр менән файҙалана белеү

  • Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт(туған) теленән һәм әҙәбиәтенән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Инша - 4

Яҙма эш төрҙәре (инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Әҙәбиәт буйынса


Әҙәбиәт буйынса уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар. Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы.


Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеомагнитофон;

  • компьютер;

  • фортепиано; баян; ҡубыҙ;

  • DVD;

  • мультимедиа проектор.

Әҙәбиәт исемлеге


  1. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.- Өфө: Китап, 2001

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  9. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. Өфө: Китап, 2001й.

  10. Әбсәләмов З.З. Башҡортса-русса грамматик-оргографик һүҙлек. Рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 1993й.

  11. Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге. Өфө: Китап, 2006 й.

  12. Ғ.Ғ.Хөсәйенов һ.б. Башҡорт әҙәбиәте тарихы (6 томда). Өфө: Китап, 1990-1996й.

  13. Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү / Ишмѳхәмәт Шарапов. - Ѳфѳ : Китап, 2008. - 96 б.

  14. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2000й.

  15. Күсәйев А.Н. Русса-башҡортса техника терминдары һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2003й.

  16. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.

  17. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

  18. Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. Өфө: Китап, 2003 й.

  19. Сәлимов Н.Р. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. Өфө: Китап, 2003 й.

  20. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965й.

  21. Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. Өфө: Китап, 2010 й.

  22. Әхтәмов М.Ә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө: Китап, 2008 й.

  23. Шарапов И. Ә. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Өфө: Китап, 2007 й.



14


© 2010-2022