Разработка урока на тему: Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары.

Маҡсат:

1. Һүҙҙең тамырын табырға, тамырҙаш һүҙҙәрҙе айыра белергә, ялғауҙар ярҙамында һүҙҙәр төҙөргә өйрәнеү.

2. Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөү һәләтен, иғтибарлығын, һүҙлек составын байытыу.

3. Уҡыусыларҙа үҙ теленә ҡарата һөйөү тәрбиә биреү.

Дәрес барышы.

  1. Инеш һүҙ.

Уҡытыусы:

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Уҡыусылар ( шиғырҙы экрандан уҡыйҙар)

Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Минән ҡоштар көнләшә,

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Мин ҡояшҡа тиңләшәм! ( 1 слайд)

2.Фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Уҡыусылар китаптың 202-ce,203-сө битендәге 3-сө күнегеүҙе бергә ҡысҡырып уҡыйҙар.

Йөрөнөләр

Йөрөштөрҙөләр

Йөрөштөргөләнеләр

Йөрөштөргөләштеләр

Йөрөштөргөләштерҙеләр. ( 2 слайд)

Тормош

Тормошобоҙ

Тормошобоҙҙоҡо

Тормошобоҙҙоҡоноң. (3 слайд)

5-се күнегеүҙәге теш арбау һамағын бер нисә уҡыусы уҡып сыға.

Афарин! Бөгөн дә туған телебеҙҙең серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ йәнә әсә телебеҙҙең төрлө мәғәнә нескәлектәрен, ҙур мөмкинлектәрен күрербеҙ.

Борон-борон заманда ағас тамыры менән һүҙ тамыры осрашҡандар,ти.

-Һаумы, мин - тамыр. Ә һин кем ?-тигән ағас тамыры.

- Мин дә тамыр! - тигән һүҙ тамыры.

-Һин ниндәй тамыр инде? Минән ҙур ағастар үҫә,ә һинән ни үҫә ала һуң?-тигән ағас тамыры.

-Минән яңа һүҙҙәр үҫә ала,- тигән һүҙ тамыры һәм кешеләргә өндәшкән:

Мине сәсегеҙ, мин ҙур булып үҫәрмен.Һеҙгә көс һәм дәрт биреп торормон,-тигән. Кешеләр һүҙҙе ергә сәсәкәндәр. Шунан һуң "һүҙ" тамыры ҙурайған,киңәйгән, бар донъяға таралған.

3.Проблемалы ситуация тыуҙырыу.

Балалар, был әкиәттә нимәләр тураһында һүҙ барҙы инде? (тамырҙар)

Нимә ул тамыр?

Нимәләрҙең тамыры була? ( үҫемлектәрҙең, ағастарҙың.) (4 слайд)

Хайуандарҙың, кешеләрҙең тәнендә йөрөй торған каналдар-ҡан тамырҙары тип а

тала (5 слайд)

Теш тамыры ( корень зуба) (6слайд)

4.Яңы темаға күҫеү.

Бына беҙ төрлө нимәләрҙең тамырҙарын ҡараныҡ, ә хәҙер,уҡыусылар, беҙ, һүҙҙең тамырына күҫәйек.

Шулай итеп бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы- "Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары".(6 слайд)

Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ иғтибар менән тыңлайбыҙ! ( теманы аңлатам, ҡағиҙәләрҙе дәфтәргә яҙҙыра барам)

Башҡорт телендә һүҙ тамырҙан йәки тамыр менән ялғауҙан торорға мөмкин. Һүҙҙең төп мәғәнәһен аңлатҡан һәм бүленмәй торған өлөшө тамыр була: ҡурай, өй, үлән, дәфтәр, китап.

Телдә айырым ҡулланмайынса, һүҙгә ҡушылып, яңы һүҙ яһаусы, уның формаһын үҙгәртеүсе өлөшө ялғау була. Мәҫәлән: балаларҙы- бала ( тамыр) + лар ( ялғау) + ҙы ( ялғау). Ялғауҙар үҙҙәре генә айырым мәғәнә аңлатмай. Улар ике төрлө була: яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғау. ( 7 слайд)

Яһаусы ялғау

Үҙгәртеүсе ялғау

Урман - урмансы, урманлыҡ. Бесән-бесәнсе, бесәнлек.

Төш-тә әсәй-ҙе күр-ҙем (тә, ҙе, ҙем - уҙгәртеүсе ялғауҙар)

Иркәләү, кесерәйтеү ялғауҙары: мал-ҡай, бала-ҡай, ҡолон-саҡ.

Килеш ялғауҙары, эйәлек заты ялғауҙары, күплек, хәбәрлек ялғауҙары.

Сифаттарҙың,рәүештәрҙең дәрәжә ялғауҙары:

матур-ыраҡ, иркен-ләберәк, йәш-келт...

Ҡылымдың заман, зат, һан ялғауҙары.

Яһаусы ялғау һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, яңы лексик мәғәнә менән һүҙ яһай.

Һүҙгә ҡушылып, бер һүҙҙе икенсеһенә бәйләүсе ялғау үҙгәртеүсе ялғау тип атала.

5. Класс менән эш эшләү.

1) 125-се күнегеүҙе балалар дәфтәрҙәренә яҙып эшләйҙәр.( эшләп бөткәс бер уҡыусы уҡып сыға)

2)129-сы,131-се күнегеүҙәрҙе бергәләп таҡтала эләйбеҙ.

6. Үтелгәнде нығытыу. ( Уйын формаһында)

Афарин! Балалар, хәҙер үткән темабыҙҙы нығытып үтәйек.( Иҙәнгә,һәр береһенә ялғауҙар яҙылған, ҡағыҙҙан эшләнгән сәскәләр һәм япраҡтар теҙеп сығам. Дөрөҫ булмаған ялғауҙар ҙа ҡуям. Уҡыусыларҙы ике командаға бүлеп ярыштырам. Минең осраҡта- терпеләр һәм күбәләктәр командаһы. Күбәләктәр сәскәнән- сәскәгә осалар, ә терпеләр- япраҡ йыя. "Япраҡ" һәм " Сәскә" һүҙҙәренә ялғауҙар ҡушып, һәр уҡыусы үҙенең һүҙен таҡтаға яҙа бара. Командалар яҙып бөткәс, команданан берәр бала таҡтаға сығып,һәр һүҙҙәге ялғауҙарҙың ниндәй ялғау булыуын аңлата. Әлбиттә командалағы уҡыусылар ярҙам итә ала)

7.Дәресте йомғаҡлау.

Афарин,уҡыусылар! Бөгөнгө дәрестә беҙ башҡорт теленең ниндәй бай булыуын күрҙек. Бер тамыр һүҙгә, әллә ни күпме ялғауҙар ҡушып, һүҙҙәр барлыҡҡа килеүен белдек.

Уҡыусылар! Мин хәҙер һеҙгә венгр профессоры Йожеф Торманың башҡорт теле тураһында әйткән һүҙҙәрен уҡып китәм.

" Башҡорт теленең матурлығына, байлығына мин таң ҡалдым. Тик ҡайһы бер башҡорттарҙың туған телдәрен онотоуҙарын күреп, бик ҡайғырҙым.Меңәр йылдар төпкөлөнән бөгөнгәсә килеп еткән телде юғалтырға хаҡығыҙ бармы? Балалар менән ата- әсә, өләсәй, олатай башҡортса һөйләшергә тейеш.Һәр башҡорт үҙ теленең байлығын аңлап, ғорурланып,шул байлыҡты юғалтмайынса, түкмәй-сәсмәй, балаларына, ейәндәренә еткерһен ине"

Мин дә был теләктәргә ҡушылам һәм һеҙгә, уҡыусылар, үҙегеҙҙең телегеҙҙе онотмайса,тыуған Башҡортостаныбыҙҙы яратып, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Һәм дәресте шиғыр юлдары менән тамамлайым

Әсә телен белгәндең

Теле матур, бай булыр.

Белмәгәндең белеме

Һәм күңеле һай булыр.

8. Уҡыусыларҙы баһалайым.

9. Өй эше: 126,133-се күнегеүҙәр.

© 2010-2022