Конспект урка по башкирскому языку на тему: Кыш. Кылым

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Зима. Глагол.

Ҡыш. Ҡылым.


Маҡсаттар: 1.Белем биреү маҡсаты:Уҡыусыларҙы ҡылым менән таныштырыу; ҡылым тураһында төшөнсә биреү;

2. Үҫтереүсе:Уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

3. Тәрбиәүи: тәбиғәткә иғтибарлы булыу, ҡышын ҡоштарға һәм хайуандарға ярҙам итергә теләк уятыу.

Йыһазландырыу : интерактив такта, карточка, ҡоштар һүрәттәре, дәреслек.

Дәрес барышы:

1) Ойоштороу мәле:

-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусылар.

- Әйҙәгеҙ, дәрестең темаһын бергә асыҡлайыҡ.

СЛАЙД 1,2

- Бирелгән һүҙҙәрҙе башҡортсаға тәржемә итеп шаҡмаҡтар эсенә яуап яҙығыҙ.

1. Снег

2. Зима

3. Холод

4. Ель

5. Время года

Ҡ

А

Р


Ҡ

Ы

Ш


Һ

А

Л

Ҡ

Ы

Н

Ш

Ы

Р

Ш

Ы


М

И

Ҙ

Г

Е

Л


  • Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә "Ҡыш. Ҡылым." тигән темаға һөйләшәбеҙ.

2) СЛАЙД 3, 4

Класта эш.

Ҡыш. Ҡылым.

3) СЛАЙД 5

Беләм. Белдем. Ниңә?

-Бөгөн беҙ дәрестә ошо һорауҙарға яуаптар эҙләйбеҙ.

4) СЛАЙД 6

Теманы аңлатыу:

  • Нимә ул ҡылым?

Ҡыш Ҡыш етте

Ҡар Аҡ ҡар яуа

Саңғы Балалар саңғы шыуа

Тәбиғәт Ҡышҡы тәбиғәт тәрән йоҡоға талған

-Был ике текст ни яҡтары менән айырыла?

-Ҡайһы текст һеҙгә нығыраҡ оҡшай, ни өсөн?

Тимәк, нимә ул - ҡылым? Ниндәй һорауға яуап бирә? Ул һөйләмдә ни өсөн кәрәк?

Ҡылым - ул һүҙ төркөмө, Предметтың эшен, хәрәкәтен белдерә.

(Глагол - самая главная, емкая часть речи. Он является основным строителем предложения).

Дәреслектәге теоретик материал менән танышыу.

5) СЛАЙД 7

Картина буйынса әңгәмә:

- Ҡыш көнө тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә сыҡҡанығыҙ бармы?

- Нимәгә һеҙ иғтибар иттегеҙ?

- әйҙәгеҙ,беҙ ҙә ҡышҡы урманға сәйәхәткә барып киләйек.

- ошо картинаға ниндәй ҡылымдар миҫалға килтерә алаһығыҙ.

(тәбиғәт йоҡлай, ағастарҙы бәҫ ҡаплаған, урман тып-тын ҡалған, юлдарҙы көрт баҫҡан, ҡар яуған, ҡыш еткән)

  • Афарин, ҡыш миҙгеле менән бәйле бына күпме һүҙҙәр беләһегеҙ.

  • Һеҙгә ҡышҡы урман оҡшаймы?

6). СЛАЙД 8,9

Схема тултырыу

-Ә хәҙер проектор ярҙамында схемалар тултырайыҡ.

-Ҡышты беҙ ниндәй эш-хәрәкәтенә ҡарап беләбеҙ?

Һалҡынайыу - становиться холодно

Туңдырыу - морозить

Өшөү - мерзнуть

Ҡар яуа - снег идет

Буранлау - вьюжить (вьюга)

Бәҫ ҡаплай - покрывается инеем

  • Тимәк, беҙ ҡыш темаһына ҡылымдар таптыҡ.

  • Ниндәй һорауҙарға яуап бирҙеләр инде?

-Афарин!!!

7) Слайд 10

Һеҙ йыл эсендә дүрт миҙгел булыуын беләһегеҙ,ә ҡыш миҙгеленә ниндәй айҙар инә?

Ҡыш айҙары нисәү?

Декабрь

Ғинуар

Февраль.

  • Ҡыш көнө ҡоштар,хайуандар нисек йәшәйҙәр икән.

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа текстар ята.

8) Слайд 11

Дидактик карточкалар менән эш:


Ҡоштарға ярҙам

Уҡытыусы балаларға ҡоштар өсөн тағараҡтар яһарға ҡушҡайны. Был Максим менән Тимурға бик оҡшаны. Максим тиҙ генә тағараҡ эшләне лә шыршыға элеп ҡуйҙы. Улар унда ҡоштар өсөн бойҙай, ярма, икмәк валсыҡтары, ҡоро миләш һалдылар. Тағараҡ бик һәйбәт булды. Ҡоштар уны яратты. Гел шунда килеп ашанылар. Шулай итеп, Максим менән Тимур ҡоштарға ярҙам итте.

-Уҡытыусы уҡый.

-Уҡыусы уҡый

Слайд 12

Һүҙлек эше:

Тағараҡ-кормушка

Ярҙам-помощь

Бик оҡшаны-очень понравилось

Элеп ҡуйҙы-повесил

Бойҙай-пшеница

Ярма-зерно

Ҡоро миләш-сухая рябина

Ярҙам итте-помог

Икмәк валсығы - крошки хлеба

Тағараҡ - кормушка

Оҡшаны - понравилось

Элеп ҡуйҙы - повесил

Һалдылар - положили

Яратты - полюбили

(Уҡыусылар сылбыр буйлап уҡып тәржемә итәләр).

9) Яҙма эш:

- Текстан биш ҡылым яҙып алығыҙ.

10) Слайд 13-22

Әңгәмә:

Беҙҙең яҡта ҡыш көнө ниндәй ҡоштар ҡала?

-Тумыртҡа-дятел

-Һайыҫҡан-сорока

-Турғай-воробей

-ҡыҙылтүш-снегирь

-һыбыҙғы-свиристель

-Һеҙ ҡоштарға нисек ярҙам итәһегеҙ?

-Улар ҡыш көнө нимә эшләйҙәр?

-Әйҙәгеҙ әле ҡарайыҡ, ниндәй тағараҡтар була

-Афарин!!!!!

Ҡышлаусы ҡоштарҙы иҫтә ҡалдырҙыҡмы?

11). Слайд 23

Физкультминутка

Ҡулдарҙы күтәрҙек,

Аҫҡа төшөрҙөк.

Ҡулдарҙы йәйҙек,

"Ҡайсы" эшләнек.

Яҡшы тын алдыҡ,

Парта артына ултырҙыҡ

12). Слайд 24

Ҡыш көнө ҡоштарҙың,хайуандарҙың нисек йәшәүен,туҡланыуын беләбеҙ, шулай уҡ тәбиғәттең матурлығын, һауаның сафлығын белдек. Һеҙ ниндәй ҡышҡы байрамдарҙы беләһегеҙ

Яңы йыл

Ватанды һаҡлаусылар көнө

Ғашиктар көнө

Раштыуа

13). Слайд 25

4-се стрелканы тултырыу өсөн ҡыш айҙарындағы байрамдар иҫкә төшөрөп китәйек.

-Яңы йыл - Новый год

-Ватанды һаҡлаусылар көнө - День защитника Отечества

-Раштыуа - Рождество

-Валентин көнө - День святого Валентина.

Шулай итеп, беҙҙең схемабыҙ тулды.

13) Слайд 26

Йомғаҡлау:

БЕЛӘМ. БЕЛДЕМ. НИҢӘ?

Ҡылымдар тураһында нимә белә инегеҙ? (Ҡылым -һүҙ төркөмө).

Ҡылымдар нимә белдерә?

-Бына беҙҙең уҡтар тулды. (уҡыусылар уҡый)

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарға һеҙ нисек ярҙам итәһегеҙ?

Уларҙы беҙ нисек һаҡларға тейешбеҙ?

Ниңә беҙ ҡышлаусы ҡоштар, ҡыш, ҡылым темаһына әңгәмә алып барҙыҡ?


14. Йомаҡ ҡойоу.

Ап - аҡ юрған таптым,

Ер өҫтөнә яптым. ( Кыш)

Аҡ бабай, аҡ бабай

Аҡ туныңды ҡаҡ ,бабай (кыш)



Шәкәр тиһәң, шәкәр түгел,

Һөт тә түгел, үҙе аҡ,

Мамыҡ тиһәң, мамыҡ түгел,

Йә, был нимә? Уйлап тап! (ҡар)

Үкерә лә ҡотора,

Бөтә ерҙе тултыра. (буран)

Ишектән керә, түргә уҙа,

Ҡулһыҙ - һүрәт төшөрә,

Тешһеҙ - тешләй. (һыуыҡ)

14) Өйгә эш.

-Ҡыш тураһында ҡыҫҡа хикәйә төҙөгөҙ.

15). Баһалау.

© 2010-2022