Рабочая программа по башкирскому языку 8 класс

Раздел Другое
Класс 8 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.

  4. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Предметтың уҡыу планындағы урыны.

Башҡорт теле предметы 8 класта база кимәлендә өйрәнелә. Уҡыу планында предметҡа аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән, йылына 70 сәғәт тура килә.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  1. башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  2. ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);

  3. тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  4. дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  5. бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;

  6. һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  7. тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Контроль эштәрҙе триместрҙың беренсе көнөндә, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 -се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Яҙма эштәрҙең төрҙәре


8 кл

1

Күсереп яҙыу

-

2

Һорауҙарға яуап

-

3

Диктант

5

4

Изложение

2

5

Инша

2

Яҙма эш төрҙәре яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  • "Мәктәп" темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  • Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  • Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  • 80 - 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

  • Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү. 8 - се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  • Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.


Уҡыу-тематик план


Разделдар темаһы

Сәғәт һаны

1

Мәктәпкә барабыҙ

8 сәғәт

2

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр

10 сәғәт

3

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы

8 сәғәт

4

Хеҙмәт төбө - хөрмәт

8 сәғәт

5

Ҡыш дауам итә

8 сәғәт

6

Салауат Юлаев - халҡыбыҙҙың милли батыры

6 сәғәт

7

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

9 сәғәт

8

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

3 сәғәт

9

Ай Уралым, Уралым...

10 сәғәт

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

1/ Мәктәпкә барабыҙ (8 сәғәт).

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

2/Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 10 сәғәт)

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

3/Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 8 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

4/Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 8 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

5/Ҡыш дауам итә ( 8 сәғәт )

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

6/Салауат Юлаев - халҡыбыҙҙың милли батыры ( 6 сәғәт)

С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

7/Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 9 сәғәт )

Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

8/Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 3 сәғәт )

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

9/Ай Уралым, Уралым...( 10 сәғәт )

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
































Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар


  • Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  • Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  • Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

  • Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

  • Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  • Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  • Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, 2004.

  • Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. - Өфө, 1997.

  • Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. - Өфө, Китап, 2006.

  • Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, Китап, 2006.

  • Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. - Өфө, Китап, 1997.

  • Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. - Өфө, Китап, 1999.

  • Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  • Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • компьютер;

  • принтер;

  • DVD-проигрыватель,

  • Аудио-видеомагнитофон.







Тематическое планирование по башкирскому языку

обучающихся 8 класса на 2015 /2016 учебный год

«Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

  • Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙен 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. - Өфө: Китап, 2008.

Дәрестен темаһы

С.һ.

План. д.

Факт. д.

Иҫкәрмә

1

Мәктәпкә барабыҙ.

1

02.09..

2

Көҙ күренештәре. Ҡылымдар темаһын ҡабатлау.

1

03.09..

3

Мәктәптә. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары.

1

09.09..

4

Инеү диктанты Б.Бикбай. Туған тел. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

10.09..

5

Р.Ниғмәтуллин. Тырышлыҡ. Кешегә хас сифаттар.

1

16.09..

6

Сөнки мин - кеше.

1

17.09..

7

Б.Рафиҡов. Илем, Башҡортостаным! Ҡушма һүҙҙәр.

1

22.09..

8

Зирәк ҡуян. Әкиәт.

1

23.09..

9

Күсмә ҡоштар. Көҙгө эштәр.

1

29.09..

10

Ф.Ғөбәйҙуллина. Көҙ. Хәбәр һөйләмдәр.

1

30.09..

11

С.Муллабаев. Көҙгө урман. Һорау һөйләмдәр.

1

06.10..

12

Көҙгө баҡса эштәре. Бойороҡ һөйләмдәр.

1

07.10..

13

Н.Иҙелбай.Һөнәрлеләр һөйкөмлө. Өндәү һөйләмдәр.

1

13.10..

14

А.Игебаев. Тәмленең дә тәмлеһе. Логик баҫым.

1

14.10..

15

Фразеологик берәмектәр. Көҙгө уңыш.

1

20.10..

16

Р.Игнатьев. Башҡорт халыҡ йырҙары.

1

21.10..

17

Контроль диктант. Ысын дуҫлыҡ.

1

27.10..

18

Хаталар өҫтөндә эш. Хәйерле юл, дуҫҡай!

1

28.10..

19

Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ.

1

10.11..

20

Аттарҙа сабып ҡына.

1

11.11..

21

Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Башҡорт лимоны.

1

17.11..

22

Р.Абдулатипов.Өфө тарихы. Барлыҡ төшөнсәһе.

1

18.11..

23

Мин театрға барҙым!

1

24.11..

24

Д.Әхиәрова. Орджоникидзе районы.

1

25.11..

25

Өфө ҡалаһы исеменең этимологияһы.

1

01.12..

26

Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфө. Инша.

1

02.12..

27

Хеҙмәт төбө - хөрмәт. Ябай һөйләм төрҙәре.

1

08.12..

28

Башҡорттар әрме хеҙмәтендә. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

1

09.12..

29

А.Насиров. Көслө сабаҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

15.12..

30

Н.Бадридзе. Зарядкаға баҫ. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы.

1

16.12..

31

Геологтар көнө. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәһе.

1

22.12..

32

Контроль диктант. Балет.

1

23.12..

33

Хаталар өҫтөндә эш. Алданған бүре.

1

28.12..

34

Ә.Атнабаев. Ҡара икмәк.

1

29.12..

35

С.Хажиев. Ноябрь. Эйә менән хәбәр.

1

19.01..

36

Ҡышҡы байрамдар. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1

20.01..

37

Н.Нәжми. Ҡыш.

1

26.01..

38

С.Әлибай. Ҡышҡы урман. Тел - аралашыу сараһы.

1

27.01..

39

Буран.

1

02.02..

40

Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы.

1

03.02..

41

Бураны ла, тамсыһы ла булыр.

1

09.02..

42

Ҡыш.Инша

1

10.02..

43

Салауат Юлаев - халҡыбыҙҙың милли батыры. Риүәйәт.

1

16.02..

44

Салауаттың туғандары. Аныҡлаусы.

1

17.02..

45

Палдискиҙа Салауат музейы.

1

24.02..

46

Б.Вәлид. Салауат маршы.

1

25.02..

47

А.Кузнецов. "Салауаттан һорау алыу" картинаһы.

1

01.03..

48

Салауат һәйкәле.

1

02.03..

49

Г.Яҡупова. Өмөтлө яҙ.

1

09.03..

50

8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Конференция.

1

10.03..

51

К.Кинйәбулатова. Йырлай-йырлай еңеү яуланыҡ. Тултырыусы.

1

16.03..

52

Контроль диктант. Ҡош юлы.

1

17.03..

53

Хаталар өҫтөндә эш. Минең дуҫым.

1

23.03..

54

Минең дуҫым.

1

24.03..

55

Тәүге космонавт.

1

05.04..

56

Р.Ниғмәти. Ватан.

1

06.04..

57

Яҙғы эштәр.

1

12.04..

58

С.Әлибай. Сәскәле ай. Һалдат тора киләсәкте тотоп.

1

13.04..

59

Ладога - "Йәшәү юлы". Хәл.

1

19.04..

60

М.Харис. Хат. Үлемһеҙ батырлыҡ.

1

20.04..

61

Тыуған ерем биҙәктәре. Урманды һаҡлайыҡ!

1

26.04..

62

В.Исхаков. Талпан!

1

27.04..

63

Н.Нәжми. Башҡортостан.

1

03.05..

64

Йәй.

1

04.05..

65

Р.Ниғмәтуллин. Башҡортостан.

1

10.05..

66

Контроль диктант. Ай Уралым, Уралым.

1

11.05..

67

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Бикбаев. Уралыма.

1

17.05..

68

Йәшел алтын. Ябай һөйләмде синтаксик тикшереү.

1

18.05..

69

Башҡорт илкәйенең бер ҡото.

1

24.05..

70

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

1

25.05..










© 2010-2022