Рабочая программа Башкирский язык (2класс)

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 - се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Х. А.Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Ф.М. Ғиниәтуллина, Н.Н. Кинйәбулатова. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2014.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

Дәреслек: Х. А.Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Ф.М. Ғиниәтуллина, Н.Н. Кинйәбулатова. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2014.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

  1. Танып белеү маҡсаты

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

  1. Тәрбиәүи маҡсат

Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Башҡорт теленә генә хас булған үҙенсәлекле өн хәрефтәрҙе өйрәнеп, дөрөҫ уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Башҡорт телендә ҡуйылған һорауҙарҙы дөрөҫ ҡуйыу, яуап биреү; башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү, диалог һәм бәләкәй күләмле хәкәйәләр төҙөү. Һүрәттәр буйынса һөйләргә өйрәнеү. Шул ваҡытта ғына башҡорт теле - тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

2-се кластарҙа башҡорт теле йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

  • Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

  • Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

  • Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

  • Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

  • Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.

Икенсе кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе:

Башҡорт теленең алфавиты. Әә, Һһ, ң, Ҙҙ, Үү, Ҡҡ, Ғғ, Өө, ҫ өн хәрефтәренең әйтелеше, уҡылышы, хәрефтәрҙең яҙылышы

Ташышыу

Был мин

Минең ғаиләм

Мин нимә яратам?

Минең мәктәбем

Минең класым

Мин мәктәпкә йыйынам

Мин уҡыусы

Мин дәрестә

Мин дәрестән сыҡтым

Минең уйынсыҡтарым

Мин уйнарға яратам

Мин уйнарға сығам

Мин уйнарға сыҡтым

Миң кескәй дуҫтарым

Мин ял итәм

II класста:

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4. Тексты күсереп яҙыу. Һүҙлек диктанттар яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3. Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

  1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

  2. Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

"5"

Айырым билдәләр

Эстән уҡыу

30 - 40

100 - 120

35 - 40

Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Һүҙлек диктанты - 4

Күсереп яҙыу - 4

2-се класс, башҡорт теле

Дәрес темалары

Башҡортостан республикаһың этнокультураһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып

Маҡсат

Йыһазлау

Өйгә эш

Үтәсәк көнө

Факт. Үткән көнө

Иҫкәрмә

1

Танышыу. Һин кем? Әә өнө һәм хәрефе

Танышыу. Башҡорт телендә дөрөҫ һәм тулы яуап бирергә күнекмәләр буйынса өйрәтеү. Башҡорт телен үҙенсәлекле ӘӘ өн хәрефе менән танышыу. Яҙыу дәфтәрҙәрендә эш

Дәреслек

алфавит

Дәреслектән 3-4-се биттәрҙән уҡырға.

Башҡорт теленең алфавиты менән танышыу.

2

Һеҙ кем? Һһ өнө һәм хәрефе

Үҙенсәлекле башҡорт теленең Һһ өнө һәм хәрефе менән танышыу.

Эш дәфтәрҙәре

Дәреслектән 5-6-сы б. уҡырға.

Яңы һүҙҙәр: һаумы

Балалар

Һыу

Һут

уҡыусылар

3

Һинең исемең кем? ң өнө һәм хәрефе

Диалог төҙөп һөйләргә өйрәтеү, үҙенсәлекле ң өн һәрефен һүҙҙәрҙә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү

Дәреслек дәфтәр

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.

Әкиәттәр иҫкә төшөрөү

4

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙҙ өнө һәм хәрефен өйрәнеү

Ҙҙ өн хәрефен һүҙҙәрҙә дөрөҫ уҡыу, хәрефте яҙырға өйрәтеү. Һүрәт буйынса хикәйә төҙөп һөйләргә өйрәтеү

Дәреслек дәфтәр

12-се биттән уҡырға

Телмәр үҫтереү

5

Һиңә нисә йәш? Үү өнө һәм хәрефе

Үү өнө һәм хәрефен уҡырға яҙырға өйрәтеү. Һанарға өйрәтеү.


Дәреслек дәфтәр

3-сө күнегеү, 14-се биттән эшләргә

Түгел

Дуҫ

дуҫтар

6

Был мин. Тән өлштәре. Ҡҡ өнө һәм хәрефе

Тән өлштәрен башҡорт телендә атай белеү, ижектәрҙе дөрөҙ уҡыу һәм һүҙҙәр төҙөү.

Дәреслек дәфтәр

18-19-сы биттәрҙән уҡырға.

Китап артындағы һүҙлек менән эш.

7

Минең ғаиләм. Минең, һинең, уның.

Үҙ ғаиләң тураһында һөйләргә өйрәтеү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өн хәрефтәрен төгәл өйрәтеү

Дәреслек дәфтәр

Шиғыр ятларға, 22-бит

Атайым, әсәйем, апайым, һеңлем, ағайым, ҡустым

8

Бармы? Ғғ өнө

Бармы? Һорауына дөрөҫ яуап төҙөү. Ғғ өнө һәм хәрефен яҙырға һәм дөрөҫ уҡырға өйрәтеү.

Дәреслек дәфтәр

"Әсәйем" шиғырын уҡырға, 24-се бит.

-ғыс, -ығыҙ ялғауҙары

9

Нимә эшләй? Өө өнө һәм хәрефе

Ө өн хәрефе менән ижектәр уҡыу. Һүҙҙәр төҙөү. Диалогта ө өн хәрефен ҡулланып төҙөү.

Дәреслек дәфтәр

Кроссворд төҙөргә, 29-сы биттән.

Йөкмәтке һөйләү

10

Мин нимә яратам? ҫ өнө һәм хәрефе

Ҫ өнө һәм хәрефен дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәтеү. Үҙең тураһында һөйләргә

Дәреслек дәфтәр

Шиғыр ятларға, "Икмәк"

Иртәнге аш

Ашайым

Эсәм

Менән дуҫ

өҫтәл

11

Нимә менән?

Һорауҙа дөрөҫ яуап биреү, ризыҡтарҙы дөрөҫ әйтеү, һүрәт буйынса телмәр үҫтереү

Дәреслек дәфтәр

2-се күнегеүҙе яҙып эшләргә. 33-сө бит.

Бысаҡ

Сәнске

Ҡалаҡ

Сынаяҡ

Таба

Балғалаҡ

Эҫе

Еңел

үткер

12

Минең мәктәбем

Мәктәп ниндәй? Кеүек һорауһарға яуап биреү. Үҙенсәлекле башҡорт өн хәрефтәрен һүҙҙәрҙә ҡулланыу.

Дәреслек дәфтәр

5-се күнегеү, 40-сы бит.

Яңы, ҙур һүҙҙәре менән һөйләм төҙөү

13

Минең класым.

Кемдеке? һорауы

Класс ниндәй?

Дәреслек дәфтәр

5-се күнегеү, 46-сы биттән эшләргә.

Таҡта, аҡбур, өҫтәл, ишек, тәҙрә, иҙән

14

Мин уҡыусы. Мин дәрестә

Уҡыусы тураһында дөйөм мәғлүмәттәр һөйләү. Нисек? Һорауына яуап биреү.

Дәреслек дәфтәр

51-52-се б. уҡырға.

Нисек? Ҡайҙа ? һорауҙарына яуап биреү.

15

16

Мин дәрестән сыҡтым.

Нимә эшләйем?

Уҡыусы өсән ҡағиҙәләр буйынса һөйләшеү

Дәреслек дәфтәр

Һорауҙарға яуап бирергә, 56-сы бит.

Тәнәфес

Дәрес әҙерләйем

17

Минең уйынсыҡтарым. Нимә? Нимәләр?

Берлек, күплек ялғауҙарын сағыштырыу

Уйынсыҡтар аталышын ҡулланыу.

Дәреслек дәфтәр

3-сө күнегеү, 62-се бит.

Яратҡан уйынсыҡ тураһында һөйләргә.

17

18

Нимә эшләйбеҙ?

Ниндәй?

Нимә эшләмә?

Ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү.

Дәреслек дәфтәр

Тасуири уҡырға, 3-сө күнегеү.

Шыршы биҙәйбеҙ

Йырлайбыҙ

уйнайбыҙ

19

20

Мин уйнарға яратам. Нимә эшләйбеҙ

Тема буйынса т үҫтереү, "Тыш ҡуа!" шиғыр. Йыр итеп йырлау.

Дәреслек дәфтәр

74-75-биттәрҙән уҡырға.

Яҙыу дәфтәрҙәрендә эш

21

22

Мин уйнарға сығам

Миңә нимә кәрәк?

Бүрек, тун, итек, быйма, салбар, бейәләй, ойоҡ кеүек яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Дәреслек дәфтәр

4-се күнегеүҙе эшләргә.

2-сек күнегеүҙе башҡорт теленә тәржемә итеү.

23

24

Мин уйнарға сыҡтым.

Нисәнсе?

-енсе, -нсе,

-өнсө, -ынсы,

-сы ялғауҙары менән һүҙҙәр төҙөү, телмәр үҫтереү

Дәреслек дәфтәр

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Төркөмдәрҙә эш

25

26

Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә?

Һорауҙарға тулы һәм дөрөҫ яуап биреү, телмәр үҫтереү.Башҡортостан тәбиғәтенең ҡышҡы үҙгәрешен һөйләү.

Дәреслек дәфтәр

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.

Ялбыр йөнлө, йөнтәҫ, йомшаҡ,

Маңлай, таптар, тоҡом, битен йыуа, тәрбиәләй

27

28

Ни эшләй?

Мин ял итәм. Ҡайҙа?

Ял итеү ваҡытында нимәләр эшләгәнде һөйләргә, Ни эшләй? Ҡайҙа? Һорауҙарына яуап биреү.

Дәреслек дәфтәр

Йомаҡтар алып килергә.

Телмәр үҫтереү

29

30

Ҡайҙан? Ҡасан? Ҡайҙа?

Ҡайҙан? Ҡасан? Ҡайҙа? Һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү, Башҡортостан ҡоштары тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Дәреслек дәфтәр

Г. Юнысова

" Ҡарлуғас" шиғырын ятларға.

" Кәкүк менән Өлфәт" шиғырын тасуири уҡыу

31

32

Был нимә? Нимәгә?

Был нимә? Нисәгә? Һорауҙарына яуап биреү. Бирелгән һорауҙарға яуап биреү.

Дәреслек дәфтәр

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

33

Ҡасан? Нимә менән?

Нимә эшләйбеҙ?

Ҡасан? Нимә менән?

Нимә эшләйбеҙ? Һорауҙарына яуап биреү. Телмәр үҫтереү.

Дәреслек дәфтәр

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.

"Һыу төшкәндә" ҡулланылған ҡағиҙәрәрҙе ҡабатлау.

34

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгән темаларҙы дөйөмләштереп ҡабатлау.

Дәреслек дәфтәр

Өйрәнгән һүҙҙәрҙе дөйөмләштереп ҡабатларға.

Һүрәттәр буйынса телмәр үҫтереү.



© 2010-2022