Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡортса

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡортса

уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.

Башҡорт халҡы борон - борондан йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә, балаларҙың һәләтен үҫтереүгә айырыуса иғтибар итә килгән. Элек йәш кешегә белем һәм тәрбиә биреүҙә ата - әсәләр генә түгел, бөтә ырыу яуап биргән. Башҡорт халҡының әҙәплелеге, ҡунаҡсыллығы, кешелеклелеге ошо мөһим мәсьәләләрҙе дөрөҫ аңлауҙан сығанаҡ алған. Хәҙерге тормош , яңы иҡтисади шаттар һәм мөнәсәбәттәр һәр кемдән тәрбиәле, юғары мәҙәниәтле, тарихты һәм халыҡ тормошон белеү йәһәтенән мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. Шуға күрә лә беҙ, уҡытыусылар йәш быуынды даими үҙгәреш һәм конкуренция шарттарында йәшәй алырҙай инициативалы, белемле, бөтә яҡлап үҫешкән кеше итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Балаларҙа уҡырға һәм белемгә булған ҡайнар теләкте бөтә алымдар менән үҫтерергә кәрәк.(Я.А.Каменский)

Тел уҡытыу - әҙәпкә өйрәтеү бит ул.

Бының өсөн дәрестә эш алымдарын төрләндереп, төрлө методтар ҡулланырға кәрәк.

Традицион уҡытыу системаһында уҡытыусы яңы теманы бик матур итеп һөйләй, ә уҡыусылар, тын да алмайынса, дәресте тыңлап,уны ябай үҙләштереүсе ролен үтәй. Артабан тема нығытыла, күнегеүҙәр эшләтелә һәм дәрес йомғаҡлана. Икенсе дәрескә бала өйгә бирелгәнде уҡып килә лә , уҡытыусы һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп, шартлатып һөйләп бирә.

Үҫтереүсе уҡытыу системаһында уҡыусы һәм уҡытыусы алдына бөтөнләй икенсе маҡсаттар тора. Уҡыусы яңы теманы үҙе эҙләүсе , тикшереүсе сифатында үҙләштерергә тейеш. Ә уҡытыусы был осраҡта бөтә эшкә йүнәлеш биреүсе, юл күрһәтеүсе ролен үтәй.

Көндәлек эшемдә уҡыусыларҙы күҙәтеп, үҫтереүсе уҡытыу системаһын өйрәнеп, мин был яңы уҡытыу мөһимлегенә нығыраҡ ышандым. Сөнки традицион булмаған эш шарттарында кешелектең ҡатмарлы эшмәҡәрлегенә шәхескә принципиаль яңы талаптар ҡуя, бөгөнгө белем биреү системаһы уҡытыусыға ижади, ирекле, стандарт булмаған мәсьәләләрҙе хәл итә белгән шәхес үҫтереү бурысын йөкмәтә.

Рус мәктәптәренең башҡорт теле дәрестәрендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһының ҡулланыу балаларҙың белем сифатын күтәреүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.

Дәрестең уңышлы килеп сығыуында , балаларҙың теманы яҡшы үҙләштереүендә , аңдарына һеңдереүендә уҡытыусының уҡыу маҡсатын дөрөҫ ҡуйыуы бик мөһим. Быны мин яҡшы аңланым һәм дәрестәрҙә уҡыу маҡсатын ҡуйыуҙың төрлө формаларын эҙләнем. Дәресте ниндәй формала ғына башлаһаҡ та , беҙ уҡыусыларҙың белгән белемдәренә таянып, уларға таныш булмаған ергә килеп етәбеҙ һәм балалар үҙ алдарына һорау ҡуялар һәм уҡыу мәсьәләһе ҡуйыла.

Мәҫәлән, Н. Мусиндың "Ҡоралайҙар" хикәйәһен өйрәнеү. Ижади диктант яҙыла. Уҡытыусы кейек исемдәрен русса әйтә, ә балалар башҡортса яҙалар, һуңынан һәр йәнлек тураһында бер инсә һүҙ менән аңлатма бирәләр һәм һөйләм төҙөйҙәр. Беҙҙең яҡта һирәк осраған ҡоралай тураһында мәғлүмәттең етмәүе асыҡлана. Уҡыусыларҙың был йәнлек тураһында бик белгеләре килә һәм уҡыу маҡсаты ҡуялар.

Ҡоралай ниндәй йәнлек, уның күркәмлеге, матурлығы нимәлә?

Өсөнсө класта Ж.Кейекбаевтың "Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкәндәр?" тигән әкиәтен өйрәнеү. Йомаҡ ҡоябыҙ

Нимә ул бал? Балды ҡайҙан алабыҙ? - Бал ҡорттары йыя.

Улар ҡайҙа йәшәйҙәр? - Кешеләр янында, умартала.

Ә элек улар ҡайҙа йәшәгәндәр? - Урманда, өйҙәре ағаста, ағас ҡыуышында.

Ә ниңә улар хәҙер кешеләр янында йәшәй икән? Белгегеҙ киләме?

Уҡыу мәсьәләһе : бал ҡорттары ни өсөн кешегә эйәләшкән?

Ҡыҫҡаһы, дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡуйғанда мин ошондай ысулдар ҡулланам.

Кроссворд сисеп, проблема ҡуйып, дәрескә инеп китеү.

Көләмәстең төп фекерен табыу.

Йомаҡ ҡойоу, яуабын табыу.

Ижади, һүҙлек диктанттарындағы таныш булмаған һүҙ аша эш.

Хатаны табыу.

Әкиәт геройы дәрескә килеп инә.

Дәрестең темаһына барғансы лабиринт аша үтеү.

Бәхетле осраҡ.

Дәресте йыйын формаһында үткәреү.

Мөғжизәләр яланы.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә рус мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары алдында ҙур проблема булып балаларҙы башҡортса иркен һөйләшергә өйрәтеү тора.

Һәр көн дәрес алдынан дежур уҡыусы бөгөнгө көн тураһында һөйләй, дәрескә кемдәр нисек әҙерләнгәндәрен әйтеп китә. Дәрестең аҙағында 5-6 минут билдәле бер темаға уҡыусылар үҙ - ара фекер алыша. Мәҫәлән, "Мин ғаиләмде бик яратам", "Минең яратҡан йәнлегем". "Тәмлекәйҙә ҡунаҡта", "Минең дуҫым", "Дауаханала", "Танышыу", "Китапханала" һәм башҡа темаларға әңгәмәләшәбеҙ. Теманы уҡыусылар үҙҙәре әйтә һәм әңгәмә ваҡытында гел башҡортса ғына һөйләшеү мәжбүри булып тора. Бында әңгәмәне алып барыусы юҡ, һәр кем үҙ фекерен әйтә.

Шулай уҡ, бик йыш булмаһа ла башҡорт теле дәрестәрендә "Әсәйемдең яратҡан йырҙары" тигән рубрика аҫтында эшләйбеҙ. Уҡыусылар үҙҙәренең әсәйҙәре йырлаған йырҙарҙа алып киләләр, һәм дәрестә өйрәнәбеҙ.

Уҡыусылар үҙҙәре уҡытыусы булырға ярата. Уҡытыусы булғас, ул башҡорт теле дәресендә русса һөйләшә алмай, гел башҡортса ғына һөйләшә. Дәрес алдынан башта уҡыусыға ниндәй тема һәм ниндәй эштәр буласағы тураһында аңлатыла, ә дәрес ваҡытында уҡытыусы уҡыусыға әйләнә. Был эштә балаларҙың башҡортса аралашыуында ыңғай һөҙөмтә бирә. Бындай дәрестәрҙе балалар көтөп алалар уларҙың бөтәһенең дә уҡытыусы булғыһы килә. Мәҫәлән, класта Фазлыева Лилиә уҡытыусы булырға ярата, бер яңылышмайынса башҡортса дәрес алып бара. Ошо класта башҡортса бик һөйләшергә теләмәгән Мөхәмәтдинов Раил да тырыша, сөнки Лилиә тейешле һорауҙар ҡуя белә. Мәҫәлән, "Минең әсәйем" тигән темаға уҡыусылар күмәкләп һөйләм төҙөйҙәр һәм таҡтаға сығып яҙалар. Ә Раил бер һөйләмдә төҙөмәй, Лилиә түҙмәне : "Һин, Раил, әсәйеңде яратмайһыңмы ни? Ниңә бер матур һөйләм дә әйтмәйһең",-ти. Бына ошо уҡыусы ла дәрескә ҡушылып китте лә: "Минең әсәйемдең күҙҙәре ҡара муйыл төҫөндә, улар гел йылмая", - тип әйтеп ҡуйҙы.

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен нисек уҡытһаң уңышлыраҡ була?

Мин башҡорт телен һәр ваҡыт рус теле менән сағыштырып уҡытам. Мәҫәлән, башҡортса теманы яҙғас уҡ, русса нисек булғанын һорайым, рус телендә уҡыусыларҙың был теманы ниндәй кимәлдә белгәнен асыҡлайым, шунан һуң ғына тема башҡорт телендә аңлатыла.

Телдәрҙе сағыштырыу, уларҙың үҙенсәлектәрен айыра алыу телде яҡшыраҡ үҙләштереүгә ярҙам итә. Рус һәм башҡорт теленең күпселек грамматик категориялары бер - береһенә оҡшаш. Миҫалға, исемдәрҙең мәғәнәләре, килештә үҙгереше, ҡылымдарҙың һөйкәлештәре, сифат дәрәжәләре кеүек темаларҙы күрһәтергә була. Уларҙың рус теленә оҡшаш моменттарынан тыш, башҡорт теле өсөн генә хас булған мәғәнә биҙәктәре, яһалыу, үҙгәреү, ҡулланылыу үҙенсәлектәре бар. Ана шул үҙенсәлектәрҙе айыра алып телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтәм.

Мәктәптәге һәр бер бала дәрескә башҡорт телендә уҡырға теләп килһә, ул беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, ҙур мәртәбә. Уҡыусы ысын йөрәктән сыҡҡан матур хистәрен, күңел түрендәге тәрән кисерештәрен үҙ теле - башҡорт телендә аңлата, яҙа, һөйләй белә икән , халыҡтың үткәнен, бөгөнгөһөн белә, ярата, ә киләсәген үҙе һыҙа икән -беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы үтәнек тип әйтә алабыҙ.

© 2010-2022