Диссертация на тему: Роберт Байымов ижады

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:











Йөкмәтке

Инеш………………………………………………………………..3«

Беренсе бүлек

Роберт Байымовтың хикәйә, повестарының идея - тематикаһы

Икенсе бүлек

Роберт Байымовтың «Сыбар шоңҡар» һәм «Каруан килә Бағдаттан» романдарының идея - художество үҙенсәлектәре

Өсөнсө бүлек

Роберт Байымовтың хикәйә повестарындағы һүрәтләү саралары

3.1. Ассоциатив һүрәтләү саралары

3.2. Лексик һүрәтләү саралары

Йомғаҡлау

Библиография





Инеш

Проблеманың өйрәнелеү кимәле

Башҡорт әҙәбиәте ғилеме формалашыуға тос өлөш индергән арҙаҡлы ғалимдарҙың береһе Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тынғыһыҙ педагогик хеҙмәте фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән тығыҙ үрелеп бара. Һәр бер яҙыусы үҙенең ҡабатланмаҫ ижады менән бүтәндәренән айырылып торған кеүек, ижадсы булараҡ Р.Байымовтың оригиналь художество донъяһы айырыуса әҙәби стиль тәңгәлендә баҙыҡ кәүҙәләнеш ала. Уның ижадына М.В.Зәйнуллин, Р.Ғ.Аҙнағолов, Ә.М.Сөләймәнов, М.Х.Иҙелбаев, З.Ә.Нурғәлин, З.Я.Шәрипова, И.К.Янбаев, Г. Н. Гәрәева, Ғ. М. Бүләкова, Л. Р. Кирәева, М. И. Ҡарабаев, Р. Д. Мостафина, Ә. М. Муллағолова, З. Ғ. Мырҙағолова, Ф. Б. Санъяров, Ф. Ш. Сибәғәтов, В. Ш. Хәкимова, Р. Д. Хөснуллина, З. М. Таһирова, Г. Ф. Рәхмәтуллина һәм башҡалар байҡау яһағандар. Роберт Байымовтың бер-бер артлы донъя күргән һәм киң ҡатлам яҙыусыларҙың оло һөйөүен яулап алған «Сарсау», «Бикле хазина», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ», «Позднее раскаяние», «Яуап бирер көн», «Төштәр ҡабатланмай» китаптарына ингән тиҫтәләгән хикәйәләрендә, повесть һәм романдарында ғәҙәти көнкүреш эсендә йәшәүсе ябай кешеләрҙең - оло һәм йәш быуын замандаштарыбыҙҙың тормошон рухи бөйөклөгендә психологик тәрән асыу оҫталығы күренә. Әҙиптең ижадын өйрәнеүгә уның ҡәләмдәштәре, студенттары, коллегалары күп көс һалған. Мәҫәлән, БДУ-ның профессоры Риф Барый улы Әхмәҙиев «Ижады заманға ауаздаш» тигән мәҡәләһен яҙа.

Диссертация эшенең актуаллеге

Һәр кем үҙ юлын үҙенсә үтә, ерҙә оҡшаш юлдар юҡ", - тигән көнсығыштың һүҙ оҫтаһы Хафиз. Айырым бер яҙыусы ижадын өйрәнеү уның тел байлығын асыҡларға ҙур мөмкинлектәр бирә. Күренекле прозаик һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, талантлы педагог Роберт Байымовтың әҫәрҙәре уҡымлы һәм тормошсан. Диссертация эшебеҙҙең темаһын "Роберт Байымов прозаһының идея - художество үҙенсәлектәре" тип алыуыбыҙ уның ижадына битараф булмауыбыҙға асыҡ миҫал. Ошо көнгәсә күренекле яҙыусының прозаһының теле буйынса бер ниндәй ҙә хеҙмәт яҙылмаған. Шуның менән эшебеҙ актуаль. Республикабыҙҙың һәм милләтебеҙҙең рухи һәм матди үҫешенә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы ғалим, танылған яҙыусы, әҙәбиәт ғилеменең һәм үҫешенә тос өлөш индергән шәхес, йәмәғәт эштәрен дә әүҙем алып бара.

Кешелек донъяһының иң бөйөк, иң изге, иң мөғжизәле ҡаҙанышы булараҡ, тел әҙәм балаһының уй - фекерен сағылдыра һәм бик тә һиҙгер, үтә һығылмалы һәм универсаль аралашыу ҡоралы булып хеҙмәт итә. Башҡорт әҙәбиәтендә алтын мираҫ ҡалдырған әҙиптәребеҙҙең береһе Роберт Байымовтың әҫәрҙәре төрлө яҡлап өйрәнелә килә. Һайлаған тема уҡыусыларҙа, уҡытыусыларҙа, профессор, ғалимдарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайбыҙ. Барыбыҙға ла мәғлүм: тел- айырым әҙәми заттарҙың көнитмешен генә түгел, ә тотош йәмғиәттең, хатта илдәр, дәүләттәрҙең йәшәйешен һәм артабанғы үҫешен үҙенсәлекле ойоштороусы ҡеүәтле сара ла ул. Ә инде яҙмаға теркәлгән һүҙҙең кешелек донъяһы өсөн әһәмиәтен тәфсирләп һөйләп тораһы ла юҡ. Яҙыусы, йәки шағирҙың ҡайһы яҡта тыуып үҫеүе, ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеүе лә бик ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Зәйнәп Биишеваларҙың повесть, хикәйәләренең теле бер-береһенән ныҡ айырылып тора.

Диссертация эшенең мәсьәләләре

-Матбуғат биттәрендә әле генә баҫылып сыҡҡан ғилми эштәр, тәнҡит материалдарын барлау.

-Киләсәк быуында әҙип ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Хеҙмәттең маҡсаты

-Роберт Байымов әҫәрҙәренең телен төрлө яҡлап өйрәнеү.

Төп методтар һәм алымдар

Әҫәрҙәренә конкрет анализ.

Тикшереүҙең өйрәнеү объекты

Роберт Байымовтың «Каруан килә Бағдаттан», «Сыбар шоңҡар», «Төштәр ҡабатланмай» тип аталған китаптарында тупланған роман, повесть, хикәйәләре.

Диссертацияның теоретик һәм методологик нигеҙен һуңғы йылдарҙа әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә танылыу тапҡан башҡорт ғалимдары хеҙмәттәрендә яҡланған фәнни-теоретик хеҙмәттәр тәшкил итә.

Хеҙмәттең фәнни яңылығы

Хәҙерге башҡорт прозаһының стиль тәбиғәтен эҙмә-эҙлекле, системалы анализлау хеҙмәттең төп яңылығы булып тора. Эштә бөгөнгө башҡорт прозаһының форма үҙенсәлектәренә һәм йөкмәтке тәбиғәтенә ҡағылышлы еоретик һығымталар яһала, әҫәрҙәрҙең дөйөм стиль тәбиғәтен билдәләүсе һыҙаттар асыҡлана. Ошо нигеҙҙә пьесаларҙың заманға ярашлы дөйөм художество-эстетик ҡиммәттәре билдәләнә.

Тикшереүҙең практик әһәмиәте

-хәҙерге башҡорт әҙәбиәте ғилемендә өйрәнелмәгән теманы башлап ебәрәбеҙ.

- фәнни эш башҡарып, түбәнге курс студенттарына өлгө итеп һалабыҙ.

Хеҙмәттең структураһы

Диссертация инештән ,төп өлөштән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.









Роберт Байымовтың хикәйә, повестарының идея - тематикаһы

Матурлыҡты тыуҙырыусы кешеләр айырылып торған, үҙҙәренә генә хас фекерләү ҡеүәһенә эйә. Мәҫәлән, өҫтәлдә ятҡан китаптың тышлығына иғтибар итмәй генә асылған биттәге әҫәргә күҙ һалып та күңелендә остоҡ ҡына ла әҙәбиәткә һөйөү йөрөткән кеше быны ниндәй әҙип, әҙибә тарафынан тыуҙырылғанын тоя ала. Фән өлкәһендә оло тәжрибә туплап, күп эҙләнеүҙәр һәм табыштар нигеҙендә үҙ исемен танытыу ғына түгел, ҡатмарлы ғилми донъяла башҡаларҙы ла хеҙмәткә өйрәткәндәр һирәк. Ғәҙәттә, улар хаҡында, үҙ мәктәбен булдырған ғалим, тиҙәр. Башҡорт әҙәбиәте ғилемендә Ғайса Хөсәйенов мәктәбе тураһында ауыҙ тултырып әйтергә мөмкин. Шундай уҡ арҙаҡлы шәхес Роберт Байымов та үҙе иҫән саҡта әҙәбиәт донъяһында ҡабатланмаҫ мәктәбен булдырҙы.

Уның гүзәл тәбиғәтенә, кешеләренә һоҡланып,
доцент Зәки Әлибаев шулай яҙа: «Ағиҙел, армыт-армыт Урал
тауҙары һырттарын ашыға-ашыға байҡап сыға ла, артабан
сәфәрен үҙ баһаһын белеп кенә, иркен яландарҙы иңләй-иңләй
дауам итә. Йылғаның инешенән алып тамағына тиклем йәшәйеш
өсөн барлыҡ уңайлыҡтар бар. Шуға ла халҡыбыҙ ошо төбәкте үҙ
итеп, мәңгегә ереккән. Иҙел буйындағы ауылдарҙы ла, унда
йәшәгән халыҡты ла бер-береһе менән бәйләп торған
үҙенсәлектәр байтаҡ. Шуларҙың береһе - матурлыҡ. Уны
урындғы халыҡ күрә лә, баһалай ҙа, тыуҙыра ла белә.
Шундайҙарҙың береһе - Ағиҙелдең күркәм туғайында
урынлашҡан Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында тыуып
үҫкән Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов. Бала саҡтан уҡ тыуған
төбәктең, изге ерҙең, тәбиғәттең һәр моңон, үҙгәрешен тойоп,
бик тәрбиәле һәм уңған ата-әсәһенең хәстәрен күреп, ихлас
күңелле кешеләрҙең ҡараштарын һеңдереп, данлыҡлы яҡташы
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башлаған һуҡмаҡты дауам итергә була.
Шулай итмәй ни, Байымовтарҙың нәҫел ептәре 1812 йылғы
Ватан һуғышы батыры Аҡйегеткә барып тоташа бит! Рух
ныҡлығы, ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылыш тап ана шул нәҫелдән
килә»1.

Милли әҙәбиәтебеҙҙең Көнсығыш әҙәбиәте, уның типологик үҙенсәлектәре, боронғо рухи ҡомартҡыларҙы системалы өйрәнеү методтары, башҡорт әҙәбиәтендәге айырым жанрҙарҙың үҫеш тенденциялары - былар барыһы ла оло ғалим мәктәбенең йүнәлештәре ине. Роберт Байымовтың биш тиҫтәнән артыҡ ғүмере Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле. Шулай ҙа ниндәй генә юғарылыҡтар яулаһа ла, һәр кешенең беренсе һуҡмағы, тәүге инештәре була2.

Әҙәбиәт эше менән студент йылдарынан уҡ шөғөлләнгән Роберт Байымов әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар яҙа. Проза жанрында ла бик уңышлы эшләй. "Сарсау", "Бикле хазина" йыйынтыҡтарына ингән повесть һәм хикәйәләре актуаль мәсьәләләргә арналыуҙары, проблемалы, уның үҙенә генә хас художество үҙенсәлекле булыуҙары менән танылалар. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныуы авторҙың "Сыбар шоңҡар", "Ҡаруан килә Бағдаттан" исемле исемле китаптары сығыуға булышлыҡ итә. Роберт Байымовтың шау хикәйәләрҙән торған «Төштәр
ҡабатланмай» китабы 2007 йылда донъя күрҙе. Унда ҡырҡлап
хикәйә тупланған. Әҙәбиәт менән Роберт Байымов студент йылдарында ук шөғөлләнә башлай. Очерктары, мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта күпләп баҫыла. 70-се йылдарҙа уның ижады йәнә яңы йүнәлеш ала - күп һанлы хикәйәләре, «Һуңлап килгән моң», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ» исемле повестары донъя күрә. Роберт Байымов «Өлгөргәнлеккә аҙым», «Ижади биҙәктәр», «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ», «Жанр яҙмышы», «Башҡорт тарихи-революцион романы», «Сарсау», «Бикле хазина» кеүек Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул балалар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙа. Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Сыбар шоңҡар» китабы өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Ижади һәм фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, кадрҙар әҙерләү эшендә әүҙемлеге өсөн Роберт Байымов «СССР-ҙың юғары белем биреү мәғарифы отличнигы», «БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре" тигән юғары наградаларға лайыҡ була. "Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов башҡорт әҙәбиәте ғилеме формалашыуға тос өлөш индергән арҙаҡлы ғалимдарҙың береһе күренекле прозаик һәм йәмәғәт эшмәкәре, талантлы педагог булды,"- тип яҙа филология фәндәре докторы Шәрипова З.Я. Тарих- филология факультетын 1964 йылда ҡыҙыл дипломға бөткән йәш белгесте башҡорт әҙәбиәте һәм филологияһы кафедраһында ассистент итеп эшкә ҡалдыралар һәм бер йылдан М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына ебәрәләр. 1968 йылда 20-30-сы йылдар башҡорт әҙәбиәтендә тарихилыҡ принцибы формалашыуы тигән темаға кандидатлыҡ, 1982 йылда Башҡорт прозаһының эпик формалары системаһында роман жанры темаһына докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, профессор дәрәжәһен ала. Роберт Байымов 1982 -2010 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһын етәкләй. Беҙгә хәҙер белем биргән уҡытыусыларыбыҙың күбеһенә ул ижад, ғилем иленә юл асҡан. Улар Роберт Байымов тураһында ғорурланыу тойғоһо менән уның башҡарған бихисап эштәре тураһында беҙгә дәрестәрҙә бәйән итәләр. Мәҫәлән, уның тырышлығы арҡаһында беҙ бик күп башҡорт әҙәбиәтенән дәреслектәр, студенттар өсөн методик күрһәтмәләр, уҡыу программалары һәм ҡулланмаларын уҡыу процессында өйрәнә һәм ҡуллана алабыҙ.Уның Башҡорт әҙәби тәнҡит тарихы, Роман жанры мәсьәләләре кеүек махсус курстарҙан тыш, Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте, Шәреҡ әҙәбиәт тарихтарын башҡорт филологияһы буйынса даими уҡыу планына индереп, уны кәрәкле әсбап ҡулланмалар менән тәьмин итеүгә төп иғтибарын йүнәлтә. Уның етәкселегендә яҙылған XX быуат башҡорт әҙәбиәте тарихы дәреслеге бар, ә инде "Великие лики и памятники Востока" (2005) ("Шәреҡтең бөйөк шәхестәре һәм әҙәби ҡомартҡылары") тигән хеҙмәте матбуғатта йыл китабы тип билдәләнә. Халыҡтың киләсәк яҙмышы өсөн милли тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙың бик мөһим фактор икәнлегенә тәрән инанып, Р.Байымов республикабыҙҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә торҙо, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында семинарҙар, конференциялар, фекер алышыуҙар ойоштороуға һәм туранан- тура лекция, докладтар менән ҡатнашыуға оло яуаплылыҡ менән ҡараны. Ғалимдың тынғыһыҙ педагогик хеҙмәте фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән тығыҙ үрелеп барҙы.Уның студентлыҡ осорондағы тәүге әҙәби тәнҡит мәҡәләләрендә үк үткән быуаттың 60-сы йылдарына хас яңырыу рухына ауаздашлыҡ, ҡыйыулыҡ, идея-эстетик ҡараштарының аныҡлығы тойомлана. Уның рус телендә сыҡҡан тәүге китаптарының береһенә "Шаг в зрелость" (1975;"Өлгөрөүгә бер аҙым") тип баш ҡуйылған. Гәрсә һүҙ 1920-1930-сы йылдарҙа башҡорт совет әҙәбиәтенең художество кимәле өлгөрөүе, башҡорт әҙиптәренең ижады тарихлыҡ принцибында нығыныуы, реалистик тенденцияларҙың көсәйеүе хаҡында барһа ла. ғалимдың үҙенең ғилми эҙләнеүҙәр өлкәһендә ҙур белгес булып өлгөрөп етеүенә лә ишара һымаҡ ҡабул ителә был китаптың исеме. Мәскәүҙә "Современник" нәшриәтендә ҙур тираж менән донъя күргән "Поискам нет конца"(1980 "Эҙләнеүҙәрҙең сиге юҡ") монографияһын, танылған тәнҡитсе А.Власенко һүҙҙәре менән әйткәндә, "башҡорт прозаһы өлкәһендә иң абруйлы тикшеренеүҙәрҙең береһе", тип атарға була. Был хеҙмәттә башҡорт совет прозаһы жанрҙарынан, атап әйткәндә , роман һәм повестәрҙең идея-тематик йүнәлештәрен, тел стиль һәм сюжет-композиция үҙенсәлектәрен, ошо юҫыҡтағыайырым уңыштарҙы һәм кәмселектәрҙе ярайһы уҡ баҙыҡ төҫмөрләргә, әҙәбиәтебеҙҙе ил генә түгел, донъя орбитаһына алып сыҡҡан Һ.Дәүләтшина, З.Биишева, М.Кәрим, Я.Хамматов, Ә.Бикчәнтәев, Ж.Кейекбаев, Н.Мусин һ.б мәшһүр әҫәрҙәренә объектив баһа бирелә3.







Роберт Байымовтың «Сыбар шоңҡар» һәм «Каруан килә Бағдаттан» романдарының идея - художество үҙенсәлектәре

Һәр бер яҙыусы үҙенең ҡабатланмаҫ ижады менән бүтәндәренән айырылып тора. Был һәр беребеҙгә мәғлүм. Ижадсының оригиналь художество донъяһы айырыуса әҙәби стиль тәңгәлендә баҙыҡ кәүҙәләнеш ала. Ябай ғына итеп әйткәндә, стиль - яҙыусының ижад манераһы тигән һүҙ, Йәғни, стиль -яҙыусының, рәссамдың, ғөмүмән, сәнғәт эшмәкәренең тулайым ижадына хас булған идея-художество үҙгәлектәре: уның донъяға ҡарашы, шәхси тәжрибә нигеҙендә тыуған әҫәрҙәренең йөкмәткеһен билдәләүсе тематика, уларҙа һүрәтләнеш алған сюжеттар, образдар төркөмө, һүрәтләү саралары һәм тел үҙенсәлектәре. Уның менән бәйле күренештәрҙе өйрәнгәндә телселәр яҙыусының теге йәки был һүҙҙе әҫәрҙә ниндәй мәғәнәлә ҡулланыуына нығыраҡ иғтибар итһәләр, әҙәбиәтселәр иһә башлыса шул һүҙҙең образ тыуҙырыу мөмкинлектәрен һәм үҙенсәлектәренә диҡҡәт итәләр. Был үҙенсәлектәр образ тыуҙырыу мәсьәләһе менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Билдәле бер осорҙоң тормош йөкмәткеһе үҙенә ярашлы форма һораған һымаҡ, айырым хәл-ваҡиғалар ҙа яҙыусынан тейешле стилдә ижад итеүҙе талап итеүе ихтимал. Уларҙың күпселеге уникаль күренеш, оҫталыҡ мәктәбе, милли әҙәбиәт ҡаҙанышы булып тора. Бындай яҙыусыларҙың стилдәре, ижад үҙенсәлектәре үҙҙәре йәшәгән замандың тарихи, ижтимағи шарттары, идеологияһы менән дә билдәләнә. Күренекле прозаик, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Байымовтың хикәйәләрен күҙҙән үткәргәндә шундайыраҡ төп һыҙаттарына һәм үҙенсәлектәренә иғтибар итәһең: художестволы ижады менән ғилми эҙләнеүҙәренең бергә үрелеп барыуы, хикәйәләү алымдарынан ретроспективаға өҫтөнлөк биреүе, әҫәрҙәрендә мораль-этик проблемаларға баҫым яһау, образдарҙы тасуирлауҙа тәрән психологизмға нигеҙләнеү; шулай уҡ әҙиптең тик үҙенә генә хас булған һүрәтләү саралары, образдар менән эш итеү, башлыса хикәйә, повесть һәм роман һымаҡ жанрҙарҙа эшләүе, донъя, айырыуса шәреҡ әҙәбиәттәре традицияларын үҙләштереүе һ.б. 2009 йылда донъя күргән "Каруан килә Бағдадтан" тарихи- документаль романы быға тиклем ижад ителгән бындай жанрға ҡараған әҫәрҙәрҙән авторҙың тарих төпкөлдәренә тағы ла нығыраҡ үтеп инеүе, унда боронғо ырым-ҡәүемдәргә бәйле төрлө ҡисса, хикәйәт, легенда-риүәйәттәр рәүешендә хатта беҙҙең эраға тиклем IV быуатта йәшәгән Искәндәр Зөлҡәрнәйен (Александр Македонский) походтары, VI-VII быуаттарҙағы Бөйөк Төрки ҡағанаты осорондағы хәл-ваҡиғаларҙың да сағылыш табыуы менән романдың башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки халыҡтары һүҙ сәнғәтендә лә айырым иғтибарға лайыҡ булыуын дәлилләй. Әҫәр сюжетына тарихи ваҡиға - ислам тәғлимәттәрен таратыу миссияһы менән Ғәрәп хәлифәте илселегенең 921-922 йылдарҙа Бағдадтан Болғар ханлығына сәйәхәте нигеҙ итеп алынған. Романдың үҙәк геройҙарының береһе булған Фаҙлан улы Әхмәт тә - илселектең сәркәтибе вазифаһында үрҙә телгә алынған сәйәхәттә ҡатнашҡан, сәфәр ваҡытында үҙенең күргән-белгәндәре тураһында юлъяҙмалар алып барған, әйләнеп ҡайтҡас, шулар нигеҙендә сәйәхәтнамә яҙып, хәлифәткә тапшырған тарихи шәхес. Үҙенең "Каруан килә Бағдадтан" тарихи әҫәрен яҙырҙан алда шул дәүерҙәге төрлө ырыу-ҡәүемдәр тарихын ентекле өйрәнгән Р.Байымов күп тәңреле халыҡтар иҫәбенә ингән башҡорттарҙың бына шул тәңреләргә, атап әйткәндә, Күк тәңреһенә табыныуын туй йолаһын сағылдырған бер эпизодҡа бик оҫта индереп ебәрә. "Саң туҙҙырып сабып килгән төркөм килеп етер- етмәҫтән, уларҙы ҡаршыларға сыҡҡан һыбайлылар араһынан йәшерәк берәүһе ҡуйынынан күк төҫөләй зәп-зәңгәр яулыҡ һурып сығарҙы ла, шуны болғай-болғай, ут сыҡҡандай, кире йәйләүгә һыпыртты. "Каруан килә Бағдадтан" романы үҙенең йөкмәткеһенә ярашлы үҙенсәлекле композицион-телмәр формаларына бай. Әҫәр хикәйәләүсе, персонаж ҡараштарынан сығып яҙылған төрлө фрагменттарҙан туҡылған кеүек тәьҫир ҡалдыра. Бер яҡтан, хикәйәләү-хәбәр итеү, тасуирлау, характеристика кеүек алымдар, икенсе яҡтан - диалог, монолог, айырым бер персонажға ҡараған һөйкәлмә текстар. Шул уҡ ваҡытта башҡа авторҙарға ҡараған цитаталар, реминисценциялар ҙа телмәрҙең үҙенсәлекле композиция формаларын тәшкил итә. Улар барыһы ла үҙ-ара бәйләнеп, романдың тулайым структураһын авторҙың идея-эстетик фекеренә буйһондора, дөйөм композицияны барлыҡҡа килтерә. Структур яҡтан "Каруан килә Бағдадтан" тарихи-документаль романы "Изге юл сәхифәләре", "Башҡорт хан", "Изгеләр гонаһы , Башҡорт ҡото йәки мандрагора", "Тәңреләр күктә ҡала", "Тарих юлдары ла борма-борма" тигән бүлектәрҙе үҙ эсенә алған ике ҙур ғына киҫәктән тора. Һәр бер эпик әҫәргә хас булғанса, романдың композиция ойошторолошонда хикәйәләүҙең роле ҙур. Хикәйәләүсе телмәрендә авторҙың донъяны ҡабул итеү концепцияһы менән бәйле баһаламаларын күрәбеҙ, авторҙың "тауышын" ишетәбеҙ. Шулай ҙа хикәйәләүсе һәм автор араһында тигеҙлек ҡуйып булмай. Автор - киңерәк төшөнсә, ул хикәйәләүҙә генә түгел, сюжетта, композицияла, художестволы ваҡытты һәм арауыҡты ойоштороуҙа, һүрәтләү сараларын һайлауға тиклем ҡатнаша. Әҫәрҙең атамаһы, бүлектәрҙең аталышы, эпиграфтар кеүек телмәр фрагменттары, ҡағиҙә буйынса, хикәйәләүсенең күҙ уңында тотолмай, йәғни был компоненттар уҡыусыға туранан-тура автор тарафынан тәҡдим ителә. Беҙҙе иһә ябай китап уҡыусыны художестволы донъя менән бәйләүсе функцияларға эйә хикәйәләүсе образы ҡыҙыҡһындыра. "Каруан килә Бағдадтан" романында хикәйәләү автор аңының берҙән- бер сағылышы түгел. Хикәйәләүсенең телмәре бөтөнләй икенсе бер геройҙың тауышы, ҡарашы аша бирелергә мөмкин. Бына шулай, "Каруан килә Бағдадтан" романының авторы Роберт Байымов, төрлө тарихи-этнографик, фольклор-әҙәби сығанаҡтарға таянып, 1- се мең йыллыҡ аҙағында йәшәгән мәжүси башҡорттарҙың тәртип-йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, ышаныу-инаныуҙары, тормош-көнкүреше тураһында ышандырырлыҡ картиналар тыуҙыра алған. Былар инде талантлы әҙипкә, әҫәренең инеш һүҙендә яҙғанса, "тарих төпкөлөндә ятып ҡалған ваҡиғаларҙың, ҡырҡыу бәхәстәрҙә ата-бабаларыбыҙ ул саҡта һайлаған юлдың, һис шикһеҙ, беҙҙең бөгөнгө булмышыбыҙға ла ныҡ йоғонто яһауын" ентеклерәк, төплөрәк, сағыуыраҡ күрһәтергә ярҙам иткән.4 Танылған ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымовтың "Сыбар шоңҡар"исемле тарихи-документаль романы яҙыусының маһир һүҙ оҫтаһы икәнен дәлилләй. "Сыбар шоңҡар" романы - тарихи прозабыҙҙың документаль төрө тәбиғәтен билдәләшерҙәй, тарихи-документаль роман формаһының үҫешенә көслө этәргес бирешерҙәй, киләсәктә лә был типтағы эпик әҫәрҙәр кәштәһендә лайыҡлы урын алырҙай үткер зиһен, зауыҡ менән яҙылған әҫәр. Роман башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди тураһында тәү башлап объектив фекерҙе сағылдырыуы менән дә һиммәтле. Әҫәр башҡорт халҡының тарихи аңы үҫешенә, милли рухы күтәрелешенә ярайһы этәргес бирҙе. Тикмәгә генә ул 1996 йылда республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булманы. Романында яҙыусы геройының һәм уның көрәштәштәре- нең был ҡатмарлы осорҙағы эшмәкәр- легенә ентекле туҡтала. Тәүге башҡорт ҡоролтайҙарының ултырыштарын, шулай уҡ Рәсәй, Урта Азия кимәлендәге төрлө конгрестарҙы автор фактик күрене ш итеп кенә билдәләмәй, ә уның халыҡ яҙмышындағы роле хаҡында уйлан а. Төп герой Әхмәтзәки Вәлиди менән үҙәк араһында барған ҡаршы- лыҡтарҙы һүрәтләп, милли үҫеш этабының иң аяныслы осорҙарын сағылдыра. Әхмәтзәки Вәлиди милли азатлыҡ көрәше идеяларын башҡорт халҡының белемле, арҙаҡлы шәхестәренә таянып тормошҡа ашыра. Роберт Байымовтың "Сыбар шоңҡар" романында был шәхестә р сағыу образдар кимәленә тик- лем үҫтерелә. Автор улар менән тәү башлап башҡорт ҡоролтайҙарында таныш тыра. Халҡыбыҙҙың белемле, арҙаҡлы шәхестәре, милләтенең бәҫен күтәреп, милли азатлыҡ көрәшенең алғы сафына баҫа, уларҙың һаны арта бара. Романда ошондай шәхестәр итеп Юныс Бикбов, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Хәбибулла Ғәбитов, Сәғит Мираҫ, Мстислав Ҡулаев, Ильяс Алкин, Ғәлимйән Ҡарамышев, Әүхәҙи Ишмырҙин, Ризаитдин Фәхретдинов, Шәйехзада Бабич, Таһир Имаҡов, Әбделхай Иркәбаев һәм башҡалар һүрәтләнә. Уҡыусы романда бик күп белемле, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән танышып өлгөрә, үҙен улар менән бергә Граждандар һуғышы, унан һуңғы дәүерҙә Башҡортостанда барған ҡатмарлы ваҡиғалар эсендә ҡайнағандай тоя. Р. Байымовтың "Сыбар шоңҡар" романы, Ғ.Хисамовтың "Тамып та ғына ҡала ҡандары", Й.Солтановтың "Сөләймән Мырҙабулатов" исемле китаптары, Ғ.Шафиҡовтың эсселары, "Муса батыр" китабы халҡыбыҙ азатлығы өсөн йән аямай көрәшкән күренекле шәхестәрҙең эштәрен мәңгеләштереү, яңы быуын йәштәренә өлгө итеп күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Башҡорт халҡының азатлыҡ көрәше ҡаһармандары һәләк ителһә лә, Башҡортостан Республикаһының 1990 йылдың 11 октябрендә үҙаллылыҡ хаҡындағы Декларацияһы иғлан ителгәндән һуң, уларҙың эше яңынан күтәреп алына. Үҙаллылыҡ өсөн көрәште Әхмәтзәки Вәлиди кеүек халҡыбыҙ шоңҡарҙары дауам итә. Башҡортостан суверенитетын нығытыуҙа һәм үҫтереүҙә Әхмәтзәки Вәлиди исеменең, хеҙмәттәренең, бигерәк тә, "Хәтирәләр"енең халыҡҡа ҡайтарылыуы әһәмиәтле була. Роберт Байымов азатлыҡ юлбашсыһы тураһындағы "Сыбар шоңҡар" романы менән милләт өсөн янған һәр кешегә үҙ рухи идеалын формалаштырыу мөмкинлеген бирә. Ҡарамаҡҡа, роман Әхмәтзәки Вәлидовтың "Хәтирәләр"е туҡымаһын һүтеп, шуның һүрендеһенән яңынан туҡылғандай тойола. Әммә был тәүге тойғо ғына. Асылда иһә, автор ваҡиғалар булған арауыҡты (пространствоны) ныҡ ҡына киңәйтә, осор сәйәсәтен, шуның атмосфераһын төбө-тамырынаса асырға тырыша. Бының өсөн, "Хәтирәләр"ҙән тыш, бик күп башҡа документ, факттарҙы, фольклор мотивтарын файҙалана, ижади фантазияһы тыуҙырған ваҡиғаларҙы ла өҫтәй, кәрәк урында шәхестәрҙең исемдәрен алмаштырып, уларҙы әҫәрҙең уйланышы талап иткәнсә "үҙгәртеп ҡора", уйҙырма персонаждар ҙа индерә. «Сыбар шоңҡар» романы, әгәр Роберт Байымовтың үҙ ижады
өсөн баш китабы дәрәжәһенә эйә булһа, хәҙерге башҡорт
романистикаһы өсөн үҙе бер әҙәби йөҙөк ҡашы булып та
ялтырарлыҡ», - тигән оло баһа биргәйне Ғайса Хөсәйенов.
Халыҡтың рухи ҡиммәттәрен, уның һөйләш Байымовтың әҫәрен тағы ла уҡымлыраҡ итә. Мәҫәлән, романда сағыштырыуҙарҙың ғына әллә күпме формалары осрай. 1.а) -лай, - ләй... ялғаулы сағыштырыу киң ҡулланылған: - Һыртында малайҙың ҡояшта янған ике йомро сеүәтәләй осалары ғына ялтырап ҡалды. - Һарыҡ көтөүенә йомолған бүреләй, тырым-тыраҡай монгол отрядтарын боғаҙлап, илдәр илатып йыйған байлыҡтарын эләктереп, ҡапыл ғына эҙен юғалта.

б) - дай, - дәй ялғауҙары -ған, - гән ялғаулы сифат ҡылымға ҡушылып килеп тә образ тыуҙырған: Таң һиллеген йыртып, көслө ташҡын баҫып ингәндәй, тирә-яҡты ниндәйҙер аңлайышһыҙ шомло шау ҡапланы. Сағыштырыуҙарҙың бәйләүестәр менән килгәне лә әҫәрҙәре бик киң ҡулланылған: 2. а) Һымаҡ бәйләүесе менән: Урталағыһы, уйнаҡлап торған сөм-ҡара айғырға атланғансы, түрә кеше булһа кәрәк, атында ла таш һын һымаҡ ғорур ултыра.

б) кеүек бәйләүесе менән: Ләкин уның быуындан быуынға тапшырылып, йәне кеүек һаҡлаған ата-бабаларының изге ҡомартҡылары, тамғалары, бүләктәре бар. Бында автор геройға был ҡомартҡыларҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуын күрһәтә, уның һиммәте күҙгә салынып торғандай, ә контекстан айырып алғанда был сағыштырыу бик көслө тойғоно күрһәтмәй. Шуға ла ул сағыштырыу бигерәк тә рельефлы, күперенке, шуның менән отошло ла. 3. Әйтерһең һүҙе менән яһалған сағыштырыуҙар ҙа осрай: Йылмайып бармаған Хаким-Заданы ҡиәфәте генә йомшарта төшә: уның ике ҡашы шул тиклем яҫы, ҡуйы, әйтерһең, ҡаҡса йөҙҙөң төрлө урындарында бер төрлө өс ҡара мыйыҡ йәбештереп ҡуйылған. 4. Күренештәрҙе, предметтарҙы күркәм һүрәтләүҙә - раҡ, - рәк аффикслы һүҙҙең бәйләнеп килеү юлы менән дә яһалған осраҡтары бар: Әмир Ҡарамыш ҡыҙылдарҙың хәрәкәтенә ҡарап арттараҡ торған әле был, әле теге бәйләнеш офицерын саҡыртып ала, күрһәтмәләр менән төрлө тарафҡа оҙата тора. Телгә оҫта яҙыусы йәнле һөйләү фразелогизмдарын да йыш ҡулланған: Зәки Вәлидиҙең күңеле тамам хушланды. Йәнле һөйләү телендәге фразеологик берәмектәр үҙҙәренең образлылығы, мәғәнә биҙәктәренең төрлөлөгө менән айырылып тора. Улар персонаждар телмәрендә күп: ...ҡул ҡаушырып ултырыуҙан файҙа булмаясаҡ. Йәнле һөйләү фразеологизмдарының төрлө хис-тойғо биҙәгенә бай булыуын романда асыҡ күрәбеҙ. Мәҫәлән: Ҡағыҙҙарҙың йөкмәткеһе менән танышҡас, башҡорт ғәскәрҙәре баш сардары Зәки Вәлидиҙең үҙенең күҙҙәре маңлайына менде; Инде көттөрмәм, ат уйнатып, дауыл ҡуптарып, таш яуһа ла барып алырмын.

Яҙыусының стиль үҙенсәлектәрен билдәләүҙә паузаларҙың әһәмиәте ҙур. Паузалар авторҙың күңел кисерештәрен асығыраҡ сағылдырыу, эмоционаллек өҫтәү менән бергә әйтеләһе фекерҙең тамамланмауын белдерә һәм уҡыусыға уйланырға мөмкинслек бирә: Хәйер, быныһы әллә ни ауыр булманы, Петроградта аслыҡ булғас, билдәле шарттарҙа Башҡортостанға барырға теләүселәр күп ине... Романда диалектизмдар ҙа байтаҡ осрай: Өммөлхаят мәғәнәле итеп көлөп ҡуйҙы, күрәһең егеттең баяғы "еңкә" тийеүен кинәйәләне. Роберт Байымов әҫәрендә йәнле һөйләү телмәренә хас грамматик формаларҙың йыш ҡулланыуы әҫәр телен күркәмләндереп кенә ҡалмай. Уларҙы халыҡсанлыҡ колориты менән байыта. Был - яҙыусы талантының асылы. Стилде формалаштырыуҙа милли әҙәби тел ҡаҙнаһы ғына түгел, ә теге йәки был ерле һөйләш үҙенсәлектәре, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән тел ресурстары ла берҙәй булышлыҡ итергә мөмкин. Йыш осраҡта яҙыусы тарафынан мөрәжәғәт ителгән бер үк образдар, һүрәтләү саралары, хикәйәләү алымдары һ.б. өйрәнсек, башланғыс осор, ижадсы булараҡ формалашыу осоро өсөн ҡотолғоһоҙ тәжрибә емеше булырға мөмкин. Ә бына ҡайһы осраҡта уларҙың билдәле бер трафаретҡа, шаблонға әүерелеп китеүе бар. Йәғни әлеге ҡалыплашҡан художество саралары яҙыусы ижадын ғүмере буйына оҙатып барырға мөмкин. Был инде әҙиптең индивидуаль ижад манераһы хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә. Айырыуса, мәҫәлән, теге йәки был образға һалынған идея нагрузкаһының, йөкмәткеһенең үҙгәрә барыуы, билдәле бер эволюция кисереүен күҙәтеү ҡыҙыҡлы ғына һөҙөмтәләргә, табыштарға килтереүе ихтимал. Бына шундай тотороҡлолоҡ, даимилыҡ менән файҙаланыла торған атрибуттар Роберт Байымов прозаһында ла йыш осрай. Хәҙер, ғилми әҙәбиәттә төплө генә тикшерелә килгән сюжет-композиция үҙенсәлектәренә артыҡ ҡағылып тормаҫтан, үрҙә әйтелгәндәрҙе, бер нисә миҫал менән булһа ла, раҫлап ҡарайыҡ. Яҙыусылар үҙ геройҙарының портретын "төшөргәндә" ниндәй ҙә булһа бер деталгә өҫтөнлөк биреүсән: кемдер уның эшсәнлеген аңғартыр өсөн ҡулдарына, икенселәре уратып алған донъя һәм ваҡиғаларға мөнәсәбәтен күҙҙәр аша, күңелендә нәфрәт һәм асыу тулышҡан герой кисерештәрен ҡабарып тулышҡан ҡан тамырҙарын һүрәтләү кеүек штрихтар ярҙамында уҡыусыға еткерә ала. Роберт Байымов ҡәләменә лә төҫ ундай үҙенсәлекле һыҙаттар. Айырым йыйынтыҡҡа исем биргән "Төштәр ҡабатланмай" хикәйәһендә автор бесән күбәләүсе ҡатын- ҡыҙҙарҙың һын- ҡиәфәтенә Һөйәрғол Ишмөхәмәтов күҙҙәре менән баға: " …ҡатын- ҡыҙ һалпы еңле, тубыҡты ҡаплап торған оҙон күлдәктән, яулыҡтарын да, остарын эйәк аҫтарына төшөрөп, ауылса бәйләп ҡуйғандар". Башҡа урында ла был деталь ҡабатлана. Һөйәрғол бер йыл элек булып үткән ваҡиғалар менән бәйле хәтирәләргә бирелгәндә шул уҡ ҡыҙ- ҡырҡындың ҡиәфәтен шулай һүрәтләй: "…еүеш сәстәре өҫтөнән уртаға бөкләнгән яулыҡтарын яңаҡ аша ташлап, уның остарын барыһы ла эйәк аҫтарына төшөрөп бәйләп ҡуйғандар. Быны улар, әлбиттә, киске һиллектә лә тынғылыҡ бирмәгән себен- серекәйҙән һаҡланыу өсөн шулай иткәндәр". Бесән күбәләгәндә генә түгел, табын әҙерләгәндә лә улар" … барыһы ла еңле оҙон күлдәк кейгән, яулыҡ остарын эйәк аҫтына уҡ төшөрөп бәйләп ҡуйған…" Был күренеш тә әлеге хикәйәнән. Әҫәр геройҙың күҙҙәре аша донъяға ҡараған автор өсөн генә түгел, уҡыусы өсөн дә барыһы ла "ҡәҙимгесә" тойола башлай. Үткән йәй Һөйәрғол менән булған мажаралы төндән һуң да иртәнге аш хәстәрләүсе ҡатындар " ҡәҙимгесә" - " … оҙон күлдәк кейеп, сәстәрен йыйыпябынған яулыҡ остарын эйәк аҫтарына уҡ төшөрөп бәйләп ҡуйғандар" . Бер әҫәр геройҙарын һүрәтләгәндә бындай ҡабатлауҙар булыуы тәбиғиҙер, бәлки. Әммә улар идея -тематик яҡтан бөтөнләй башҡа әҫәрҙең бүтән образдарын ҡылыҡһырлағанда ла ҡулланыла икән, тимәк, яҙыусының индивидуаль "ижад почергы", стиль һыҙаты хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. "Гипноз" хикәйәһенең бер персонажы- төҙөлөштә эшләүсе Дәриға Хәйермәтова ла "яулығын эйәге аҫтына уҡ төшөрөп бәйләп, мөйөшкә һылашып уҡ ултырған өлкән йәштәге ҡатын…" тип тасуирлана. Әлеге әҫәрҙә барған хәл- ваҡиғалар инде бесән әҙерләү менән дә бәйле түгел,унда ҡатнашыусыларҙы себен- серекәйҙәр ҙә бимазаламай, ә местком председателе Ғәләүҙең төшөнә ингән эшселәргә фатир бүлеү йыйылышы бара… Геройҙарҙы хәл иткес экстремаль шарттарға ҡуйып һүрәтләү яғынан "Йөрәктау яралары" менән "Борсоулы көндәр" хикәйәләре бер -береһенә ныҡ яҡын. Фаяз менән ярышҡа сыҡҡан Әҙһәмде, тракторы электр үткәреүселәр башлығы өҫтөнә уҡталған мәлдә генә, һәләкәттән бер аҙым ара ҡалғас, кабина ишегенән һөйрәп төшөрәләр. Икенсе әҫәрҙә инде тартылған трос аяҡтан йыҡҡан Әхмәтте Ислам идара иткән трактор тапап иҙер сиктә генә "…бығаса ситтә ғәмһеҙ генә торған Алик ниндәйҙер әҙәм ышанмаҫ етеҙлек менән кәүҙәһен трактор кабинаһына ырғыта ла, осоп барған ыңғайҙа уҡ , ни әмәлен табыптыр, бороу рычагын киҫкен ҡайырып" өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, бер күренеште йәки процесты һүрәтләгәндә әҙиптең тик үҙенә генә хас тасуирлау үҙенсәлектәрен тойомларға була. Әҫәрҙәренә образ һәм персонаждар һайлауҙа ла уртаҡлыҡтар осрай. "Икенсе осрашыу" әҫәренең бер героиняһы Зилә шофер булып эшләй, ә "Туҡталыш" әҫәренән исеһеҙ ҡыҙ- "машиналарҙы рәткә һалып" биреүсе механик. Уларғың ҡатын- ҡыҙ өсөн хас булмаған һөнәр- шөғөлөн башҡа персонаждарға һәм уҡыусыға еткереүҙе автор көтөлмәгәнсәрәк , новеллистик ситуацияға ҡуйып һүрәтләй. Геройҙарҙы оҡшаш шарттарҙа һүрәтләй тигәнде тағы ла бер миҫал менән раҫларға булыр ине. Әҙип мораль-этик проблемаларҙы күргәҙмәлерәк , уҡыусыға йоғонтолораҡ итеп һүрәтләү ниәтенән ,кешеләр араһындағы мәрхәмәтһеҙлек , кешелекһеҙлекте фашлап , Ильясты " Ҡар өҫтөндәге кеше" әҫәрендә йөрәге ауыртып ҡар өҫтөнә йығылып кеше менән осраштыра. Яҙыусы күтәреп сыҡҡан проблема кешеләрҙән ярҙам көтөп ятҡат исемһеҙ герой ауыҙынан әйттерелгән: "Әй, яҙмыш, ниндәй заман килде,… нишләп шулай икән һуң беҙ, кешеләр?", йәки: "Исмаһам, берәйһе булһа ла туҡталһа! Йә хоҙа, ни булды кешеләргә?!",- тигән һүҙҙәр менән иллюстрацияларға булыр ине. "Шәфәҡ һарыһы" хикәйәһе геройы ла шундай уҡ хәлгә тарый: башы әйләнеүҙән ергә сүгәләгән Харис Кәримовҡа ла берәү ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡмай. Хикәйәсе Роберт Байымов геройҙары һынландырыуҙа ерле һөйләш үҙенсәлектәренә дә йыш мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, "Һағынып килгән яҡташ" әҙәренән Гәрәй " анта-мынта" нан һалдырыуы менән хәтерҙә уйылып ҡала. Яҙыусы шулай уҡ үҙ геройҙарына ҡылыҡһырлама биргәндә "ҡылтымбый, ҡылтымбикә, көйәҙ, ҡолағына айыу баҫҡан, дорфа, мыштым, әрем тел, ханжа" һ.б. кеүек тик уның телендә йыш осраған һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе мул файҙалана. Былар Роберт айымов шәхси стилен, уның ижади "ҡултамғаһын" таныулы итә. Яҙыусы йыш ҡына халыҡ төркөмө йәки мал көтөүе хәрәкәтен йәнле ағым рәүешендә күҙ алдына баҫтыра. "Әптрәхим" хикәйәһендә, мәҫәлән, Әптрәхимде һуңғы юлға оҙатыу эпизодында Әхтәм "ҡайғылы ағымдың үҙе менән тиңләшеүен көтөп алды ла, үтеп китеүҙе килештермәй, ҡушылып атлай башланы". Ә "Хыялый"ҙың геройы Хисмәт иһә "... онотолоп китеп, урам тултырып килеүсе көтөү ағымынан үҙ малын бороп алырға сыҡҡан хужа һымаҡ ташҡын уртаһына" атлай. "Шәфәҡ һарыһы"нда "...кеше ағымы, урам тултырып йүгергән машина һымаҡ уҡ, бер-береһенә күҙ ҙә һалмай, Харисҡа ла артыҡ иғтибар итмәй, ашыға-ашыға үҙ юлынан атлай...". Әҫәрҙәренә образ һәм персонаждар һайлауҙа ла уртаҡлыҡтар осрай. "Икенсе осрашыу" әҫәренең бер героиняһы Зилә шофер булып эшләй, ә "Туҡталыш" әҫәренән исемһеҙ ҡыҙ - "машиналарҙы рәткә һалып" биреүсе механик. Уларҙың ҡатын-ҡыҙ өсөн хас булмаған һөнәр-шөғөлөн башҡа персонаждарға һәм уҡыусыға еткереүҙе автор көтөлмәгәнсәрәк, новеллистик ситуацияға ҡуйып һүрәтләй. Геройҙарҙы оҡшаш шарттарҙа һүрәтләй тигәнде тағы ла бер миҫал менән раҫларға булыр ине. Әҙип мораль-этик проблемаларҙы күргәҙмәлерәк, уҡыусыға йоғонтолораҡ итеп асыу ниәтенән, кешеләр араһындағы мәрхәмәтһеҙлек, кешелекһеҙлекте фашлау маҡсатында Ильясты "Ҡар өҫтөндәге кеше" әҫәрендә йөрәге ауыртып ҡар өҫтөнә йығылған кеше менән осраштыра. ( Яҙыусы күтәреп сыҡҡан прблеманы кешеләрҙән ярҙам көтөп ятҡан исемһеҙ герой ауыҙынан әйттерелгән: "Әй, яҙмыш, ниндәй заман килде, ... нишләп шулай икән һуң беҙ, кешеләр?", йәки: "Исмаһам, берәйһе булһа ла туҡталһа! Йә хоҙа, ни булды кешеләргә?!",- тигән һүҙҙәр менән иллюстрацияларға булыр ине). "Шәфәҡ һарыһы" геройы үҙе шундай уҡ хәлгә тарый: башы әйләнеүҙән ергә сүгәләгән Харис Кәримовты ла урамдан үтеүселәр иҫерек тип уйлай, береһе лә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡмай. Яҙыусы байтаҡ хикәйәләрендә хәтирә алымын ихлас ҡуллана. Был йәһәттән "Төштәр ҡабатланмай", "Хыянат", "Әйләнеш", "Ышаныс", "Махыдал", "Абруйлы аҙаш", "Аҙашмаһа ине моңдарым", "Хыялый", "Борсоулы көндәр", "Аҡ мундир", "Сарсау", "Ҡуҙғатылған намыҫ", "Шәфәҡ һарыһы", "Ҡар өҫтөндәге кеше" хикәйәләрен телгә алыр инек. Ә бер төркөм әҫәрҙәрендә төш алымы даими файҙаланыла ("Хыянат", "Гипноз" һ.б.). Хикәйәсе Роберт Байымовтың ҡулланылышында ерле һөйләш үҙенсәлектәре лә ярайһы уҡ сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, "Һағынып килгән яҡташ" әҫәренән Гәрәй "анта-мынта"нан һалдырыуы менән хәтерҙә уйылып ҡала. Яҙыусы шулай уҡ үҙ геройҙарына ҡылыҡһырлама биргәндә ҡылтымбый, ҡылтымбикә, көйәҙ, "ҡолағына айыу баҫҡан", дорфа, мыштым, "әрем тел", ханжа һ.б. кеүек тик уның телендә йыш осраған һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе мул файҙалана. Былар ҙа Р.Байымов "ҡултамғаһын" таныулы итешә5.

Роберт Байымовтың хикәйә повестарындағы һүрәтләү саралары

Художестволы образ тәбиғәте менән ассоциатив. Телмәрҙең йөкмәткеһен образлы итеп асыусы алымдар- һүрәтләү саралары. Яҙыусы фекерҙәрен матур, бай телмәр менән тыңлаусыға еткерергә тейеш.

Һүрәтләү саралары тип телдең, бигерәк тә поэтик телмәрҙең,әҙәби әҫәр йөкмәткеһен образлы итеп асыусы конкрет алымдарын атайҙар. Сағыштырыу, эпитет, метафора кеүек саралар, асылда, образлылыҡтың кескәй, әммә мөһим берәмектәрен тәшкил итәләр.

Һүрәтләү сараларын белеү яҙыусы өсөн дә, әҙәбиәт ғилемен өйрәнеүсе өсөн дә бик әһәмиәтле. Ысын әҙип уҡыусыларҙы әҙәби алымдар менән шаҡ ҡатырыуҙы бер ваҡытта ла маҡсат итеп ҡуймай. Ижад процессында ул:"Туҡта әле, бына бында сағыштырыу ҡулланып үтәйем, ә тегендә метонимия биреп китермен", -һүрәтләүсараһы тураһында уйлап ултырмай. Уның бөтә иғтибары -әҫәрҙең йөкмәткеһендә, шул йөкмәткене уҡыусыға мөмкин тиклем образлараҡ итеп еткерергә тырыша. Художество саралары , образландырыуҙың тәбиғи һөҙөмтәһе рәүешендә, буласаҡ әҫәрҙең төп идеяһын әҙәби яҡтан реалләштереү ваҡытында тыуа6.

«Хәтер нимә ул, һүҙҙәр үның ҡайһы « мөйөшөндә» һаҡлана, нисек итеп сағыштырмаса аҙ ғына һүҙҙәр менән тормоштоң картиналарын, төпһөҙ һәм сикһеҙ ғәләмдең барлыҡ серҙәрен бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ белдерергә мөмкин?»тигән һорауҙарға быуаттар буйына яуап эҙләй кешелек. Егерменсе быуат аҙағына тиклем яуапты фән бары уй менән теоретик планда асыҡларға тырышһа, хәҙерге фәнни- техник ҡаҙаныштар кеше мейеһен приборҙар ярҙамында эксперименталь өйрәнеүҙәргә юл ласты. Һөҙөмтәлә һүҙҙәрҙең хәтерҙә нисек һаҡланыуы күпмелер аныҡлана башланы ,тиергә булалыр. .

Яҙыусы ла үҙенең туған телендәге барлыҡ ассоциатив әҙерләнмәләре бала сағынан уҡ аңына һеңдерәһәм үҙ ижадында иркен ҡуллана.

Шулай ҙа оҫта яҙыусы бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй. Китап уҡыусыһының иғтибарын йәлеп итеп, зиһенен балҡытып ебәрер һәм әҫәргә ылыҡтырыр өсөн тәжрибәле автор, һүҙҙе ғәҙәти булмаған йәки логикаға һыймаған бәйләнешкә индереп, әҙәби образ тыуҙырырға өлгәшә.

Кеше үҙен уратып алған донъяның һәр күренешенә, һәр әйбергә айырым һүҙҙәрҙән исем ҡушҡан. Һүҙҙәр- өндәр билдәле бер тәртиптәге теҙмәһе, кеше предметҡа беркетелгән шартлы яңғырама. Шундай уҡ ихласлыҡ менән кеше, әгәр теләһә, бер һүҙҙе икенсеһе менән алмаштырып бүтән күренешкә лә күсерә ала. Һүҙҙәр, яңы һүҙҙәр менән бәйләнешкә инеп ,ана шулай яңынан яңы мәғәнә -төшөнсәләр барлыҡҡа килтереү үҙенсәлегенә эйә. Фән теле менән әйткәндә, һүҙҙең күп мәғәнәлеге телдә яңынан- яңы, яңыларынан яңы төшөнсәләр уйлап табыуҙы алмаштыра:булған һүҙҙәрҙе төрлөсә ҡушарлайһың да -бына һиңә яңы төшөнсә!

Әҙәби текста һүҙҙең ҡайһы мәғәнәһе күҙ уңында тотола икәнен күп осраҡта ҡапыл ғына билдәләп тә булмай. Бына , мәҫәлән , шундай һөйләм: Батып барыусы һаламға тотонғандай, был, бәлки , уның һуңғы терәге, һуңғы өмөтө булғандыр?(Р.Байымов «Алданыу»повесы). Уҡығас та кемдер батып барған кешенең һаламға тотоноуын күҙ алдына килтерер. Ә икенсе берәү кешенең һүңғы мөмкинселеген күҙ алдына килтерер.

Шулай итеп, һүҙҙең йәки һүҙҙе алмаштырып килгән тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙең теге йәки был мәғәнәһе башҡа һүҙҙәр уртамында, йәғни контекста ғына, тәьмин ителә. Теста һүҙҙәрҙең тура мәғәнәһе материаль кәүҙәләнә, уҡый белгән һәр берәүгә лә ул аңлашыла.

Һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙең күсмә мәғәнәһе икесе яҫылыҡты- контексты тыуҙыра. Ундағы мәғәнә төптәрәк ята. Телде яҡшы үҙләштермәгән халыҡтың йәшерен телендәге әҙерләнмәләрҙе белмәгән кешегә контексты яҡшы аңлау өсөн шаҡтай күп көс һалырға кәрәк була. Күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙе боронғо гректар, троп тип атап, телмәрҙең мәғәнәһен икенсе юҫыҡҡа бороп, фекерҙе үҙгәртеп ебәрә торған һүрәтләү сараһы тип ҡараған. Һуңғараҡ бындай һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙең ике- өс мәғәнәне бергә берләштерәалыу сифатын иҫәпкә алып, латин телендәге ассоциация- берләшмә тигән һүҙҙе ҡушҡандар һәм ассоциатив һүрәтләү сараһы тип йөрөтә башлағандар.

Һүҙҙәрҙең бүтән һүҙҙәр менән ғәҙәти булмаған бәйләнешкә инеү- инмәүе ғәҙәти булмаған өсөн дә үл һүҙбәйләнеш уҡыусының кеше ихтыярына бәйле. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр уларҙың мәғәнәләрен үҙҙәре белгәнсә бора, үҙгәртә, үҙенсә яңы мәғәнәләр эҙләй. Ғәҙәти булмаған өсөн дә ул һүҙбәйләнеш уҡыусының иғтибарын йәлеп итә. Уҡыу барышын яйлатып, уның айышына төшөнөргә тырышалар, фекерҙе тәрәнерәк «ҡаҙырға» мәжбүр булалар. Тап шулайтып, автор уҡыусының уйланыуына, һүрәтләнмеш картинанан күберәкте күҙҙаллауына ирешә.

Ижадсы ни тиклем һәләтле һәм һүҙгә маһир булмаһын, һәр бер һүҙҙе кинәт башына килгән теләһә ниндәй осраҡлы һүҙ менән ҡушарлай алмай. Һүҙҙең мәғәнәһен күсереүҙең барлыҡ телдәр өсөн дөйөм, йәғни бер үк формалары, сиктәре һәм төрҙәре бар. Мәғәнә күсереүҙе фекерләү закондары буйынса йә оҡшашлыҡҡа һәм айырмаға, йә ҙур төшөнсәнең бәләкәй төшөнсәгә күсеүенә йә күләм-дәрәжә үҙгәрештәренә һ.б. нигеҙләнә. Шуларға ҡарап, троптар, икенсе төрлө әйткәндә, ассоциатив һүрәтләү саралары бер нисә төргә бүленә.

3.1. Ассоциатив һүрәтләү саралары.

Сағыштырыу.

Киң мәғәнәлә алғанда сағыштырыуҙы образлылыҡтың төп алымы, үҙәге итеп ҡарарға кәрәк. Сөнки әҙәби күренештәрҙең барыһының да тип әйтерлек нигеҙендә сағыштырыу ята. Ул әҙәби ижадтың универсаль ҡоралы. Ысынбарлыҡ менән дөйөмләштерелгән әҙәби әҫәр һәм прототип менән персонаж араһында,тормош материалы менән әҙәби сюжет һәм тарих менән тарихи әҫәр араһында, тәү ҡарашҡа,сағыштырыу юҡ та кеүек. Әммә абайлабыраҡ ҡараһаң типиклаштырыуҙың үҙе үк ысынбарлыҡтағы буталсыҡ хәл-ваҡиғаларҙы сәнғәттең үҙ ҡанундары менән сағыштырыу һөҙөмтәһендә мөмкин була. Типиклаштырыу-тормош күренештәренең иң әһәмиәтлеләрен һәм эстетик яҡтан үтемлеләрен һайлау тигән һүҙ ул. Ә һайлау, үҙ сиратында, сағыштырыуҙан башҡа мөмкин түгел. Һүрәтләү саралары менән сағыштырыуҙың мөнәсәбәте тағы ла тығыҙыраҡ. Метафора һәм метонимия, аллегория һәм перифраз, ирония һәм йәнәшәлек кеүек троптарҙың барыһы ла, дөрөҫөндә, сағыштырыуҙың теге йәки был ҡатмарлы формаһын кәүҙәләндерәләр. Сағыштырыу- образлыҡтың арифметикаһы булһа, былыры иһә- уның алгебраһы.

Сағыштырыу- «Киң мәғәнәлә алғанда, сағыштырыуҙы образлылыҡтың төп алымы, үҙәк ядроһы итеп ҡараға кәрәк. Сөнки әҙәби күренештәрҙең барыһының да нигеҙендә тип әйтерлек сағыштырыу ята. Ул-әҙәби ижадтың универсаль ҡоралы. Метафора һәм метонимия, аллегория һәм перифраз, ирония һәм йәнәшәлек кеүек троптарҙың барыһы ла, дөрөҫөндә, сағыштырыуҙың теге йәки был ҡатмарлы формаһын кәүҙәләндерәләр. Тар мәғәнәһендә, сағыштырыу тип берәй әйберҙең сифаты һәм үҙенсәлеге менән һынландырыуға әйтәләр»,-тип билдәләй Ким Әхмәтйәнов үҙенең «Әҙәбиәт теорияһында».7

Боронғо заман кешеләренең һөйләү телендә һүрәтләү сараларының әле башланғыс хәлендә бик ҡатнаш сағылғаны тоҫмаллана. Бүре күҙ, айыу көсө, арыҫлан ажарлығы кеүек һүҙ берәмектәрендә, дейеү- пәрей, юха кеүек образдарҙа, әүермәнлек- бер ҡиәфәттән икенсе ҡиәфәткә әүерелеү, көс- ҡеүәтте ҡеүәтле януарҙарға оҡшатыу рәүешендә шуларҙың архаик эҙҙәре һаҡланып ҡалған төҫлө.

Әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланылған хәҙерге сағыштырыуғарҙы мәғәнәләре һәм яһалыу формалары яғынан унға яҡын төркөмгә бүлеп ҡарарға булыр ине.8

Яҙыусының əҫəрҙəрендə сағыштырыу хəлдəре лə ҙур
ғына урын билəй. Миҫалдар:

1.Сағыштырыуҙың ябай бер төрө- авторҙың бер нәмәне икенсе нәмәгә оҡшатыуы.9

Мәҫәлән: " Бәйләмәгән тайҙай эркелешеп йәштәштәре менән уйнап йөрөүҙәре һирәк булды уның." Шуҡ, шаян, тиктормаҫ тигән мәғәнәлә. ("Төштәр ҡабатланмай"китабы, "Юлда ҡалған юлдаш"хикәйәһе)

"Элегерәк башҡаларға ҡушылып йырлай башлаһам да, «ана минең тишек шарманка ла тауыш бирә» тип шаярта торғайның".

Был миҫалда автор Ихсан ҡатынын "тишек шарманка" менән сағыштырыуы уның мөхәббәтенең һүрелә барыуын күрһәтә. Ғаилә-ара мөнәсәббәттәрҙең үтә сетерекле мәсьәләләрен автор ябай һәм шул уҡ ваҡытта бар нескәлектәрен тойоп сағыштырыуҙарҙы оҫта һәм урынлы файҙалана.

"Шунда танышып алғайны ошо Зәлиә исемле ут бөрсәһендәй теремек ҡыҙыҡай менән." Ут бөрсәһендәй- бик йылғыр, теремек.

Эштән бушамаған ҡатыны Сәкинә менән сағыштырғанда Зәлиә йәш тә , шул уҡ ваҡытта үтә шаян һәм теремек ҡыҙ була. Ошо ҡыҙ инде Ихсандың мөхәббәтенең яңырыуына сәбәпсе була ла инде.

"Ана, ҡатыны төпһөҙ күлдәй зәңгәр күҙҙәрен иренә төбәгән, уның болоҡһоу ҙа , иркәләү ҙә, ниндәйҙер һүнмәҫ өмөт тә, саҡырыу ҙа бар һымаҡ был күҙҙәрҙә. Шундай яҡын улар, ғәзиз сабый күҙҙәреләй керһеҙ..."

"-Һәй, ул «йырсы», «әртискә» тигәнең мин инем дәһә! Бынау Ихсан, ҡартлас, эштән ҡайтыуым булды, дегәнәктәй йәбеште бит: «йырла», ла «йырла!» Бик ныҡышҡас, йырланым да ҡуйҙым, үҙемдең дә эсем бушап ҡалғандай булды." ("Никах яңыртыу")

Ихсан ҡатыны Сәкинәнең саф, эскерһеҙ күҙҙәрен тәүге тапҡыр күргәндәй яңынан иҫе китеп ғашиҡ була, автор быны туранан -тура ярып әйтеп һалмай, ә геройҙың эске кисерештәрен оҫта сағыштырыу алымдары аша еткерә.

"Тағы ла кесерәктәре- октябряттары килеп инһә, яҙғы урмандағы ҡош баҙарымы ни, трамвай салоны күңелле серкелдәүҙәргә күмелә." ("Әйләнеш")

Ә был юлдар Зәйни характерын тулыраҡ аса, уның кешеләрҙе бар булмышы менән ихлас, эскерһеҙ яратыуын күрһәтә. Ул бер нисек тә «оҙон аҡса»ны кеше һөйөүенә алмаштыра алмай. Кешеләргә хеҙмәт итеү теләге материаль байлыҡтан өҫтөн тора. Уйлап ҡараһаң ябай ғына профессия, ябай ғына кеше яҙмышын һүрәтләй автор. Ысынлап та , бөйөк аҡыл әһелдәре һүҙҙәре менән әйтмешләй: «Әгәр ҙә кешеләрҙе бәхетле иткең килһә, ҡайт та өйөңдәгеләрҙе ҡыуандыр», тигәндәр. Тимәк, сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан булыу күпкә хәйерлерәк.

2.Сағыштырыуҙың "кеүек", "һымаҡ", "шикелле", "әйтерһең дә", " гүйә", "булып", " төҫлө", " ише", һүҙҙәре ярҙамында ҡоролошло. Был бик киң ҡуланылған ябай сағыштырыу.10

"Тик ауылдағы эш билдәле бит инде, ер ҡорто кеүек ҡаҙынаһың да, ҡаҙынаһың".

"....Волгаңа ҡырын ятып ҡайтып та килерһең...йөрөмә шул трамвайыңда таяҡҡа бәйләнгән күндәм кәзә һымаҡ"...("Әйләнеш")

"Оҡшай ул уға Әмерик ир-аттары:«лав ю» ла «лав ю», «май диә» лә «май диә», тип яратҡандарының биттәренән, ҡолаҡтарынан, муйындарынан үбәләр, сәнсә бармаҡтары менән наҙлап ирендәренә лә тейеп-тейеп алалар, һөйләшеүҙәре лә торна сыңрауы кеүек, «р»ҙы һаҡаулатып «нурлыҡай»ҙа «мурлыҡай» һөйләй бирәләр".

Был әҫәрҙә төшөндә генә булһа ла иренә хыянат иткән Хәмдиә исемле герой тураһында һүҙ бара. Инглиз телендә һөйләшкән ир-аттың телен автор торна сыңрауына оҡшата. Ошо бер һөйләм аша икенсе халыҡтың менталитетын күҙ алдына килтереп була, беҙҙең ир- аттарыбыҙ үҙҙәрен улай тота башлаһа, беҙгә артыҡ ундай шаштырыу, шапырыныу килешмәҫ һәм оҡшамаҫ ине, моғайын. Сөнки психологтар фекеренсә, Рәсәй халҡы тыштан ҡаты күренһә лә, күңелдәре киң, ҡунаҡсыл халыҡ. Улар менән рәхәтләнеп күңелеңде асып һөйләшеп була. Ә көнбайыш илдәре киреһенсә, тыштан алсаҡ булһалар ҙа, улар менән кинәнеп һөйләшеп, ҡунаҡҡа саҡырышып йәшәүе ауырыраҡ. "Күршенең тауығы ҡаҙҙай" һымаҡ була инде...

3.Сағыштырыуҙың "лай-ләй", "тай-тәй", "дай-дәй", "ҙай-ҙәй" ялғауҙары менән белдерелгәне.11

"Мауығып һөйләр, үҙ тәжрибәһен йомарт таратыр, юлда «таныш трамвайҙар» осрашҡанда, алсаҡ йылмайып, көмөш сулпыларын сылтыратҡандай, сигнал биреп уҙыр ине..." Был юлдарҙа трамвай сигналын, ҡатын- ҡыҙ биҙәүес әйбере «көмөш сулпылар» менән сағыштыра, ә трамвайҙы йәнләндереп, терелтеп ебәрә. Был әҫәрҙе уҡыуҙы ҡыҙыҡлы һәм мәғәнәле итә.

"Талир тәңкәләрен сылтыратҡандай тауыш биреп, Зәйниҙең трамвайы киң проспекттан йәшеллеккә күмелеп ултырған тар ғына ян-яҡ урамға боролоп инеп китте". ("Әйләнеш")

4.Сағыштырыуҙың "саҡлы" тигән һүҙҙән, үҙ- ара синтаксик бәйләнешле һүҙҙәрҙән (нисек- шулай, ниндәй- шундай, ни тиклем- шул тиклем) ойошҡандары ла бар.12

5. Грамматик ярҙамсы һүҙҙәре булмаған йәки уларын юғалтҡан сағыштырыуҙар. Уларҙы ким Әхмәтйәнов атама сағыштырыуҙар тип атай.13

-Кешеләр тауҙар шикелле

Бейек булған һайын,

Тормоштары бәхәслерәк,

Яҙмыштары ҡыйын. («Һуңғы сығыш»)

6. Ҡапма- ҡаршы ҡуйыуға ҡоролған сағыштырыуҙар осрай.

"Шулай ҙа , көндөҙ булһа, сибек кенә йәш үҫмер ғифриттәй ирҙе ҡурҡыта алмаҫ ине, бәлки. Был осраҡта ҡараңғы төн, һөрһөп ятҡан һаҙлыҡ, уның аша һуҙылған бер генә кеше үтмәле хәүефле тар һуҡмаҡ та шомлоҡто арттырып, Сәмигә ярҙам иткәндер, моғайын.Уны- быны уйламай , ғәмһеҙ генә килгән Хәбеш эргәлә генә кемдеңдер шарт итеп атып ебәреүенә ҡапыл шаңҡып ҡала.Уңарсы булмай: Туҡта! Артыңа әйлән!-тигән тауышҡа ҡото осоп боролоп ҡараһа, аҫтан үҙенә наган көбәге төҙәлеүен күрә... Ә юлбаҫар яңы фарман менән уға сигенергә, ә унан һаҙҙа ҡойонорға ҡуша... Аҙаҡ Хәбеш, әлбиттә уны танып ҡала. Ләкин Сәми ҡулындағы ҡоралдың көкөрт тултырып ҡына шартлата торған малай- шалай уйынсығы булыуын Хәбеш башына ла килтермәгәндер инде: юлбаҫар(метафора) малайында ысын наган булыуы ғәжәпме ни? Дер- дер ҡалтырап, Хәбеш көҙгө бысраҡ һаҙға сумып сығырға мәжбүр була..."

Роберт Байымовтың бер шәлкем әҫәрҙәрен байҡап сыҡҡас, беҙ унда бик күп төрлө сағыштырыуҙарҙы өйрәндек, тикшерергә, аңларға тырыштыҡ. Халҡым теленең бай хазина үрнәк өлгөләрен оҫта, ҡайһы саҡта бик мул һәм урынлы ҡуллана.

Хикәйә, повестарҙа метонимияларҙың ҡулланылышы

Метафоранан айырмалы рәүештә, метонимия әйберҙәрҙең оҡшашлығына түгел, ә уларҙың бер-береһенә ҡарата булған мәғәнәүи мөнәсәбәтенә нигеҙләнә. Берәй әйберҙе, күренеште йәки төшөнсәне метонимия, ғәҙәттә, мәғәнәһе яғынан уға тығыҙ бәйләнештә булған икенсе бер нәмә исеме менән атай. Әйберҙең логик күҙлектән ҡарағандағы ысын исемен уның поэтик атамаһы менән алмаштыра. Мәҫәлән, «мин бер тәрилкә ашаным да инде» тигәндә беҙ аш һауыты тураһында фекер йөрөтәбеҙ, ләкин уның һауыты хаҡында ғына әйтәбеҙ.14

Һүрәтләү сараһы булараҡ, метонимия поэтикаһының төп үҙенсәлеге- исемдәрҙе алмаштырып ҡулланыуҙа. Метонтмия (грексa metonymia- исем алмаштырыу) термины быны үҙе үк әйтеп тора. Йәғни метонимия берәй әйберҙе йәки күренеште, төшөнсәне мәғәнәләш икенсе исем менән алмаштырып әйтеүгә ҡорола.

Әйбер, күренеш, төшөнсәләрҙең бәйләнеше, мөнәсәбәттәре төрлөсә булған кеүек, метонимияларҙың мәғәнәүи йөкмәткеләре лә төрлө- төрлө.. Шул йәһәттән уларҙы бер нисә төргә бүлеп ҡарарға була:

1.Нимәнең, төшөнсәнең тышҡы билдәһен эске торошо, айышы менән алыштырып әйтеү.

Бындай метонимик фразалар йыш ҡына тотороҡло фразеологик берәмектәргә әйләнеп китәләр 15

"Хәләф һымаҡ таяҡ атҡа атланған ауыл ыбыр-сыбырын йыйып ала ла ошо «еңел кавалерия»ны төрлө яҡҡа «разведкаға»ебәрә". ("Сарсау")

Был осраҡта метонимия әйберҙең йөкмәткеһен «ҡыҫҡартыу» уларҙың мәғәнәһен белдереүсе ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙе «төшөрөп ҡалдырыу» юлы менән яһалған. Был һүрәтләү сараһының образлылығы шунда,ул әйберҙең мөмкин булған атамалары араһынан иң ҡыҫҡаһын һайлай.

2. Эш йәки хәлде, шартлы әйбер, ҡорамал исемдәре менән алмаштырып әйтеү:

"... Ә бөтә ғүмерең ошо кескәй генә түңәрәктә үтә ҡалһа?"("Әйләнеш")

"Әйләнеш" хикәйәһендә "түңәрәк" тигән һүҙ бик йыш ҡабатлана. Ысынлап төп герой Зәйни әйтмешләй, һәр кемдең маңлайына яҙылған яҙмышы, үҙ түңәрәге, үҙ әйләнеше була. Ошо әйләнештән сыҡтыңмы, һин үҙеңде ярға сығарып ташланған балыҡ кеүек хис итәһең. Халыҡ телендә лә: «Бөтәһе лә яҡшы, тормошомдан уңдым»,- тигәнде икенсе төрлө, донъям түңәрәк, тиҙәр. Ә Зәйниҙең түңәрәге трамвай әйләнешенә генә тиң түгел, ул күпкә киңерәк, сөнки уның йөрәге кешеләр өсөн йәшәй. Ә хыялдарың үлһә, йәшәүҙең ни мәғәнәһе? Автор тура һүҙҙе йыш ҡына әйләндереп, уратып әйтә.

3.Атаҡлы кешенең исемен билдәле хеҙмәте менән йәки хеҙмәтен авторы исеме менән генә алмаштырып әйтеү. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә мәғәнә тапҡырлығына, һүҙ ҡыҫҡалығына өлгәшеү өсөн аңлатма, хәбәр һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу, исемдәрҙе алмаштырыу, йәғни мәғәнәләрҙе метонимиялаштырыу бик көслө16.

"Хәбеш бер мәл «шалтып-р-р»! итеүгә уянып китһә, йә хоҙай, ҡараңғы тәҙрәнән ниндәйҙер ап-аҡ баш кереп килеүен күреп ҡала. Егеттең ҡото осоп аҡырып ебәреүенә « Аҡ баш» бер аҙ аптырағандай туҡтап ҡала ла йәһәт кенә кире ҡараңғыға сумып юғала".

Автор кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап таныш булмаған кешене күҙ алдына килтерергә мөмкинселек бирә. Ысынлап та йоҡлап ятҡанда кем кешене фотоға төшөргән кеүек иҫендә ҡалдырһын? Күҙгә бәрелеп торған сифаты ғына иҫтә ҡала.

"Шулай, һиҙҙермәй генә үҙҙәренә бүлеп бирелгән баҫыуҙы күҙәтәләр ҙә, «шикле» кешеләрҙе күреп ҡалһалар, иҫкәртеп тә тормайҙар, Хәбешкә әйтә лә ҡуялар." ("Һуңлап килгән моң")

Шикле кешеләр бында Хәбештең ҡорбандары, бер кемде лә йәшен дә, ҡартын да йәлләмәй ул. Һуғыш осорондағы ошондай «хәбештәр» арҡаһында күпме кеше ғүмере ҡыйылған. Аслы- туҡлы йәшәгән халыҡ дошмандан ғына түгел бер-береһенән дә ҡурҡып көн итергә мәжбүр булған.

"...-Бына бит, ҡайнаға, ҡайһы саҡта үҙеңде бәләкәйерәк түңәрәккә ныҡлап бәйләп ҡуйыуҙа файҙалы була икән. "Беҙ ҙә шулай ҡуласаға ныҡлап бәйләнгәнбеҙ инде",-тине күңелһеҙ һығымта яһап Зәйни". (" Әйләнеш")

Әҫәрҙә метафоралар

Метафора ла бик ныҡ таралған троптарҙың береһе. «Сағыштырыуҙа ике предмет йәки күренеш өсөн дә хас булған оҡшаш дөйөм билдәләр була. Метафорала иһә, образлылыҡ тыуҙырыу өсөн, был предметтың сифаты икенсеһенә күсерелә. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын асыҡлау һәр береһенең үҙенсәлеген төшөнөргә ярҙам итә,»- тип билдәләй Б.Ғафаров «Әҙәби тел күрке» китабында.17

Боронғолар лексика ярлыраҡ заманда бер һүҙҙең төп төшөнсәһен йыш ҡына икенсе күренешкә күсереп,оҡшаш исем бирер булғандар.

Асылда ошо нигеҙҙә фольклорға һәм әҙәбиәткә әллә күпме метафорик һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр инеп киткән. Уларҙың күбеһенең күсмә мәғәнәле икәнлегенә бөтөнләй иғтибар ҙа ителмәй, ғәҙәти һүҙҙәргә әйләнгән улар.18

Метафора, һүрәтләү сараһы булараҡ, сағыштырыуҙарға яҡын тора. Сағыштырыуҙан айырмалы метафорала һүрәтләнгән күренештәр, предметтар икенсе күренеште йәки предметты бирә торған һүҙ менән туранан-тура әйтелә. Шулай итеп, метафора - ниндәй ҙә булһа берәй нәмә йәки күренешкә уға оҡшашлы булған икенсе бер әйбер йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү. Был һүҙ барған төп предметҡа образлылыҡ биреү өсөн эшләнә. Аристотель метафораны образлы фекерләүҙең һүҙ менән бирелгән үҙенсәлеге тип аңлатҡан. Ул метафораны ижад итеү хаҡында бик ҡиммәтле фекер әйткән: "Метафора һайлауҙа оҫталыҡ кәрәк ... был - талант билдәһе. Уңышлы метафора табыу - ул оҡшашлыҡты күреү тигән һүҙ. Метафора юғары дәрәжәлә асыҡ, аныҡ, яңы булырға тейеш19".

"Әрем тел, тип хурланды ул,-уйлаһаң, Зәйниҙең түңәрәге бер ҙә улай уҡ тар түгел, бөтә ҡала, яңынан яңы кешеләр".

"Ул килеп ингәндә, алдағы ҙур бүлмәлә байтаҡ кеше ҡайнаша ине. Күҙҙәре ярым ҡараңғылыҡҡа өйрәнә башлағас, мөйөштәрәк, сәйер бөгөлөп, иҙәндәге келәм өҫтөндә йорт хужаһы ултырыуын шәйләп алды. Ә ишеккә яҡыныраҡ ҡаршы яҡта арҡалары менән стена терәп, автоматтарын ҡосаҡлап ун биш-ун алты йәштәр самаһындағы ике «дошман» мәйете ҡан эсендә уңайһыҙ ҡырын төшөп ята. Боҙло ҡойон һымаҡ атышты ошо малайҙар сығарҙы микән ни, бигерәк йәштәр ҙә баһа! Башҡалары ҡайҙа икән, ҡасып өлгөрҙөмө"?

"Ә бөтә ғүмерең ошо кескәй генә түңәрәктә үтә ҡалһа"?("Әйләнеш")

"Күп тә үтмәй ауылдың төрлө яғынан кескәй генә ағас клубҡа табан тере таҫмалар һуҙыла". ("Абруйлы аҙаш"). "Шул балам башлы булды". "Ҡарттарҙың әңгәмәһенә һоҡланып ултырһам да, изге тарихты һаман ошо «лапшыр калош» йөҙөндә күрә, уның исеме менән бәйләй алмай аҙапланам"."Алпамыша кәүҙәһендә ниндәйҙер йәшерен көстәрҙең уяныуын тойғайны Хәлил..." ("Ышаныс"). "-Әбей!- тим бит. Баҡса ҡарасҡыһы, ҡайҙа олаҡтың"? ("Бикле хазина")."Ну, Тәмиғә ут аяҡ , нисек тыпырлай". ("Төштәр ҡабатланмай"). "Аяҡ аҫтында ил ҡеүәте, ҡара алтын ята, ләкин шуны ер күкрәгенән һурып алып, эшкә ҡушырға белгестәр етешмәй".

Телмәрҙә ошо троптарҙың булыуы беҙҙең өсөн оло бәхет! Әгәр ҙә улар булмаһа, ниндәй ярлы, ҡоро булыр ине телебеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: тау итәге түгел, ә тау аҫты; ҡояш көлә, йылмая түгел, ә сыҡты, күренде. Ә күпме иҫ киткес тәрән мәғәнәле, ыҡсым һәм йәтеш кенә булған балаларҙың яратҡан йомаҡтары, өләсәйҙәр кистәрен һөйләгән тылсымлы әкиәттәр булмаһа? Беҙҙең арала ла йәшәй шундай телгә бай, төртмә телле, йор һүҙле кешеләр. Яғымлы һүҙҙе һаңғырау ҙа ишетә. Татлы һүҙ иҫертә, һалҡын һүҙ айныта, ти халыҡ мәҡәлдәре. Мәҫәлән, өй башында ярты икмәк. (йомаҡ). Реаль тормошта икмәк менән айҙы бергә ҡуйып булмаһа, метфора ике төшөнсәне бергә ҡуша ала Мәҫәлән, Роберт Байымовты мәктәптә онотоп ҡалдырҙым. Автор һәм әҫәр араһында бәйләнеш бар, улар бер- береһенә оҡшаш.

Әҫәрҙә синекдоха, перифраз

Синекдоха -метонимияның бер төрө.Ул әйберҙең һан билдәһе буйынса үҙ-ара мөнәсәбәтенә нигеҙләнә. Бөтөн бер әйберҙе уның өлөшө аша йәки, киреһенсә, күплек төшөнсәһе арҡылы яңғыҙлыҡ исемде белдереп килә.

Күплек формаһында ҡулланылып та, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе сағылдырыусы синекдохалар осрай. Уларҙың ҡайһы берҙәре һүрәтләнә торған әйбергә йәки кешегә ҡарата иркәләү, яратыу интонацияһын белдерә һәм, башлыса, халыҡ ижадында ҡулланыла .Яңғыҙлыҡ исемде күплек формаһында ҡулланған синекдохаларҙың ҡайһы берҙәре конкрет шәхес йәки әйбер аша бөтөн бер социаль төркөмдө, ижтимағи көстө, йә булмаһа айырым бер төбәктә йәшәүселәрҙе сағылдырып килергә мөмкин.20

Синекдоханың поэтикаһы бер нәмәнең мәғәнәһен уларҙың үҙ- ара һан, күләм нисбәтенә күсереп исемләү принцибына нигеҙләнә, һан, күләм, өлөштәрҙең күсеше башлыса түбәндәге нисбәттәрҙә килә:

Берлек- күплек нисбәте: берлектә алынған атаманың күплекте аңлатып дөйөмләштерелеүе.

"Хәләфтәрҙән хәбәр көтөп ята". ("Һуңлап килгән моң").

Тағы экспертиз күрһәтерһең, һепертке...(метафора). Хәбеш үлеү менән генә хәбешлек бөтмәгән. Шуға ла Сәми менән бергә бөгөн хәбешлек тә ҡаты хөкөм ителергә тейеш...

Бер яҡтан ҡараһаң, Хәбеш үҙенә тәғәйенләнгән вазифаны яуаплы, закон боҙмай башҡара кеүек. Тәрәнерәк, төптән уйлап ҡараһаң, кеше яҙмышы, намыҫ, выждан ғазабы, мәрхәмәтлелек тигән күркәм төшөнсәләр уның күңеленең төбөндә ҡара япма менән ҡоршап ҡуйылған кеүек. «Хәбешлек»- кешенең алама холҡон ошо бер һүҙ менән алыштырып, дөйөмләштереп әйтеү. Сөнки ундай мәкерле, хәйләкәр кешеләр һәр заманда тыуып торған. Шундай кешеләргә юғары вазифаларҙы ышанып тапшырып та беҙ күпме кешенең ғәзиз яҙмышын аямай теткеләйбеҙ.

"Һис тә тынғылыҡ бирмәгәндәр икән дә баһа күп михнәт күргән баҫалҡы, әммә ғорур был афғандарға ла. Башта сасаниндтар баҫып ингән, унан Сыңғыҙхан ябырылған".

Сыңғыҙхан тигән берлектәге һүҙҙең төп мәғәнәһе, асылда, бөтә ҡара яуҙы аңлата.

"Ат дағалаһа ла -эшкәнник, ҡомған ялатһа ла -эшкәнник, Ғәзизйәндең туйғаны булманы»,- тип һуҡрана ине былай ҡарсыҡ- ҡорсоҡ. Тик мир ауыҙына ҡапсыҡ кейҙереп булмай". ("Махыдал")

Был миҫалды синекдоха тип тә алып була «мир ауыҙы», халыҡ араһында был һүҙбәйләнеш киң ҡулланыла, бында бөтә кешеләрҙең ауыҙын ябып булмай тигәнде аңлата.

Перифраз- поэтик образлылыҡ өлкәһендәге иң мөһим ҡанундарҙың береһе- «ҡыя атып-тура тейҙереү», йәғни әйбер һәм кешеләрҙе, уларҙың хәлен, эш-хәрәкәттәрен туранан-тура үҙ исеме менән түгел, бәлки уларға бәйләнеше булған башҡа күренештәр арҡылы атау. Былай эшләү һүҙ бара торған кеше йә әйбергә өҫтәмә мәғәнә бирергә, уның теге йәки был мөһим үҙенсәлегенә иғтибар тупларға мөмкинселек бирә. Күренештәрҙең исемдәрен уларҙың мөһим үҙенсәлектәрен тасуирлау менән алмаштырыуға нигеҙләнгән ошондай троптар перифраза тип атала21.

Перифразды метонимияның киңәйтелгән бер төрө тиергә лә мөмкин. Был һүрәтләү сараһы башҡа троптарға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ, шуғалырмы, ул күберәк инде билдәле, талантлы тип танылған авторҙа йыш осрай. Профессор, ғалим, һүҙ оҫтаһы Роберт Байымовты ана шул талантлы яҙыусылар рәтенә индерә алабыҙ. Бына мәҫәлән, «Сарсау» хикәйәһен генә алайыҡ.

..."Силсәүитлектән» төшкәс, Хәбибулланы башта бригадир, унан «пәләүит» итеп ҡуйғайнылар".

"Ташҡын баҫып киткән урман киңлектәрен байтаҡ байҡап йөрөнө ул. Ләкин Ғайсар һөйләгән «сәскә күбәләре»генә бер ерҙә лә осраманы".

"Күп тә үтмәй ауылдың төрлө яғынан кескәй генә ағас клубҡа табан «тере таҫмалар» һуҙыла".

"Ауыл Советына саҡыртып «тоҙло әңгәмә» үткәрә торғайны".

"Шул балам башлы булды".

"Ә бәлки , минең әйләнеш офоғом, әйләнә тирәләгем дә шулай сикләнгәндер".

"Ә «Брежнев», шоферға ишара яһап, ауылға етмәҫ борон уҡ төшөп ҡалды".

"Һис тә үкенес юҡ, Ғәйниәнең серле төймәләрен ысҡындырғайным инде»,- тип маҡтанып та йөрөгән".

Йәнләндереү

Йәнләндереү-метафора кеүек үк,әйберҙәрҙең үҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән троптарҙың береһе. Йәнләндереүҙә автор тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсерә.

Йәнләндереү ярҙамында яҙыусы тәбиғәттәге төрлө хәлдәрҙе уҡыусыларҙың үҙ тойғолары аша һәм хистәренә оҡшатып аңлауына ярҙам итә. Һүрәтләүҙең был сараһы тәбиғәт менән кеше араһындағы мөнәсәббәттең көсәйеүенә һәм конкретлашыуына алып килә. 22

Һүҙ оҫтаһы Роберт Байымовтың әҫәрҙәрендә әйтеп үткән һүрәтләү сараһы бик йыш ҡулланылған. Повестарыныдағыса йыйнаҡ һәм сос итеп яҙыу һәләте хикәйәләренә лә күскән.

Йәнләндереүҙәр- метафорик һүрәтләү сараларының бер төрө ул асылда. Уларға йәнле күренештәрҙең сифаттарын йәнһеҙ күренештәргә күсереп биреү хас. Йәнләндереү һүрәтләү сараларының иң йәнлеһе ул. Уның поэтикаһы шиғри биҙәктәргә бик бай.23

Әҫәрҙәрҙән бер нисә миҫал килтереп үтәм: "Бер кәрәккән үтмәҫ балта тағы кәрәкмәҫ тиһеңме?" ("Гипноз")

Бында «үтмәҫ балта» тип үҙен еңел холоҡло Гүзәлиә ханым атай. Ғаиләле булыуға ҡарамаҫтан яҡын кешеңә хыянат итеү үҙеңде түбәнһетеүгә тиң, үкенескә ҡаршы беҙҙең тормошта ошондай күренештәр бар. Ҡатын -ҡыҙ һәм «үтмәҫ балта» тигән был ике төшөнсә бер нисек тә килешә алмай. Автор хатта ундай кешене мал менән түгел, туң үтмәҫ балта менән сағыштыра.

"Уларҙы ла байтаҡтан бирле белә Ҡыҙыл сәскә.(йәнләндереү) Ирйегет-алпамыша (метафора), тракторсы, Гөлкәй -талсыбыҡ (метафора), фермала бәрәстәр ҡарай".

Был хикәйәлә төп герой «газон сәскәһе». Кешегә хас сифаттарҙы автор башҡа предметтарҙы йәнләндереү аша үҙенең уй-фекерҙәрен уҡыусыға еткерә. Яңғыҙ сәскәнең уй-кисерештәре, тойғолары аша автор беҙҙең аралағы ҡайһы бер кешеләрҙе һүрәтләй. ("Газон сәскәһе")

Әҫәрҙә гипербола, литота, гротеск.

Гипербола (грекса hyperbole- аштырыу, арттырыу) - хәл ваҡиғаны йә геройҙы саманан тыш күпертеп, шаштырып һүрәтләү сараһы. Ул әҫәрҙең тәьҫир көсөн арттырыу, ғәжәпһендереү өсөн киң ҡулланыла.

Борон халыҡтың тәбиғәтте, донъяны күҙ алдына килтереүе, хыял -фантазияһы йыш ҡына фантастик, гиперболик формаларҙа булған. Ҡарыһүҙҙәрҙә, әкиәттәрҙә гипербола төп һүрәтләү сараһын тәшкил итә. Ҡарыһүҙ геройҙары туфандар ҡуптара, тауҙар яһай, ғәләмәт ҡиәфәттәргә инә, күктәр аша, йыһандар гиҙә24.

Халыҡ ижадында гипербола, юғарылағы миҫалдарҙан күренеүенсә, геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәтен, портретын һынландырыу өсөн ҡулланылған. Реалистик әҙәбиәт үҫеш алғас, кешенең рухи донъяһына, донъяға ҡарашына ҡағылышлы кире күренештәрҙе ҡабартып күрһәтеү алымы ла йыш күренә башлай.25

Ә бына "Сыбар шоңҡар" романынан ошондай миҫал килтерергә мөмкин.

"Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша

Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.

Ир- егеткәйҙәрҙең, ай өмөтөн

Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ..."

Авторҙың әҫәрҙәрендә ошондай гиперболаға ҡараған миҫалдар ҙа осрай:

Ағиҙелдән аша сыҡтым,

Аҡ тауыҡҡа атланып.

Ирһеҙ бисәләр күп тиеп,

Йөрөмәгеҙ маҡтанып.

Литота (грекса litotes- ябайлыҡ) - аштырып һүрәтләүҙең - гиперболаның киреһе ул. Мәҫәлән, әкиәттәрҙә иргәйелде характерлауҙаүҙе бер ҡарыш тип үтә кесерәйтеп алған литотаға һаҡалы мең ҡарыш тип шаштырып әйтелгән һүҙ - гипербола ҡаршы ҡуйыла.26

"...Ә һулдараҡ, йәшел үлән төймәләрен хәтерләтеп, үҙәнде йәмләп аҡ тирмәләр теҙелгән".

Гротеск ( французса grotesque - көлкөлө, ғәҙәттән тыш) - кешене йәки тормош күренештәрен шаштырып, ғәҙәттән тыш итеп көлөп, мәсхәрәләп һүрәтләү сараһы.

Аллегория һәм символика

Һүрәтләү сараларының, бигерәк тә метафораның күсмә образлылыҡҡа, кинәйәле һүрәткә әйләнеп китеүе аллегорик һәм символик образдарҙа бик асыҡ күренә. Аллегория- әйберҙәрҙе йәки хайуан- кейектәрҙе һүрәтләү ярҙамында кешеләрҙе, уларҙың холоҡ- ҡылыҡтарын, үҙ- ара мөнәсәбәттәрен кинәйәле һынландырыу сараһы.27

Беҙҙең ғәскәр, әйҙә, алға марш!

Тетрәп торһон ер- күк асманы.

Беҙ - арыҫлан, беҙ бит һәм юлбарыҫ,

Яҙыусы халыҡтың йəнле һөйлəү телен дə, башҡорт əҙəби телен дə
һəйбəт белə. Əҙəби əсə теленең төп һүҙлек фондын да, һүҙлек составын да,
һүрəтлəү-тасуирлау сараларын да оҫта ҡуллана.

Күренекле әҙәбиәт белгесе, академик, филология фәндәре докторы Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы һүҙҙәре ошо урында урынлы булыр тип уйлайым: " ...Йомғаҡлап әйткәндә, һүрәтләү саралары, айырыуса метафора, метонимия, йәнләндереү, күпертеү ише күсмә мәғәнәле троптар төрө поэтикаһы хәл- ваҡиғаларҙы, кешенең рухидонъяһын йәнле һәм йәмле, эмоциональ тәьҫирле итеп еткереүгә хеҙмәт итә, художестволыҡтың мөһим элементтарын билдәләшә".



3.2.Лексик һүрәтләү саралары

Телдең ҡатмарлы тәбиғәтен асыҡлау юлында меңдәрсә хеҙмәттәр яҙылып, тиҫтәләрсә фән йүнәлештәре формалашҡан. Беҙҙең маҡсат шуларҙы бәйнә- бәйнә ҡабатлау түгел, ә яҙыусылыҡ эшмәкәрлеген аныҡлау тәңгәлендә кәрәк булған хәтле дөйөм ҡараш ташлау.

Беренсенән, һүҙҙәр берәй урында күҙгә күренеп ятҡан ниндәйҙер әйберҙәр йә күренештәр өйөмө түгел, шуға күрә уны бер нисек тә кеше аңынан айырып ҡарарға ярамай. Иң тәүге һүҙҙәрҙе кем башлап әйткән, тигән һорауға яуап эҙләүҙән мәғәнә юҡ. Нисек кенә булмаһын, әйләнә- тирәләге предметтарға, күренештәргә башҡортса тәү башлап исем ҡушыусы боронғо ата-бабаларыбыҙға беҙ мәңге рәхмәт уҡырға бурыслыбыҙ. Улар атаған тәү һүҙҙәр, телебеҙ серемәҫ нигеҙе булып, уның тотороҡлолоғон тәьмин итә. Мәҫәлән, тәү һүҙ «ел» дән-елпеүес, елбәҙәк, еләҫ, елкән, елғыуар, елеү һ.б. яһалған. Ҡайһы бер осраҡта бер үк һүҙ менән төрлө-төрлө күренеште лә атап ебәргәндәр: ат-хайуан, ат- исем, ат- ҡылым.

Кешеләр үҙе йәшәгән донъяны танып-белеүҙе, йәғни өйрәнеүҙе уның сиктәрен билдәләүҙән башлаған, тип иҫәпләй ҡайһы бер ғалимдар. Ваҡыт сиктәрен, мәҫәлән, «көн-төн» тигән бинар ҡапма-ҡаршылыҡ, ә арауыҡ сиктәрен- «ал-арт» йә иһә аҫ-өҫ тигән ҡаршы ҡуйыуҙар менән тамғаланған ата-бабаларыбыҙ.

Ғалимдар билдәләүенсә, теге йәки был һүҙҙең булыу-булмауы кешеләрҙең практик эшмәкәрлеге, көндәлек социаль тәжрибәһе менән бәйле. Шул нигеҙҙә айырым төбәктәрҙә конкрет тарихи осорҙарҙайәшәгәнәҙәми заттарҙың төбәк телдәре (диалекттар), дөйөм халыҡ кимәлендә милли тел ойоша. Ҡыҫҡаһы, һәр бер тел- ерле һәм милли күренеш, ундағы һәр һүҙҙә йәки һүҙбәйләнештә теге йәки был халыҡтың донъяны танып белеү, ысынбарлыҡты ҡабул итеү үҙенсәлектәре сағыла28. Мәҫәлән, урыҫ халҡында ҡыҙҙарҙы маҡтау уның буй-һынының матурлығын билдәләүгә ҡорола: «стройна как белая береза». Башҡорттарҙа «ҡайын һымаҡ зифа буйлы ҡыҙ» тиеү бөтөнләй мәғәнәһеҙ йә иһә мыҫҡыл итеү һымаҡ яңғырар ине. Ҡайын беҙҙең халыҡта «ҡайғы, һағыш» билдәһе рәүешендә нығынған , ә ҡыҙҙарҙы маҡтау бүтән ағасҡа бәйле- «буйы зифа тал кеүек».Бының ише миҫалдар бихисап. Теге йәки был халыҡтың үҙенә генә хас фекрләү, донъяны аңлау- аңлатыу үҙенсәлектәренең, милли характерҙың һәм психологияның сағылышы булараҡ, айырым һүҙбәйләнештәр, хатта тотош һөйләмдәр тотороҡло форма ала. Мәҫәлән, «һеркәһе һыу күтәрмәй» тигән һөйләм ғәмәлдә бер һүҙҙе-«үсексән» тигән һүҙҙе алмаштыра. Бары башҡорт кешеһе генә уның ысын мәғәнәһен аңлай, башҡаларға ул мәғлүм түгел, тәржемә итеп тә булмай, шуға ла бындай берәмектәрҙе халыҡтың «йәшерен теле» тип тә атарға була. Фәндә улар фразеологизм йә идиома тип йөрөтөлә. Әҫәрҙе милли колорит тыуҙырыуҙың иң ҡулай саралары булараҡ, идиомалар әҙәби геройҙарҙың телмәрендә йыш осрай.

Милли телдәрҙең һәр ҡайһыһы үҙ- ара контакттар йоғонтоһона күпмелер бирешә торған асыҡ системанан ғибәрәт. Һәр тел айырым бер халыҡтың үҙ- ара аралашыу ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә. Үҙҙәренең генә эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тыуған продукцияға, милли тел ҡанундарынан сығып, яңы һүҙҙәр, яңы төшөнсәләр уйлап табыла. Әммә бер генә халыҡ та үҙ- үҙенә бикләнеп көн итә алмай, тарихтың билдәле баҫҡысында күрше һәм бүтән халыҡтар менән алыш-биреш кеүек бәйләнештәргә инергә мәжбүр. Ситтән ташылған донъя кәрәк-яраҡтарына ҡушылып, уларҙың атамалары ла килә. Элегерәк халыҡ уларҙы үҙ теленә яраҡлаштырып та үҙләштергәән: самовар-самауыр, перчатка- бирсәткә, скамья- эскәмйә.

Һуңғы осорҙа информацион процесстарҙың көсәйеүе, дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тығыҙланыуы сауҙа хеҙмәттәшлеген үтә йәнләндерҙе. Импорт тауар менән уларҙың исемдәре лә баҫты. Улар шул тиклем күп төрлө һәм сезон һайын алмашынып тора, туған телгә яраҡлаштырып өлгөрөрлөк түгел. Указ- приказдар менән был процесты көйләүе ауыр:кем яңы тауар етештерә, шул исемен дә ҡуша. Туранан -тура, үҙгәртелмәйенсә ҡулланылышҡа ингән сит ил һүҙҙәрен ғалимдар варваризм тип атаған, сөнки артыҡ күбәйеп киткәндә улар, сит баҫҡынсылар кеүек, милли телде бысратып, юҡҡа сығарыуҙары мөмкин.

Икенсенән, һүҙ-социаль күренеш. Йәшәү рәүеше, эшмәкәрлек шарттары, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәре, психологик һәләттәре һәм башҡалар буйынса илдәге халыҡ массалары- социумдар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә көн күрә. Айырым профессия буйынса берләшкән төркөмдәр, социаль ҡулланылышында йөрөгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр профессионализмдар тип атала. Шулай уҡ ҡайһы бер социаль төркөмдәрҙең үҙҙәренә генә аңлашылған йәшерен телдәре- жаргон, арго формалашырға мөмкин. Йәнә лә хәҙерге быуын йәштәренең үҙенә генә хас һөйләшен төҫмөрләргә мөмкин.Уны инглиз һүҙе менән йәштәр сленгы тип атайҙар.

Өсөнсөнән, һүҙҙәр - тарихи күренеш. Милли тел күренештәре бик тотороҡло, шарттар үҙгәргән хәлдә оҙайлы ваҡыттар һүҙымында тел үҙенсәлектәре һаҡлана, тәбиғи рәүештә быуындан- быуынға тапшырыла килә. Ул тел хазинаһы ҡайҙа һаҡлана һүң?

Халыҡ хәтер һандығында: ауыҙ- тел ижады үрнәктәрендә, яҙма сығанаҡтарҙа, әҙәби әҫәрҙәрҙә. Йөҙҙәрсә йыл дауамында халыҡтың һөйләшендә туплана килгән барлыҡ һүҙҙәрҙең һәр береһен онотмайынса хәтерҙә һаҡлауғамохтажлыҡ та юҡ, мөмкин дә түгел.

Һүҙ байлығын белеү халыҡтың тормошон, рухи донъяһын тулыраҡ, теүәлерәк һәм сағыуыраҡ һүрәтләүгә ҙур мөмкинлектәр аса.29

Телдең һүҙ ҡаҙнаһы ғәжәйеп бай. Һәр кем үҙ туған теленең һүҙ байлығынан үҙ тәжрибәһе, зиһене һәм хәтере мөмкинлек биргән ҡәҙәр уй- тойғоларын тәҫьирлерәк еткерер өсөн теүәл төшөнсәле һәм тапҡырыраҡ мәғәнәле һүҙҙәрҙе, ҡалыплашҡан һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланырға тырыша. Яҙыусы кешегә инде һүҙҙәрҙең, фразаларҙың иң аҫылдарын һайлау һәм тейешле урынына ҡуйып баҙлатып ебәреү фарыз.

Мәҡәл әйтмешләй, тел күрке - һүҙ ул. Нәфис һүҙҙәрҙең ҡөҙрәте киң. Шуға айырым һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр- лексик саралар нәфислектең, поэтиканың мөһим сифатына әйләнәләр.

Мәғәнә оҡшашлығы йәки айырмалығы йәһәтенән уларҙы синоним, антоним, омоним, әҙәби фразеология, идиома, афористика, тарихи принциптан архаизм, неологизм, варваризм, диалектизм бүлексәләренә төркөмләргә мөмкин.30

Синонимдар

Бер үк әйбер йәки күренеште белдереп тә, уның төрлө мәғәнә нескәлектәрен сағылдырып килеүсе һүҙҙәр синонимдар тип атала. Бер үк әйбер йәки күенештәрҙең төрлө осорҙа төрлөсә аталыуына нигеҙләнгән синонимдар ҙа, әҙәби ғәмәлдә йыш ҡына осрай. «Тормош, ысынбарлыҡ туҡтауһыҙ ағыш, үҙгәрештә булған кеүек, телдәге һүҙҙәр ҙә, уларҙың мәғәнә йөкмәткеләре лә үҙгәреп, алмашынып тора. Бер осорҙа бер һүҙ әүҙем ҡулланылһа, икенсе дәүер өсөн бүтәне хас була... 31

"Ой, Галинка, Галина,

Сәйең татлы- бал ғына.

Ә үҙең һүң? Үҙең нисек Галина?

Малинамы әллә әсе калина?"

Татлы (шәрбәтле, шәкәрле, тәмле) һәм бал һүҙҙәрен контекстҡа ҡарап синонимдар тип алып була, ул ҡыҙҙың булмышын асып биреүгә ярҙам итә.

"Һәй-й, уҙған ғүмер- аҡҡан һыу,-Сәми хәтирәләргә сумып ята бирҙе, йәшәү тураһында тәү тапҡыр ул шунда ныҡлап уйланғайны шикелле, сөнки Фәғиләһе бар ине инде уның был саҡта. Ҡатыны иҫкә төшкәс, Сәми яҡтырып китте. Тегенән сыҡҡас, уны күреп, шаҡ ҡатты Фәғилә тимәҫһең..."

Балҡып торған йөҙ, нурлы көләс күҙ.

"Хәҙер асыҡ хәтерләй Хәләф бая үҙенә тынғылыҡ бирмәгән хәүефле лә, ғазаплы ла ҡарашты".

"Йәштәш һылыуҡайҙарының керһеҙ намыҫын һаҡлап, уларҙы хатта күрше ауыл егеттәренән дә үлеп көнләшә торған ошондай сәмсел бәһлеүәндәр үҙ иленең гүзәл бер сәскәһен ни йөрәге менән күрәләтә әшәке дошман ҡулына бирһен ти инде?" ("Һуңлап килгән моң")

"-Ана донъя тултырып ғәйрәт менән аҡҡан даръяларҙың да яр буйы, берәм-һәрәм таштарға уралып, бер урында тыныс ҡына тик ята бит, ә айырым сибек ағымдар хатта кирегә тартылып та маташҡан була. Тик һин уйлап ҡара: көс, ғәйрәт ҡайҙа?!" ("Шәфәҡ һарыһы")

"Эйе, кеше атта ла, машинала ла елдерә, самолетта ла, хатта хәҙер йыһан карап тарында ла оса. Тик күпме генә осмаһын, нисек кенә елдермәһен, аҙаҡ килеп барыбер ергә төшөргә мәжбүр". ("Хыялый")

"Күңел күтәренке, ауыҙ йырыҡ. Рәхәт".

" Йәлмәй тәү ҡарауҙа уҡ үҙендә көс, ғәйрәт барлығын һиҙҙереп торған бәһлеүән кәүҙәле, төҫкә лә бынамын тигән ир ине". ("Йәлмәй")

Антонимдар

Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге һүҙҙәр антоним тип атала. Антонимдар, башлыса , тормоштағы күренештәрҙең ҡатмарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн ҡулланалар. Бер үк образдың ике сифатын ҡапма-ҡаршы ҡуйыу юлы менән яҙыусыларижтимағи күренештәрҙең ысын асылын, кеше характерының ҡатмарлылығын асырға тырышалар. Сатираның үҙенсәлекле бер алымы рәүешендә ҡулланылғанда, антонимдар айырым кешеләрҙең ике йөҙлөлөгөн кәүҙәләндерәләр.32

Антонимдар күберәк сифатты, күләмде, ваҡытты, араны, хәрәкәтте белдергән дөйөм һүҙҙәрҙән ойошоусан. Улар телдә көн- төн, ҡайғы- шатлыҡ, эҫеле- һыуыҡлы, аҡлы- ҡаралы, йәше- ҡарты рәүешле ҡапма- ҡаршы ҡушарлыҡ төшөнсәһен дә алалар.33

Тағы Роберт Байымовтың əҫəрҙəрен уҡығанда антонимдарға
тап булдыҡ. Мəҫəлəн:

1.Антонимдар предметтарҙың, күренештәрҙең, билдәләрҙең, хәрәкәттәрҙең ҡапма - ҡаршылығын баҫым яһап күрһәтә:

"Сабыйҙың остоҡ та гонаһы юҡ та бит, тик, ни эшләйһең, ата ғәйебен ҡарға түгел, бала күтәрә".

2.Антонимдар бер хәлдән икенсе хәлгә ҡырҡа күсеүҙе күрһәтеү өсөн ҡулланыла:

"Ә миңә малина кәрәкмәй ҙә, - егет аңламағанға һалыша,-балан хатта нығыраҡ оҡшай, үҙе татлы, үҙе әскелтем..."

Бында татлы һәм әскелтем һүҙҙәрен урынлы ҡулланыу телмәрҙең эмоциаллеген арттыра. Бер әйберҙә ике сифаттың булыуы Галинаның образын аса, уҡыусы уны сая һәм шул уҡ ваҡытта наҙлы ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерә, автор Шәмсетдиндең эске кисерештәрен, һөйөүен ябай һәм шул уҡ ваҡытта көслө итеп һүрәтләй.

3.Антонимдар күренештәрҙең диалектик ҡатмарлығын, уларҙың ҡапма - ҡаршылыҡ берҙәмлеген һәм көрәшен асып бирергә ярҙам итә:

"Кем белә инде уны,-тине ул уйынлы -ысынлы.-Намыҫ менән нәфсе миндә гелән саҡ менән суҡ һымаҡ йәшәнеләр шикелле..."

4. Күренештәрҙең, процестарҙың ситке, поляр нөктәләрен күрһәтеп, антонимдар уларҙың бөтөнлөгөнә, тотошлоғона, мөһимлегенә баҫым яһай:

"Йә күңелдәрҙе елкендерер дәртле көй, йә тәрән һағыш оҙаҡ ҡына ауыл өҫтөндә аҫылынып тора". ("Аҙашмаһа ине моңдарым")

"Улым ҡайтты, үҙе батһа ла, даны ҡалҡты», тип һөйөнөп йөрөгән уның әсәһе". ("Һуңлап килгән моң")

5. Антонимдар ҡапма- ҡаршы хәрәкәт йүнәлешен, бер үк предметтың ҡапма - ҡаршы яҡтарын күрһәтә:

"Халыҡтың, шөкөр, мәрхәмәте лә ҙур, нәфрәте лә көслө. Ҡыҫҡан һайын ҡыҫыла- ҡыҫыла ла, гигант пружина һымаҡ, бер саҡ килтереп -тереп ора арҡа һөйәгеңә! Әлегә тиклем уны берәүҙең дә алдағаны юҡ. Шуға ла халыҡтан, кешеләрҙән айырылырға ярамай, туғандар,- ти ул, ни эшләптер, тағы Сәмиғә ҡарап..."

Бында автор синонимдар менән бер рәттән антонимдарҙы ла ҡуллана.

Сәмиғулланың балалыҡ дуҫы һәм хәҙерге ваҡытта адвокаты алдында әйткән һүҙҙәре.Бында автор намыҫ һәм нәфсе һүҙҙәрен саҡ менән суҡ һүҙҙәре менән сағыштыра.Ошо антонимдарҙы уңышлы ҡулланыу геройҙың ысынлап та күңеленең таҙа булыуын күрһәтә. Сөнки әйтәләр бит, кешенең гонаһына ҡарама, һин уның уның өсөн үкенеүен, башҡа ҡабатларға теләмәүен белмәйһең ,тип.

"Тыштан шалҡан һымаҡ таҙа күренһә лә, эстән ҡорт ашап бөткән булғандыр инде , күрәһең..."

Был Сәмиғулланың атаһы «Бәпембә-Баһир» тураһында әйтелгән һүҙҙәр. Авторҙың ошондай контраст алымы геройҙың тыштан йылмайып, көлөп торһа ла, эстән мәкерле, хәйләле кеше булыуын күрһәтә.

"-Эйе, эйе, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергәс, үҙе кәүшәк, үҙе һимеҙ, үҙе былҡы,-тип көтмәгәндә ҡылтымбикәләнде лә китте тегеһе.-Төҫө бар, еҫе юҡ, нәҡ һинең Наҙлыбикәң!.."

Был ике һөйләмдә бер үк предметҡа (Ҡыҙыл сәскәгә) автор тарафынан ике төрлө характер бирелә. Ошо юлдар аша беҙ Гөлкәйҙең эске кисерештәрен тойомлайбыҙ, егетен тәүге ҡыҙына көнләшеүен уҡыусыға көн кеүек асыҡ. ("Газон сәскәһе")

"Юҡтыр, йәм-йәшел урманда ултырған ҡыу ағас кеүек бит инде ул. Хәйер, Сәми һаман Хәбеште күҙҙәре менән ҡапшай бирҙе. Картуф баҡсаһына үрләгән аҡтамырға күберәк оҡшамаһа әгәр... Үҙе ап-аҡ,үҙе яуыз. Бының да ултырышы, ана, фәрештә кеүек, ә аҫтан үтәнән- үтә тишеп, йырмаҡсылап яралап бөтә". (" Һуңлап килгән моң")

"Шуларҙы күреп Хөсниевич та башын һуҡҡандай ултыра, бер ағара, бер ҡыҙара". ("Гипноз")

"Ә хәтирәләр уның күҙ алдында боҙоҡ таҫмалағы кеүек, бер ҡабынды, бер һүнде..." ("Ышаныс")

"Профессор кеше шул инде ул: йә әҙәм итә, йә әрәм итә." ("Һабаҡ")

Антонимдар был миҫалдарҙа теге йәки был фекерҙе ҡыҫҡа формала, ыҡсым һәм тос итеп бирергә ярҙам итә. Авторҙың хикәйәләрендә геройҙар, тәбиғәт күренештәре һ.б. бер - береһенә бик оҫта, уңышлы ҡапма -ҡаршы һүрәтләнгән урындар бихисап. Әҫәрҙәр тәбиғи тел менән, ылыҡтырғыс стилдә яҙылған. Кешенең холоҡ-фиғелен яҡшы белгән, халыҡ һөйләшен уңышлы ҡулланған, һутлы тел менән яратып яҙған ул Робер Байымов.

Омонимдар

(грекса homos - бер төрлө һәм onyma- исем) - әйтелештәре бер төрлө булып та, мәғәнәләре менән төрлө-төрлө булған һүҙҙәр. Мәҫәлән: йөҙ (һан) , йөҙ (кешенең бите) , йөҙ (ҡолас ташлап йөҙ) , йөҙ (ер йөҙө) ; яҙ (йыл миҙгеле), яҙ (хат яҙ мәғәнәһендә) , яҙ (тегеҙлә, шымарт), яҙ ( май яҙыу) һ.б

Башҡорт теле омонимдарға ифрат бай. Уларҙың мәғәнә төрҙәре һөйләгән саҡта телмәр эсендә , яҙғанда текст эсендә асыҡлана34.

Яҙыусы художестволы ижад процесында үҙенсəлекле стилистик
алымды - ҡабатлауҙы иғтибарҙан ситтə ҡалдырмаған. Мəҫəлəн:

Исеме Мөхәссәнә.

Сөйсәң сөй,

Сөймәсәң сөймә,

Сөйөлмә, сөймәсәнә...

Фразеологик берәмектәр- лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән, бер нисә һүҙҙән тороп, бер генә мәғәнә аңлатыусы һүҙҙәр ҡушылмаһы. Мәҫәлән: тамаҡ ялғау, күҙ терәү, билбау аҫты бушау, һөрән һалыу.

Фразеологик берәмектәр ике йәки унан күберәк һүҙҙәрҙән тора. Ул һүҙҙәр бер-береһенә мәғәнәләре яғынан ныҡ бәйләнгән була. Уларҙы башҡа һүҙҙәр менән алмаштырып булмай. Мәҫәлән: төп башына ултыртыу фразеологик берәмегенә ингән һүҙҙәрҙе айырып алһаҡ, уларҙың һәр береһе үҙенең төп мәғәнәһен аңлата: төп-ағасты киҫеп алғандан һуң ҡалған өлөшө, ултырыу-берәй әйбер өҫтөнән урын алыу. Был һүҙҙәр бер нисек тә алдау мәғәнәһен бирмәй. Ә уларҙы бергә әйтһәң, тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙҙәр килеп сыға. Шуға ла фразеологик берәмектәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Улар һөйләү йәки яҙыу телмәренең тәьҫирен көсәйтә.35

"Башҡорт тел ғилемендә фразеологияның өйрәнелмәгән проблемалары, асыҡланмаған мәсьәләләре лә күп әле. Уның иң аҙ тикшерелгәндәренең береһе - фразеологик берәмектәрҙең текста ҡулланылышы, бигерәк тә матур әҙәбиәттә һүрәтләү сараһы булараҡ тотҡан урыны. Фразеологик берәмектәрҙең конкрет әҫәр эсендә йәки әҙәби телдең айырым жанрҙарында ҡулланылышын өйрәнеү мәсьәләләре лә мөһим.

Халыҡ теле менән әҙәби тел араһында даими бәйләнеш бар, һәм улар үҙ- ара йоғонто яһаша. Был мөнәсәбәттәрфразеология өлкәһендә лә бара, ләкин бындай мәсьәләләр башҡорт тел ғилемендә аҙ өйрәнелгән36" - тип яҙа башҡорт телсеһе, яҙыусы, филология фәндәре докторы , профессор Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы.

Башҡорт телендә фразеологик берәмектәр әҙәбиәттә киң ҡулланыла, Роберт Байымов әҫәрҙәрендә улар образлылығы, тапҡырлығы, ыҡсымлығы, стилистик мәғәнә биҙәлештәренең күп төрлөлөгө менән айырылып тора, йәғни уларҙың халыҡсанлығы яҙыусының стиль үҙенсәлеген билдәләй.

Матур әҙәбиәттә тел берәмектәренең образ тыуҙырыуҙағы функцияһын оҫта ҡулланыуын уның төрлө жанрға ҡоролған бөтә әҫәрҙәрендә юғары кимәлдә реалләштереүен күрәбеҙ. Миҫал итеп, яҙыусының проза әҫәрҙәрендә фразеологик берәмектәрҙең һүрәтләү сараһы сифатында образдар тыуҙырыуҙағы урынын күрһәтергә мөмкин.

Авторға идиоматик берəмектəр менəн фразеологик əйтемдəр ҙə ят түгел. Мәҫәлән:

"Юҡһа, һеркәһе һыу күтәрмәҫ( үсексән) елбәҙәк ҡылтымбайға эҫенеп китһә, ярты ғүмере сыр-сыу килеп, бисәһе холҡона зарланып үтеп китмәксе икән..." ("Әйләнеш")

"Кабина яғына әйләнгәйне, уны күреп, күҙе тоҙ булды". Автоҙың үҙе генә ҡулланған фразеологик берәмеге.

"Кәрәк икән, көтөр, сәкән һуғып (бушҡа йөрөмәйбеҙ, бушты бушҡа ауҙармайбыҙ) йөрөмәйбеҙ ҙә..."

"Нужа ҡалас ашата (донъяның ауырлығы кешене төрлө хәлгә төшөрә) тигәндәй, иллә-мәгәр башта уҡ үҙе теләп килмәгәйне".

"Тик ҡайнағаһының бүләге «әтнәкәле» (серле йә иһә сюрприз менән) булып сыҡты".

"Имеш, «мүкләнеп ятма( тик ятма, ҡуҙғал, ҡыбырла мәғәнәһендә), кейәү әле таяҡҡа аҫылынмаҫ борон (ҡартаймаҫ борон), беҙҙең һымаҡ, ил күреп, йүнлерәк тормошҡа сығып ҡал..."

"Иштең арыш сумарын (дөрөҫ әйтмәнең), тип көлә Кәримә Хәмитовна. Ә уның күҙ алдында ирекһеҙҙән бер-бер артлы күптәнге ваҡиғалар терелә башланы..."

"Ә был бигерәк, туҡал һыйыр кеүек йоп-йомро: "Баһир". Туҡал һыйыр- үтә әрһеҙ, һөмһөҙ кешегә асыу менән әйтелә.

"Харап, һеҙ барығыҙ ҙа һәйбәт, Хәбиулла ғына насар, тип аҡланғандай, һүрелә төштө ул, ҡаты булмаһаң попробуй эшләтеп ҡара! Аҡ һөйәкме ни беҙ?"

"Тел оҙон инде ул, һепертке кеүек...Лебер-лебер...Һәр кем аҡыл һата. Күп һүҙ -юҡ һүҙ".

"Ярай әле, теге саҡта уның бер аяғы булһа ла ҡыҫҡарып ҡалған, юғиһә ике аяҡ менән әллә нәмәләргә өлгөрөр ине был әҙәм...-Сулаҡ сатандан көлә,-тип шаяртты уны Сәлимә апай үҙ итеп".

"Ләкин йәшен атҡан янғынды ябай һыу менән генә һүндереп булмай икән ул.Ҡарттар шулай ти. Уға ҡара һыйырҙың һөтөн һибергә кәрәк. Шунан ғына һүнә. Ә ҡара һыйырлы кеше ауылда юҡ".

Бындай ышаныу беҙҙең халыҡҡа ғына хас күренеш түгел икән, сөнки һинд халыҡтарында ла тик ҡара һыйыр һәм уның һөтө башҡаларға ҡарағанда ниндәйҙер сихри көскә эйә тип иҫәпләгәндәр.

"Шунда Сәмиғә ниҙер булды. Ул ҡорт саҡҡандай тетрәнеп китте лә, теге малай тағы ниҙер әйтеп өлгөргәнсе, уның өҫтөнә һикерҙе".

"Ҡара халыҡ- аңра һарыҡ, тип кенә ебәрер ине ул,- ҡайҙа ҡыуһаң, шунда атлай".

"Ләкин сусҡа балаһын тоҡҡа йәшереп булмай, тигәндәй, шеш тулыша, был икәү араһындағымөнәсәбәт тә ҡырҡыулаша барҙы".

"....ауыл Советына саҡыртып «тоҙло әңгәмә»? (әрләне мәғәнәһендә) үткәрә торғайны".

"Теге саҡта үтә «дөрөҫ» ҡыланһа ла, бармаҡтары үҙенә кәкре булған икән уның да. Үҙен хужа һанап, «әктиф» ҡыланып, байтаҡ гонаһтар ҡылырға өлгөргән. Һуғыш бөтөп, ирҙәр ауылға ҡайтҡас та, уларҙың барыһы ла ҡалҡып сыҡты".

" Ә беҙ көл һибеп ҡыуаһы урында(кире ҡайтмаҫлыҡ итеп), үтә ышанып дилбегәне ҡайһы саҡ бөтөнләй улар ҡулына тапшырып ҡуябыҙ..."

"Бөтә ил бер йоҙроҡ булып төйнәлеп, оло юғалтыуҙар бәрәбәренә аяуһыҙ дошман менән йәнтәсем алышҡан бер мәлдә, кеше гонаһының ниндәйен дә ғәфү итеү ҡыйын булғандыр инде".

"Шулай, туғандар, ти ул, кемдән кем тыуырын алда белеү ҡыйын. Ямандан -яҡшы, яҡшынан -яман тигәндәй".

"Ярай, ярай, бәләкәй әтәстәр, ти ул, малайҙарҙың арҡаһынан ҡағып, исмаһам, һеҙгә күрергә яҙмаһын инде уны. Һуғыш майлы бутҡа түгел, (фразеологик берәмек) дошман да Иҙел сабағы һымаҡ ҡармаҡҡа гелән эләкмәй.(сағыштырыу) ("Һуңлап килгән моң")

Башҡорт телендә фразеологик берәмектәр матур әҙәбиәттә киң ҡулланыла, Роберт Байымов әҫәрҙәрендә улар образлылығы, тапҡырлығы, ыҡсымлығы, стилистик мәғәнә биҙәлештәренең күп төрлөлөгө менән айырылып тора, йәғни уларҙың халыҡсанлығы яҙыусының стиль үҙенсәлеген билдәләй.

Йомғаҡлау

Һәр эштең үҙ фәрештәһе була, тиҙәр. Роберт Байымов башҡорт әҙәбиәтендә проза өҫтөндә ижад итеү дәүерендә ҡабатланмаҫ образдар ҡалдыра алыуға өлгәшкән. Геройҙар галереяһына ла бик бай. Уның геройҙары беҙҙең аралағы ябай кешеләр. Улар араһында ауыл көтөүселәре, мал ҡараусылар, ер хеҙмәтсәндәре, етәксе вазифаһын башҡарыусылар, һөнәренә тоғро ҡалған уҡытыусылар, профессорҙар барыһы ла бар. Ябай ғына хеҙмәтенән кинәнес, йыуаныс табып йәшәгән кешеләрҙең күңел кисерештәрен, рухи донъяһын тасуирлап уларҙың иң һәйбәт әҙәп-әхлаҡ сифаттарын ололау уның әҫәрҙәренең эске матурлығын этик-эстетик тәрбиәүи әһәмиәтен билдәләй. Тағы ла бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәрен, булмыштарын, характерҙар төрлөлөгөн үҙенә генә хас үҙенсәлекле ябай,шул уҡ ваҡытта бөйөк теле аша асып, улар менән бер ҡаҙанда ҡайнашып, яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙа. Роберт Байымов әҫәрҙәрендә драматик кисерештәр, психологик асыштар эҙенән бара, кеше бәҫе, әхлаҡи өлгөрөү мәсьәләләрен күтәрә; тормошсан ҡаршылыҡтар теҙмәһендә үҙенсәлекле характерҙар формалашыуын, уның социаль һәм рухи нигеҙҙәрен күтәрә. Ә уҡыусы иһә ижадсының донъяға тыуған бер шәлкем хикәйә-повестарын уҡып, үҙ-үҙен таный, бүтән һөнәр эйәһе кешеләренең уй-кисерештәрен аңлай, төшөнә бара. Әҙәбиәткә йәне-тәне менән тоғро ғалимға күптән инде ижад ҡомары "йоҡ ҡайны". "Сарсау", "Бикле хазина", "Һалдат булып ҡайтырбыҙ" йыйын- тыҡтарына тупланған хикәйәләрендә яҙыусы был жанрҙың бай мөмкинлек- тәрен файҙаланып, үҙен оҫта хикәйәсе итеп таныта. 37Повестары ла уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. Яҙыусы әҙәби әҫәрҙәрендә кешенең рухи донъяһы, шәхес һәм йәмғиәт, рухи азатлыҡ мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа ижад ителгән хикәйәләрендә герой характеры, уның тәрән психологияһы үҙәктә тора. Яҙыусы ҡәләмен бәләкәйерәк күләмле жанрҙарҙа ныҡлы һынағандан һуң, эпик ҡоласлы роман жанрына мөрәжәғәт итте. ХХ бы уаттың һикһәненсе йылдарында донъя күргән "Яуап бирер көн" романы әҙәбиәттәге тәнҡитле реализм методы ның өр-яңы мөмкинлектәрен асып ебәрә. Роберт Байымовтың талант көсө барыһынан да элек хикәйә жанрында асығыраҡ сағыла.Ул башҡорт әҙәбиәтенә ысын мәғәнәһендә хикәйә-повестар оҫтаһы булып таныла. Яҙыусы хикәйәләренең сюжет үҙәгенә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, уларҙың күңел хәсиәттәрен ҡуя. Бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың бик дөрөҫ тотоп алынған характерҙары, заманыбыҙҙың әхлаҡи-этик проблемалары уның әҫәрҙәрендә күп яҡлы асыла.

Роберт Байымовтың "Бикле хазина", "Сарсау", "Төштәр ҡабатланмай" исемле төрлө йылдарҙа сыҡҡан йыйынтыҡтарындағы хикәйәләрҙәге характерҙар һәр береһе уҡыусы күңелендә үҙҙәренең ниндәйҙер бер хәсиәтле яғы менән урын ала.

Хикәйәләренең сюжет-композицияһына килгәндә, автор геройҙарының характерын асыу һәм баҙығыраҡ балҡытып ебәреү өсөн эске сюжет ағымына күберәк иғтибар бүлә, хикәйә сюжетын ойоштороуҙа ҡыҫҡалыҡҡа ынтыла.38

Г. Н. Гәрәева: "Роберт Байымов хикәйәләре фекер тығыҙлығы, ситуация драматизмы, күңел хәрәкәттәрен психологик нескә һүрәтләүеменән характерлы", тип яҙа.

Хикәйә, күләме менән бәләкәй булһа ла, шаҡтай ҡатмарлы ҙур оҫталыҡ һорай торған жанр. Яҙыусынан ул зирәклек тә, тапҡырлыҡ та талап итә. Бында сюжетты таҫыллы ҡороу бик мөһим. Ҡайһы берҙәр йыш ҡына хикәйә-повесть яҙыуҙы еңел эш тип һанай.

Башлыса әҙиптәрҙең ижад индивидуаллеген, художество биҙәктәрен яҡтыртҡан был китап авторының үҙенең дә шаҡтай асыҡ ижад йөҙө, үҙ ҡәләме бар. Тәнҡитсенең актуаль мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреп, үҙенсә сисеп биреү, матур әҙәбиәтте әҙәбиәт итерлек биҙәктәрҙе, әҙәби тел, стиль үҙенсәлектәрен юллау хосусиәттәрендә үк ярылып ята был. Р.Байымов үҙ фекерҙәрен, ғәҙҙәттә, бик теүәл һәм төплө әйтеп бирә белә, үҙен киң эрудициялы, объектив һәм ғәҙел, принципиаль һәм талапсан тәнҡитсе итеп таныта.39

Хикәйә, күләме менән бәләкәй булһа ла, шаҡтай ҡатмарлы ҙур оҫталыҡ һорай торған жанр. Яҙыусынан ул зирәклек тә, тапҡырлыҡ та талап итә. Бында сюжетты таҫыллы ҡороу бик мөһим. Ҡайһы берҙәр йыш ҡына хикәйә-повесть яҙыуҙы еңел эш тип һанай. Был хаҡта француз яҙыусыһы Альфонс Доде бына нимә тигән: «Ниңә йырың ҡыҫҡа?»-тип һандуғастан һорайҙар икән. «Донъяла йырҙар күп, тигән һандуғас. -Ә минең ғүмерем берәү генә, етмәһә ҡыҫҡа. Йырым ҡыҫҡа булған һайын, күберәк йырлай алам мин». Һүҙ оҫталығы йәһәтенән Роберт Байымов прозаһында халҡыбыҙҙың бай һүҙ хазинаһынан төрлө лексик ҡатламды, тапҡыр һүҙ, мәҡәл, әйтем, мәргән фразалар кеүек һүҙ йәүһәрҙәрен аҙым һайын осратырға ,дөрөҫөрәге, әҫәрҙең шуларҙан тәбиғи туҡылышын күрергә мөмкин. Уның лексиконы халыҡ телендәгесә ябай ҙа, тәрән мәғәнәле һәм тәбиғи ҙә. Роберт Байымов ижад үҙенсәлеге йәһәтенән көлә белеү, юмор һәләтенә эйә яҙыусы. Үҙебеҙ уның «Махыдал», «Шәп егеттәр» хикәйәләрен уҡып, шуға инандыҡ. Һәр кеше өсөн уның ата-бабаларының туған теле күңел талабы, күңел аҙығы булып тора. Әгәр беҙҙең ата-бабаларыбыҙ быуаттар дауамында башҡорт ерендә йәшәй икән, беҙҙең күңелебеҙ башҡорт моңона, теленә мохтажлыҡ кисерә. Кешенең яҙмышы өсөн уның уйҙары һәм эске булмышының торошо ни тиклем ҙур роль уйнауын аңлатҡан эстон парапсихологы Лууле Виилма былай тигән: «Әгәр американлы йәки инглиз кешеһе Эстонияла йәшәп тә, эстон телендә һөйләшә алмаһа, эстон теленең моңон тоя алмаһа, ул кеше үҙенә Эстонияла күңел тыныслығы таба алмаясаҡ». Был фәһемле тәрән фекер башҡорт теленә лә ҡағыла. Р.Н.Байымовтың күп ҡырлы эшмәкәрлегенең бер яғын - уның арыу-талыу белмәҫ тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре булыуын да билдәләү фарыз. 1971 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, ул егерме йыллап тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме секцияһын етәкләй, идара эшендә ҡатнаша. Заманында Китап һөйөүселәр йәмғиәтенең республика бүлексәһе рәйесе, хөкүмәт эргәһендәге төрлө комиссиялар, диссертацион советтар, бер нисә журналдың, шул иҫәптән «Ағиҙел»дең, мөхәрририәт ағзаһы, алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы», «Башҡорт энциклопедияһы» кеүек фундаменталь баҫмаларҙың авторҙашы ла, редакцион советы ағзаһы ла булды, комсомол съездарына, башҡорт ҡоролтайҙарына делегат итеп һайланды һәм эшлекле фекерҙәре менән уртаҡлашты. 500-ҙән ашыу фәнни һәм ижади публикациялары булған күренекле ғалим-педагог һәм яҙыусының емешле хеҙмәте маҡтау таныҡлыҡтары, почетлы знактар, 1986 йылда БАССР-ҙың, 2005 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исемдәр менән билдәләнде.

Ысынлап та, телдең әһәмиәте, халыҡ тормошондағы урыны сикһеҙ... Донъя филологияһына, дөйөм тел ғилеменә нигеҙ һалыусы атаҡлы немец ғалимы Вильгельм фон Гумбольдт был хаҡта бына нимә ти: "Тел кешеләрҙең бөтә эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята. Тел кешене шәхес иткән".
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә телдең донъяуи әһәмиәте хаҡында бик тапҡыр әйтелгән: "Иле барҙың теле бар", "Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр". Милли телдең үҫеше ошо телдә ижад ителгән матур әҙәбиәттең үҫеш кимәле менән туранан - тура бәйләнгән.
Был йәһәттән Роберт Байымов ижадында халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте, донъяға ҡарашы, психологияһы, менталитеты юғары художестволы кимәлдә һүрәтләнгән.

Роберт Байымов башҡорт әҙәбиәтен һәм башҡорт әҙәби телен байытыуға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән. Әммә уның әҙәби мираҫы, ижадының тел һәм стиль үҙенсәлектәре бик әҙ тикшерелгән. Әҫәрҙәренең художестволы үҙенсәлегенә арналған фундаменталь хеҙмәттәр әлегә тиклем донъя күрмәне. Башҡорт әҙәбиәтенең классигы, «СССР-ҙың юғары белем биреү мәғарифы отличнигы», БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре хаҡында уның ижадына торошло яңы ғилми хеҙмәттәр ижад ителер тигән өмөттәбеҙ.

Өҫтәлдә яратҡан яҙыусыбыҙ Роберт Байымовтың тиҫтәнән ашыу китабы ята. Һәр кис, ғәҙәттәгесә, берәр әҫәрен уҡып йоҡларға күнеккәнмен. Геройҙар яҙмышы уйландыра, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға өндәй. Әле генә иңдәремә ҡунған илһам ҡошом әҙипкә бағышлап шиғри юлдар тыуҙырҙы:

Япраҡ оса,еләҫ иҫкән елдә

Өйөрөлөп килә тәҙ(е)рәмә.

Ҡыуанғандай, матур тормошҡа,

Әйтә кеүек «Рәхмәт еремә!».

Тыныс ата таңдар, күгем зәңгәр,

Әҫәрләнеп китап уҡыйым.

Хикәйәләр геройҙары менән,

Бергә янып, бергә балҡыйым.

Халҡым улы-Роберт Байымов,

Алтын мираҫ беҙгә ҡалдырған.

Әҫәрҙәрҙе яҙған бына тигән,

Һыуһындарҙы беҙҙең ҡандырған.









Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1. Байымов Р.Н. "Төштәр ҡабатланмай": Хикәйәләр. -Өфө: Китап, 2007.

2. Байымов Р.Н "Сарсау". Повесть һәм хикәйәләр.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980 йыл. 272 бит.

3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 6-сы том. / Яуаплы ред. Ғ.Б.Хөсәйенов. - Өфө: Китап, 1996. -695 бит.

4. Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө-Башҡортостан китап нәшриәте.1993 йыл.

5. Гареева.Г.Н. Башкирская духовная культура. "Башкортостан",

2007 год, февраль.

6. Гәрәева Г.Н. Хәҙерге проза үҙенсәлектәре - Өфө: Китап, 2009 - 224 бит

7. Гәрәева Г. Н. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. - Өфө, БДУ, 2003. -24 бит.

8. Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. -Өфө, 1950.

9. Ишбаев К.Ғ. Башкирское именное словообразование. -Уфа, 1959. -224 c.

10. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. - Өфө, 2002.

11. Муллағолова Ә.М. Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа (Роберт Байымов ижады): Монография/Ә.М. Муллағолова - Өфө: БДУ-ның РНҮ, 2010. - 278 бит.

12. Проблемы востоковедения, 2011, №4, С.68.

13. Сәйетбатталов. Ғ.Ғ. Башҡорт теле. I том. Ябай һөйләм синтаксисы. -Өфө: Китап, 1999. - 352 бит.

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. - Яңыртылған, 2-се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.-344 бит.

14. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы. -Өфө: Китап, 2010.- 384 бит

15. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.-өфө:Китап,2006.- 248 бит.

16. Шәрипова З.Я. Художестволы әҫәрҙәрҙә әҙәби алынмаларҙың функцияһы // Ағиҙел. 2008. № 6.

17. Шәрипова З.Я, Хәләфетдинова Г.Н. Поэтик образ нисек тыуа.-Өфө, 2003-64-се бит.

18. Шәрипова.З.Я.Башҡорт әҙәбиәтендә һүрәтләү саралары..Өфө: 2003 йыл.

19. Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.- 3- сө баҫма, тулыландырылған.- Өфө: Китап, 2009.-352 бит.

20. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. - Өфө, 2002.

21.Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. -Өфө, 1994. -186 бит.

22.Әхмәтйәнов.К.Ә.Әҙәбиәт теорияһы. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2004 йыл.

23. Байымов Р.Б. "Сыбар шоңҡар".Тарихи - документаль роман. -Өфө: Башҡортостан " Китап" нәшриәте, 1997.







1

2 Әлибаев З. А. Ғалим Байымов мәктәбе. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2012, №1

3 З.Я.Шәрипова Сағыу яҙмыш артылыштары( Р.Байымовтың тыуыуына 75 йыл)

4 Байымов Р.Б. Каруан килә Бағдадтан // Ағиҙел. - 2009. - № 1, 2.

5 И.К. Янбаев Өфө, БашДУ доценты Роберт Байымов хикәйәләренең ҡайһы бер стиль үҙенсәлектәре.

6 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.-392 бит.

7 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.-392 бит.

8 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 131-се бит.

9 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 131- 136-сы биттәр.

10 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 131- 136-сы биттәр.

11 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 131- 136-сы биттәр.

12 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 131- 136-сы биттәр.

13 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 131- 136-сы биттәр.

14 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.-145 -се бит.

15 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010.153- сө бит.

16 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003. 146-сы бит.

17 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.-138 -се бит.

18 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010.142- се бит

19 ba.wikipedia.org

20 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.

21 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003. 149-сы бит.

22 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003. 143-сө бит.

23 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 152- се бит.

24 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 165-себит.

25 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003. 153-сө бит.

26 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010.169-сы бит.

27 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 148 -се бит.

28 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.

29 Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫма.-Өфө: Китап, 2003.

30 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 170- се бит.

31 З.Ғ.Ураҡсин. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге.-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. 8-9-сы биттәр.

32 З.Ғ.Ураҡсин. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге.-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966.

33 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 176-се бит.

34 Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө:Китап,2010. 178-се бит.

35 ba.wikipedia

36 УраҡсинЗ.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Яңыртылған, 2 -се баҫма.Өфө: Китап,2006.-5-се бит.

37 Әлибаев З. А. Ғалим Байымов мәктәбе. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2012, №1

38Мостафина Р.Д.

39Муллағолова А.М. 2012

68


© 2010-2022