Урок на тему Г. Салям (9 класс)

Раздел Другое
Класс 9 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты





Тема: Ғәлимов Сәләмдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү

Башҡарҙы:Мирхәйҙәрова Гөлнара

Рифҡәт ҡыҙы

Өфө ҡалаһы Октябрь районы

155-се лицейҙың башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы



Өфө - 2011

Юғары класстарҙа Ғәлимов Сәләмдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү.


Маҡсат:Талантлы шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;

Уҡыусыларҙы фекерләргә һәм белгәндәрен һәйләргә өйрәтеү;

Һүҙлек запастарын байытыу;

Шағирҙың тормош һәм ижад юлын өйрәтеү аша уҡыусыларҙа был

бөйөк шәхескә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, шағирҙың тормош һәм ижад юлын сағылдырыусы китаптар, портреты.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу моменты

Дәрес барышында интерактив таҡтанан уҡытыусы Ғ.Сәләмдең шиғыр юлдарын уҡып ишеттерә.

Беҙ күрәбеҙ,

ҡайҙа барһаҡ та,

Бөйөк хөрмәт беҙҙә балаларға,

Оло урам беҙҙә балаларға,

Иң ҙур һарай беҙҙә балаларға,

Иң күп сәскә беҙҙә балаларға,

Яҡшы курорт беҙҙә балаларға,

Халыҡ һөйөүе беҙҙә балаларға,

Ҡара, һоҡлан, шатлан һин уларға,

Беҙҙең йәшәү дауамы уларҙа,

Беҙҙең бөтә киләсәк уларҙа,

Ҡара, һоҡлан, шатлан һин уларға!

Хор менән уҡыйҙар.Аңлатма бирәләр, төп темаһын асыҡлайҙар.

-Был әҫәр юлдары һеҙгә танышмы? Әгәр ҙә таныш булһа, авторын әйтегеҙ.

-Яуаптар тыңланыла.

-Эйе, бик дөрөҫ.

2.Яңы тема.

Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә Ғәлимов Сәләмдең тормош юлы һәм ижады менән танышып үтәсәкбеҙ. (Шағирҙың портреты күрһәтелә). Шағир хаҡында яҙылған китаптар һәм уның китаптарынан әҙерләнгән күргәҙмәгә туҡталып үтеү, ҡыҫҡаса аңлатмалар, белешмәләр биреү. Шулай уҡ, шағир Ғ.Сәләм премияһы лауреаттары стендына ла байҡау яһап китеү. (Был премия 1967 йылда булдырылды). Был өҫтәлмә мәғлүмәттәр уҡыусыларҙың белемен байыта ғына.

Дәфтәрҙәрҙә эш.

-Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, көн исемен һәм теманы яҙып үтәйек. Мин һеҙҙе шағирҙың биографияһы менән таныштырып үтәсәкмен, ә һеҙ иң мөһим даталарҙы дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барығыҙ. (Интерактив таҡтала хронологик таблица сыға,был уҡыусылар өсөн ҙур терәк булып тора, үҙҙәренә хронологик таблица төҙөү өсөн).

Уҡытыусы.

Эх, йәшәһе килә

быуаттарҙын

Йырға ҡушып һәр бер иртәһен,

Күтәр, әйҙә, йөрәк!

Күккә ос һин,

Күккә әйҙә!

Күккә күтәрел!

("Йәшәү йыры",1935.)

Шулай тип белдерҙе тыуып килгән таңға,Ватанға, тыуған иленә үҙенең һөйөүен. Кешеләрҙең яңырыуы, үҫеүе, ирекле тормошҡа , ижад донъяһына, рухи бөйөклөккә, әхләҡ сафлығына ынтылыуы - былар барыһы ла уның әҫәрҙәренең төп темаһы булып ҡалды. Шулай уҡ, Ғ.Сәләм халыҡтың талантлы булыуына хайран ҡалып, уларҙың бөйөк эштәрен данлап алғы һыҙыҡта сағылдырҙы.

Бик оҙаҡ йәшәгеһе килде шағирҙың, тормошҡа тиңдәш гүзәл әҫәрҙәрҙе тағы ла күберәк, тағы ла камилыраҡ ижад итеү хыялы менән яна ине…

Ләкин ул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ижад итеп өлгөргән әҫәрҙәре лә башҡорт әҙәбиәтенең офоҡтарын, иркен күген дәррәү балҡытып ебәрҙе. Уның ижади ғүмере яңы тормош төҙөүсе ҡаһарман халыҡҡа, Тыуған илдең һәм шул осор кешеләренең үҫеүен данлауға арналды.

  • Ә кем һуң ул Ғәлимов Сәләм?

  • Нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған?

  • Уҡыусыларҙың яуабы тыңланыла.

  • Эйе бик дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.

Ғәлимов Сәләм ( Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов) хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының Тәгеш ауылында 1911 йылдың 18 ғинуарында тыуған. Заманаһының ҡырыҫ елдәре Сәләмдәр ғаиләһен дә урап үтмәй: 1921 йылғы аслыҡта атаһы үлеп, Сәләм 10 йәшендә етем ҡала. Ике туғаны менән яңғыҙ әсә ҡулында ауыр тормош шарттарында тороп ҡалыуына ҡарамаҫтан, ул белемгә, яңылыҡҡа ынтыла. Башта 1924 йылда Ғ.Сәләм күрше Һары ауылында беренсе баҫҡыс мәктәбен тамамлай, һуңынан Арғаяш урта мәктәбенә уҡырға инә. Бына ошо ваҡытта уҡ ул спектаклдәрҙә ҡатнаша, күп уҡый, ижад итә башлай. 1928 йылда урта мәктәпте тамамлау менән, ул үҙе лә балаларға белем биреү эшенә тотона. Был осорҙа Ғ.Сәләм матбуғат менән дуҫлаша, мәҡәләләр яҙа башлай.

1930 йылдан шағир тормошон Өфө менән бәйләй, "Башҡортостан" газетаһы редакцияһына эшкә килә. Ул бермә-бер артлы колхоздар, гигант төҙөлөштәр, социалистик үҙгәрештәр тураһында бик күп мәҡәләләр яҙа. Яңы ҡоролошҡа, ихлас мөхәббәткә, дошмандарға асы нәфрәт тойғоһо Ғ.Сәләмгә ошо көрәш процесында килгәндер ҙә инде. Ошо үҙгәрештәрҙең шаһиты булыу, уның поэзияһында сағыла башлай.

1933 йылда Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Институтта үткәрелгән әҙәби кисәләрҙә, бәхәстәрҙә, фәнни докладтар менән сығыш яһап йөрөүе шағир булып етешеүендә ҙур роль уйнай. Студент йылдарында уҡ уның "Мәскәү", "Республикам иртәһе", "Һәйкәл", "Ғүмер" кеүек киң билдәле әҫәрҙәрен һәм атаҡлы "Шоңҡар", "Өс йыр" поэмаларын ижад итә.

Ғ.Сәләм институтты беренсе дәрәжә дипломына тамамлай. Әҙәби һәләтен күрһәтеп өлгөргән йәш шағирҙы институтта эшкә ҡалдыралар. Ә бер йылдан һуң ул СССР Фәндәр академияһының Ленинград ҡалаһындағы филиалына аспирантураға уҡырға алына. Унда бары бер йыл уҡып өлгөрә, 1939 йылда менингит сиренән вафат була. Ошо аспирантурала уҡып йөрөгәндә үҙенең "Бала" поэмаһын яҙып бөттө. Ана шулай ижадта ла, тормошта ла оло маҡсаттар менән янып йәшәне һуңғы минутына тиклем шағир Ғәлимов Сәләм.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағир ғүмере тиҙ өҙөлдө. Ә ижади пландары күп ине уның… Шулай ҙа бик күп әҫәрҙәр ижад итеп өлгөрҙө. Халыҡтың күҙен асырға, илдә барған социализм төҙөү эшенә ылыҡтырырлыҡ көс тапты. Ул кешеләрҙе аңлы, белемле булырға өндәне. Мәҫәлән уның "Кирбес менән мөхәббәт тураһында баллада" тигән шиғырында ул төҙөлөш бөтә тармаҡтарҙа ла бара тине:

Төҙөлөү бара беҙҙә кешеләрҙә,

Төҙөлөү бара уйҙа, фекерҙә,

Төҙөлөү бара эште яратыуҙа,

Төҙөлөү бара семья эсендә.

Ғ.Сәләм әҫәренең төп мотивы бына ошо. Тыуған илде ҡайтанан ҡороу, үҫтереү, кешеләр араһында дуҫлыҡ ҡәрҙәшлек, мөхәббәт тыуҙырыу.Урал ҡаяларын аҡтарырҙай, үҙ ҡулдары менән яңы тормош төҙөй алырҙай идеялар бирҙе.

Ғ.Сәләм утыҙынсы йылдар башҡорт шиғриәтендә баллада жанрының нығыныуына ла булышлыҡ итте. Бер шәлкем балладаларында ул һуғышҡа протест, дуҫлыҡ, героизм, патриотизм кеүек тойғоларҙы йырланы, тыныс тормошто боҙоусыларҙы фашланы.

Ғ.Сәләмдең был осор лирикаһына хас тағы ла үҙәк мотивтарҙың береһе - Ватанға һөйөү, яулап алған тыныс тормошто, төҙөлөштө һаҡлау, патриотизм темаһы. "Поезд китте", "Ҡорал", "Онотолмаҫ йырҙар" һ.б. исемле китаптарында тупланған шиғырҙарҙа тыныс тормош һағына баҫҡан ябай хеҙмәт кешеләре, ҡыҙылгвардеецтар, илде һаҡлаған матростарҙың образдары ярылып ятты.

1936 йылда "Республикам иртәһе" тигән шиғырын ижад итте.Республиканың тынғыһыҙ, күп тармаҡлы һәм емешле эшмәкәрлеген дә, бәхетле тормошоноң шатлыҡлы ауаздарын да күрһәтергә тырышты:

Ҡояш менән тиңдәш һәйкәл өсөн

Хаҡлы шуға халҡы илемдең, -…

Ғ.Сәләм илдәге төҙөлөштәр менән бергә халыҡ рухының да яңырыуын, үҫеүен асыҡ итеп күрһәтә белде.

Ғ.Сәләм бәләкәй шиғырҙар ғына ижад итеп ҡалманы, ҙур-ҙур поэмалар ҙа ижад итеп өлгөрҙө, мәҫәлән, уның. "Шоңҡар", "Йылдар аша", "Бала", "Өс йыр", "Ғүмер" тигән поэмалары күптәргә билдәле. Был әҫәрҙәрендә лә ул иҫке йәмғиәт тарафынан боҙолған, әхләҡ яғынан ғәрипләнгән айырым шәхестәрҙе тәрбиәләүгә ҙур көс һалды. 30 йылдарға хас булған проблемалар күтәрелеп сыҡты һәм шағирҙың тырышлығы, көсө һәм ижады менән еңеүҙәргә алып килде.

(Уҡытыусыны уҡыусылар дауам итә).

3.Өй эше тикшереү.

Уҡытыусы: Алдан ҡушыу буйынса, шағирҙың тормош юлы һәм ижады тигән темаға доклад әҙерләп килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ докладтарҙы тыңлап үтәйек.

(Ике уҡыусы доклад менән таныштыра).

4. Һорауҙарға яуап биреү һәм һөйләтеү

Дәресте нығытып ҡуйыу өсөн хронологик таблицаға таянып, бер-ике уҡыусы шағирҙың тормош юлы хаҡында һөйләп китә. Әгәр ҙә был төр еңелдән түгел икән, һорауҙар ярҙамында тема нығытыла.

-Ғ.Сәләм ҡайҙа, ҡасан тыуған?

- Ул урта белемде ниндәй ауыл мәктәбендә ала?

- Тәүге хеҙмәт юлын ниндәй эш менән башлай?

-Газетаға нисәнсе йылда эшкә саҡырыла?

-Ғ.Сәләмдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

-Аспирантура йылы?

-Шағир үҙенең "Бала" поэмаһын ниндәй уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә яҙҙы?

-Нисәнсе йылда Ғ.Сәләм исемендәге премия булдырылды?

-Яуаптар тыңлана.

5. Интерактив таҡта менән эш. Ә башҡа яҙыусылар уның ижады тураһында нимәлә әйтәләр икән? (Әйҙәгеҙ уҡып китәйек).

Танылған прозаик, С.Юлаев премияһы лауреаты Динис Бүләков: "Сәләм- киләсәк шағиры, йәшлек йырсыһы. Уның шиғырҙары иртәгәһе көндә лә бәҫен юғалтмаясаҡ. Утыҙынсы йылдар алыҫлығынан торп, ул бөгөнгөләр һәм иртәгә тыуасаҡ яңы кешеләр өсөн ижад иткән, һәр бер шиғыры һәм поэмаһына йөрәк хистәрен һалған.

Шағирҙың ғүмере атылған йондоҙҙо иҫкә төшөрә. Атылған йондоҙ яҡтыһы, алыҫ араларҙы үтеп, ергә етә. Шуның кеүек, Г.Сәләмдең Ватанды данлаған, уны сикһеҙ яратырға һәм һаҡларға саҡырған ижады ла, әллә нисә ғүмер миҙгелдәрен үтеп, киләсәктә лә шатлыҡ сығанағы булып торасаҡ"

Талантлы шағир, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Н.Нәжми Ғ.Сәләм ижадын түбәндәгесә баһалай: "Ғ.Сәләмдең ике ғүмеренән ашыу ғүмер кисереүгә, ижади тәжрибәм шаҡтай булыуға ҡарамаҫтан, ул миңә ғүмергә шиғриәт ағаһы, ил ағаһы булып ҡалды".

6.Карточкалар менән эш.

Минең һөйләгәндәрҙән сығып уның әҫәрҙәрен схема буйынса төрҙәргә бүлеп ҡарайыҡ:

-Ниндәй жанрҙарҙа ижад итте? Уҡыусыларға карточкалар таратып бирергә һәм улар дөрөҫ яуаптарҙы табып жанрҙарын билдәләй , шулай уҡ, әҫәрҙәрен табып жанрҙар аҫтына беркетә баралар.

1)По эма 2)Шиғыр 3)Баллада Ода

Урок на тему Г.Салям (9 класс)Урок на тему Г.Салям (9 класс)Урок на тему Г.Салям (9 класс)

"Шоңҡар" "Республикам иртәһе" "Ҡыҙыл букет" "Беҙҙең урам

"Бала" "Мәскәү" "Барлау" байрағы"

"Ғүмер" Башҡортостан" "Һүҙҙәр һәм эштәр"


Тағы ниндәй өлкәләрҙә эшләй?


Урок на тему Г.Салям (9 класс)Мәҡәлдәр Очерк Тәржемә

Урок на тему Г.Салям (9 класс)Урок на тему Г.Салям (9 класс)Урок на тему Г.Салям (9 класс)

"Хәсән Үтәшев" М.Светлов

"Активтар һәм "Гренада" шиғыры

бгөнгө ярыш А.С. Пушкин

бурыстары" "Сиғандар"

7.Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөнгө дәрестә Ғ. Сәләмдең тормош юлына һәм ижадына байҡау яһап үттек. Уның ниндәй жанрҙар өҫтөндә ижад иткәнен белдек.Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә шул заман халҡы өсөн ҙур хазина ҡалдырҙы. Ул үҙенең ғүмер юлының һәр секундын, минутын, сәғәтен, хатта көнөн заяға үткәрмәҫ өсөн ең һыҙғанып эшләп ҡалды. Ә бит, уның ғүмере заяға үтмәгән. Һәр кемгә маяҡ булырлыҡ уның ижады. Шуның өсөн утыҙынсы йылдар поэзияһының күренекле вәкиле Ғ.Сәләмдең ижады башҡорт әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алды.

Белемдәрен баһалау.

8.Өйгә эш биреү. Ғ .Сәләмдең биографияһы тураһында реферат әҙерләргә һәм "Бала" поэмаһын уҡырға.

9.Белемдәрен баһалау.


© 2010-2022