Сценарий мероприятия по башкирскому языку М. Карим Урманда

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Сценарий мероприятия по башкирскому языку М. Карим Урманда.


Сәхнәлә өләсәй менән ейәнсәр һәм күрше ҡыҙы.

Алһыу. Өләсәй, яраймы беҙ урманға сәскәләр йыйырға Әлиә менән барабыҙ.

Өләсәй. Балаҡайҙарым, барығыҙ. Ләкин йыраҡ китмәгеҙ. Урман ситендә генә йыйығыҙ.

Әлиә. Юҡ, юҡ Яҡын әбей унда бит бүреләр ҙә, айыуҙар ҙа бар, беҙ урман эсенә кермәйбеҙ.

Өләсәй. Һыу янына ла яҡын бармағыҙ.

Алһыу. Ярай, өләсәй, беҙ һиңә матур сәскәләр йыйып ҡайтырбыҙ. Әлиә киттек.

Әлиә. Алһыу, ҡара әле нисек матур. Беҙҙең тәбиғәт шул тиклем гүзәл.

Алһыу.Эйә. Һин ишетәһеңме? Ниндәй ҡош ул һайрай? Туҡтап та тормай шундай моңло тауыш сығара.

Әлиә. Был һандуғас шикелле. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит Башҡортостан- һандуғастар иле.

Алһыу. Беҙҙең Башҡортостан ҡурай тигән музыкаль ҡоралы менән дә дан тота.

Әлиә. Ә иҫеңдәме, беҙҙең класташтарыбыҙ Эльвира менән Эльза "Ҡурай" тигән матур йыр

йырлағандар ине.

Эльвира һәм Эльза йыр башҡара.

Әлиә. Әйҙә сәскәләр йыя башлайыҡ һуңға ҡалырбыҙ, ҡайтарға ла кәрәк.

Алһыу. Туҡта өҙмә ле. Сәскәләр шундай матур, йәл бит. Мин хәҙер һиңә

Мостай Кәримдең "Урманда" тигән әҫәрен һөйләйем,

ә һин тыңлағас уйлап ҡара, беҙ дөрөҫ эшләйбеҙме.

Әлиә. Ммм - м - м ...(илай)

Алһыу. Ни өсөн илайһың?

Әлиә. Сәскәләрҙе йәл.

Алһыу. Илама, әле өҙмәнек бит.

Әлиә. Беҙ өҙмәһәктә, башҡалар өҙәләр бит.

Алһыу. Ә беҙ барыһына ла һөйләрбеҙ. Һәр кеше белһен сәскәләрҙе өҙәргә

ярамай икәнен.

Әлиә. Дөрөҫ әйтәһең, беҙҙең дуҫтар күп бит. Улар һәр береһе ата- әсәләргә,

таныштарына һөйләһә кешеләр аңлар ине.

Алһыу. Шулай, Әлиә, беҙҙең дуҫтар күп. Иҫеңдәме. Алина менән Элина

"Минең дуҫым бар" тигән йырын шәп йырланылар.

Алина менән Элина йыр башҡара.

Әлиә. Алһыу беҙ ниндәй йылға янына килеп еттек.

Алһыу. Был Дим йылғаһы.

Әлиә. Йылға янына яҡын бармайыҡ. Ҡара, ниндәй киң йылға,

төшөп китәрбеҙ.

Ҡотҡарырға яҡында кеше лә юҡ.

Альбина. Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар.

Алһыу. Был бит Альбина Әнүәрҙең һеңлеһе.

Әлиә. Альбина һин бында нимә эшләйһең?

Альбина. Мин ағайым менән килдем. Ул ана тегендә балыҡ тота.

Апалар, һеҙ Дим йылғаһы тураһында

һөйләштегеҙме.

Алһыу. Эйе, уның матурлығы тураһында.

Альбина. Ә мин Мостай Кәримдең "Дим йылғаһы" тигән шиғыр беләм.

Әлиә. Әйҙә ле беҙгә һөйлә.

Хакимова Альбина "Дим йылғаһы"

шиғырҙы башҡара.

Әнүәр. Сәләм, ҡыҙҙар, һеҙ бында нимә эшләйһегеҙ?

Алһыу. Беҙ сәскәләр йыярға килдек тә ул, йыйманыҡ. Мостай Кәримдең хикәйәһен иҫкә төшөрҙөк.

Әнүәр. Мостай ағай дөрөҫ яҙа ул. Мин дә уның шиғырын һөйләп китәйем.

Әлиә. Бик матур һөйләнең, Әнүәр. Һеҙ барығыҙ ҙа шулай матур һөйләнегеҙ. Мин дә бейеп күрһәтәйем.

Әлиә башҡорт бейеүен башҡара.

Алһыу. Афарин, Әлиә.

Әнүәр. Бейенек, йырланыҡ, шиғырҙар, хикәйәләр һөйләнек ҡайтарға кәрәк инде. Ана тегендә ҡара болоттар күренә,

ямғыр килә шикелле. Әйҙәгеҙ өйгә ҡайтырға ашығайыҡ.

Алһыу. Өләсәй ҙә юғалтҡандыр инде.













© 2010-2022