Асык дэрэс 3 класс

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:













































  1. АҢЛАТМА ЯҘЫУ

Эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән «Башҡорт теле 1-4» Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары/ төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Ф.Абдуллина һ.б. - Өфө: Китап, 2008 . /Икенсе быуын стандарттары /нигеҙендә төҙөлгән.

Был эш программаһында федераль һәм республика («Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы) закондары һәм талаптары тормошҡа ашырыла.Эш программаһы Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек 89мТоломбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслеге нигеҙендә эшләнде.

Маҡсаттар һәм бурыстар

Программаның төп маҡсаты булып, башҡорт телен балаларға уларҙың туған теле булараҡ өйрәтеү, тел аша уҡыусыларҙың аң- белем даирәһен тәрәнәйтеү, киңәйтеү.Балаларға көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн социаль тәжрибә тупларға ярҙам итеү тора, йәғни уларҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы йәшәй белгән, үҙ илен, халҡын яратҡан, тормошта үҙ урынын табып, күңеле яратҡан шөғөлө аша үҙенә ,ғаиләһенә яҡындарына, халҡына тоғро хеҙмәт иткән шәхес итеп тәрбиәләү тора.

Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәү фарыз:

  • балаларға башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды телмәр ағышынан айыра белергә, мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү/слушание/;

  • өндәрҙе ишетә һәм айыра белергә, үҙ- ара һәм ололар менән аралашҡанда уларҙы дөрөҫ әйтеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса тулы һөйләмдәр менән эҙмә-эҙлекле һөйләй белергә өйрәтеү/говорение/;

  • Башҡортса дөрөҫ итеп яҙырға һәм аңлап уҡырға өйрәтеү;

  • Башҡорт теле системаһына /фонетика ,лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация/ ҡағылышлы ябай ғына төшөнсәләрҙең айышына төшөндөрөү;

  • Уҡыу эшмәкәрлегенең төп өлөштәрен -уҡыу мәсьәләһен ҡуйып, уны сисеү эшен планлаштыра, ул эште башҡарыуҙы ойоштора һәм үтәй, аҙаҡ- үҙ эшен баһалай белеү һәләтен формалаштырыу;

  • Телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләк уятыу, тел аша халыҡтың үткәне, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.


II. УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНА ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА

"Башҡорт теле" 2-се класта башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота

Башҡорт әҙәбиәтендә мөһим урын алған әҫәрҙәр, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, әхлаҡи-этик нормалары, һәйбәт традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу күҙ уңында тотола.

2-се класта тел һәм уҡыу материалдары балаларҙың 1-се кластар2а алған белем һәм күнекмәләрен артабан ү6тереү, яңы һәм ҡатмарлыраҡә6әр2әр2е өйрәнеү нигеҙендә, уларҙың аҡыл, әхлаҡ, эстетик һәм дөйөм үҫешен юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреү йүнәлешендә бара. Балалар республиканың тәбиғәте, халҡыбыҙҙың тормошо һәм хеҙмәте, әхлаҡ һәм тәрбиә мәсьәләләренә арналған материалдар, балалар тормошонан эпизодтар, нимә яҡшы, нимә насар булыуы тураһында әҫәрҙәр менән тәрәнерәк танышалар. Шул уҡ ваҡытта бәйләнешле текст өҫтөндә лә эшләйҙәр: әҙәби әҫәрҙәрҙең төрҙәрен (хикәйә, шиғыр) практик айыра алыу, халыҡ ижады әҫәрҙәре (әкиәт, йомаҡ, мәҡәл) менән практик танышыу,текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар биреү, уның төп темаһын һәм фекерен билдәләү, персонаждарға үҙҡарашын белдереү, текстағы элементар һүрәтләү сараларын табыу һәм мәғәнәләрен асыҡлау, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләре бар.

Программала һәр класта балалар таныш булған йәки танышасаҡ әҙәби-музыкаль әҫрәҙәрҙең ижадсылары - композиторҙар, шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, артистар тураһында белешмә алалар.


2 класта башҡорттелен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде::

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • социомәҙәни компетенция;

  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.





III. УҠЫУ ПЛАНЫНДА ПРЕДМЕТ УРЫНЫ

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Салауат ҡалаһы «8-се лицей» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)











IV . УҠЫУ ПРЕДМЕТЫ ҠИММӘТТӘРЕ

Башҡорт телен өйрәнгәндә киләһе ҡиммәттәр өҫтөнлөк итә:

  • башҡорт халҡы күп быуаттар буйынса барлыҡҡа килтергән рухи мәҙәниәтте, тарихты үҙенеке итеп ҡабул итеү тойғоһон нығытыу;

  • туған тел аша милли ғорурлыҡ һәм үҙ халҡының тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләү;

  • патриотик тәрбиә биреү алымы аша интернациональ тойғолар уятыу, башҡа халыҡтарҙың теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ихтирам тәрбиәләү;

  • Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм, ғөмүмән, кешегә ихтирам, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү;

  • хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

  • дуҫлыҡ, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темалары курстың ҡиммәттәренә индерелде.





V.УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ ШӘХСӘН, МЕТАПРЕДМЕТ, ПРЕДМЕТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Шәхси һөҙөмтәләр:

  • Донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

  • Телде аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү.

  • Туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белә башлау;

Метапредмет һөҙөмтәләр:

Регулятив УУК

  • Уҡытыусы ярҙамында дәрескә маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу;

  • Эштәрҙең эҙмә-эҙлеклелеген билдәләү;

  • План буйынса эшләргә өйрәнеү.

Танып-белеү УУК

  • дәреслек менән эшләргә өйрәнеү;

  • Текстарға, иллюстрацияға ҡарата бирелгән һорауҙарға яуаптар табыу;

  • Эшләнгән эшкә һығымта эшләү.

Коммуникатив УУК

  • Үҙ фекерҙәрен яҙма һәм телдән әйтеү;

  • Уҡыусыларҙың, уҡытыусының телмәрен тыңлап аңлау;

  • Текстарҙы ҡысҡырып тасуири уҡыу һәм һөйләү;

  • Парлап, төркөмдә эшләү.

  • Баҫма текстарҙы күсереп яҙыу, бәләкәй күләмдәге һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

  • Хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙыу, тоташтырыу.

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.

Предмет һөҙөмтәләре :

  • өн һәм хәрефте айыра айыра белеү;

  • һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһай белеү;

  • ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөй белеү;

  • Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу;

  • Ни эшләй? Ни эшләне? Һорауҙарын ҡуллана белеү;

  • Ниндәй? ҡайһы? ҡайҙа? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү;

  • Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

  • Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу;

  • әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ тыңлау, кәрәк саҡта яуаптарын табыу, йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

  • Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, ҙ-ҡ һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан диктант итеп яҙыу;

  • таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу;

  • һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһен ҡуя белеү;

  • юлдан-юлға күсереү өсөн һүҙҙе өлөштәргә бүлеү;

  • һүҙҙәрҙе үҙләштерелгән ҡағиҙәләр ярҙамында дөрөҫ яҙыу, орфографик хаталарҙы табып төҙәтеү;

  • кешеләрҙең исем-шәрифен, фамилияларҙы, хайуандар ҡушаматын, географик атамаларҙы ҙур хәреф менән яҙыу;

  • интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра һәм телмәрҙә ҡуллана белеү





VI.УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ПРОГРАММАҺЫ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

II класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.

  1. Танышыу. 2- сәғәт.Һин кем? Был кем? Был нимә? һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү.Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу.Үҙең менән таныштыра белеү.

  2. Ғаилә.-1 сәғәт. Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү

  3. Нимә эшләй? -1 сәғәт. Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

  4. Мәктәп.Уҡыу әсбаптары. -1 сәғәт. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе

  5. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? -1 сәғәт. Беҙ һанарға өйрәнәбеҙ. Башҡортса һанарға өйрәнеү.Картина буйынса һөйләү. Диалог төҙөү. "Һан+исем (берлектә)" формулаһы буйынса һөйләү.

Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

  1. Төҫтәр. -1 сәғәт. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү.

  2. Уйынсыҡтар. -1 сәғәт. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү.Картина буйынса һөйләү.

  3. Тән өлөштәре. -2 сәғәт. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау. Тән өлөштәре атмаларын дөрөҫ әйтә белеү.

  4. Мин Башҡортостанда йәшәйем - 1 сәғәт. Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  5. Һиңә нимә кәрәк? -1 сәғәт. Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.


  1. Һин нимә эшләйһең? -1 сәғәт. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

  2. Был кемдең әйбере? -1 сәғәт.

  3. Ҡайҙа? Һорауы.-1 сәғәт. Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып, ижектәргә бүлеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. ("Был нимә? Туп ҡайҙа ята?)

  4. Беҙҙең мәктәп. -1 сәғәт. Мәктәп темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөй белеү.*өйләм (һорау, өндәү, хәбәр итеү)ҙе үҙ эсенә алыуын күҙәтеү һәм билдәләү.Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

  5. Был кемдең ...? -1 сәғәт. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

  6. Аҙна көндәре.- 3 сәғәт. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Аҙна көндәрен айыра белеү.( Был кемдең әйбере?)


  1. Аҙыҡ - түлек.-3 сәғәт .Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.


  1. Уйынсыҡтар. -1 сәғәт. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү.


  1. Һөнәрҙәр.- 2 сәғәт. Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

  2. Тән өлөштәре. -2 сәғәт. Тән өлөштәре атмаларын дөрөҫ әйтә белеү

  3. Беҙҙең баҡса. -2 сәғәт Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.


  1. Таҙалыҡ. Көн тәртибе.- 3 сәғәт. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.













VII. УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ ЭШМӘКӘРЛЕГЕН АСЫҠЛАУСЫ ТЕМАТИК ПЛАН


№ п/п

Дата

Д9рес тема8ы

с

Т5п эшм9к9рлек т5р29ре

План

Факт

План

Факт

План

Факт

1

01.09

04.09

03.09

Танышыу.*ин кем?Был кем? Был ним9?

Алфавит

1

Баш3орт телене4 алфавиты мен9н танышыу Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү.

%нд5 х9рефт9н айыра беле7. Тартын3ы 89м 8у2ын3ы 5нд9р2е д5р56 9йте7. Картина буйынса һөйләй, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының ("Был кем? Был ним9 ?) һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.

2

08.09

11.09

10.09

(й29 танышайы3! Кемдеке?

( 5н5 89м х9рефе

1

( 5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Үҙең менән таныштыра беле7. ("Кемдеке?) һорауына яуап биреү.

3

15.09

18.09

17.09

!аил9

% 5н5 89м х9рефе

1

Ө 5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Эш д9фт9ренд9 я2ыу

!аил9 а1залары тура8ында 85йл97.*орау2ар буйынса диалог т5257.

4

22.09

25.09

24.09

Ним9 эшл9й?

& 5н5 89м х9рефе

1

& 5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (Ним9 эшл9й??)

5

29.0

02.10

01.10

М9кт9п.У3ыу 9сбаптары.

@ 5н5 89м х9рефе

@ 5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. М9кт9п тема8ы буйынса 87229р2е 72л9штере7, 85йл9мд9р т525й беле7.*5йл9м (8орау, 5нд97, х9б9р ите7)2е 72 эсен9 алыуын к729те7 89м билд9л97.Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7.

6

06.10

16.10

15.10

Кем? Кемд9р? Ним9? Ним9л9р?

* 5н5 89м х9рефе

* 5н5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (Кем? Кемд9р? Ним9? Ним9л9р?)

7

13.10

23.10

22.10

Бе2 8анар1а 5йр9н9бе2.

! 5н5 89м х9рефе

! 5н5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Баш3ортса 8анар1а 5йр9не7.Картина буйынса һөйләү.Диалог төҙөү. "Һан+исем(берлектә)" формулаһы буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

8

20.10

30.10

29.10

Бе2 8анар1а 5йр9н9бе2.

! 5н5 89м х9рефе

# 5н5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Баш3а 5нд9р29н айырмалы я3тарын билд9л97. Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

9

27.10

06.11

05.11

Уйынсы3тар

4, 6 5н5 89м х9рефе

4,6 5н5н54 9йтеле7 72енс9лект9рен 72л9штере7. Баш3а 5нд9р29н айырмалы я3тарын билд9л97.*72 мен9н ижекте айыра беле7. *7229р2е ижект9рг9 б7леп 9йте7. Рус теленд9 89м баш3орт теленд9 87229р2е ижекк9 б7ле72е 5йр9не7 89м са1ыштырыу. Уйынсы3тар2ы д5р56 атау. Уйынсы3тар тема8ына б9йл9нешле текст т5257.

10

03.11

13.11

12.11

К7сереп я2ыу

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Текст буйынса у21арыл1ан 94г9м9л9 3атнашыу, 72 фекере4де 9йт9, д9лилл9й беле7.

11

10.11



27.11

26.11

Хаталар 56т5нд9 эш.Кемг9 ним9 к9р9к?

Хаталар 56т5нд9 эшл9рг9 5йр9не7. Кемг9 ним9 к9р9к? 8орау2арына яуап бир9 беле7

12

24.11

04.12

03.12

Т9н 5л5шт9ре

#алын, н92ек ижект9р2е айыра беле7. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау. Т9н 5л5шт9ре атмаларын д5р56 9йт9 беле7

13

01.12

11.12

10.12

Мин Башҡортостанда

йәшәйем

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Тормошта ҡасан һәм ҡайҙа алфавитты белеүҙең кәрәклеген аңлау. .*5йл9мд9 85йл9м ки69кт9рене4 т919йен урыны булыуын 72л9штере7.

Башҡортостан, тыуған ил тураһында мәғлүмәәт менән танышыу.

Уҡытыусы уҡығанын тыңлау һәм ҡабул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү.

14

08.12

18.11

17.12

Һиңә нимә кәрәк?

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен айыра беле7

15

15.12

25.12

24.12

Һин нимә эшләйһең?

Ҡылымдың 1-се, 2-се,3-сө заты

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (Һин нимә эшләйһең?)

16

22.12

15.01

14.01

Был кемдең әйбере?

Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауҙары

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. ( Был кемдең әйбере?)

17

29.12

22.01

21.01

Ҡайҙа? һорауы

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (Ҡайҙа? )

18

12.01

29.01

28.01

Беҙҙең мәктәп.

Ҡалын һәм нәҙек

Һуҙын3ылар

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. ( Был кемдең әйбере?)

19

19.01

05.02

04.02

Был кемдең ...?

Эйәлек алмаштары

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү. Эй9лек алмаштарын 3улланып Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, ( Был кемдең әйбере?)диалог төҙөргә 5йр9не7.?

20

26.01

12.02

11.02

8орау2ар1а яуаптар.

Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә 5йр9не7. А2на к5нд9рен айыра беле7.( Был кемдең әйбере?)

21

02.02

19.02

18.02

Мин бәхетле.

Эйәлек ялғауҙары.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү, ши1ыр2ы яттан 85йл9рг9 5йр9не7, Эй9лек алмаштарын 3улланып Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә беле7 ( Был кемдең әйбере?)

22

09.02

26.02

25.02

Б5г5н к5н нинд9й. А2на к5нд9ре.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.

23

16.02

11.03

10.03

Аҙыҡ - түлек.Кем нимә ярата?

Килеш ялғауҙары (төб.к.).

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.(Кемг9?)

24

23.02

18.03

17.03

Нимә менән? һорауы

Менән һүҙен практик ҡулланыу.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. һорауҙарға яуап бирергә, 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.(Ним9 мен9н?)

25

08.03

25.03

24.03

Аҙыҡ - түлек магазинында.

Нисә һум тора? һорауы.

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөрг9 5йр9не7, һорауҙарға яуап биреү.(Нисә һум тора?)

26

15.03

01.04

31.03

Уйынсыҡтар.

Зат ялғауҙары.

Уйынсы3тар2ы д5р56 атау. Уйынсы3тар тема8ына б9йл9нешле текст т5257.

27

22.03

08.04

07.04

Үҫкәс кем булаһың?

Нимә? Кем?

Ҡылымдың зат ялғауҙары.

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Үҫкәс кем булаһың? 85йл9ше729 3атнашыу. Ҡылымдың зат ялғауҙарын айырыра беле7

28

29.03

22.04

21.04

Тән өлөштәре.

Эйәлек ялғауҙары.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Эш д9фт9ренд9 я2ыу. һорауҙарға яуап бирергә, 5йр9не7. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.(Кемде4?)

29

05.04

29.04

28.04

Ҡайһы ерең ауырта?

Зат алмаштары.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү, зат алмаштарын 3улланып Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бир9 беле7

30

19.04

06.05

05.05

Беҙҙең баҡса.

Ниндәй? һорауы.

31

26.04

13.05

12.05

Һабын менән дуҫ бул.

Таҙалыҡ һаҡлау.

Ҡайҙа? Ҡайҙан? һорауҙары.

Һүҙҙәрҙе шыма аңлы һәм тасуири уҡыу.һорауҙарға яуап биреү.( Ҡайҙа? Ҡайҙан? Нисә һум тора?)

32

03.05

20.05

19.05

К7сереп я2ыу

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Текст буйынса у21арыл1ан 94г9м9л9 3атнашыу, 72 фекере4де 9йт9, д9лилл9й беле7.

33

10.05

24.05

23.05

Хаталар 56т5нд9 эш

Хаталар 56т5нд9 эшл9рг9 5йр9не7.

34

17.05

27.05

26.05

Ҡабатлау.




VIII.ПРОГРАММА ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘӘ ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН ҺӨҘӨМТӘЛӘРҘЕ БАҺАЛАУ

Телдән яуаптарҙы баһалау:

уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә тор4ан күнегеүҘәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1. "тулыһынса аңланы"

2. "өлөшсә аңланы"

3. "аңламаны"

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1.- тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, "5"ле ҡуйыла.

4 -се класта бәйләнешле һөйләү - 10-12 һөйләмдән тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;

- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,"4" ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

- 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;

- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, "3"лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

- паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, "2"ле ҡуйыла.

Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, "5"ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, "4" ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, "3" лө ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;

- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, "2" ле ҡуйыла.












КҮСЕРЕП ЯҘЫУ

Тупраҡһыҙ үҫте.

Әсәһе Фәриткә бер һуған бирҙе. Фәрит быяла һауытҡа һыу һалды. Шунда һуғанды ултыртты. Өс көн үтте. Һуған һыу эсенә ваҡ-ваҡ ҡына тамырҙар ебәрҙе. Өҫкә йәшел ҡыяҡтары үҫеп сыҡты. Фәрит һыуҙы йыш ҡына алмаштырҙы . Уҡытыусы апай биргән ашламаны һалып торҙо.













IX.УҠЫУ ПРОЦЕСЫН УҠЫУ-УҠЫТЫУ МЕТОДИК ҺӘМ МАТДИ -ТЕХНИК ТӘЬМИН ИТЕҮ

Уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар:

  1. Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. - Ижевск: «Книгоград», 2008.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010. ;Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2008.

  3. Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 класы өсөн "Башҡорт теле" д9реслеген9 методик к7р89тм9л9р. 1-2 кластар 5с5н диктанттар, изложениелар, ижади 89м контроль эшт9р. У3ытыусы 5с5н 3улланма.-%ф5:Китап, 2002.

Матди -техник ҡулланмалар;:

  1. принтер;

  2. проектор;

  3. магнитафон;

  4. таҡта;

  5. Сынбулатова Ф.Ш. Учебное электронное издание " Әлифба" для 1-го класса на башкирском языке, 2013

Әҙәбиәт исемлеге:

  1. Аҙнабаева Ф.Ғ., Нафиҡова З.Ғ. ,Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. - Өфө: 2010,

  2. Аҙнабаева Ф.Ғ, Сахипова З.Г., Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. Русско- башкирский учебный словарь. - Өфө;Китап, 2009.

  3. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.

  4. Баһаутдинова М.И. ,Йәғәфәрова Г.Н.Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар. -ӨфӨ:Китап,2010

  5. БаҺаутдинова М.И. ,Йәғәфәрова Г.Н. Интеллектуаль уйындар. -: Өфө, Китап, 2011

  6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө, 2009.

  7. Ғәбдрәхимова Л.М. Хәрефтәр донъяһында. - Өфө, Китап, 2009.

  8. Надршина Ф.А. Русско- башкирский словарь пословиц- эквивалентов. Уфа: Китап, 2008.

  9. Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.,Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. - Өфө, 2008.

  10. Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.,Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. - Өфө, 2008.

  11. Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. - Өфө, 2008.

  12. Толомбаев Х.А.,Ғиниатуллина Ф.М.,Башҡорт теленән дидактик материалдар: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2-се кластары өсөн.Өфө,:Китап,2008.

  13. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. - Өфө: Китап, 2007


Интернет- ресурстар:

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте saliramilya.ucoz.ru/index/bash_ort_tele_d_rest_rend_u_yusylar_a_belem_bire/0-187

  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙының сайты bashkir.jimdo.com/

  3. Программалар lib.podelise.ru/docs/56313/index-817-7.html

.

19


© 2010-2022