Тема”Ҡурай” Башҡорт халыҡ йыры * (4 кл.)

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Тема:"Ҡурай"Башҡорт халыҡ йыры

Маҡсат:Ҡурай тураһында белемдәрҙе нығытыу,йырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.Телмәр,хәтер,фекер йөртөүҙе үҫтереү.Башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:ҡурай,ҡурайсыларҙың портреттары,күргәҙмә,проектор.

1 Ойоштороу мәле.

2 Артикуляцион күнегеү

Халҡымдың моң шишмәһе,

Йор тауышлы ҡурайым.

Тауышыңды ишетһәм,

Яҡтыралыр сырайым.

Өлгөлө уҡыу,үҙ аллы уҡыу,хор менән уҡыу,айырым уҡыусыларҙың уҡыуы.

3 Өй эшен аҙаҡ тикшерелә.(Ҡурай һүрәте)

Йомаҡ сисеп дәрестең темаһын асыҡлау.

Теле юҡ уның,көйләй

Ҡош теле менән һөйләй.

Тыңлаусы берсә илай,

Берсә ҡушылып йырлай,

Ул нимә? (Ҡурай)

4 Яңы тема:

Ҡурай күрһәтеү.

Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.

-уҡыусылар башҡорт халыҡ йырҙарына ниндәй йырҙар инә?

-Ни өсөн уларҙы «халыҡ йырҙары тип әйтәләр?

Һүҙлек менән эш:

бер талай-немного

таҡыя-тюбетейка

«Ҡурай»башҡорт халыҡ йыры өҫтөндә эшләү.

Йырҙы өлгөлө итеп уҡыу.Уҡыусылар үҙ аллы уҡыйҙар.Бергәләп хор менән уҡыу.Айырым уҡыусылар уҡыйҙар.

Һорауҙарға яуаптар

1Ҡурайҡайың еңел,көйө ауыр тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Көйҙөң ауыр булыуы бында нимәгә ишаралай?(Ҡурай моңо тыңлау)

2 Һуңғы ике юлға иғтибар итегеҙ; ҡурай моңо, ысынлап та,ҡайғы-хәсрәтте бөтөрәме икән ни?

(Башҡорт халыҡ йырын тыңлау)

Әңгәмә ҡороу

-Ҡурай ҡайҙа үҫә?

-Һеҙҙең үҫеп ултырган ҡурай күргәнегеҙ бармы?(Фото һүрәттәр курһәтеү)

-Уны ни өсөн таҡыя башлы тиҙәр?

-Ҡурайҙы һеҙ тағыла ҡайҙарҙа күргәнегеҙ бар?

Ҡураҙа уйнауы бик ауыр.Тын юллары таҙа булған кешеләр генә уйнай ала.

-Уҡыусылар һеҙ күренекле ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (проекторҙа күрһәтеү)

Йомабай Иҫәнбаев

Слауат Юлаев

Азат Айытҡолов

Юлай Ғәйнетдинов

Ишмулла Дилмөхәмәтов

Роберт Юлдашев

Ишморат Илбәков

-Беҙҙең ҡалабыҙҙың билдәле ҡурайсыһы кем?

-Эйе,Тәлғәт Нуриев.

Мәҡәлдәр уҡыу.

Ҡурай халыҡ күңелен юрай.

Ҡурай тартһаң,көй булыр,бүрәнә тартһаң,өй булыр.

Ҡурайы юҡтың өнө юҡ,өнө юҡтың көнө юҡ.

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу.

5 Йомғаҡлау.

Бөгөн ниндәй тема үттек?Ҡурай ҡайҙарҙа үҫә?Күренекле ҡурайсыларҙан кемдәрҙе белдегеҙ?Беҙҙең ҡалабыҙҙың күренекле ҡурайсыһы кем?

6 Өй эше:201-се бит,шиғырҙы тасуири уҡырға.

7 Баһалау.










© 2010-2022