Выступление на темуРус мәктәптәрендә балаларға уйын аша башҡорт телен өйрәтеү

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Рус мәктәптәрендә балаларға уйын аша башҡорт телен өйрәтеү.

Рус мәктәптәрендә балаларға башҡорт телен өйрәтеү иң актуаль проблема булып ҡала. Башҡорт рухы телде яратыу, ихтирам тәрбиәләү - башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы. Ошоларҙы иҫәпкә алып, башҡорт телен ҡыҙыҡһындырырҙай ысул һәм алымдарҙы һәр уҡытыусы үҙ эшендә дөрөҫ итеп ҡулланырға тейеш.

Шуларҙың иң уңышлы ҡулланылған һәм телмәр үҫтереүҙә маҡсатҡа ирешеүсе алымдарҙың береһе - уйын.

Уйын - уҡыусы баланың төп эшмәкәрлеге, сөнки балаларҙың психик үҫешенә уйын эшмәкәрлегенең тәьҫире башҡаларҙыҡына (мәҫәлән, практик уҡыу эшмәкәрлегенә ҡарағанда) сағыштырғыһыҙ ҙур.

Мауыҡтырғыс, аңлайышлы һәм бала үҙе теләп башҡарған эшмәкәрлек булараҡ, уйын балаларға эске азатлыҡ хисен кисерергә, әйберҙәрҙең, хәрәкәттәрҙең һәм мөнәсәбәттәрҙең уларға буһонғанлығын тойорға мөмкинселек бирә һәм шуның менән балаларға шатлыҡ, кинәнес тойғолары килтерә.

Уйын балаларҙың аңын, иғтибарын, телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Уйын балаларҙың донъяны танып белеүҙең төп төрө булып тора. Шуға күрә уйындар аша уҡыусыларҙың телмәрен генә үҫтереү түгел, ә халҡыбыҙҙың боронғоһо, хәҙергеһе, ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу иң мөһим эш. Уйындар балаларҙы үҙҙәрен иркен тоторға, ҡыуыраҡ булырға өйрәтә.

Уйын формаһында бирелгән эштәр, күнегеүҙәр уҡыусының логик фекерләүен үҫтерә.

Дәрестәрҙә башватҡыс, шарада, кроссворд, чайнворд, ребус, серле яҙыуҙар, грамматик, фонетик, лексик уйындар алнырға (ҡулланырға) тейеш.

Уйындар уҡыусыларҙың дәрестә үҙаллы эшләй белә башлауҙарына, фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә.

Башҡорт телен, мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсөн телде фәҡәт практик күҙлектән сығып өйрәтергә кәрәк. уҡытыусының уҡыусыға телде өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатыу, предметҡа һәм телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусының дәрескә теләк менән йөрөүенә ирешеү бурыстарын иң алғы планға ҡуйырға тейеш.

Рус телле балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә уйын - уҡытыусы менән уҡысының үҙ-ара йылы аралашыуы һәм һис шикһеҙ, алыштырғыһыҙ алым.


© 2010-2022