7-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:



Башҡортостан республикаһы

Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы

муниципаль ҡаҙна төп дөйөм белем биреү учреждениеһы


Ҡаралған Килешенде Раҫланды

РМО ултырышында Уҡытыу - тәрбиә эштәре Мәктәп директоры:

протокол №_____ буйынса директор урынбаҫары

«___»_________2014й. _______С.И. Данилова ______ Л.Г. Тинякова


2014-2015 уҡыу йылына

7-се класс өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән

эш программаһы


дөйөм сәғәттәр һаны -70 сәғәт

аҙнаһына - 2 сәғәт иҫәбенән



Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы төҙөнө













2014 йыл





Аңлатма яҙыу.


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) .

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2007.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2007.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

  4. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

I. Яңынан мәктәпкә (6 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыл тормошо (7 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (8 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VI. Әсәйҙәр байрамы. (З сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

VII. Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә - ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда... (5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (7 сәғәт) Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

XI. Йәмле йәй (5 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  • Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  • Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  • Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  • Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  • Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

  • Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  • Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

  • Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

  • Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

  • Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

  • Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

  • Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.






Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант- 5

Изложение - 2

Инша - 2



Календарь -тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәт

һаны


Биттәр

план

үткәр.

Иҫкәрмә

VII Б

1-се сирек - 18 сәғәт.





Яңынан мәктәпкә.

6





1

М. Кәрим. Уҡытыусыма.VI класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

3-5 биттәр

2.09



2

Б.Бикбай. Туған тел. Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау.

1

5-7

4.09



3

В.Баймырҙина.Дуҫлыҡ. Ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

8-9

9.09



4

З.Биишева. Башҡорт теле. Исемдең килеш ялғауҙары.

1

10-12

11.09



5

Контроль диктант. Ҡара алтын.

1

16.09



6

Хаталар өҫтөндә эш. К.Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс.

1

13-15

18.09




Ауыл тормошо.

7





7

Икмәк үткән юл. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

20

23.09



8

Алтын башаҡтар. Һөйләм.

1

21-22

25.09



9

Мәктәп ашханаһында. Һөйләм төҙөлөшө.

1

23-25

30.09



10

Т.Йосопов. Икмәк еҫе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Изложениеға әҙерлек.


1

26-28

2.10



11

Изложение. Хеҙмәт һәм икмәк .

1

7.10



12

Хаталар өҫтөндә эш. Н.Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау. Текст төҙөлөшө.

1

31-32

9.10



13

Бал ҡорто. Хеҙмәт һәм икмәк тураһында мәҡәлдәр.

1

33-34

14.10




Башҡортостан буйлап сәйәхәт





14

М.Кәрим. Башҡортостан. Исем

1

36-38

16.10


15

Урал.Уртаҡлык һәм яңғыҙлыҡ исемдәр

1

38

21.10


16

Контроль диктант Уртаҡлык һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы

1

23.10


17

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ғарипов. Урал йөрәге.

1

39-41

28.10



18

Урал имәне. Кластан тыш уҡыу

1

40

30.10



19

Арҡайым. Исем.

1

41-42

6.11



20

Мин Уралда йәшәйем. Исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

42-43

11.11



21

Тәбиғәт һәйкәлдәре. Тыуған ил, Ватан тураһында мәҡәлдәр.

1

44-45

13.11




Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары.

9





22

Спорт - ул һаулыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

46

18.11



23

Беҙҙең ғаилә ярышта. Тексты өлөштәргә бүлеү.

1

47-48

20.11



24

Һаулығың - байлығың. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

49-50

25.11



25

Н.Иҙелбай. Беҙҙең катокта. Милли спорт. Изложениеға әҙерлек.

1

51-52

27.11



26

Изложение. Башҡорт халыҡ уйындары.

1

53

2.12



27

Хаталар өҫтөндә эш. "Аҡбуҙат" ипподромы. Ипотерапия.

1

56-57

4.12

28

Башҡортостан ҡалаларында спорт. Һөйләм төрҙәре.

1

58-59

9.12

29

Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән! Ҡотлау тексын яҙыу.

1

60-61

11.12

30

Һорауҙарға яуаптар. Спорт.

1

62-63

16.12


Мин һәм беҙҙең ғаилә.

9





31

Хаталар өҫтөндә эш. К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.

1

64-65

18.12

32

Контроль диктант. Шәжәрә. Ҡылым.

1

23.12

33

Хаталар өҫтөндә эш. В.Сидоров. Салауаттың туғандары.Ҡылымдарҙың заман формалары.

1


65-66

25.12

34

Әсә һүҙе. Ҡылымдарға өҫтәмә мәғәнә биреүсе һүҙҙәр.

1

67-68

30.12




35

Ҡошҡа әйләнгән әбей. Ҡылымдарҙың заман формаһы.

1

68-70

15.01

36

Беҙҙең ғаилә. Ярҙамсы. Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше.

1

71

20.01

37

Шәжәрә. Кластан тыш уҡыу.

1

72-73

22.01

38

Дуҫ - дуҫтың көҙгөһө. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

1

74-75

27.01

39

Ғаилә, ата-әсәләр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Ҡылым тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.

1

77-79

29.01


Әсәй, әсәкәйем…

3





40

Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. Теркәүестәр.

1

80-83

3.02

41

Й.Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе. Иншаға әҙерлек.

1

84-85

5.02

42

Инша. Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

1

10.02


Сәнғәт оҫталары.

7





43

Хаталар өҫтөндә эш. Х.Әхмәтов. Тыуған ауылым.

1

85-86

12.02

44

Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Теркәүестәрҙең төрҙәре.

1

87-88

17.02

45

Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. Теҙеүсе теркәүестәр.

1

89-92

19.02

46

Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина. Теҙеүсе теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

92-94

24.02

47

Башҡорт халыҡ бейеүҙәре. Эйәртеү теркәүестәре.

1

95-96

26.02

48

Ете - ғәжәп һан. Һандарҙың яҙылышын ҡабатлау.

1

96

3.03

49

Салауат Юлаев. Теркәүес тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.

1

97-99

5.03


Исемең матур, кемдәр ҡуйған?

3





50

Исемдәрҙә - ил тарихы. Бәйләүестәр.

1

99-100

10.03

51

Боронғо башҡорт исемдәре. Бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

101-104

12.03

52

Контроль диктант. Ағиҙел. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

17.03


Борон-борон заманда.

5





53

Хаталар өҫтөндә эш. Әкиәт. Бәйләүестәр.

1

106

19.03

54

Ирәндек. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

107-109

2.04

55

Оморҙаҡтың тапҡырлығы. Киҫәксәләр.

1

110-112

7.04

56

Ф.Туғыҙбаева.Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы? Кластан тыш уҡыу.

1

113-116

9.04


57

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Йомаҡтар.

1

116-117

14.04


Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

7





58

Ш.Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

118-119

16.04

59

К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

120-124

21.04

60

Р.Мөхәммәтов. Тауышһыҙ Талип. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең яҙылышы.

1

125-126

23.04


61

С.Әлибай. Ҡайын һыуы. Иншаға әҙерлек.

1

127-129

28.04

62

Инша. Урман - ҙур байлыҡ.

1

129-130

30.04

63

Хаталар өҫтөндә эш. Ярҙам. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

130-132

5.05

64

Яҙ сәскәһе. Ымлыҡтар.

1

133-135

7.05


Йәмле йәй.

4


65

З.Ҡотлогилдина. Йәй. Б.Бикбай. Лагерь иртәһе. Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

1

138-140

12.05


66

Контроль диктант. Лагерь.

1

14.05

67

Хаталар өҫтөндә эш. Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡа.

1

143-146

19.05

68

Тыуған яҡтар. Кластан тыш уҡыу.

1

147-149

21.05

69

Йәмле йәй. Грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау.

1

26.05

70

Башҡорт милли халыҡ уйындары.

1

28.05



Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар


  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

  4. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

  6. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  8. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  9. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, 2004.

  10. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. - Өфө, 1997.

  11. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. - Өфө, Китап, 2006.

  12. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, Китап, 2006.

  13. Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. - Өфө, Китап, 1997.

  14. Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. - Өфө, Китап, 1999.

  15. Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  16. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • компьютер;

  • принтер;

  • DVD-проигрыватель,

  • Аудио-видеомагнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт


  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. - Өфө: Китап, 2008

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. - Өфө, Китап, 2007.

  7. Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. - Өфө, Китап, 2003

  8. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

  9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008

  10. Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. - Өфө, Китап, 2005.



© 2010-2022