• Преподавателю
  • Другое
  • Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”

Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округаның

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Мастер класс

" Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү".




Башҡарыусы

башҡорт теле һәм әҙәбиәт

уҡытыусыһы Рәхмәтуллина

Юлиә Ғилмулла ҡыҙы

Нефтекама




Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә уҡыусыларҙың

бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

Слайд.

Телдең функциялары күп төрлө, шулай ҙа иң элек тел- кешенең аралашыу сараһы. Шуға күрә лә ул, бер яҡтан, кешенең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойоштороусы. Икенсенән, кешелектең мәҙәни һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау, һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан быуынға тапшырыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә.

Слайд.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен үҫтереү- уҡытыусының иң төп бурысы.

Кешеләрҙең телмәр эшмәкәрлегендә ҡатнаша алыу һәләте төрлөсә. Кемдер үҙе нимә әйтә белә, шуны ишетеп аңлай, ләкин ишетеп аңлағандың бөтәһен дә әйтеп бирә алмай. Икенселәре уҡығанда үҙе яҙа алғандың бөтәһен дә аңлай, ләкин уҡығанда аңлағандың яртыһын да яҙа алмаҫҡа мөмкин. Икенсе телде өйрәнеүҙең маҡсаты ла төрлөсә: кемдер үҙ-ара аралашыу өсөн өйрәнһә, икенселәре үҙенең профессиональ эшмәкәрлегендә ҡулланыу өсөн кәрәкле тип иҫәпләй.

Һөйләү, яҙыу телмәрен күнекмәһен йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы белем алыу өсөн дә кәрәк. Әгәр ҙә баланың телмәре үҫешмәһә, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Уҡыусыны уҡырға, яҙырға, һөйләргә өйрәтеүҙе иғтибар, фекерләү һәләте, телмәре әһәмиәтле урын биләй.

Слайд.

Башҡорт теле дәресендә мин телмәр үҫтереүҙе өс йүнәлештә алып барам:

1-се башҡорт әҙәби тел нормаларын үҙләштереү.

Рус мәктәбендә уҡыусы балаларҙы башҡорт әҙәби тел нормаларына өйрәтеү айырыуса әһәмиәтле, сөнки рус теленең башҡорт теленә кире йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Уҡыусылар, башҡорт һүҙен белһәләр ҙә, йыш ҡына рус һүҙен ҡулланалар. Рус һүҙҙәрен башҡортсаға дөрөҫ тәржемә итмәйҙәр, һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырмайҙар.

2-се уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу һәм әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү.

Уҡыусылар һәр дәрестә билдәле бер күләмдә яңы һүҙҙәр үҙләштерә барырға тейеш. Һүҙлек эше күп төрлө, тик дәрестә тәржемә итеү менән генә мауыҡмаҫҡа кәрәк. Яңы һүҙҙәр һүҙлек дәфтәрҙәрендә генә яҙылып ҡалмаһын өсөн уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтәм.

3-сө фекерҙе телдән һәм яҙма рәүештә бәйләнешле әйтә белергә өйрәтеү.

Слайд.

Һөйләшергә өйрәтеү процесында ниндәй проблемалар тыуырға мөмкин?

1. Уҡыусылар башҡорт телендә һөйләшергә тартыналар.

2.Тикшерелгән ситуация / проблема тураһында уҡыусыларҙың әйтер һүҙҙәре юҡ, сөнки был турала мәғлүмәтте туған телдәрендә лә әйтә алмайҙар.

3. Уҡыусылар телмәр мәсьәләһен аңламай, шуға күрә нимә эшләргә белмәй.

Слайд.

Был проблемаларҙы хәл итеүҙә мин түбәндәге саралар ҡулланам:

1. Класта бер- береңә ышаныс, түҙемлек, ярҙамсыллыҡ атмосфераһын булдырам.

2. Телмәргә әҙерлек күнегеүҙәренә етди иғтибар бирәм.

3. Дәрестә диалогты / монологты ниндәй төрөнә өйрәтеүҙе алдан уҡ билдәләп, асыҡлап ҡуйыу яҡшыраҡ.

4. Дәрес барышында барлыҡ уҡыусылар ҙа аралашыуҙа ҡатнаша алһын өсөн төркөмләп / парлап эштәр тәҡдим итәм.

Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өсөн түбәндәге эш төрҙәрен тәҡдим итергә мөмкин. Был күнегеүҙәр системаһын "еңелдән- ауырға" дидактик принцибына таянып төҙөргә тырышам.

Дәресте һәр ваҡыт артикуляцион күнегеүҙәрҙән башлайым.

Слайд

-уы -йы

-үе -йе

-уа -йү

-үә -йә

Бирелгән бүлемдәрҙе уҡыусылар ҡыйынлыҡ менән үҙләштерә. Шуға уларҙы йырлап иҫтә ҡалдырырға тырышыу отошлораҡ. Күнегеүҙәр барышында уҡ бирелгән хәреф ҡушымсалары менән һүҙҙәр төҙөргә кәрәк.

Слайд

һыуыҡ һыйыр

кеүек кейек

һауа йүтәл

теүәл йәмле

Уҡытыу барышында уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, һөйләгәнде, уҡығанды ишетеп аңларға (аудирование), һөйләмдәр ҡороуға, тәҡдим ителгән ситуация буйынса диалогт төҙөүгә ҙур иғтибар бирәм.

Слайд.

Диалогты тултырып яҙырға:

-Һин кисә ҡайҙа булдың?

- …

- Унда нимә эшләнең?

- …

Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып, төрлө темаларға диалог төҙөргә.


  • Һин … яратаһыңмы?

  • Юҡ, …, сөнки көндәр … була.

  • Мин … яратам.

  • Миңә лә … бик оҡшай.

Сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Әлбиттә, сит телмәрҙе ишетеп ҡабул итеүҙең үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Улар:

- мәғлүмәттең тиҙ тапшырылыуы, ҡабатланмауы;

- күргәҙмәлелектең булмауы һ.б.

Уҡыусыларҙы тыңлап аңлау хәтер үҙенсәлегенә бәйле. Төрлө типик һөйләм өлгөләре, әҙер телмәр ҡалыптары хәтерҙә оҙағыраҡ һаҡлана. Ундай өлгөләрҙең иҫтә булмауы аңлауҙы ауырлаштыра. Һеҙҙең алдығыҙҙа һорауҙар. Ошо һорауҙарҙағы һүҙҙәргә таянып, тулы яуап биреп ҡарайыҡ.

Слайд.

  1. Һинең яратҡан ашың ( яҙыусың , китабың)?

  2. Әле нисәнсе йыл (ай, дәрес)

  3. Әсәйем уҡытыусы (табип, ашнаҡсы) булып эшләй.

  4. Миңә китап (дәфтәр, ҡәләм) кәрәк.

  5. Өләсәй ауылда (ҡалала, Башҡортостанда) йәшәй.

  6. Мин уҡырға (яҙырға, йырларға) яратам.

  7. Әсәй (атай, дуҫым) менән театрға барам.

Уҡытыусы телмәре уҡыусылар өсөн өлгө, ә төрлө техник саралар ярҙамында башҡаларҙың телмәрен даими тыңлау иғтибарҙы, телде һиҙемләп аңлау һәләтен үҫтерә. Шуны иҫәпкә алып, аудиотаҫма материалдарын ҡулланыуҙы ла ситтә ҡалдырырға ярамай.

Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, һөйләмдә һүҙҙәрҙең дөрөҫ тәртибен аңлатҡанда ошондай схемалар ҡулланыу файҙалы.

Слайд.

Беҙҙең ғаилә.

Минең исемем______ , фамилиям_______ .

Миңә____ йәш. Мин _____ ______йәшәйем.

Беҙҙең ғаиләлә____ кеше:__ ,___ ___,___ ,____ .

Атайымдың исеме_____ .Уға-___ йәш. Ул_____

булып эшләй.

Әсәйемдең исеме______ . Уға ___ йәш. Ул ____

булып эшләй.

Апайымдың (ағайымдың, ҡустымдың, һеңлемдең)

исеме_____ .

Уға___ йәш. Ул __-сы мәктәптә ,_____ класта

уҡый.

Беҙ ғаилә менән____, ____ ял итәбеҙ.

_____, _____, ____ байрамдарын үткәрәбеҙ.

Мин ғаиләмде бик яратам, барыһына ла_____, _____,

_____теләйем.

Слайд.

Һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып, һөәйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ.

Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”.бәшмәк эҙләй. Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”. шыуышып йөрөй.

Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”.йомортҡа һала. Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”. ҡыуаҡ аҫтында ултыра.

Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”.һөт бирә. Мастер-класс по башкирскому языку на тему “ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ”. болонда саба.

Уҡыусыларҙа предмет менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгә һәм уҡыуға теләк уятыу- иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Мауыҡтырыу элементтарын уҡыу процесында ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә. Уны тик уйын, күңел асыу ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Дәрестәрҙә мауыҡтырғыс күнегеүҙәр ҡулланыу материалды ҡыҙыҡлы итеп биреү менән бергә, әүҙем фекерләү ҡеүәһен дә тәрбиәләй.

Слайд.

Шуларҙың береһе "Корреспондент интервью ала" сараһы бик отошло.

Бер уҡыусы таҡта алдына сыға һәм " Минең ғаиләм", " Яратҡан шөғөлөм" һ. б. темаларға һорауҙар бирә, ҡалған уҡыусылар яуап әҙерләйҙәр.

Слайд.

"Тиҙ генә яуап ҡайтарыу" уйыны.

Уҡыусыларҙың бурысы: тиҙ генә яуап ҡайтарыу. Бер үк репликаны төрлө кешегә әйткәндә ҡабатлауҙар булырға тейеш түгел.

Мәҫәлән: "Бөгөн беҙҙең менән киноға бараһыңмы?",

" Һин был киноны күргәнең бар, шулаймы?",

"Һинең яратҡан фильмың нисек атала?" һ. б.

Слайд.

Диалогты уҡығыҙ. Текстҡа әйләндерегеҙ.

- Лена, минең ашағым килә.

-Минең дә. Әйҙә, ашханаға барайыҡ.

-Әйҙә.

-Оля, нимә алайыҡ икән?

-Салат, итле картуф, компот алайыҡ. Шул етәме?

-Әлбиттә, етә.

Слайд.

Картинаны һүрәтләү.

Терәк һүҙҙәр менән һөйләмдәр, хикәйә төҙөү.

Бутап бирелгән һүҙҙәрҙе кәрәкле тәртипкә ҡуйып һөйләм төҙөү.

Уҡыусыларҙың дәрестә үҙаллы эшләй белеүе мотлаҡ , сөнки үҙ аллы эшләп улар фекерләргә, һығымта яһарға өйрәнәләр. Әлбиттә, информацион технологиялар ҡулланыу яҡшы, сөнки ул уҡытыусының алға ынтылышын күрһәтә. Әммә йәнле һүҙгә ни етә! Шуға уҡытыусы менән уҡыусының үҙ- ара йылы аралашыуы, һис шикһеҙ, алыштырғыһыҙ алым.









7

© 2010-2022