Внеклассное мероприятие «Башкортостан - мой дом родной!»

"Описание материала: Внеклассное мероприятие посвещается ко дню республики Башкортостан. Каждый человек должен знать о своей родине все. Цель этого мероприяти осуществить патриотическое воспитание на примере любви к своей малой Родине, воспитание уважения кнационально -культурным традициям народов нашей многонациональной Республики, развитие исохранение их обычаев и традиций. В ходе мероприятия используются такие оборудования , как фонограмма мелодий Гимн РБ, курая , флаг и герб РБ, образцы на...
Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,

Күрешеү бит шулай башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға дуҫтар

Күңелебеҙ шундай шатлана.

Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Башҡортостан республикаһының тыуған көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисәһендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Ҡошҡа осор өсөн ҡанат, балыҡҡа йөҙөр өсөн йы ға, үләнгә үҫер өсөн тупраҡ нисек кәрәк булһа, кешегә йәшәр өсөн Тыуған ил бит шулай кәрәк!

Тыуған көнөң менән, республикам!

Ә хәҙер һүҙҙе үҙ телдәрен яратып өйрәнгән мәктәп уҡыусыларына бирәбеҙ.

1-се уҡыусы.

Башҡортостаным матур,

Башҡортостаным батыр!

Уның байрамы бөгөн

Мең йәшә Тыуған илем!

М. Хәй һүҙҙәре, Ф. Гершова музыкаһына яҙылған Минең Ватаным йы ы яңғырай.

2-се уҡыусы.

Башҡортостан-тыуған ерем,

Һинһеҙ йәшәү юҡ ерҙә.

Әсәй кеүек һин дә бит

Донъяларҙа бер генә.

3-сө уҡыусы.

Башҡортостан-минең илем

Урман-күлгә бай икән.

Аллы-гөллө сәскәләрҙә

Күбәләк гөрләй икән.

4-се уҡыусы.

Алтындарың күп ерҙә,

Балыҡтарың һәр күлдә,

Төрлө-төрлө ҡоштарың

Яҡты, аяҙ күгеңдә.

5-се уҡыусы.

Башҡортостан-Бөркөтостан

Тормош бирәһең һәр кемгә.

Көнөбөҙ тыныс үтә

Ы анып киләсәккә.

Халыҡ йыры Башҡортостан-гөлбостан башҡарыла.

6-сы уҡыусы.

Туған тел төрлө булһа ла

Уртаҡ тыуған илебеҙ.

Ҡояшлы Башҡортостанда

Бәхетле һәр беребеҙ.

7-се уҡыусы.

Башҡортостан-башҡорт иле,

Шунда беҙҙең тамырҙар.

Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа

Сал тарихтың ҡаны бар.

8-се уҡыусы.

Башҡортостан-башҡорт иле

Торна булып сыңрар ил.

Сор ҡурайҡай һыҙҙырғанды

Ғаләм өнһөҙ тыңлар гел.

9-сы уҡыусы.

Был ер миңә бик ҡәҙерле

Мин шул ерҙә йәшәйем.

Бында мин тәпәй баҫҡанмын,

Бында минең әсәйем.

10-сы уҡыусы.

Тыуған ерем-гүзәл баҡсам,

Һиндә йәшәйбеҙ йырлап.

Һиндәй юҡ бүтән, Ер шарын

Мең ҡат сыҡһаң да урап.

11-се уҡыусы.

Башҡортостан-минең йән төйәгем,

Башҡортостан-минең ырыҫым.

Башҡортостан йәмен, ҡотон һаҡлау

Һинең, минең изге бурысым!

Башҡортостан гөлө йыры башҡарыла.

5-се класс уҡыусылары башҡарыуында Башҡортостан тураһында

таҡмаҡтар яңғырай.

1.Төрлө милләт балалары

Йыйыл ғандар бер ергә.

Уйнап- көлөп, йырлап-бейеп

Күңел асайыҡ бергә.

2. Улай итергә кәрәк,

Былай итергә кәрәк.

Башҡортостан-илебеҙҙе

Сәскә итергә кәрәк .

3.Самауарым-еҙ аяҡ,

Тирә - яғы сынаяҡ.

Урыҫ, башҡорт татыу, тиеп

Күңел ас(ай)ыҡ бергәләп.

4. Оса, оса, оса, оса,

Оса ҡом бурандары.

Бар халыҡ берҙәм йәшәһә

Сәскә атыр Ер шары.

5. Өфө--беҙҙең баш ҡалабыҙ,

Мәскәү унан да ары.

Йәшәһен президентыбыҙ,

Имен торһон Ер шары.

6. Йөрәктәрҙе бәйләр хистәр

Нығыраҡ ул ҡоростан.

Дуҫлыҡ иле булып йәшәй

Илебеҙ-Башҡортостан.

7. Тыуған ерем-Башҡортостан

Һиндә минең дуҫтарым.

Белем алып, уйнап-көлөп

Үтә бала саҡтарым.

8. Гөрләп тора беҙҙең яҡтар,

Ниндәй матур кистәре.

Һеҙ ҡайҙан? - тип, һораһағыҙ,

Беҙ-Стәрле йәштәре.

Викторина һорауҙары.

1.Беҙ йәшәгән республика нисек атала?

2. Башҡортостандың баш ҡалаһы.

3. Башҡортостандың президенты кем?

4. Башҡортостандың флагында ниндәй төҫтәр бар?

5. Республика нисәнсе йылда үҙ аллы дәүләт статусы алған?

6. Башҡортостандағы иң бейек тау?

7. Башҡортостандағы иң ҙур күл?

8.Иң оҙон йылға?

9. Иң ҙур район?

10. Башҡортостан ниндәй байлығы менән бөтә донъяла дан алған?

11. Башҡортостан гимны авторы кем?

12. Башҡортостан гербы авторы кем?

13. Ниндәй башҡорт милли музыка ҡоралдары беләһегеҙ?

14. Ниндәй башҡорт милли аштары беләһегеҙ?

15.Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайҙа урынлашҡан?

16. Башҡорт халҡының милли батыры кем?

17. Башҡортостанда нисә ҡала, нисә район бар?

18. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы?

19. Мәҡәлде дауам итегеҙ: Тыуған илем- ….

20. Был юлдар ниндәй шиғырҙан?

Ай, Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым…

© 2010-2022