Конспект урока по башкирскому языку и литературе «Кластан тыш уҡыу. Көҙ еткәс. »

Раздел Другое
Класс 3 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан республикаһы

Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы



« Кластан тыш уҡыу.

Көҙ еткәс.»





Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы

Ниғәмәйева Ҡәҙриә Гөлфәт ҡыҙы


Нефтекама-2015



Маҡсаттар :

1. Көҙ миҙгеле тураһында һөйләшеп, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү;

2. Бәйләнешле телмәр булдырыу, тасуири уҡыу һәләттәрен үҫтереү;

3. Тәбиғәткә, йыл миҙгеленә һаҡсыл ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү



Йыһазландырыу :

«Көҙ миҙгеле» һүрәте, шағирҙың портреты, һүҙлек һүҙҙәре слайдттарҙа бирелә .





Дәрес барышы.

l. Ойоштороу мәле.

1. Валеологик күнегеү.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.

- Рәхим итеп ултырығыҙ! Бер-беребеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, бер-беребеҙгә яҡшы теләктә ҡалайыҡ. Дәресебеҙҙе шиғыр юлдары менән башлайыҡ.

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

«4»ле, «5»ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

2. «Көҙ» һүрәте буйынса эш.

1 слайд.

- Беҙҙең ниндәй миҙгел?

- Көҙ миҙгеленә ниндәй айҙар инә? (Сентябрь, октябрь, ноябрь).

- Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Малай нимә эшләй?

- Һүрәттә көҙ миҙгеле икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

- Әйҙәгеҙ әле, миҙгелдәрҙе һанап сығайыҡ !

3. Фонетик күнегеү. Шиғыр өҫтөндә эш.

2 cлайд

Илаҡ, һай, илаҡ

Көҙөн иҫкән ел.

Күшегеп-өшөп,

Өҙлөкһөҙ үкһеп,

Йәшен түгә гел. Ф.Мөхәмәтйәнов.

  • Шиғырҙа ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара?

Шиғырҙы берәмләп, хор менән уҡыу.

  • Үҙенсәлекле өндәрҙе әйтеү.

ll. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.

  • Көҙ көнө тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була? (Ағастарҙан япраҡтар ҡойола, ямғырҙар яуа, көндәр һалҡынайта, ҡар төшә башлай, кешеләр әкренләп йылы кейемгә күсәләр, ҡоштар йылы яҡҡа осалар, йәнлектәр ҡышҡа әҙерләнә).

  • Дәрестә ниндәй миҙгел тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Һығымта: Бөгөн дәрестә көҙ миҙгеле тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Кластан тыш уҡыу. Кәтибә Кинйәбулатованың «Көҙҙәр еткәс » шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

Ял минуты.

Ill. Яңы тема

- Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ. Нисек уйлайһығыҙ, кем ул Кәтибә Кинйәбулатова? (Уҡытыусының һөйләүе).

(3 слайд), (портретҡа иғтибар итеү).

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова

(1920-2012)

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, институттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, ауылына ҡайта. Кәтибәгә етем ҡалған өс һеңлеһенә, бер энеһенә "ғаилә башлығы" булырға тура килә. Башта Сируси ете йыллыҡ мәктәбендә, унан Мөхәмәтҡолой урта мәктәбендә эшләй.

"Әҙәби Башҡортостан" (хәҙерге "Ағиҙел"), "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарында эшләй. Балалар өсөн бик күп шиғырҙар яҙа.



  • Кем ул Кәтибә Кинйәбулатова?

(4 слайд)

Һүҙлек эше

саған - клен

сыуаҡ- ясный

шыбырланы- прошептал

тәлгәш - кисть, гроздь

һоҡланыуҙан - от восхищения

(Уҡыу, тәржемә итеү, һүҙлеккә күсереп алыу, телдән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү).

Шиғыр өҫтөндә эш

- Ә хәҙер уның шиғыры менән танышабыҙ. Сылбырлы уҡыу, тәржемә итеү.

Шиғырҙы үрнәкле уҡый торған уҡыусынан тасуири итеп уҡытыу.

Ял минуты.

  • Шиғыр һеҙгә оҡшанымы?

  • Шиғырҙы тыңлағанда ниндәй уйҙар кисерҙегеҙ?

Сылбырлы уҡыу.

  • Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

Шиғыр өҫтөндә төрлө уҡыу күнекмәләре үткәрәйек : «Һайланма уҡыу» уҡытыусы төрлө урындан уҡый, ә уҡыусылар табып дауам итә; уҡытыусы хата менән уҡый, ә уҡыусылар был хатаны табып төҙәтеп уҡыйҙар. Хәҙер шиғырҙан тәбиғәт күренештәрен табып уҡыйыҡ (уҡыу).

Төркөмдәр менән эш

«Рәссамдар», «Ижади» төркөмдәре. Беренсе төркөмгә бирем:

«Көҙгө тәбиғәт» темаһына һүрәт төшөрөргә. Һүрәтте яҡларға.

Икенсе төркөм: бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып хикәйә төҙөргә.

Һүҙҙәр: алтын көҙ,япраҡтар ҡойола, ямғырҙар яуа, һалҡын ел иҫә, ҡоштар осалар, ҡыш килә, ҡар яуа.

Беренсе команда үҙенең эшен яҡлай. Ә хәҙер икенсе командаға һүҙ бирәбеҙ.

  • Был хикәйә беренсе команданың һүрәтенә тура киләме? Командаларҙың эштәре баһалана.

IV. Йомғаҡлау.

- Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә ниндәй шиғыр менән таныштыҡ? Шиғырҙы кем яҙған? Кем ул Кәтибә Кинйәбулатова?Шиғырҙың йөкмәткеһе бөтәгеҙгә лә аңлашылдымы?

Өй эше. Шиғырҙы тасуири итеп уҡып килергә, шиғыр буйынса һүрәт төшөрөргә.

Баһалау.













© 2010-2022