Презентация внеклассного мероприятия по башкирскому языку. досх

 Бураҙна байрамы тигән кластан тыш сарала ,уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың хеҙмәт менән бәйле боронго йолалары, уйын йырҙары ,бейеүҙәре, таҡмаҡтары менән таныштырыу маҡсаты ҡуйылды. Был сарала башҡорттарҙың нисек итеп сәсеүгә әҙерлек алып барыуҙары,ерҙе эшкәртер алдынан әҙерлеген,йылылыгын тикшереп ҡарау, уны эшкәрткәндә, ашлыҡ сәскәндә ергә ҡарата теләктәр әйтеү яҡтыртылды. Эш тамаланғас, төрлө уйындар уйнала ,күңел асалар. Уҡыусыларға игенсе хезмәтенең нидәй ауыр һәм яуаплы икәнлеге төшендөрөлә. Икмәк...
Раздел Другое
Класс -
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Бураҙна байрамы

Сәхнә иген ҡырҙарына оҡшатып биҙәлә.( ағастар,түмәр,ҡояш һүрәте ... )

Ҡатнашыусылар: Йорт хуҗаһы

Хуҗабикә

2 малай

Ғабдулла ағай

Ауыл кешеләре

1 күренеш

Эшкә оҙатыу.

( Хуҗаның арҡаһында төйөнсөк,улында тырма)

Хуҗабикә: Эштәрегез гел ыңғай булһын.Еңел генә башҡарып сығырға яҙһын. Уңыштар юлдаш булһын үзегезгә.

Малай: Шулай булһын.

( Ҡапҡанан сыҡҡас яҡ-яҡтарына ҡараналар)

Малай: Атай тим,атай.Быйыл йомортҡа кемгә эләгер икән,ә?

Хуҗа: Дөрөс әйтәһең ,улым.Орлоҡ сығарған көндө иң беренсе осраған кешегә һөйөнсө йомортҡаһы бирергә кәрәк. Боронғонан килгән йолаһы шулай.

(Габдулла күренә,арҡаһында моҡсайы бар,йүгән)

Габдулла:Әссәмағәләйкем,күршеләр! Сәсеүгә йыйынғанһығыз икән һез зә.

Хуҗа:Эйе,ГҒабдулла ағай.Һин бигерәк бәхетле ауыҙ икәнһең дә лабаһа.

Бураҙна байрамы мөбәрәк булһын.(йомортҡа бирә)

Малай: Ғабдулла ағай,бигерәк яй килеп тора инде үҙеңә.Быйыл да сәсеү йоморткаһы таҡы ла һиңә эләкте.Әллә иҫенән һиҙәһең инде.

Ғабдулла:(елмаеп)Һы-ҺЫ.Бәхетле кешенең танау осонда бер ашарлык ризык йөрөр ти бит.

(Йыйылышып кырға йүнәләләр)

Ҡыҙ: Донъяла иң оло,иң хөрмәтле

Һ әм мәңге йәш һөнәр - игенсе.

Тыуған ерҙе туйлы,түлле иткән

Бөйөк кеше - иген игеүсе.

Хужа: Туҡтағыҙ әле ,оландар,сабыр итегеҙ. Ер етештеме икән Карайык әле.(Ҡулына тупраҡ ала,еҫкәй,кыҫып ҡарай.Тирә-яғына ҡаранып,салбарын төшөрөп,2-3 тапҡыр күсеп ултырып ҡарай,һиҙемләй.Урынынан тора.)

Һм ,бик йылынып етмәгән шул әле.Бөгөн үк сәсһәк,тишелә алмайынса ятмағайы.Ярай ла ул,йылытып ебәрһә.Сәсмәй торһаң,һуңға калып ҡуйуыбыҙ бар. Йылы кәрәк ергә, йылы.

Ғабдулла ағай ,фатихаңды бирәһеңдер бит.

Ғабдулла Фатиха сүрәһен уҡый.Амин тип дога ҡылалар.

( Ерҙе тырмалау күренеше күрһәтелә)

Бала Ерем,ерем,көсөм бир,

Алты аттың көсөн бир,

Алтмыш арба иген бир.

(2малай тырмалай)

/ Хужабикә ҡыҙҙарҙың тубалына бойҙай, йомортҡа һала/

Ҡыҙ :Тигеҙ шытһын орлоҡтарым,

Килер көндәремә ышанам,

Бураҙнала яҙғы күкрәүҙәрҙе,

Ләйсән ямғырҙарын ҡаршы алам.

Ҡыҙ: Ергә төшкән алтын бөртөктәрем

Йомртҡалай эре булһындар.

Күкерәп уңһын бойҙай,арыштарым

Бураларға инеп тулһындар.

Хужа: Йомортҡаларҙы йыйып алығыҙ, балалар,ҡоштарға ла ҡалдырырға онотмағыҙ./балалар йыя, маңлайҙарына бәрешеп алалар./

Ғабдулла: Эштәр ҙә һәйбәт тамамланды. Әйҙә әле,мырҙам, ҡурайыңды тартып ебәр. Ғүмер буйы йәштәрҙе дәртләндереп, ҡарттарҙы төнө буйы йоҡлатмай, моңландырып йәшәттең. Ҡубыҙ, гармундар ҙа ҡушылһын.

/гармун,ҡубыҙ,ҡурай,ҡашыҡтар,шалтырауыҡ/

Малай :Күмәкләшеп бергә ,дуҫтар,

Уйнап алайыҡ әле.

Ҡотло булһын,гөрләп торһон

Бураҙналар байрамы!

/ Ҡарабай көйөн уйнайҙар/

2-се куплетта таҡмаҡтар ҡушыла

Тыпыр-тыпыр тыпырлап

Бергә баҫайыҡ әле.

Уйнап- көлөп,йырлап-бейеп,

Күңел асайыҡ әле.

Ҡулды ҡулға алығыҙ,

Уйнап- көлөп ҡалығыҙ.

Күңел асып ҡалыр өсөн

Хәҙер беҙҙең ялыбыҙ.

/Музыка туҡтай ,урталағы кешегә яҙа бирелә/

Ҡыҙ: Ғалиәгә нидәй яҙа бирәбеҙ?

Балалар :Байрамға арнап теләктәр әйтһен!

Ғалиә: Яу,яу,ямғырым,

Шаулап ашлыҡтар уңһын.

Башаҡтарҙың остары

Ас булмаһын,тос булһын,

Ырҙындарҙа игендәр

Аҙ булмаһын,күп булһын!

-Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ яратҡан "Түбәтәйле" уйынын да уйнап алайыҡ./Түңәрәкләнеп ултыралар, ҡулдан ҡулға түбәтәй йөртөлә һәм таҡмаҡ әйтелә./

Түбәтәйҙең иң матурын кейгәнһең,

Бик ераҡтан ҡунаҡҡа тип килгәнһең.

Түп,түп, түңәрәк түбәтәй/2 тапҡыр/

Түбәтәйең ынйылы ла уҡалы.

Түбәтәйең бына кемдә туҡтаны.

/ Түбәтәй ҡулында ҡалған кешегә яҙа бирелә/

Малай Ниндәй яҙа бирәбеҙ

Балалар Йырлаһын,йырлаһын.Ул матур йырлай.

/"Сайҡала иген ҡырҙары "йыры башҡарыла/

Кыҙ икмәк-тоҙ тотоп сыға

Илеш иле-игенселәр иле

Иңдәрендә тоя ил ғәмен.

Байрамдарҙаҡунаҡ өҫтәленең

Иң түренә ҡуя икмәген.

Бәрәкәтле Илеш тупрағында

Күкерәп ята иген кырҙары.

Ситтә түгел, нигеҙендә таба

Үҙ бәхәтен улы-ҡыҙҙары.



Сайҡала иген ҡырҙары

Уяна таң нурҙары.

Киңлектәргә алып бара

Беҙҙе баҫыу юлдары.

Ҡушымта Игенсенең уңғанлығы,

Игенсенең хеҙмәт йәме

Игенсенең тырышлығы

Ҡырҙарынан күренә.

Бер офоҡтан бер офоҡҡа

Йәйелгән иген ҡыры.

Иртәнән кистәргә ҡәҙәр

Яңғырай хеҙмәт йыры.

Ҡушымта.



© 2010-2022