Конспект урока Изучение произведения М. Карима Кыш бабай бэлэкэй сакта

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа имени народного поэта

Башкортостана А.К.Атнабаева с. Старый Курдым

муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан



Тема:

Мостай Кәримдең "Ҡыш бабай бәләкәй

саҡта" хикәйәһен өйрәнеү.






Уҡытыусы: Шамсиева В.М.

Тема: Мостай Кәримдең "Ҡыш бабай бәләкәй саҡта" хикәйәһен

өйрәнеү.

Маҡсат: - Мостай Кәрим ижады менән танышыуҙы дауам итеү,

  • "Ҡыш бабай бәләкәй саҡта" хикәйәһенең йөкмәткеһе менән танышыу,

  • уҡыусыларҙа изгелек, шәфҡәтлелек хистәре тәрбиәләү.

Йыһазлау: интерактив таҡта, компьютер, З.Биишева "Әҫәрҙәр" 4 том.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты. Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.


  1. Өйгә эште тикшереү:

1) Мостай Кәримдең "Ҡыш бабай бәләкәй саҡта" хикәйәһенең 1,2-се бүлектәренең йөкмәткеһе менән танышыу.

2) Был бүлектәрҙең төп геройы кем?

3) 5 синыфта беҙ тағын М.Кәримдең ниндәй хикәйәһендә Әлфиә менән таныштыҡ?

4)Ҡала майҙанындағы шыршы янына Яңы йыл байрамына ниндәй йәнлектәр килгән?

5) Әлфиәнең тәҙрә быялаһына Ҡыш бабай ниндәй биҙәктәр төшөрә?

6) Ошо бүлектәрҙән сығып, Әлфиәгә характеристика бирегеҙ.

(Слайд 1)

3. Яңы теманы өйрәнеү.

Уҡытыусы. Ә хәҙер хикәйәнең дауамы менән танышырбыҙ. Уҡыу барышында яҙыусының беҙгә әйтергә теләгән фекерен асыҡларға тырышығыҙ. Уҡый башлағансы һүҙлек өҫтөндә эш эшләп алайыҡ.

1) һүҙлек өҫтөндә эш:

ағуна - белая куропатка

әүәләү - лепить

ҡыҙғаныу - жалеть

иш - пара

аҫтыртын - исподтишка

яфа - трудность

ҡырау - заморозки

әңгәмә - беседа

2) 3-сө бүлекте тасуири уҡыу.

Уҡытыусы. Хикәйә оҡшанымы? Хәҙер Һорауҙарға яуап бирербеҙ.

3)Һорауҙарға яуап биреү:

  • Хикәйәләге геройҙарҙы һанап сығығыҙ әле. (Ҡыш бабай, Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай, Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ)


  • Кемдәр улар - Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ һәм Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ?

Китаптан Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай башҡарған эштәре тураһындағы өҙөктө табып уҡыу.

"… Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ минең кәүҙәмә бик аҡыллы бер баш ултыртты, үткер күҙҙәр ҡуйҙы, һиҙгер ҡолаҡтар тиште, ҙур ғына танау йәбештерҙе, ике эшлекле ҡул яһаны. Ҡыҫҡараҡ булһа ла аяҡтарым да бар ине. Торғаны менән кеше булдым.

Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай мине һәр саҡ бәләнән ҡотҡара торҙо. Һынған ҡул урынына яңыны яһанылар, китек танау урынына тағы ла яҡшыраҡ танау ҡуйҙылар. Бөтөнләй ҡолаҡһыҙ ҙа тороп ҡалманым."


  • Ә Яман малай ниҙәр эшләй?

"…Тик Яман малай ғына миңа тынғы бирмәне. Кеше күрмәгәндә , йә ҡулымды һындырып ташлай, ҡолағымды ҡуптарып ала, йә танауымды китеп төшөрә, йә кәүҙәмә таяҡ тығып китә. Ҡыҙғаныу ҙа, оят та юҡ үҙендә. Ҡарҙан яһалған булһамда, мин дә кеше бит эле. Кешене шулай ыҙаларға яраймы ни?"

  • Уҡып киткән өҙөктәрҙән сығып, беҙ ни өсөн Ҡыш бабайҙың уларға ошондай исем ҡушҡанын әйтә алабыҙ.

(төп гаройҙарға характеристика биреү, таблица тултырыу)

Ыңғай геройҙар

Уларға хас сифаттар

Кире геройҙар

Уларға хас сифаттар


Уҡытыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева апай ҙа яҡшылыҡ менән яманлыҡ тураһында шиғыр яҙған. ( Слайдтар 2- 4)

Яҡшы: әгәр кеше хеҙмәт һөйһә,

Шатлыҡ тапһа изге хеҙмәттән.

Халыҡ күңеле иркен - мәхрүм итмәҫ

Ундайҙарҙы оло хөрмәттән.

Яман: үҙен үҙе күккә сөйөп,

Ҡарсығамын, тиеп маһайған.

Иң яманы: ундай ғәриптәрҙе

Ялағайҙар һөйөп яһайҙар.

Яҡшы: хаҡлыҡ өсөн үҙ хаҡында

Онота алған ярһыу батырҙар.

Улар үлмәй - халыҡ күңеле мәңге

Һаҡлай батырҙарҙы хәтерҙә.

Яман: төшөнкөлөккә, көсһөҙлөккә,

Ялҡау, һәлкәүлеккә һабышыу.

Кәрәк саҡта "ике икең дүрт" тип,

Әйтә белмәгәнгә һалышыу.

Яҡшы: һығылып, түгелеп илар ерҙә

Тыйылып ҡала алыу сер бирмәй.

Ауыр ерҙә аумай, йәш күрһәтмәй

Ҡалыуҙа көс - ҡеүәт, кәмһенмәй.

Яман: кемуҙарҙан ҡорал эшләү,

Нейтрон бомбалары үрсетеү.

Кешеләрҙе кеше үлтерһен тип,

Ерҙе үртәһен тип үҫтереү.

Яҡшы: күктән һәр саҡ ҡояш көлһә,

Ерҙе япһа сәскә, игенлек.

Кеше күңелен мөлдөрәмә итһә,

Ергә хеҙмәт, илгә изгелек.

Яман: кеше һөймәҫ, ҡәҙер белмәҫ,

Тар күңелле ваҡ йән кешеләр.

Үрмәкселәй мәкер ауын һуҙып,

Боҫоп ята уның ишеләр.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, шиғыр юлдарынан сығып, әйтегеҙ эле, нимә ул яҡшылыҡ, нимә ул - яманлыҡ.

(Слайд 5)

Яҡшылыҡ - хеҙмәт һөйөү, илеңде һәм халҡыңды яҡлау һәм һаҡлау, ауырлыҡтарға бирешмәү, ҡояш көлөп торһа, ерҙә сәсәкәләр, игендәр үҫһә.

Яманлыҡ - маҡтаныу, үҙ - үҙеңде генә яратыу, төшөнкөлөккә, көсһөҙлөккә, ялҡау, һәлкәүлеккә һабышыу, алдашыу, һуғыш өсөн ҡоралдар эшләү, кешеләргә насарлыҡ эшләү.

Уҡытыусы. Ә хәҙер үҙегеҙ бөгөнгө уҡылған әҫәрҙән сығып, ошо яҡшылыҡ һәм яманлыҡ төшөнсәләренә тағы ниҙәр өҫтәй алаһығыҙ? (уҡыусыларҙың яуабы)

4. Йомғаҡлау. (Рефлексия)

Уҡытыусы. Был дәрестә беҙ М.Кәримдең "Ҡыш бабай бәләкәй саҡта"

тигән әҫәрен өйрәндек. Уның идея - тематик йөкмәткеһе өҫтөндә эшләнек. Ошонан сығып, яҙыусының беҙгә әйтергә теләгән төп фекерен асыҡлайыҡ.

(Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ кеүек кешеләр тормошта үҙ урындарын, юлдарын табалар, каршылыҡтарҙан ҡурыҡмайҙар, ә Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ кеүектәр бер нигә лә өлгәшә алмайҙар.)

Дөрөҫ, уҡыусылар. Һеҙ ҙә киләсәктә Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ кеүек кешеләргә һәр саҡ яҡшылыҡтар ғына эшләгеҙ, был сифаттарҙы үҙегеҙҙә тәрбиәләгеҙ.

Өйгә эш: 1. Йөкмәткене тулы итеп һөйләргә өйрәнергә.

2. Үҙегеҙгә оҡшаған урындың һүрәтен төшөрөргә.

Баһалар ҡуйыу.

© 2010-2022