Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

БAШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ

7 - се класс

Тема: «Дан һеҙгә, апайҙарым».

(Тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү).

Дәрес кисә.

Маҡсат:

Һәүәҫкәр шағир Рәшит Хажиевтың һуғыш темаhына арналған шиғырҙарына, Асба Хажиевтың мәҡәлдәренә байҡау яhау; идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау, анализлау; тыуған илгә hөйөү, һуғыш һәм тыл ветерандарына ихтирам тәрбиәләү.

Йыhазландырыу:

Рәшит Хажиев "Талам тәрән уйҙарға" - Өфө:Fилем, 2011 йыл, «Дәүер» гәзиттәре, яҙыусыларҙың портреттары, hүрәттәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә арналған альбомдар, рефераттар күргәҙмәһе.

Дәрес барышы:

Уҡытыусы:

Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ. Уҡыусылар, бөгөн беҙ яҡташыбыҙ Иглин районы Ләмәҙ ауылынан hәүәҫкәp шағир Рәшит Хажиев һәм Меңйетәр ауылы ветеран уҡытыусыбыҙ Асба Әбүбәкер улы Хажиев ижады менән танышасаҡбыҙ. Беҙ уларҙың шиғырҙарын hәм мәҡәләләрен «Дәүер» гәзите аша уҡып беләбеҙ, ҡыҙыҡһынабыҙ.

Рәшит Хажиевтың "Талам тәрән уйҙарға" тигән тәүге китабы 2011 йылда ғына сыҡҡан.Ул тыуған яғының халҡы, тәбиғәте, быуындан-быуынға күсә килгән ата- олатайҙарының мираҫтары, ғибрәтле hүҙҙәpeн тасуирлай. Башҡорт халҡы бер ваҡытта ла тәрбиә эшенә битараф булмағанлығын аңлата.

1


Яңы теманы аңлатыу:

l-се уҡыусы Рәшит Хажиевтың биографияhын hөйләй.

« Ҡустым Рәшит ауылдаштарының ихтирамын яулаған төбәк сәсәне булғансы төрлө һөнәр өлкәhендә hәләтен hынап ҡараны: эретеп йәбештереүсе, 2 -се класс шофер, төҙөүсе, АТС та элемтәсе, мәктәптә с/х техникаhы уҡытыусыһы, h.б. Үҙен һәләтле һөнәр эйhе итеп танытты. Район, район-ара үҙешмәкәр әҙәби- сәнғәт фестивалдәрҙә ҡатнашып бер-

нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булды. Һуң булhа ла уң булhын тигәндәй ҡырҡ йәштәр тирәhендә ҡулына ҡәләм алды. Ләмәзенең хозур тәбиғәте, ауылдаштарының хөр күңеле илhам тыуҙыра. Тау төпкөлдәрен дәррәү аҡтарып ижад шишмәhе урғыла.

Шиғырҙарын тулҡынланып, ғорурланып, шатланып, ҡара көйөп, мөхәббәт даръяhында ҡойоноп һоҡланып уҡыйhың», тип яҙа уның бер туған ағаһы, Меңйетәр мәктәбенең ветеран-уҡытыусыһы Асба Әбүбәкер улы Хажиев.

2-се уҡыусы. Автобиография.

«Мин Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында 1942 йылдың 29 сентябрендә донъяға килдем. Бала сағым ҡанлы-фажиғәле hуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килде. Ул ваҡыттағы халыҡтың аһ-зары, ҡайғы-хәсрәте, аслы-туҡлы һәм яланғас йәшәүҙәре хәтеремдә ныҡ hаҡланып ҡалган. Фронттан ҡайтыусы бәhлеүән ағайҙарҙың ҡыуаныстан тамған күҙ йәштәрен йәшермәй мине яратҡандары бөгөнгөләй хәтеремдә. Ә инде ауылымдың hөйөп туймаҫлыҡ нәҙекәй билле hылыу апайҙары, күп ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарға түҙеп, ал-ял белмәй, «Барыһы ла фронт өсөн!» тип янып-көйөп эшләүҙәренә әле лә һоҡланып туя алмайым. Уларҙың бит hөйөп-hөйөлөп йәшәр ваҡыттары ғына ине ул саҡта!

Ауылымдың аҫыл ирҙәренең ҡаhарманлығы, һылыу ҡыҙҙарының хеҙмәт батырлығы хаҡында нисек кенә яҙhаң да аҙ булыр. Ғүмерем буйы улар хаҡында яҙырға хыялландым. Ҡулға ҡәләм алып шиғырҙар яҙа башлауыма ла шул хыялым сәбәпсе булғандыр, тип уйлайым.

Бөйөк Ватан hуғышы дәүерендә яу ҡырындағы ҡаhарманлыҡ, тылда күрhәтелгән батырлыҡ беҙҙең ауыл кешеләренә генә хас түгел, а тотош илдә булған тәбиғи хәл.

Шуға күрә шиғырҙарымды фронтта булған барлыҡ яугирҙәргә һәм тылда еңеү өсөн көрәшкән апайҙарға арнайым.»

"Вставай страна огромная" йырның көйө бamҡарыла.

2


Йыр:

«Башҡорттар китте һуғышҡа»

Башҡорттар китте һуғышҡа Оҙатып ҡалды киң Урал.

Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал.

Уҡытыусы:

«Һуғыш ... Ниндәй ҡурҡыныс, ҡот осҡос hүҙ! Һөлөктәй егеттәр өсөн әсәләрҙең ҡойған күҙ йәштәрен бергә йыйһаң, туфандар ҡалҡып, донъяны тоҙло йәштәр баҫыр, етемдәрҙең зарынан тауҙар ишелеп төшөр ине.

Илебеҙ тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына күп йылдар үтте.

Һуғыш яландарында ил азатлығы, бәхетле киләсәк өсөн ҡорбан булғандарҙы, иҫән ҡайтып, ауыр тән, йән яралары менән тормоштан иртә киткәндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Миллиондарҙың тормошон юҡҡа сығарған, әсәйҙәрҙе - улдарынан, ҡатындарҙы - ирҙәренән, балаларҙы атайҙарынан айырған ҡәhәрле һуғыш һаман онотолмай.

Өс уҡыусы яттан һөйләй:

Исемегеҙ мәңге хәтерҙә

Гитлер яуыз ташланhа ла ҡапыл Ил иңенә ҡара яу йыйып, Ағыҙҙырып әсе күҙ йәштәрен,

Ҡан ҡойҙороп, хәтһеҙ йән ҡыйып.

Теҙ сүкмәгән халҡым, баш эймәгән, Еңеүенә өҙмәй өмөтөн,

Ҡалҡан булып ҡаршы күтәрелгән Азатлығын һаҡлап иленең.

Ата-бабам дошманын еңеп, ат . .уйнатhа

Париж урамдарын бер итеп,

Уландары уның бейегәндәр

Берлин урамдарын hелкетеп.

Ауылымдың йөҙ ҙә hикhән туғыҙ Азаматы китhә фротҡа,

3


Алтмыш өсө генә ут-һыу үтеп Тыуған төйәгенә һау ҡайта.

Ҡаһарманлыҡ ерҙә ятып ҡалмай,

Ҡаһармандар ятып ҡалhа ла.

Изге яуҙа ҡорбан булыусылар

Халыҡ хәтерендә һаҡлана.

Ауыр тупрағығыҙ еңел булhын,

Яу ҡырында башын hалғандар.

Рәхмәт әйтеп һеҙҙе хәтерләйбеҙ,

Атҡан hайын тыныс аҡ таңдар.

Беҙҙең өй алдынан үтә ине,

Еңеүселәр, һеҙҙең ҡайтҡан юлығыҙ. Ҡыуаныстан мине күккә сөйөп

Һәр берегеҙ hөйөп уҙҙығыҙ.

Ҡорал тотоп hөйәлләнеп ҡатҡан Ҡалтырамаҫ көслө ҡулдарҙың, Ҡартайhам да, бөгөнгөләй тоям Һөйөү йылылығын, наҙҙарын.

Йыл артынан йылдар үткән hайын Кәмей барҙы һеҙҙең сафығыҙ, Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа Берегеҙ ҙә бөгөн юҡhығыҙ.

Исемегеҙ мәңге онтолмаҫ, Ләмәҙемдең аҫыл ирҙәре.

Һеҙҙең батырлыҡты данлар, ҙурлар Һәр быуындың сәсән hүҙҙәре.

Шиғырҙы анализлау:

Төп тема: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ир-егеттәр тураhында.

Халыҡ теҙ сүкмәгән, еңеүгә ышанған.

Төп идея: Беҙ батырҙарыбыҙҙың ҡаhарманлығын бер ҡасан да оноторға тейеш түгел.

Төп геройҙар. Һуғышта ҡатнашыусы ир-егеттәр, һуғыш ветерандары.

4


Һүҙлек эше:

Хәтһеҙ - бик күп;

Теҙ сүкмәгән - тубыҡланмаған; Ҡаһарманлыҡ - батырлыҡ, героизм.

Һорау:

Беҙҙең үҙебеҙҙең ауылдан нисә кеше Бөйөк Ватан һуғышына киткәнен һәм нисәүhе әйләнеп ҡайтҡанын беләһегеҙме?

Яуап:

Беҙҙең Меңйетәр ауылынан 146 ир-егет яуға киткән, 83hалдат тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан, 63 яугир яу яланында ятып ҡалған. Бөгөнгө көндә иҫән ҡалғандар араhынан Үктәй сель/советы буйынса икәү генә, Меңйетәр ауылынан Fафаров Шәрәфетдин Fилметдин улы һәм Келәш ауылынан Шәрәфетдинов Ғирфәт Кәшәфетдин улы.

Йомғаҡлауҙы уҡыусылар үҙҙәре әйтә:

Тыуған илде Гитлер фашистары баҫып алғас беҙҙең ата-бабаларыбыҙ:

Теҙ сүкмәгән халҡым, баш эймәгән, Еңеүенә өҙмәй өмөтөн,

Ҡалҡан булып ҡаршы күтәрелгән Азатлығын һаҡлап иленең.

Шиғырҙың исеме үк әйтеп тора «Исемегеҙ мәңге хәтерҙә» Исемегеҙ мәңге онотолмаҫ,

Ләмәҙемдең аҫыл ирҙәре.

Һеҙҙең батырлыҡты данлар, ҙурлар Һәр быуындың сәсән hүҙҙәpe.

Һуғыш яландарында ил азатлығы, бәхетле киләсәк өсөн ҡорбан булғандарҙы, иҫән ҡайтып, ауыр тән, йән яралары менән тормоштан иртә киткәндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Һуғыш яландарынан иҫән -hay ҡайтыусы ауылдаш ветерандарыбыҙ хәҙер арабыҙҙа юҡ кимәлендә, ләкин улар hәp саҡ беҙҙең күңелдәрҙә.

(Бөйөк Ватан hyғышыдa ҡорбан булғандар хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә).

5


ФИЗКУЛЬТМИНУТ:

Бер, ике, өс, беҙҙең ҡулда көс, Дүрт, биш, атлайбыҙ,

Уңға, һулға боролабыҙ,

Алға, артҡа эйеләбеҙ,

Ун ҡулды күтәрәбеҙ,

Һул ҡулды күтәрәбеҙ,

Башты әйләндерәбеҙ.

Бер, ике, ултырабыҙ,

Өс, дүрт, һикерәбеҙ.

Егеттәр: «Көслө егет булабыҙ, армияға барабыҙ, Тыуған илде һаҡлайбыҙ».

Ҡыҙҙар: «Ә беҙ көтөп ҡалабыҙ».

Уҡытыусы: Рәшит Хажиевтың тыл ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә кисергән апай-инәйҙәргә арналған шиғыры менән танышып үтәйек.

Биш уҡыусы ятлай.

Дан һеҙгә, апайҙарым

Ауыр килтереүе күҙ алдына Фажиғәле, ҡанлы йылдарҙы.

Ул йылдарҙа күргән михнәттәрҙе, Баштан үткән хәсрәт аһ-зарҙы.

Ил иңенә ҡара яулыҡ йәйеп, Халҡыбыҙҙы hалып ҡайғыға, Яуыз йыртҡыстарҙан яманыраҡ Көтмәгәндә дошман ташлана.

Илгә килгән ауыр hынayҙapҙың- Ир иңенә, тиhәң, барлығы, Кәмhетербеҙ, кисермәҫлек итеп, Ил терәге - ҡатын-ҡыҙҙарҙы.

Тура килгәс дәррәү ҡуҙғалырғa Ҡулға ҡорал алып ир-атҡа,

Ил hаҡларға яуыз дошмандарҙан Изге яуға, изге алышҡа.

6


Ауыр тормош йөгө ятып ҡалды, Апайҙарым һеҙҙең иңдәргә _

Йылы, йомшаҡ, наҙлы ҡулдарға һәм Һығылмалы нәҙекәй билдәргә.

Ауыр ине ҡышҡы бурандарҙа Kөpттәp йырып юлдар hалыуы, Ат урынына саналарға егелеп, Утын, бесән hөйрәп ҡайтыуы.

Еңел булмағандыр яҙҙар еткәс,

Ҡар һыуҙары кисеп тубыҡтан,

Көн эсендә ҡырҡ саҡрым үтеп Ташыуҙары орлоҡ Тәләктән.

Ниндәй генә үлән hалынманы Ул дәүерҙә бешкән аштарға, Тура килде йыла ҡайырын да Татлы икмәк итеп ашарға.

Ауыр ине, устар уйылғансы, Утауҙары иген баҫыуын.

Баш ҡалҡытмай ашлыҡ урыуҙары, Ә төндәрен уны һуғыуы.

Ауыр ине ... Иген икhәгеҙ ҙә, Ашамағас икмәк ҡайырып, Булғыланы астан үлгәндәр ҙә Иген өйөмөнә йығылып.

Ауыр ине өҙөлөп көткән xaттap Оҙаҡ килмәгәндә фронттан, Түгеүҙәре ҡара күҙ йәштәрен Ҡара ҡағыҙ алыу һуңынан.

Еңел булмағандыр көтөүҙәре Еңеү шатлыҡтары килеүен,

Ҙур түҙемлек, сабырлыҡ күрhәтеп, Берегеҙ ҙә өҙмәй өмөтөн.

Ауыр ине һеҙгә, еңеу етеп, Ҡайғыларҙы шатлыҡ еңмәгәс,

Ауыр йөктәр төшөп иңегеҙҙән, Күңелдәргә йылы инмәгәс.

7


Ҡайғыларҙы йотоп йәшәнегеҙ, Булhағыҙ ҙа ас һәм яланғас:

- Кейенербеҙ, - тиеп - ил кейенгәс,

- Туйынырбыҙ - тиеп - ил туйғас.

Ҡыйыу апайҙарым, бик аҙығыҙ

Ҡабат инде hөйгән ҡуйынға.

Тол ҡатын һәм ҡарт ҡыҙ булып ҡалды

Бик күбегеҙ ғумер буйына.

hеҙҙең батырлыҡты баhаларлыҡ Донъяла юҡ үлсәр мыҫҡалдар. Данлар, ҙурлар өсөн hүҙҙәр етмәй, Ауыл ғорурлығы - апайҙар.

Баш эйәмен һеҙҙең алдығыҙҙа Рухи көсөгөҙгә hоҡланып. Ҡайғы-хәсрәттәрҙә йөҙhәгеҙ ҙә Көр күңелле, көләс һеҙ һаман.

Йәшәгеҙ һеҙ ауылым күрке булып, Ҡайғы-хәсрәттәрҙән арынып. Тормош матур, йәшәү күңелле тип, Шатлыҡтарҙа йөҙөп, ҡыуанып.

Шиғырҙы анализлау:

Һорау: Шиғыр нимә тураhында?

Яуап: Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ир-егеттәр тыуған илде һаҡларға китте, тылда йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарттар ғына ҡала.

Бөтә йөк улар иңенә төшә. Ат урынына саналарға егелеп,

Утын, бесән hөйрәп ҡайтыу. Ҡырҡ саҡрым Оло Тәләктән орлоҡ ташыу, баҫыуҙарҙы утау, ашлыҡ урыу, төндә уны һуғыу.

Һорау: Ауыр ине ... Иген икhәгеҙ ҙә,

Ашамағас икмәк ҡайырып. Булғыланы астан үлгәндәр ҙә Иген өйөмөнә йығылып.

Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

8


Һорау: Нимә ул ҡара ҡағыҙ?

Һорау: Ауыр ине heҙгә еңеү етеп, Ҡайғыларҙы шатлыҡ еңмәгәс,

Ауыр йөктәр төшөп иңегеҙҙән,

Күңелдәргә йылы инмәгәс.

Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?


Яуап: Игенде hорамайынса алырға ярамаған, кем дә кем урлап бер ус ҡына алhа ла статья менән хөкөмгә тарттырылған, төрмәгә ябылған. Кещегә эш көнө өсөн бик аҙ ғына ашлыҡ бирелгән, ул етмәгән, шуға аслыҡтан үлеүселәр күп булған. «Барыhы ла фронтҡа!»

Яуап: Похоронка. Һуғышта үлеү хәбәрен алып килгән ҡағыҙ.

Яуап: Ҡара ҡaғыҙҙap алғас, еңеү булhа ла шатланып булмаған, әлбиттә.

Ир-егеттәр ҡайткас эш еңеләйгән, тик ҡайғыларҙан күңел һаман туң, иремәй.

Һорау: Ҡайғыларҙы йотоп эшләнегеҙ, Булhағыҙ ҙа ас һәм яланғас:

- Кейенербеҙ, - тиеп, - ил кейенгәс,

- Туйыныpбыҙ, - тиеп, - ил туйғас.

Был юлдар нимәне иҫбатлай, ҡатындарҙы ниндәй яҡлап характерлай?

Яуап: Түҙемлелек.

Һорау: Ҡыйыу апайҙарым, бик аҙығыҙ Ҡабат инде hөйгән ҡосаҡҡа.

Тол ҡатын һәм ҡарт ҡыҙ булып ҡалды Бик күбегеҙ ғүмер буйына.

Ни өсөн?

Яуап: Күп ирҙәр яу яланында ятып ҡалғандар, әммә ләкин ҡатындары һәр ваҡыт көткән, ҡайтырына ышанған һәм шулай ваҡыт үткән, ә ҡай берәүҙәр ысынлап та ҡайткан.

Һорау: Шиғыр ниндәй юлдар менән тамамлана? Ниндәй тон яңғырай?

Яуап: Апайҙар менән ғорурланыу, рәхмәт әйтеү, оҙон ғүмерле, шатлыҡ менән йәшәүҙәрен теләү.

9


Һуҙлек эше:

Фажиғәле - бик ҙyp ҡайғылы;

Михнәт - баштан кисерелгән ауырльгҡ, яфа; Баштан үткән хәсрәт - ҡайғы:

Ah-зар - ҡайғы, хәсрәт;

Ҡырҡ саҡрым - ҡырҡ километрға яҡын, үлсәү берәмеге. верста;

Йыла ҡайыры - оҙонораҡ япраҡлы, көрәнhыу ҡабыҡлы беше ағас, йыла утын, йыла кәртә;

Тол ҡатын - ире үлгән ҡатын;

Ҡарт ҡыҙ - кейәүгә сыҡмай ҡалған оло йәштәге ҡатын:

,

Үлсәр мыҫҡалдар - үлсәү берәмеге.

Ауылым күрке булып - матурлығы, ғорурлығы булып;

Уҡытыусы: Әлбиттә, беҙҙең ауылда ла тыл ветерандары бар, улар әле иҫән. Сәйетова Рәҡиә, Кәримова Мөҡсинә, Рәхимә Садыкова.

1 -се уҡыусы: Асба Хажиевтың «Бала саҡ хәтирәләре» мәҡәләһенән өҙөк. «Дәүер» гәзите, сентябрь N 17, 2011 йыл .

.. . Яҙ етеү менән hушты алыpыҡ эштәр башлана. Юл кибер-кипмәҫтен 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Оло Тәләктән биштәрләп орлоҡ ташыйбыҙ. Йәшкә ҡарап 12-16 килограмм йөкмәтәләр. Юлға ике-өс кәлжемә алабыҙ. Килә

торғас, хәлдән тайып йығылырҙай арыйhың, быуындар тотмай ҡалтырай. Һыуһынды юлдағы күләүектәрҙән эсеп бараhың. Бер ылау оҙта килә, йығылғандарҙың йөгөн hалып ала инеләр. Гүр ғазаптары күреп, ҡояш байыуға игенде складҡа килтереп бирәбеҙ. Унар көн ташый торғас, яурындар сейләнеп hыҙлай, бил ауырта, тамам кәкерәйеп төшәhең. Аяҡтан йығылыр халдә көйө ашарға ярарлыҡ улән эҙләп сығып китәбеҙ ...

2 -се уҡыусы: Асба Хажиевтыц «Ауылым балҡыштары» мәҡәләһенән был өҙөктө тыныс күңел менән уҡып булмай.

"Дәүер" гәзите, апрель № 27, 2011 йыл .

. . . Ауылыбыҙ терәге атай-ағайҙар фронтҡа китеп бөткәс, ауылдың төҫө ҡасты, йөктөң төбөнә инәй-апайҙар егелде, йәш-елкенсәк ҡабыpғанан тартыр көс булды. Һыйыр-быҙауҙарға ла ҡамыт кейҙерелде, сөнки барлыҡ ауылдағы аттар һуғышҡа оҙатылды ... Бер ҡатын-ҡыҙ ҙа һығылып төшмәне. Илбаҫарға ҡарата нәфрәт, баhадир ил һаҡсылары уны үҙ өңөндә дөмөктөрәсәгенә, еңеп иҫән-һау ҡайтасаҡтарына ышаныу көс-ҡеүәт бирҙе. Ләкин һуғыш инде тылда ла күптәрҙе ләхеткә ятҡырҙы. Әсәйемдең йөҙөнә яңы һырҙар өҫтәп, һеңлем Фәниә, ҡустым Надир, беҙҙе лә тетрәндереп, донья менән хушлашты. Күршебеҙ Ниғмәтулла ағайҙың үлеүе тураһында ҡара ҡағыҙ алған Ҡәнифә апайҙы бригадир эшкә ҡыуып ебәрә.

10


Йүнләп аңына килеп өлгөрмәгән әсәй, балаларын ашатырға ла онотоп, ураҡҡа китә. Асығыуҙың сигенә сыҡҡан кескәйҙәр баҡсалағы алабута, тары орлоғон тиреп ҡайнатып ашай. Төшҡә ҡарай йән өҙгөс балалар илауы ишетелгәс, йүгереп барҙыҡ. Урамда дүрткә-бишкә бөкләнеп күҙ алдыбыҙҙа йән бирҙе бахырҙар. Кешеләрҙең хатта иларлыҡ та хәлдәре ҡалманы. Әсә кешене арбаға hалып баҫыуҙан алып ҡайттылар. Балаларына ниндәйҙер сит әйбергә ҡарағандай ҡатып ҡалды бисара. Кеше аҡылы ҡабул итерлек хәл түгел шул.

Аҡылдан яҙған әcәнe, балаларҙы ерләп ҡайтыуға эҙләп тә таба алманыҡ.

Һыуға төшкәндәй юҡ булды.

Уҡытыусы: Ысынлап та был өҙөктө тыныс күңел менән уҡып булмай. Бөгөн беҙ уҡыусылар менән һуғыш яланында ҡурҡыныс hәм ауыр булыуҙан тыш тылда ла еңел булмағанлыҡты уҡып белдек.

Йомғаҡлауҙы уҡыусылар үҙҙәpe әйтә: Шиғыр hәм мәҡәләлә һуғыш ваҡытында тылдағы ҡaтын-ҡыҙҙapҙың ауыр яҙмышы hүрәтләнә. Уларҙың түҙемле, сабырлы булыуҙары, Рәшит ағайзың улар менән ғорурланыуы тураhында яҙылған булhа, Асба ағайҙың мәҡәләhендә балаларҙың астан интеккәндәре, ауыр эш эшләгәндәре тураhында яҙылған. Беҙ, йәш быуын, тарихтың был биттәреи белергә, бер ҡасан да онотмаҫҡа, донъяның ҡәҙepeн белеп йәшәргә тейешбеҙ.

Уҡыусы: Рәшит Хажиевтың "Халҡым минең" шиғыры.

Йәшәй киреп киң күкрәген, Иңләп Уралдың иңен; Иреклек, азатлыҡ hөйгән Ғорур халҡым минең.

Ҡыҙың булhа - ир тepәгe~ Улың - терәге илдең. Ышаныслы алмаш үҫә Ереңдә, халҡым минең.

11


Яу килгәндә ил өҫтөнә Тере ҡалҡан hин үҙең.

Баш эймгән, теҙ сүкмәгән Батыр халҡым минең.

Йәйеп ҡунаҡсыл ҡосағың, Күрhәтеп яҡты йөҙөң, Төйәкhеҙҙе~ төйәк биреп, Үҙ иткән халҡым минең.

Йөрөгән юлың - тура юл,

Тура hүҙ - әйткән hүҙең, Эскерhеҙ дошман - дошманға, Дуҫҡа - дyҫ халҡым минең.

Fорурланып маҡтарлыҡ та. Данлап ҙурларлыҡ үҙен. Башҡа милләттән кәм түгел Башҡорт - халҡым минең.

Йомғаҡлау: Эйе шулай шул:

Fорурланып маҡтарлыҡ та. Данлап ҙурларлыҡ үҙен. Башҡа милләттән кәм түгел Башҡорт - халҡым минең.




Уҡыусылар, без бөгөн heҙҙeең менән яҡташыбыҙ hәүәҫкәр шағир Рәшит Әбүбәкер улы Хажиев һәм Мең ауылы ветеран уҡытыусыбыҙ Асба Әбүбәкер улы Хажиевтар менән таныштыҡ. Дерестә шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеhен асыҡлап, анализланыҡ, мәҡәләләр менән таныштыҡ.

Миллиондарҙың тормошон юҡҡа сығарған, әсәйҙәрҙе - улдарынан, ҡатындарҙы - ирҙәренән, балаларҙы атайҙарынан айырған ҡәhәрле hуғыш һаман онотолмай. Был тема яҡташтарыбыҙҙың ижадында асыҡ сағыла. Батыр ир-егеттәр яу яланында дошманды ҡыйратһа, тылда йәш кенә ҡатын ҡыҙҙар аслы-туҡлы көнө-төнө "Барыhы ла фронт өсөн", - тип эшләй, eңeүҙe тиҙләтергә ашҡына, түҙә, өмөтләнә. Шул ҡатындар менән бер рәттән бала-саға ла егелеп эшләй. Рәшит ағай менән Асба ағай ошо балалар үҙҙәре инде. Рәхмәт ил ағалары на ауыр һуғыш йылдары тураhында hөйләгәндәре өсөн. Был турала оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.

12


Дәресебеҙҙе «Еңеүселәргә дан» йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Еңеүселәргә дан

Р.Ниғмәти hүҙҙәре

3.Исмәғилев музыкаhы

Яу ораны hалды Ватан,

Ат атланды батырҙаp-

Ил дошмандарын ҡыйратып,

Яуҙан еңеп ҡайтһындар.

Ҡушымта: Һaй аҫыл ил улдары, Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ. Һай алтын ил ҡыҙҙары, Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Дошманды еңде егеттәр, Еңделәр ил ҡыҙҙары.

Дандары ҡояш кеүектер, Алтындан - йондоҙҙары.

Ҡушымта: Дан һеҙгә, ил улдары, Ватан йырлай һеҙгә дан. Дан һеҙгә, ил ҡыҙҙары, Хөрмәтләй һеҙҙе Ватан!

13


Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)


Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)


Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)



Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)




Дан һеҙгә, апайҙарым. Тыуған яҡ әҙәбитен өйрәнеү дәресе. (7 класс)

© 2010-2022