Технологическая карта урока Башкирский язык

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Дата

Класс

Башҡорт теленән технологик карта

Маҡсат блогы

Тема

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр.

Маҡсат

Һөйләм тураһында алған белемде системаға килтереү, нығытыу,киңәйтеү, артабан үҫтереү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу:

  • Шәхси: үҙеңә баһа бирә белеү

  • Регулятив: дәрестең маҡсатын билдәләү, эште планлаштырыу

  • Коммуникатив: һөйләмдәрҙе төҙөү күнекмәләре, үҙ-ара бәйләнешле һөйләмдәрҙән текст төҙөү

  • Танып-белеү: һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр, һүҙбәйләнештәрҙән һөйләм төҙөү

Планлаштырған һөҙөмтәләр

Предмет: һөйләмдең һүҙбәйләнештәргә ҡарағанда тулыраҡ мәғәнәгә эйә булыуын төшөнөү

Шәхси: үҙеңде, иптәштәреңде дөрөҫ баһалай белеү
Метапредмет: төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары эшләү күнекмәһенә эйә булыу, үҙ эшмәрлегеңдә файҙаланыу;

  • Регулятив УУЭ: төҙәтмәләр индереү, үҙ фекереңде әйтергә өйрәнеү

  • Коммуникатив УУЭ: тасуири уҡыу, һөйләү күнекмәһен үҫтереү

  • Танып-белеү УУЭ: һөйләмдәр ярҙамында уйыбыҙҙы, тойғоларыбыҙҙы белдереүҙе төшөнөү.

Инструменталь блок

Дәрестең маҡсаттары

Белем биреү: һөйләмде һүҙбәйләнештәрҙән айыра белеү

Үҫтереүсе: ижади һәләттәрҙе, логик фекерләүҙе үҫтереү

Тәрбиәүи: хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү

Дәрес тибы

Яңы материалды өйрәнеү дәресе

Уҡыу-уҡытыу методик комплексы

Дәреслек, таблица, компьютер, мультимедиа проекторы, дидактик материал

Ойоштороу - эшмәкәрлек блогы

Төп төшөнсәләр

Һөйләм, һорау, өндәү, хәбәр.

Ойоштороу пространствоһы

Индивидуаль, парлап, фронталь

Предмет-ара бәйләнеш

Физкультура, башҡорт әҙәбиәте

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1.Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөү, һүҙбәйләнештәр менән сағыштырыу. Дәрестең маҡсатын билдәләү. Һығымта яһау.2.Үтелгәнде нығытыуға күнегеүҙәр. а)32-се күнегеү. Һөйләмдең сиктәрен билдәләп, интонацияһы буйынса тыныш билдәләрен ҡуйыу. б)33-сө күн. Һөйләмдең сиктәрен билдәләп, интонацияһы буйынса тыныш билдәләрен ҡуйыу.

Дәрес һөҙөмтәләрен диагностикалау

(дәресте йомғаҡлау)

-Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйылғайны, уға ирешә алдыҡмы?

- Нимәгә өйрәндек? Ниндәй баһалар ҡуяһығыҙ?

Өйгә эш

34-се күнегеү.



© 2010-2022