Мостай Кәримдең «Ғүмергә бергә” әҫәрен өйрәнеү. 4-се класс

Тема: Мостай Кәримдең «Ғүмергә бергә” әҫәрен өйрәнеү. Маҡсат: 1) Тыуған илдең тарихы, халыҡтар дуҫлығы тураһында белемдәрен киңәйтеү, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү;          2) аңлы, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү;          3) Тыуған илгә, ергә, халыҡҡа һөйөү, дуҫлыҡ тойғоһо, бер-береңә ярҙам итеү теләге тәрбиәләү.     Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең портреты , уның китаптары, Өфө ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ монументы” һәйкәленең һүрәте, “Илем, Башҡортостаным” фотогәзите, Башҡортостан картаһы, компьютер, магнитофон.    
Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Мостай Кәримдең «Ғүмергә бергә" әҫәрен өйрәнеү.

Маҡсат: 1) Тыуған илдең тарихы, халыҡтар дуҫлығы тураһында белемдәрен киңәйтеү, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү;

2) аңлы, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү;

3) Тыуған илгә, ергә, халыҡҡа һөйөү, дуҫлыҡ тойғоһо, бер-береңә ярҙам итеү теләге тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең портреты , уның китаптары, Өфө ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ монументы" һәйкәленең һүрәте, "Илем, Башҡортостаным" фотогәзите, Башҡортостан картаһы, компьютер, магнитофон.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу.

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине, телем.

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

  1. Йыһазландырылған таҡтаға ҡарап, дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

3. Тын алыу күнегеүҙәре.

а) Тышта ниндәй саф һауа! Әйҙәгеҙ, ошо таҙа һауаны танау менән тәрән һулап сығарабыҙ.

б) Ҡулдарҙа ҡар бөртөктәре - уларға өрәбеҙ.

в) Тиҙәйткес.

Бишле билдә, бишле билдә,

Бишле билдә бик шәп шул!

Бишкә уҡып, гел тырышып,

Бишле генә алам шул.

  1. Яңы тема буйынса эш.

  1. Инеш әңгәмә. Уҡыусылар, беҙ ниндәй республикала йәшәбеҙ? Әйҙәгеҙ, Башҡортостан тураһында шиғырҙары иҫкә төшөрөп үтәйек.

( Ғариповтың "Башҡортостан" шиғыры)

Балалар, Башҡортостан тураһында һеҙ инша яҙҙығыҙ. Кем үҙенең иншаһын уҡып ишеттерә? Республикабыҙҙың баш ҡалаһын кем әйтә? Ә Өфөлә ниндәй иҫтәлекле һәм матур урындарҙы беләһегеҙ? Эйе, иң матур урындарҙың береһе - Дуҫлыҡ монументы. (Бына уның һүрәте.) Беҙҙең бөгөнгө дәрес ошо монумент эргәһендә үтәсәк.

Был монумент ҡасан төҙөлгән? Ул Башҡортостандың Рәсәй менән бергә йәшәүенә 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән. Уның скульпторҙары - М. Р. Бабурин, Г. П. Левицкая, ә архитекторҙары - Г. И. Гаврилов, Е. И. Кутерев. Ә бына йылда Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тула.

Балалар, әйҙәгеҙ, һүрәткә ҡарап, Дуҫлыҡ монументы баҫҡысы буйлап өҫкә күтәреләбеҙ икән, тип күҙ алдына килтерәйек. Унда беҙ кемдәрҙе күрәбеҙ? (Башҡорт һәм рус ҡыҙҙарын). Улар рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра. Монумент бронза һәм граниттан эшләнгән, шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй кейемдә икәнлеге күренмәй. Беҙ уларҙы мөғжизә күрербеҙ. Күҙегеҙҙе йомоғоҙ!1, 2, 31 Асығыҙ! (Рус һәм башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар класс бүлмәһенә инә.)

Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ҙур байрамдар һәм тантаналы саралар уҙа: Республика көнө, Ҡала көнө, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һ. б.

  1. Башҡортостандың халыҡ Мостай Кәрим, уның ижады, китап күргәҙмәһе менән таныштырыу. (Бер нисә әҫәренән өҙөк сәхнәләштереү).

5) Уҡытыусы Мостай Кәримдең "Ғүмергә бергә" әҫәрен тасуири уҡый. (Уҡыу алдынан һорау ҡуйыла.) Ни өсөн әҫәр "Ғүмергә бергә" тип атала?

6) Тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Ҡайһы урында шатландығыҙ? Ә ҡасан моңһоу булды?

7) Һүҙлек эше. (Таҡтаға яҙылған.) Таяныс, илсе, текә, йыйын, мөрәжәғәт иткәндәр. Был һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ.

8) Ял минуты.

Беҙҙең Башҡортостанда

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар.

Шулай бейей балалар,

Шулай ырғып алалар,

Шунан шыма ғына ултырып,

Тағы белем алалар.

(Шиғырҙың һәр бер һөйләменә ярашлы хәрәкәтләнеү.)

9) Уҡыу буйынса эш. а) 1-се абзац - яңғырауыҡлы уҡыу; б)2-се абзац - "буксир" менән уҡыу; в) 3-сө абзац - парлап уҡыу; 4-се абзац - хор менән уҡыу; ғ) сылбырлап уҡыу; д) "һорау-яуап" уйыны.

Башҡорт илселәре Мәскәүгә ни өсөн һәм ҡасан барғандар? Мәскәү юлын улар нисек үткәргәндәр? Мәскәү башҡорт илселәрен нисек ҡаршы алған? Дуҫлыҡ ҡасан һынала тип уйлайһың? Был әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Әҫәрҙең төп мәғәнәһе нимәлә?

10) Тасуири уҡыу конкурсы.

Уҡыусылар, әҫәрҙәрен үҙҙәренә оҡшаған өлөштө уҡып күрһәтә.

11) Төркөмдәрҙә эш. 1-се төркөмгә - "Башҡортостан улдары" темаһына билдәле геройҙарҙың исем-фамилияларын, 2-се төркөмгә тест һорауҙарына яуап яҙырға ("Башҡортостан" темаһына алдан әҙерләнеп ҡуйылған һорауҙар бирелә), 3-сө төркөмгә - Мәскәү тураһында һөйләм төҙөп яҙырға, 4-се төркөмгә - "Дуҫлыҡ" темаһына мәҡәлдәр яҙырға.

12. Ижади эш. (Компьютерҙан Башҡортостандың тәбиғәте тураһында һүрәттәр ҡарағандан һуң, уҡыусылар инша яҙа; был ваҡытта талғын ғына ҡурай моңо яңғырай.)

13. Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә беҙ нимә белдек? Мостай Кәримдең Ғүмергә бергә әҫәрен уҡып сыҡҡас, унан ниндәй яңылыҡ алдыҡ? Эйе, киләсәктә лә халыҡтар гел шулай бергә, дуҫ йәшәһен! Башҡортостаныбыҙ көндән-көн үҫһен, матурланһын, сәскә атһын!

14. Баһалау.

(Уҡыусылар бер-береһенә баһа ҡуя).

15. Өйгә эш. Халыҡтар дуҫлығы темаһына һүрәт төшөрөргә; Ғүмергә бергә әҫәренән дуҫлыҡ тураһында абзацты ятларға.

© 2010-2022