Мастер -класс на тему Части речи

Раздел Другое
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Бөгөнгө мәктәп белемде түбәндәге йөкмәткелә бирергә тейеш:

Сығарылыш уҡыусыларын етди маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирерҙәй, уларҙың юлында килеп сыҡҡан төрлө тормош ҡаршылыҡтарын һәм сетерекле ситуацияларҙы уңышлы йырып сығырҙай белем менән тәьмин итеү - хәҙерге мәктәптең төп бурысы.

Шул бурысты тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу-тәрбиә процесында ғәҙәти булмаған алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Бының ысулдары байтаҡ, тик уларҙы педагогик ғәмәлгә индереүҙән уҡытыусы ҡурҡмаҫҡа тейеш. "Уларҙы күп нәмәгә өйрәтәм тип, үҙегеҙҙең мин-минлегегеҙҙе ҡәнәғәтләндерергә тырышмағыҙ. Тик ҡыҙыҡһыныу ғына уятығыҙ. Тыңлаусыларығыҙҙың мейеләренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ, тик күҙҙәрен генә асығыҙ. Уларға осҡон ғына һалығыҙ, ә ялҡыны "аҙыҡ" булған ерҙә үҙенән үҙе тоҡанасаҡ",- тигән француз яҙыусыһы Анатоль Франс.

Шундай алымдарҙың береһе, мәҫәлән, - дәрестә проблемалы ситуация ҡулланыу. Ни өсөн кәрәк һуң ул ситуация? Беренсенән, ситуация уҡыусыла класта эшләнәсәк эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уята. Икенсенән, дөрөҫ уйланылған ситуация уҡыусыларҙың үҙ уҡыу бурыстарын билдәләй аламы-юҡмы икәнлеген аңларға ярҙам итә.

Һайлау, билдәһеҙлек, көтөлмәгәнлек, конфликт-бәхәс, ярашмаусанлыҡ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон дәреслектәр, электрон һүҙлектәр ҡулланыу уҡытыусы алдында ҙур мөмкинселектәр аса.

Һеҙҙең иғтибарға, ситуацияның төрлө төрҙәрен ҡулланып, Ғәбитова Зәкиә Муллағәли ҡыҙы һәм Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы кластары өсөн "Башҡорт теле" дәреслегенә нигеҙләнгән оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәм.

Конфликт-бәхәс. (Аудиояҙмала ҡоштар, тамсы тамыуы, йылға тауышы яңғырай). Яҙманы тыңлап бөткәс шундай һорау бирелә: ошо көйҙө тыңлағанда тәбиғәттең ниндәй миҙгеле күҙ алдығыҙға баҫа? 193-сө күнегеүҙәге һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация. Был алым уҡыусы тарафынан "бәхәстә дөрөҫлөк табыла" принцибын үҙләштереүгә ярҙам итә, "аргумент һәм контраргумент" менән эш итергә, бәхәсләшеү культураһын үҫтереүгә булышлыҡ итә һ.б.

Һайлау ситуацияһы. 104-се күнегеүҙәге биремдәрҙе башҡарыу аша синонимдар темаһын үҙләштерәбеҙ. Һүҙҙәрҙе бирелгән өлгө буйынса төркөмдәргә йыяйыҡ. Матур һүҙенең синонимына иғтибар итәбеҙ. Ошо синонимдар бер-береһен алыштырып килә аламы икән? Һылыу ҡыҙ, һылыу ҡайын, һылыу талдар һүрәттәрен эшләйбеҙ. Эшләнеп бөткәс, һылыу һыйыр төшөрөргә ҡушабыҙ. Ни өсөн һылыу һыйыр тигән һүҙбәйләнеш ҡулланмауыбыҙҙы әйтәбеҙ: "доминанта" булып матур һүҙе тора. Был һүҙ һәр осраҡта ла ҡулланыла, синонимик рәткә ингән башҡа һүҙҙәрҙе алыштырып килә. Йәғни, "матур"ҙан башҡа һүҙҙәр бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланыла алмай. Зифа һыйыр, гүзәл машина, һылыу йорт, нәфис алма һ.б. тип әйтеп булмай. Ҡалғандарының ҡулланылыш даирәһе тарыраҡ.

Бер нисә төрлө әҙер яуап бирелә. Уларҙың араһында дөрөҫ булмаған яуаптар ҙа бар. Дөрөҫ булмағанын һайлап алыу һорала. Был алым баланың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Ярашмаусанлыҡ ситуацияһы.

Бер һүҙ менән әйт:

Балтаһы һыуға төшкәндәй - кәйефһеҙ, күңелһеҙ

Һалҡын ҡан менән - тыныс

Борсаҡ сәсеү - маҡтаныу

Донъя көтөү - йәшәү

Ҡаты ҡолаҡ - һаңғырау

Кеше йәнле - кешелекле

Анализлау һуңында шундай бурыстарҙы асыҡлау, белеү кәрәклеге тыуа: был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнә үҙенсәлеге; улар нисек атала; уларҙың һәйләмдәге роле.

Ғәҙәти тәжрибә сиктәренә "һыйып бөтмәү". Был ысул уҡыусының ижади фекерләү даирәһен, хыял офоҡтарын киңәйтешә, уларҙа тормош күренештәрен "төрлө төҫтәрҙә" ҡабул итеү, кинәйәләп һөйләү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

"Билдәһеҙлек" ситуацияһы.

1.Ал, ҡыҙыл, һары, күк ( һүҙҙәр бирәм)

2. Миләүшә, Гәлсәсәк, Лилиә, Нәркәс

3. Яланда, ҡырҙа, баҡсала үҫә

Сәскәләр исемен генә әйтеп ҡалмайбыҙ, "Исем" һүҙ төркөмөн дә ҡабатлап китә алабыҙ. Ҡыҙҙар исемдәренең дә мәғәнәле булыуын әйтеү.

Мәғлүмәттең тулы һәм аныҡ булмауы сәбәпле, яуаптың теүәл һәм конкрет түгеллеге. Йәғни, мәсьәләне бер төрлө генә хәл итеү мөмкинлегенең булмауы. Бындай алым уҡыусыны теге йәки был ситуациянан сығыуҙың бер нисә, йәғни вариантлы юлдарын эҙләргә мәжбүр итә. Предмет-ара бәйләнеш булдырыла.

Көтөлмәгәнлек ситуацияһы. Уҡыусыны текст уҡыуҙан туҡтатып, унда һөйләнелгән ваҡиғалар ағышын фараз иттереү. Ҡыҙҙың яуабын фараз итеп ҡарайыҡ.

Белгем килде: был ҡыҙмы, ҡатынмы?

Тинем мин: "Иҫәнме, һаумы, аҡыллым!"

Боролоп ҡараны, көлөп күҙемә.

Тик яуап бирмәне әйткән һүҙемә.

Тағы әйттем: - "Туташ, ник дәшмәйһегеҙ?

Хоҙай биргән ауыҙҙы асмайһығыҙ?"

Тағы әйләнеп ҡараны туташым,

Үҙе өндәшмәй - тамам ҡаңғырҙы башым.

Уйланым мин уны телһеҙ икән, тип,

Ғажиз булдым, тағы нишләйем икән, тип

Ишара иткәйнем ултырырға,

Тотондо бит туташым ҡоторорға:

"Ниңә шин мине мышҡыл итәшең,

Улай булша, минең яндан китәшең!.."

Асыуланып, ауыҙын асһа йәнем -

Ике алғы теше юҡ икән уның!

Парадоксаль булыуы менән ғәжәпләнеү тойғоһо уятыуы. Балала тормошта осрап торған көтөлмәгән осраҡтарҙа юғалып ҡалмау кеүек сифаттарҙы формалаштырырға ярҙам итә.

Был алымдар түбәндәге һөҙөмтәләрҙе бирә:

  • Белемде сифатлы үҙләштереүҙе тәьмин итешә;

  • Интеллект ҡеүәһен һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә;

  • Әүҙем шәхес тәрбиәләй.

3


© 2010-2022