Тест по башкирскому языку

Раздел Другое
Класс 10 класс
Тип Тесты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Т.Ғәниева.

Уралиә тигән ил.

Борон-борон заманда һәр төрлө халыҡтар, ил-ил булып донъя көтөүҙе һанламай, бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөүҙе хуп күргән бер ваҡытта, улар араһында йыш ҡына ыҙғыш-тартыштар ҡубып торған, ти. (1). Тора-бара, ҡояш сығышынан ҡояш байышына, йә көнъяҡтан төнъяҡҡа табан сәйәхәт иткәндә, береһенән-береһе матурыраҡ урындарға юлығып хайран ҡалған сәйәхәтселәр йәндәренә яҡын ерҙәргә хужа булырға ынтыла башлаған. (2). "Был ерҙәрҙе иң тәүҙә беҙ күрҙек, - тип һөрән һалған бер сәйәхәтселәр башлығы, - тимәк, ул беҙҙеке!" (3). "Юҡ, - тип ҡаршы килгән уларға икенселәре, - был гүзәл ергә беҙ, тәүләп аяҡ баҫып, тамғабыҙҙы һуғып киттек.(4). Был ерҙәр беҙҙеке!" Икенселәргә өсөнсөләр ҡаршы килгән, өсөнсөләрҙе дүртенселәр ҡыуалаған… (5). Киткән талаш-тартыш. (6). Уҡтар юнылған, һөңгөләр осланған, һуғыш барышында ҡандар ҡойолған. (7). Үҙенә оҡшаған төйәкте берәү ҙә икенсеһенә бирергә теләмәгән. (8). Быуындарҙы быуындар алыштырған, ерҙән ҡот-йәм китә башлаған, ирҙәр башы ҡырылған. (9).

Шунан ирҙәренән, балаларынан яҙған, ҡайғынан йөҙө һарғайған ҡатын-ҡыҙҙар Тәңре алдына килеп теҙләнгән:

-Эй, аллаларҙың аллаһы, илаһи Тәңребеҙ! - тип ялбарған улар. (10). - Һинең рәхимең менән яратылған Ер талаш-тартыштан интегә, балаларыбыҙҙың, ирҙәребеҙҙең ҡаны ҡойола, һөйәктәренән уба-уба тауҙар күтәрелә. (11). Ҡөҙрәтең киң, бәхәсебеҙҙе хәл ит, Ерҙе бөтәбеҙгә лә ғәҙел итеп бүлеп бир. (12).

Бығаса, минең эш бөттө, Ер тигән һәр яҡтан да уңайлы планетаны булдырҙым, унда көн итергә кешеләр төшөрҙөм, шарттар тыуҙырҙым, тип күктә тыныс ҡына йәшәп ятҡан Тәңре уйға ҡалған. Бер көн уйлаған ул, ике көн, өс көн…Тик шунан һуң ғына халыҡтарға, ҡоралдарын ҡуйып тороп, уның әмерен тыңларға бойорған.

-Бөгөндән, - тип һүҙ башлаған Тәңре, - Ерҙе бөтәгеҙгә лә тәғәйенләп бүлеп сығам. Тик үпкәләштән булмаһын. Ғәҙел булһын өсөн һәр ырыу башлығы йәрәбә тартһын. Һәр кем үҙ бәхетенә төшкән ер менән риза булырға тейеш. Йәнә шуны ла киҫәтәйем: үҙ төйәгегеҙ өсөн бынан кире үҙегеҙ яуаплы булаһығыҙ. Ырыуығыҙға уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау бурысы йөкмәтәм. Ризаһығыҙмы?

-Ризабыҙ, ризабыҙ! Ант итәбеҙ! - тиешкән яуҙарҙан йонсоған кешеләр.

Тәңре һәр ырыуҙың тамға таяғын алған да бейектән, үҙе йәшәгән күк тәхетенән, уларҙы берәм-берәм ергә ырғытҡан. Тамға таяҡ осоп бара-бара ла ергә ҡаҙала, ти. Ана шул рәүешле, берәүҙәргә - диңгеҙ буйы, икенселәргә - йәй булмай торған һалҡынлыҡ иле, өсөнсөләргә - гел ҡояш йылмайған сүлдәр, дүртенселәргә - тау-таш аралары һәм башҡа, һәм башҡа ерҙәр эләккән.

-Ә һеҙгә, - тигән Тәңре баштарына төлкө бүрек кейгән бөркөт ҡарашлы бер төркөм һыбай кешеләргә, - һеҙгә яҙғаны - Уралиә тигән ил. Урал тауҙары тирәһе бынан кире һеҙҙең йәшәү-тороу урынығыҙ булыр!

Башына төлкө бүрек кейгән бөркөт ҡарашлы кешеләр Тәңре күрһәткән ергә боролоп ҡараған да таң ҡалған. Матурлыҡтың бындайы ла була икән! Йөҙәрләгән төр ағастарҙан хасил булған ҡуйы-ҡуйы урмандар, ундағы йөҙәрләгән төр хайуан-йәнлектәр, ялан-болондар өҫтөндә аңҡыған бал еҫе, күп төрлө сәскәләр, күк ҡылғанлы далалар, гүзәл күлдәр һәм һанап бөткөһөҙ бүтән гүзәллектәре булған был ил быларҙы ғашиҡ иткән. Тик шуныһы ғына кәйефен ҡырған уларҙың: Уралиә илендә йылғалар ғына күренмәй, ти.

-Уралиә, Уралиә, Уралиә…-тип йыр һуҙған йырсылар.

-Уралиә, Уралиә, Уралиә…-тип шиғыр сығарған шағирҙар.

-Уралиә, Уралиә, Уралиә…-тип һайраған ҡоштар.

Уралиә иленә һоҡланмаған халыҡ булмаған. Уны үҙенеке итергә теләүселәр бөркөт ҡарашлы һыбайлы кешеләргә көнләшеп ҡараған һәм күптәре күңеленә хаслыҡ төйнәгән.

Шул саҡ һөйәктәрҙән өйөлгән тау теҙмәләренең көньяғынан бер шишмә атылып сыҡҡан. Башта ул ҡалҡыулыҡтар буйлап юлланған. Тауҙарҙы үткәс, төньяҡҡараҡ ыңғайлап, шул көйө аға биргән дә көньяҡ-көнсығышҡа, һуңынан төньяҡ-көнбайышҡа табан тәгәрәгән. Уның һылыулығы тураһында хәбәрҙе ҡоштар бөтә тирә-яҡҡа таратҡан һәм ҡайһы бер дыуамал егеттәр, уны күрәм тип, һыбай елдергән.

-Ап-аҡ, күрегеҙ әле, ҡалай ап-аҡ йылға! - тип һөрәнләгән егеттәрҙең береһе.

-Аҡйылға, ҡалай гүзәлһең һин! - тип һоҡланған икенсеһе.

Аҡйылғаны күререгә тип килгән егеттәр Нөгөш, Еҙем, Сөн, Бөрө, Танып, Ашҡаҙар, Инйәр, Ҡариҙел, Стәрле, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Базы, Әй, Йүрүҙән исемле булған. Аҡйылға ярына баҫып, арттарына әйләнеп ҡараһалар, егеттәрҙең килгән юлдары эреле-ваҡлы йылғалар булып ағып ята, ти.

-Былай булғас, төйәгебеҙгә бәрәкәт ҡуныр, - тип юраған аҡһаҡалдар. Ошо көндән бында йәшәүселәр балыҡ тотоу, йәнлек аулау, мал үрсетеү эшенә тотонған. Урман солоҡтарынан бал йыйған. Ҡурай тигән үләнде ҡырҡып, көй көйләгән.

Бәхетле ил икән Уралиә, тиһегеҙме? Бәхет ул һәр саҡ бәхетһеҙлек менән бергә йөрөй. Үҙҙәренә эләкмәгән был төйәккә дәғүә итеүселәр бер ваҡытта ла кәмемәгән. Ә инде Уралиәнең тәңрегә ант иткән халҡы, шул антына тоғролоҡ һаҡлап, ил-төйәкте яҡлап яуға сыҡҡан. Бындай яуҙарҙа ғәскәр башына иң батыр уландар ҡуйылған. Уларҙың күбеһенең исеме хәҙер онотолған. Ҡайһы берҙәренең даны йырға күскән. Ә ҡайһы берҙәренең исемен кешеләр ҡолаҡтан ҡолаҡҡа, быуындан быуынға аманат итеп тапшыра килгән.

Ул ил әле лә картала бармы, тип эҙләһәгеҙ, ҡайһы бер һыҙаттарынан уны танып та ҡуйырһығыҙ. Тик ул әле сиргә һабышҡан. Уны яҡлар батыр уландар тыумай тормаҫ, әлбиттә. Уралиәне сихырлаған яуыҙ көстөң төйәген улар табыр. Тәңре ундай ҡөҙрәтте халҡына һәм еренә мөхәббәт һаҡлағандарға ғына бирә, ти.

Тестар. Синтаксис һәм пунктуация.

А варианты. Дөрөҫ яуап берәү.

1. Тик шуныһы ғына кәйефен ҡырған уларҙың: Уралиә илендә йылғалар ғына күренмәй, ти.

Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ.

1. Эйә һөйләм

3. Аныҡлаусы һөйләм

2. Хәбәр эйәрсән һөйләм

4. Тултырыусы һөйләм

2. Ҡурай тигән үләнде ҡырҡып, көй көйләгән.

Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

1. Билдәле эйәле һөйләм

3. Эйәһеҙ һөйләм

2. Билдәһеҙ эйәле һөйләм

4. Атама һөйләм

3. Йөҙәрләгән төр ағастарҙан хасил булған ҡуйы-ҡуйы урмандар, ундағы йөҙәрләгән төр хайуан-йәнлектәр, ялан-болондар өҫтөндә аңҡыған бал еҫе, күп төрлө сәскәләр, күк ҡылғанлы далалар, гүзәл күлдәр һәм һанап бөткөһөҙ бүтән гүзәллектәре булған был ил быларҙы ғашиҡ иткән.

Тиң киҫәктәр төрөн күрһәтегеҙ.

1. Тиң эйәләр

3. Тиң аныҡлаусылар

2. Тиң тултырыусылар

4. Тиң хәбәрҙәр

4. Урман солоҡтарынан бал йыйған.

Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

1. Йыйнаҡ һөйләм

3. Кәм һөйләм

2. Тарҡау һөйләм

4.

5. Тауҙарҙы үткәс, төньяҡҡараҡ ыңғайлап, шул көйө аға биргән дә көньяҡ-көнсығышҡа, һуңынан төньяҡ-көнбайышҡа табан тәгәрәгән.

Бирелгән һөйләмдә ниндәй эйәрсән киҫәк айырымланған?

1. Айырымланмаған тултырыусы

3. Айырымланған ваҡыт хәле

2. Айырымланған аныҡлаусы

4. Айырымланған сәбәп хәле

6. Ҡөҙрәтең киң, бәхәсебеҙҙе хәл ит, Ерҙе бөтәбеҙгә лә ғәҙел итеп бүлеп бир.

Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

1. Билдәле эйәле һөйләм

3. Эйәһеҙ һөйләм

2. Билдәһеҙ эйәле һөйләм

4. Атама һөйләм

7. Ҡушма һөйләмде күрһәтегеҙ.

  1. Ғәҙел булһын өсөн һәр ырыу башлығы йәрәбә тартһын.

  2. Башына төлкө бүрек кейгән бөркөт ҡарашлы кешеләр Тәңре күрһәткән ергә боролоп ҡараған да таң ҡалған.

  3. Тик шуныһы ғына кәйефен ҡырған уларҙың: Уралиә илендә йылғалар ғына күренмәй, ти.

  4. Бер көн уйлаған ул, ике көн, өс көн…

8. Уҡтар юнылған, һөңгөләр осланған, һуғыш барышында ҡандар ҡойолған.

Был һөйләмдә ни өсөн өтөр ҡуйылған?

1. Айырымланған хәл әйтемдәре

3. Тиң хәбәрҙәр

2. Өҫтәлмәлек

4.

9. Уралиә иленә һоҡланмаған халыҡ булмаған.

Аҫтына һыҙылған һүҙ һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

1. Эйә

3. Аныҡлаусы

2. Хәбәр

4. Тултырыусы

10. Күк ҡылғанлы далалар, гүзәл күлдәр һәм һанап бөткөһөҙ бүтән гүзәллектәре булған был ил быларҙы ғашиҡ иткән.

1. Ярашыу

3. Йәнәшәлек

2. Башҡарылыу

4. Һөйкәлеү

В варианты. Яуаптарҙы яҙып эшләү.

В1 - 134-се биремдәргә яуапты яҙып эшләгеҙ.

В1. 2-се һөйләмдең эйәһен табып яҙып ҡуйығыҙ.

В 1

В 2. 2,4-се һөйләмдәрҙең хәбәрен табып яҙып ҡуйығыҙ.

В 2

В 3. 1-се һөйләмдә ҡубып һүҙе ҡылымдың ниндәй төркөмсәһенә ҡарай?

В 3

В 4. 11-се һөйләмдә яратылған һүҙе ҡылымдың ниндәй йүнәлешенә ҡарай?

В 4

В 5 - В 6-сы биремдәрҙең яуаптарын цифрҙар менән яҙығыҙ.

В 5. Ҡайһы һөйләмдәр ҡушма һөйләм?

В 5

В 6. Ҡайһылары теҙмә ҡушма һөйләм?

В 6

С варианты

Тексты уҡығыҙ. Йөкмәткеһен аңлап, шул текст буйынса инша яҙығыҙ.

Тыуған илем - Башҡортостан

Башҡортостан һинең гүзәллеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?

Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән?

Башҡортостан - алһыу таң иле,

Гөл-баҡсалар иле, дан иле.

З.Күлбәков.

Тыуған ер, тыуған Башҡортостан! Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин. Бәпкә үләнле урамдарың да, ҡышҡы ыжғыр бурандарың да, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың да - бөтәһе, бөтәһе лә күҙ алдымда, һәммәһе лә йөрәк түрендә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тәү тапҡыр һиндә тойҙом мин. Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең тыуған ер.

Башҡортостан! Күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған бәрәкәтле баҫыуҙар, хәтфә болонлоҡтар, күкһел тауҙар иле. Сырҡыраған өйөр-өйөр йылҡылары, майлап ҡуйған ҡайыштай йыландары, тарбаҡ мөгөҙ һомғол боландары, яҫы табан айыуҙары, шифалы үләндәренең ут йәшеллеге, сәскәләр йәйғоро күңелгә әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек бирә, тыуған ергә тәрән һөйөү, йәшәүгә дәрт, илһам уята. Тирә-йүндең йәнде арбағыс хозурлығы, ғаләмдең үҙе менән серләшеп, күңелдәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөнөс тыуҙыра, яҡты тойғоларҙан балҡыған күңелем талпынып күктәргә ашҡына.

Зәңгәр күлдәрендә көмөштәй саф һыуҙарыңды сәсрәтеп ҡағынған ҡоштарың, шыбыр-шыбыр серләшкән ағастарың, көр күңелле халҡың, донъя рәхәтлегенең ҡәҙерен белеп, тыуған ер йәменә һоҡлана-һоҡлана гөрләшеп йәшәйҙәр.

Тәбиғәте менән дә, тарихы менән дә дан тота Башҡортостан.

Эйе, уның тарихы - үҙе бер данлы, фәһемле, ҡанлы йылъяҙма. Күпме фажиғәле, шомло быуаттарҙы башыңдан кисергәнһең, иҫәпһеҙ күп яфаларға дусар ителгәнһең, аһ-зарлы халҡым. Һинең үткәнеңдә һәр бер ташың, һәр бер ҡаяң тере шаһит.

Уралҡайым, һинең һәр ташыңа

Ҡанлы-данлы тарих яҙылған.

Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә

Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған!.. -

ти үҙенең шиғырында Рәми Ғарипов. Ләкин, халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә:

Баш эймәгән ғорур халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән.

Иреккә ынтылыусы ҡаһарман халҡым яңынан баш ҡалҡытҡан, тамыр йәйгән, мәңге йәшел Тормош ағасын һулытмаған, тыуған ерен ҡәҙерләгән. Ә тыуған ер төшөнсәһе туған телдән айырылғыһыҙ.

Тыуған телем! Әсәм теле! Ниндәй ҙур көскә эйә ул кешенең туған теле! Әгәр үҙ телемде белмәһәм, тыуған еремдән ситтә йәшәһәм, мин үҙемде бәхетле тип әйтә алмаҫ инем.

Тыуған ерем! Йөрәгемдең түрен һин яуланың, һин мине йылытаһың, тәүәккәллек өҫтәйһең, иң ауыр һынауҙарҙы еңеп сығарға өйрәтәһең.

Бына күңелдәрҙе тағы иләҫләндереп, уй-зиһендәрҙе ҡабат ҡуҙғатып, ерем, тәбиғәтемде яңынан үҙгәртеп йәй килде. Тыуған еремдә йәй һулышы аңҡый.

Ләкин батырҙарға йәшәргә көс, дәрт биргән Урадың шифалы, хуш еҫле һауаһы хәҙер кешеләргә дарман бирә аламы икән? Боронғо Урал итәгендә ҡоролған аҡ тирмәләрҙе - завод-фабрикалар, күңелдәрҙе иретерлек моңло ҡурай тауышын ағыулы газ таратыусы машиналар алмаштырған түгелме? Башҡорттоң данлап йырлаған матур тәбиғәтле Уралы, гүзәл Ағиҙеле, ҡалын урмандары ҡороу юлында.

Һине алда нимә көтә, ерем? Ә сал быуаттар аша беҙгә мираҫ булып килеп еткән Урал: "Барыһы ла үҙ ҡулығыҙда", - тип, ауыр көрһөнөп ҡуйғандай. Эйе, барыһы ла үҙебеҙҙән тора.

Бөгөнгө көнөбөҙ ҡатмарлы булһа ла, Башҡортостандың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған яғым күкрәп сәскә атыр, тип ышанам, сөнки ил яҙмышын үҙ ҡулына алырҙай ышаныслы быуын үҫеп килә.

Тест яуаптары.

А варианты. Дөрөҫ яуап берәү.

1 1

3. 1

5. 3

7. 3

9. 3

2. 2

4. 2

6. 1

8. 3

10. 3

В варианты. Яуабын яҙып эшләү.

Бирем номеры

Яуап

В 1.

В 2.

В 3.

В 4.

В 5.

В 6.

Халыҡтар

Күрҙек, ҡаршы, килгән, ҡыуалаған

Хәл ҡылым

Төшөм йүнәлеше

1, 2, 8, 10, 11

8, 11



© 2010-2022