Визитка на конкурс Сылукай

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

ВИЗИТКА на конкурс "Һылыуҡай"

Ишетәһегеҙме, был Бүә йылғаһы шишмәләренең сылтырауы,

Ишетәһегеҙме, был Таштау урманы ҡоштарының һайрауы,

Ишетәһегеҙме, был Ҡарман мәктәбе ҡыңғырауының сыңлауы.

Быларҙың барыһын да мин, Ҡарман мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Хәлфәтуллина Алияна, алып килдем.

Сәңгелдәктәй тыуған төбәгемдә

Тыуып үҫкән мин бер ҡыҙ бала.

Халҡым моңо ата-әсәйемдең

Бишек йырҙарынан башлап юл ала.

Тирә-яҡтың гүзәллеген тойоп,

Һөйөп үҫтем тыуған еремде.

Һәр сәскәһен, йән эйәһен ерҙең

Яҡын итте минең күңелем.

Тәпәй киткән саҡтарымдан алып

Бөгөнгәсә тормош юлымды

Һеҙҙең алға асып һалып ҡуям,

Йәшермәйсә ниәт-уйымды.

Минең атай яңы йорттар һала,

Уҡытыусы - минең әсәйем.

Мин дә улар кеүек был донъяла

Тормош матурларға теләйем.

Тәрбиәсе апайҙарым миңә

Матурлығын ерҙең күрһәтте.

Мәктәптәге уҡытыусыларым

Телде яратырға өйрәтте.

Класташтарым һәм дуҫтарым менән

Үрмәләйбеҙ фәндәр тауына.

Тормоштан йәм, уҡыуҙан тәм табып,

Ҡәнәғәтлек ҡылып барына.

Бына хәҙер һеҙҙең алда торам,

Яңауылдың ғәзиз бер ҡыҙы.

Конкурстағы башҡа ҡыҙҙар кеүек,

Илкәйемдең төньяҡ йондоҙо.

САМАУЫР ЯНЫНДА

Моңло ғына түгел ҡурай,

Матур ҙа ул, тәмле лә.

Татып ҡарағыҙ ҡурайҙы,

Ышанығыҙ һүҙемә.

Ауыҙ итегеҙ ашымдан,

Сәк-сәк оҡшаш ҡурайға.

Күстәнәсебеҙ булып төшһөн ул

Беҙҙән һеҙҙең табынға.

Бешерелгән тәмле сәк-сәк

Ап-аҡ бойҙай ононан,

Йомортҡаға баҫылған да,

Тәмле балға ҡойонған.

Татлы, баллы сәк-сәгемде

Хөрмәт менән тапшырам,

Күңелдәргә хуш килер, тип

Саф күңелдән ышанам.

МОДА

Яңы быуын башҡорто беҙ,

Йолаларҙы һаҡлаусы,

Илебеҙҙе, телебеҙҙе,

Рухыбыҙҙы һаҡлаусы.

Минең бөгөнгө кейемем

Ап-аҡ сафлыҡ төҫөндә,

Туған халҡым тамғаларын

Үҙем ҡуйҙым кейемгә.

Тегеүсенең күлдәктәре,

Матурыраҡ булһа ла.

Үҙ ҡулыңдан эшләнгәндәр

Ҡәҙерлерәк булалар.

Күлдәгемә ҡояш нуры,

Күҙем нуры сағылған,

Ынйы-ынйы сулпы булып,

Халҡым моңо тағылған.

БЕЙЕҮ

Сыңрап оса һиҙгер торналар,

Иҫкәртәләр дошман килеүен.

Баҡорт халҡы изге яуға сыға,

Алып ҡулға уғын, һөңгөһөн.

Яугир халҡым минең, һәр балаңда

Батырҙарса үткән яҙмышың.

Миндә лә һинең ҡаның аға,

Башҡорт булыу - минең булмышым.


© 2010-2022