Рабочая программа по башкирскому языку за 1 класс

Раздел Другое
Класс 1 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ЛИЦЕЙ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Рассмотрено на Согласовано: Утверждаю:

заседании ШМО Зам. директора по УВР: Директор МБОУ

Протокол №_1_ _____________ лицея с. Месягутово

от 21.08.2015 г. Н.Ю. Насибуллина _________________

Руководитель ШМО: от 22.08.2015 г.

А.Л.Неустроев

____________ Приказ №163-а

Р.М. Янова от 24.08.2015 г.



РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

по родному (башкирскому) языку и литературе

для 1 а,г, классов

на 2015-2016 учебный год


Составлена на основе:

- Федерального государственного стандарта начального общего образования (приказ МО и НРФ №373 от 06.10.2009г.);
- примерный основной образовательной программы начального общего образования (одобрена решением Федерального учебно-методического объединения по общему образованию, протокол №1/15 от 08.04.2015г.
- 3 варианта недельного учебного плана начального общего образования на 2015-2016 учебный год;
-программы к учебному пособию « Башкирский язык» для учащихся башкир 2 класса школ с русским языком обучения, (стандарты второго поколения) Китап, Уфа-2015г.Составители программы: Ф.Ф. Муртазина, З.Г. Нафикова

Рабочую программу составила
Халилова Лейсан Мансуровна

учитель башкирского языка и

литературы первой категории

Месягутово - 2015


Аңлатма яҙыу

Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 1-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы (Мәғариф Министерствоһы һәм Ғилми Рәсәй Федерацияһы бойороғо №373, 06.10.2009 й., №1241, 26.11.2010й.); яҡынса башланғыс белем биреү программаһы( Федераль уҡытыу- методик бүлеге менән хупланған, протокол №1/15, 08.04.2015й.; 2015-2016 уҡыу йылының аҙналыҡ башланғыс дөйөм уҡыу планының өсөнсө варианты; Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары" буйынса төҙөлдө. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф.- Өфө: Китап,2011.

Дәреслек: Х.А.Толомбаев , М.С. Дәүләтшина "Бүләк: урыҫ мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн әлифба - Өфө Китап. 2014 й.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Дәрестәрҙә яңы технологиялар (үҫтереүсе уҡытыу, проблемалы, проектлау) һәм уйындар ҡулланыла.

Федераль уҡыу планы буйынса 99 сәғәт бүленгән, аҙнаһына 3 сәғәт ,Мәсәғүт лицейының уҡыу планы буйынса ла 99 сәғәткә бүленгән, аҙнаһына 3 сәғәт.

1-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлгән.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы дөйөм бер документты тәшкил итә һәм биш бүлектән тора: аңлатма;уҡытыу предметына дөйөм характеристика; уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе; уҡыусыларҙың белем күнекмәләренә талаптар; календарь - тематик план.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсатары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • «Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

1 класта башҡорт телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

-Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

-Башҡорт теленең фонетик,лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

-Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

-Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

-Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренкле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:

1.Башҡорт теленең бөтәөндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

5. Әкиәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.

7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.

8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тема

Сәғәт һаны

план

буйынса

диктант

1

Предмет.Тирә-йүндәге предметтар Башҡортостан

16

2

Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә?Күпме? һорауҙары.Рәт һандары Нисәнсе? Һорауы.1-10 тиклем һандар. Ниндәй? Һорауы Нимә? Нимәләр? Нимә менән? Һорауҙары. Өн моделе

13

3

Тән өлөштәре. Нәҙек,ҡалын ижектәр, уларҙың моделе. Һөйләм киҫәктәре"Беҙҙең ғаилә" темаһы буйынса телмәр үҫтереү

7

4

Өҫ кейемдәре. Логик баҫым

Хәбәр һөйләмдәр

2

5

Аяҡ кейемдәре. Логик баҫым. Һорау һөйләмдәр

2

6

Кейектәр. Текстағы һөйләмдәрҙең мәғәнәүи бәйләнеше

3

7

Ҡыш.Яңы йыл.Уйын. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

3

8

Башҡорт алфавиты. Ҡабатлау һәм нығытыу. Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау

20

9

Балалар өсөн яҙған шағирҙар, яҙыусылар.Уларҙың әҫәрҙәре

30

10

Ҡабатлау,йомғаҡлау.Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау

3

1

11

Бөтәһе

99

1

Телдән әҙерлек курсы (43 сәғәт)

Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, ижектә, һүҙҙә нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрҙең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.

Әлифба осоро (17 сәғәт)

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай һәм айыра белергә күнектереү.

Башҡорт теленең бөтәөндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Әлифбанан һуңғы осор (39 сәғәт)

Балаларҙы уҡырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

Әкиәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.

Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.

Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.

Предмет.Тирә-йүндәге предметтар Башҡортостан (16)

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында бирелгән хәрефтәр элементтарын тоташтырырға өйрәнеү.Картина буйынса һөйләү,таныш предметтарҙы табып әйтеү. Һорау бирергә,һорауҙарға яуап бирергә диалог төҙөргә өйрәнеү.Уҡытыусының һорауҙарын аңлап,уларға яуап биреү.

Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә?Күпме? һорауҙары.Рәт һандары Нисәнсе? Һорауы.1-10 тиклем һандар. Ниндәй? Һорауы Нимә? Нимәләр? Нимә менән? Һорауҙары. Өн моделе (13)

Эш дәфтәрендә һанлы һүрәттәрҙе буяу. Башҡортса һанарға өйрәнеү

Картина буйынса һөйләү

Тән өлөштәре. Нәҙек,ҡалын ижектәр, уларҙың моделе. Һөйләм киҫәктәре"Беҙҙең ғаилә" темаһы буйынса телмәр үҫтереү (7)

Нәҙек,ҡалын ижектәр.Уларҙың моделе. Һөйләм киҫәктәре

Өҫ кейемдәре. Логик баҫым. Хәбәр һөйләмдәр (2)

Аяҡ кейемдәре. Логик баҫым. Һорау һөйләмдәр (2)

Кейектәр. Текстағы һөйләмдәрҙең мәғәнәүи бәйләнеше (3)

Башҡорт алфавиты Ҡабатлау һәм нығытыу. Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау (17)

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу

Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Башҡорт телендәге һуҙынҡыларҙы рус телендәгеләр менән сағыштырыу һәм айырмаларын күрһәтеү

Балалар өсөн яҙған шағирҙар, яҙыусылар.Уларҙың әҫәрҙәре (30)

Шағирәнең биографияһын өйрәнеү. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү

Ҡабатлау,йомғаҡлау.Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау (3)

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. Ғәбитова З.М. Өфө: Китап, 2009

2.Грамматика башкирского языка в таблицах и схемах. Усманова М.Т.. - Уфа: Китап, 2007

3.Башҡорт теле.ru: интенсив курс. Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Ф.Г.Хисамитдинова, М.Г.Усманова, Л.Ф.Муталова, һ.б.- Өфө: ГУП «ГРИ Башҡортостан», 2006

4.Башҡорт теле.ru: уҡыу өсөн текстар. Башҡорт телен өйрәнеүселәргә телмәр үҫтереү өсөн текстар йыйынтығы. С.Т.Ғәлина. - Өфө: 2007.

5.Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2007.

6.Башкирский язык для начинающих. Хисамитдинова Ф.Г. и др. - Уфа: Башк.кн.изд-во, 1991

7.Русско - башкирский словарь.З.Г. Ураксин, Ю.З. Ураксин- Уфа:Китап,2007

8.Өләсәйем һандығы. Милли байрамдар, йолалар үткәреү өсөн сценарийҙар. Алдырханова Ә.Р. - Өфө: Китап, 2008

9.Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма. З.Ғ. Нафиҡова,- Өфө; Китап, 2010

10. Республика балалар-үҫмерҙәр журналы «Аманат»

11.Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Усманова М.Г., Ғәбитова З.М. Өфө: Китап, 2009

12.Я читаю по-башкирски.Книга для чтения со словаремЗ.Ф. Абубакирова Уфа:НМЦ "Педкнига", 2007

13.Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2009.

14.Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2007.

15.Рәшит Ниғмәти, Ғ.Сәләм, Назар Нәжми. Һайланма әҫәрҙәр. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2009







1 аг класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән календарь-тематик план

Йылына 99 сәғәт

Аҙнаһына 3 сәғәт

Тема

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Эшмәкәрлек төрө

Сәғәт һаны

Дата

План буйынса

Үткәрелгән көнө

Беренсе сирек-26 дәрес


1

Башҡортостан Предмет.
Тирә-йүндәге предметтар.

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында бирелгән хәрефтәр элементтарын тоташтырырға өйрәнеү.Картина буйынса һөйләү,таныш предметтарҙы табып әйтеү.

Уҡытыусының һорауҙарын аңлап,уларға яуап биреү.Башҡортостан тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү. (Картинала нимәләр күрәһегеҙ?Республиканың төп халҡын кемдәр тәшкил итә?Башҡорт халҡы ниндәй? Һорауҙары тәҡдим ителә.)

Әңгәмә, һорауҙарға яуап биреү

1

2.09

2

Танышыу Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтарҙы тамғалау.

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында бирелгән хәреф элементтарын тоташтырыға өйрәнеү.

Тирә- яҡтағы предметтарҙы атау, уларҙы рус телендәге атамалар менән сағыштырыу

Үҙең менән таныштыра белеү.

Уҡыу, тасуири уҡыу

1

4.09

3

Уйындар. Кем ни эшләй?

Предметтың атамаһын,хәрәкәтен

белдергән һүҙҙәр.

Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү

Һорау бирергә,һорауҙарға яуап бирергә диалог төҙөргә өйрәнеү.Уҡытыусының һорауҙарын аңлап,уларға яуап биреү.

Үҙ аллы эш

1

7.09

4

Беҙ-уҡыусылар.Һөйләмдәрҙе шартлы билдәләр ярҙамында тамғалау. Һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу.

Шартлы билдәләрҙе дәфтәргә һыҙыу

"Мәктәп" темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөү

Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе,хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү

Әңгәмә, үҙ аллы эш

1

9.09

5

Беҙ мәктәптә.

Шартлы билдәләрҙе дәфтәргә һыҙыу

"Мәктәп" темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөү

Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе,хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү

сығыштар

1

11.09

6

Уҡыу әсбаптары.

Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

14.09

7

Һорау һөйләмдәге

интонация.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

16.09

8

Нимә? Ҡайҙа? һорауҙары.

Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып ижектәргә бүлеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.("Был нимә?Туп ҡайҙа ята?")

Үҙ аллы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

18.09

9

Уйынсыҡтар.

Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү

Һүҙ һәм ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү.

Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү.

Үҙ аллы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

21.09

10

3 ижекле һүҙҙәр

Рус һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

23.09

11

Беҙ һанай беләбеҙ.

Эш дәфтәрендә һанлы һүрәттәрҙе буяу

Үҙ аллы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

25.09

12

Нисә?

Күпме? һорауҙары.

Эш дәфтәрендә һанлы һүрәттәрҙе буяу

Әңгәмә, сығыштар

1

28.09

13

Рәт һандары Нисәнсе? Һорауы.1-10 тиклем һандар

Башҡортса һанарға өйрәнеү

Картина буйынса һөйләү.

Үҙ аллы эш

1

30.09

14

Ниндәй төҫ матур?

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу

Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү.Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

2.10

15

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу

Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү.Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

5.10

16

Ниндәй? Һорауы

Төҫтәрҙе сағыштырыу

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу

Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү.Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

Үҙ аллы эш

1

7.10

17

Йәшелсәләр.

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу

Әңгәмә, үҙ аллы эш

1

9.10

18

Нимә?Нимәләр?

Нимә менән?Һорауҙары

Картина буйынса һөйләргә,һорау бирергә,һорауҙарға яуап бирергә,диалог төҙөргә өйрәнеү.

Яңы тема өҫтөндә эш, һорауҙарға яуаптар

1

12.10

19

Емеш-еләктәр

Еләк-емеш исемдәрен үҙләштереү,уларҙың кеше организмына файҙалы яҡтарын билдәләү

.

Әҫәр буйынса план төҙөү, һөйләү

1

14.10

20

Нимә?Нимәләр?

Нимә менән?Һорауҙары

Картина буйынса һөйләргә,һорау бирергә,диалог төҙөргә өйрәнеү.Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау

Үҙ аллы эш, һорауҙарға яуаптар

1

16.10

21

Магазинда. Һөйләшеү

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу

Картина буйынса һөйләргә,һорау бирергә,диалог төҙөргә өйрәнеү.Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау

Тасуири уҡыу, әгәмә үткәреү

1

19.10

22

Ҡоштар.

Башҡортостандағы ҡоштар,уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү.Уҡытыусы уҡыған йомаҡты аңлау

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

21.10

23

һуҙынҡы өндәр.

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу.Рус теледәге өндәр менән сағыштырыу

Уҡыу, әгәмә

1

23.10

24

Нәҙек,ҡалын өндәр.

Уларҙың моделе.

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу.Рус теледәге өндәр менән сағыштырыу

сығыштар

1

26.10

25

Тән өлөштәре.

Тән өлөштәрен атай белеү

1

28.10

26

Нәҙек, ҡалын ижектәр. Уларҙың моделе.

Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айырыу Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделен төҙөү.

Үҙ аллы эш Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

30.10


II-сирек 22 сәғәт


1

Һөйләм киҫәктәре

Һөйләмдә һөйләм киҫәктәрен тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү.Һүрәттәр буйынса һөйләү.Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау

Әңгәмә, уҡыу

1

6.11

2

Көн режимы.

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу.Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү.

Көн режимы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә алыу.

сығыштар

1

9.11

3

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе.

Һөйләмдә һүҙҙәр һанын билдәләү.Айырым һөйләмдәрҙе айыра белеү

Тасуири уҡыу. Һорауҙарға яуаптар

1

11.11

4

Ғаилә.

Эш дәфтәрендә яҙыу.Ғаилә ағзалары тураһында һөйләү

сығыштар

1

13.11

5

Баҫым.

.Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәргә баҫым ҡуйылышына төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. йыу.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

16.11

6

Һүҙҙең өн моделе.

Һорау һүҙҙәргә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу.Уларҙы рус телендәге баҫым менән сағыштырыу һәм һығымта яһау.Һорау интонацияһын дөрөҫ ҡу

Тасуири уҡыу, реферат эшләү

1

18.11

7

"Беҙҙең ғаилә" темаһы буйынса телмәр үҫтереү

бүлектәргә бүлергә, йөкмәткеһен һөйләргә

1

20.11

8

Өҫ кейемдәре.

Интонация буйынса бүленгән һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, уларҙы әҫәрҙән таба алыу

Тема буйынса уҡытыусы һөйләгәндәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу һәм ҡабатлау.

Һорауҙарға яуап бирергә

1

23.11

9

Аяҡ кейемдәре.

Интонация буйынса бүленгән һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, уларҙы әҫәрҙән табыу.

Уҡыу, һөйләү

1

25.11

10

Йорт хайуандары.

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу

Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡ тәрбиәләү

сығыштар

1

27.11

11

Йорт ҡоштары.

Текстың тамамланған уй- фекерҙе аңлатыуын төшөндөрөү.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

2.12

12

Логик баҫым

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу.телмәрҙә логик баҫым ҡуя белеү.

ятларға әҙерләнеү

1

4.12

13

Нимә һорауына яуап биргән һүҙҙәр

Башҡорт һәм рус телендә нимә? Һорауының бирелеү үҙенсәлектәрен билдәләү

Етеҙ уҡыу

1

7.12

14

Хәбәр һөйләмдәр.

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

9.12

15

Логик баҫым.

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу.телмәрҙә логик баҫым ҡуя белеү.

Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү.

Уйын

1

11.12

16

Һорау һөйләмдәр.

Һорау һөйләмдәр төҙөү, уларҙы дөрөҫ интонация менән әйтеү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

14.12

17

Логик баҫым. Өндәү һөйләм

дәр

Өндәү һөйләмгә миҫалдар килтереү, уларҙы әҫәрҙән табыу.Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү.

Тасуири уҡырға өйрәнеү, ятларға әҙерләнеү

1

16.12

18

Текст менән танышыу

Нимә? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

Текстың тамамланған уй- фекерҙе аңлатыуын төшөндөрөү.

Башҡорт һәм рус телендә нимә? Һорауының бирелеү үҙенсәлектәрен билдәләү.Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

18.12

19

Кейектәр.

Башҡорт телендә нимә? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе айырыу.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе үҙгәреүҙән мәғәнә лә үҙгәреүен күҙәтеү.Йорт ҡоштарының исемдәрен хәтерҙә ҡалдырыу һәм уларҙы ҡарауҙа яуаплылыҡты арттырыу

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

21.12

20

Текст һәм мәғәнә яғынан бәйләнеше булмаған һөйләмдәр.

Текстағы һөйләмдәр.

Тәҡдим ителгән текст буйынса һүрәттәр төшөрөү. Рус телендәге кейек атамаларын башҡорт телендәге менән сағыштырыу

Автобиографияны һөйләү

1

23.12

21

Ҡыш.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү.Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү

һорауҙарға яуаптар

1

25.12

22

Яңы йыл. Ҡабатлау

Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү Автобиографияны һөйләү

1

28.12

III-сирек

29 дәрес


1

Йыр.

Башҡорт алфавиты

Хәрефтәрҙе алфавит тәртибендә әйтеү

Үҙең йәшәгән ҡала,ауыл,урам исемдәрен яҙыу,дөрөҫ яҙылышын иптәштәреңә аңлатыу

Кластағы уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу

Тормошта алфавиттың ҡасан һәм ҡайҙа кәрәк булыуын асыҡлау

Йырҙар өйрәнеү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

15.01

2

Оҫтаханала. "Олатайым-осоусы".

"Тимурсылар"."Эшсе".

А өн-хәрефе ике телдә лә

Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу

Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу

Башҡорт телендәге һуҙынҡыларҙы рус телендәгеләр менән сағыштырыу һәм айырмаларын күрһәтеү

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

18.01

3

О өн-хәрефе ике телдә лә

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

20.01

4

Ы өн-хәрефе ике телдә лә

Башҡорт телендәге һуҙынҡыларҙы рус телендәгеләр менән сағыштырыу һәм айырмаларын күрһәтеү

Тасуири уҡыу

1

22.01

5

Э өн-хәрефе ике телдә лә

Башҡорт телендәге һуҙынҡыларҙы рус телендәгеләр менән сағыштырыу һәм айырмаларын күрһәтеү

Хикәйә буйынса план төҙөргә, һорауҙарға яуап

1

25.01

6

Мәҡәл.

Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү

сығыштар

1

27.01

7

Әкиәт

Ә өн-хәрефе

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Артикуляцион күнекмәләрҙе автоматлаштырыу.

Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.Һүҙлек запасын байытыу

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

29.01

8

"Рәссамдар"

Ө өн-хәрефе

Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау.Ө өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү.Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү.Был профессия кешеләренең хеҙмәте менән танышыу.Данлыҡлы рәссамдар тураһында әңгәмә ҡороу

Тасуири уҡырға өйрәнеү, ятларға әҙерләнеү

1

1.02

9

"Егәрле балалар"

Ү өн-хәрефе

Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү.Ү-не У-нан айыра белеү.Үөнөнә һүҙҙәр уйлау.Уҡытыусы ярҙамында һығымта яһау.

Мәҡәлдәрҙе үҙләштереү

1

3.02

10

"Ҡурайсы Ҡасим" .

Ҡ өн-хәрефе.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.Өн-менән хәрефте айырыу.

Башҡорт халҡының милли музыка

ҡоралдары тураһында белемдәрен байытыу.

әңгәмә

1

5.02

11

"Ҡыш" .

Ҡ өн-хәрефе.

Өн менән хәрефте айыра белеү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

8.02

12

"Яланда."

Ғ өн-хәрефе

Ғ өнөн дөрөҫ әйтеү,улар менән һүҙҙәр уйлау. Рус телендәге г-нан

айырмаһын билдәләү

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

10.02

13

"Ғәтиә"

Ғ өн-хәрефе

Ғ өнөн дөрөҫ әйтеү,улар менән һүҙҙәр уйлау. Рус телендәге г-нан

айырмаһын билдәләү

Тасуири уҡыу

1

12.02

14

Ағастар.

Әйтелгән һүҙҙе яҙыу.Ғ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү

сығыштар

1

15.02

15

Һ өн-хәрефе.Һәйкәл.

Әйтелгән һүҙҙе яҙыу.Һ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

сығыштар

1

17.02

16

"Айҙар".

ҙ өн-хәрефе

ҙ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү.Һүҙҙә тартынҡы өндәрҙе билдәләре буйынса айырыу.

Башҡорт исемдәре менән танышыу


сығыштар

1

19.02

17

"Миңлебай ағай".

ң өн-хәрефе.

ң өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү

Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү

Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

24.02

18

"Оҫта"

ҫ өн-хәрефе

ҫ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү

Кем ул оҫта? Һорауына яуап биреү.Үҙ фекереңде әйтә белеү

Тасуири уҡыу, әҫәрҙең эстәлеген үҙләштереү

1

26.02

19

Ф.Туғыҙбаева.

"Бик мәрәкә."

Автор әҫәре менән танышыу.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

сығыштар

1

29.02

20

В өн-хәрефе

В өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектә

рен үҙләштереү.Рус һәм башҡорт телендә өндәрҙең әйтелешен сағыштырыу,уларҙың айырмаһын билдәләү.Өндөң һүҙҙәге урынына ҡарап әйтелешен күҙәтеү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

2.03

21

Ҡабатлау һәм нығытыу. Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау

Өн менән хәрефте айыра белеү. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.Һабын, йомаҡ һүҙҙәрендә өн һәм хәреф һанын билдәләү.Һүҙҙәге бер генә өндөң (хәрефтең) лексик мәғәнәне үҙгәртеүен күҙәтеү, сағыштырыу, билдәләү.

Башҡортса дөрөҫ уҡырға өйрәнеү.Һүҙлек запасын байытыу.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

4.03

22

Ф.Рәхимғолова "Яҙыу таныған кеше".

Һүҙҙерҙе дөрөҫ уҡыу

Текст буйынса эшләү күнекмәләрен үҙләштереү.

Етеҙ, шыма уҡырға өйрәнеү.

Һорауҙарға яуап алыу

1

7.03

23

Ф.Рәхимғолова "Әсәйгә бүләк". "Яҡшы һүҙҙәр"

"Ағай менән ҡусты"

Һүҙҙерҙе дөрөҫ уҡыу

Текст буйынса эшләү күнекмәләрен үҙләштереү.

Етеҙ, шыма уҡырға өйрәнеү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

9.03

24

Предметтың исемен бел

дереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

Предмет белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдән йә текстан таба белеү һәм һорауҙар ҡуйыу

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

11.03

25

Башҡортостан". "Герб". "Өфө".

Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу.Башҡортостан Республикаһы тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

14.03

26

"Матур Өфө ҡалаһы"

Башҡортостан Республикаһы тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

16.03

27

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

Телдән хикәйә төҙөү

1

18.03

28

М.Ғафури "Туғайҙа"

Халыҡ шағиры һәм уның әҫәре менән танышыу. Текст буйынса ойошторолған әңгәмәлә ҡатнашыу.

Уҡыу, һөйләү, ятларға әҙерләнеү

1

21.03

29

Предметтың билдәһен бел

дереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө миҡдарҙа килеүенә төшөнөү, уларҙы бер- береһе менән сағыштырыу һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу

Уҡыу, һөйләү, ятларға әҙерләнеү

1

23.03

I Vсирек 22 сәғәт


1

Г.Ғәлиева. "Йүкә балы". "Ҡымыҙ"

Предметтың исемен, билдәһен,эшен бел

дереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

Тирә- яҡтағы предметтарҙың исемен атау Бал, ҡымыҙ тураһында һөйләү

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра белеү.

сығыштар

1

4.04

2

М.Кәрим. "Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?"

М.Кәрим тураһында биографик белешмәне үҙләштереү.

Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

6.04

3

Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсереү.

Ҡағиҙә менән танышыу.

юлдан-юлға дөрөҫ күсереү.

1

8.04

4

Һанашмаҡтар.

Һанашмаҡтар менән танышыу. Уларҙы рус телендәге һанашмаҡтар менән сағыштырыу.

Әңгәмә, үҙ аллы эш

1

11.04

5

З.Биишева. "Ҡарға менән Төлкө".

Яҙыусының биографияһын һөйләү

Яңы тема өҫтөндә эш, һорауҙарға яуаптар

1

13.04

6

З.Биишева. Валсыҡ.

Һөйләмде текстан айыра белеү..

Әҫәр буйынса план төҙөү, һөйләү

1

15.04

7

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу,уларҙы текстан таба һәм айырмаһын күрә белеү,телмәрҙә ҡулланыу

Үҙ аллы эш, һорауҙарға яуаптар

1

18.04

8

К.Кинйәбулатова.

Әсәйем ҙур үҫкәнһең, ти.

Шағирәнең биографияһын өйрәнеү

Тасуири уҡыу, әгәмә үткәреү

1

20.04

9

К.Кинйәбулатова.

Ҡарар.Йомош.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

22.04

10

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу,уларҙы текстан таба һәм айырмаһын күрә белеү,телмәрҙә ҡулланыу

Уҡыу, әгәмә

1

25.04

11

А.Игебаев.Ҡурайым.

А.Игебаевтың биографияһы менән танышыу,уны үҙләштереү.

Шиғырҙарын тасуири уҡыу

Әҫәрҙән һорауҙарға яуап табыу.

сығыштар

1

27.04

12

Төҫтәр.

Сағыштырыу

Нимә ул сағыштырыу? Һорауына яуап биреү.

Төҫтәрҙе сағыштырыу.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

29.04

13

Р.Ғарипов.Тыуған

ил һәм тыуған ер.

Р.Ғариповтың биографияһы менән танышыу.Текст буйынса ҡоролған әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекреңде әйтеү,дәлилләү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

2.05

14

Тексты дөрөҫ күсереү

Тексты дөрөҫ күсереү күнекмәләрен булдырыу

Үҙ аллы эш

1

4.05

15

46.Әкиәттәр.

Ҡомһоҙ эт.


Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләү,һорауҙарға яуап биреү

Тасуири уҡыу. Һорауҙарға яуаптар

1

6.05

16

Шалҡан.Кәкүк.

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләү,һорауҙарға яуап биреү

Әңгәмә, уҡыу

1

11.05

17

Алдар. Һүрәт буйынса эш.

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләү,һорауҙарға яуап биреү

сығыштар

1

13.05

18

Салют.Еңеү.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашыу

Тәбиғәт ҡомартҡыларын белеү

Тасуири уҡыу. Һорауҙарға яуаптар

1

16.05

19

Асылыкүл.

Һүрәт буйынса эш.

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөү.

сығыштар

1

18.05

20

"Ҡалалар" Башҡорт һәм рус телдәрендә ҡала исемдәре.

Башҡортостан ҡалалары тураһында мәғлүмәтле булыу, уны байытыу, картанан табыу.

Белгәндәрен башҡорт телендә аудиторияға еткерә белеү

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

20.05

21

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлап

диктант яҙыу

Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы системаға һалыу.

Тасуири уҡыу, эшләү

1

23.05

22

Ҡабатлау, йомғаҡлау.

Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү

Таныш китаптың исемен, авторын әйтеү

Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен айыра белеү, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу.

Предметты, предметтың билдәһен, эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Һөйләмде дөрөҫ төҙөү.

бүлектәргә бүлергә, йөкмәткеһен һөйләргә

1

25.05



© 2010-2022