Разработка мероприятия, посвященный Дню республики

1-се алып барыусы Башҡортостаным минең! Изге, яғымлы, күркәм тыуған яғым! Һинең осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡырҙарың-туғайҙарың, ғорур тауҙарың, күҙ яуын алырлыҡ гүзәл урмандарың, сылтырап аҡҡан шишмә-йылғаларың кемде генә һоҡландырмаған да, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡулдарына ҡәләм алырға дәртләндермәгән! Оксана З.Биишеваның “Башҡортостан” шиғырынан өҙөк Һөйөү ярынан йыраҡтарға баҡтым, Офоҡтарға даръя ташып аҡты, Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең. Бар байлығың – ҡырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далала һин, имгәкәл...
Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

1-се алып барыусы

Башҡортостаным минең! Изге, яғымлы, күркәм тыуған яғым! Һинең осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡырҙарың-туғайҙарың, ғорур тауҙарың, күҙ яуын алырлыҡ гүзәл урмандарың, сылтырап аҡҡан шишмә-йылғаларың кемде генә һоҡландырмаған да, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡулдарына ҡәләм алырға дәртләндермәгән!

Оксана

З.Биишеваның "Башҡортостан" шиғырынан өҙөк

Һөйөү ярынан йыраҡтарға баҡтым,

Офоҡтарға даръя ташып аҡты,

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең.

Бар байлығың - ҡырыҫ, йәнһеҙ дала ине.

Шул далала һин, имгәкәлп, ауа-түнә,

Тома һуҡыр юлсы булып бара инең.

Кристина

Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин,

Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин.

Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф,

Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин.

…Ырыҫлы ер - Башҡортостан, Гөлбостан һин.

Бәхет, шатлыҡ, нур төйәге Гөлостан һин…

2-се алып барыусы

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының суверинететы хаҡында декларация ҡабул ителде. Бөгөнгө осрашыуыбыҙҙы Башҡортостандың үҙаллы дәүләт хоҡуғын алыуға бағышлайбыҙ. Ә хәҙер Башҡортостан гимны яңғыраясаҡ, бөтәгеҙҙең дә баҫыуын һорайым.

Гимн яңғырай.

Гимнды тыңлағас, уҡыусылар символика тураһында һөйләй.

Шани

Герб

Салауат һыны - Гербта.

Мәңгелек уның даны.

Башҡорт милли батыры

Һоҡландыра донъяны.

Нурия

Башҡортостан флагы

Башҡортостан флагы

Тора өс төрлө төҫтән.

Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.

Х.Алина

Зәңгәр төҫө - ул халҡымдың

Уй-ниәте, сафлығы,

Аҡ төҫ - ул именлек төҫө,

Хеҙмәттәшлек, паҡлығы.

Альфред

Ә йәшел - ул азатлыҡ,

Мәңгелек йәшәү төҫө.

Суверенлы илдә генә

Халҡым булмышы, көсө.

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һәр кем үҙенең тыуған ерен ярата, уның сәскә атыуын теләй. Бөгөнгө осрашыуыбыҙ республикабыҙҙың суверенитет алыуына 19 йыл тулыуға бағышлана. Ә байрамға бүләкһеҙ йөрөмәйҙәр.

2-се алып барыусы

Шаулап үҫә мәғрүр урмандарың,

Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың,

Данлы илем, гүзәл республикам

Бүләк булһын һиңә йырҙарым.

"Башҡортостан" йыры - урта синыф уҡыусылары башҡара.

К. Алина

Башҡортостан, һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән,

Һыуҙар эскән еребеҙ.

Башҡортостан, беҙ һине

Һөйәбеҙ, яратабыҙ.

Һин бит тыуған еребеҙ,

Әсәйебеҙ, атабыҙ!

Гөлназ

Донъла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр…

Урал… был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.

Урал… унан көс алып, урау-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.

Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер…

Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит. ( М.Кәрим)

Республикабыҙҙың майҙаны - 143,6 мең кв.км, халҡы 3943113 кеше. Бөтәһе 54 район, 21 ҡала, 41 тибындағы ҡасаба, 4674 ауыл бар.

Башҡортостан территорияһын эреле-ваҡлы 600 йылға бүлгәләй, 1000-дән ашыу күл бар. Башҡортостандағы йылғалар - Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Һаҡмар, Ашҡаҙар, Әй, Йүрүҙән, Таналыҡ, Сөн. Башҡортостандағы күлдәр - Асылыкүл, Ҡандракүл, Яҡтыкүл, Талҡаҫ. Башҡортостандағы тауҙар - Ямантау, Ирәмәл, Ҡараташ.

Башҡортостан - беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Башҡортостан - башҡорт иле тигән һүҙ. Бында борон-борондан башҡорттар йәшәгән һәм йәшәй. Башҡорттар - киң күңелле халыҡ. Улар электән үҙ ерҙәрендә урыҫтарҙы, татарҙарҙы, сыуаштарҙы, удмурттарҙы, мариҙарҙы һәм башҡа халыҡтарҙы һыйындырған. Уларҙың бөтәһе менән дә дуҫ йәшәй.

Башҡортостаным

Башҡортостан - мәғрүр тауҙар иле,

Шаулап аға һиндә мул һыуҙар.

Урманыңда. Күлең, ҡырҙарыңда

Ҡош-йәнлектәр оя ҡорһондар.

Башҡортостан - гүзәл тыуған ерем,

Һине һөйәм, һине яратам.

Һинең менән һәр саҡ ғорурланам,

Һине маөтап йырҙар таратам. (Т.Мәҡсүтов)

1-се алып барыусы

Ә хәҙер үҙебеҙҙең Башҡортостан тураһындағы белемебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.

2-се алып барыусы

Беҙ һорауҙар әйтәбеҙ, һеҙ ҡулдарығыҙҙы күтәреп яуабын әйтегеҙ.

1. Беҙ йәшәгән республика - Башҡортостан

2. Республикабыҙҙың майҙаны - 143.6 кв.км.

3. Башҡортостанда нисә район һәм ҡала иҫәпләнә? 54 район, 21 ҡала

4. Башҡортостандағы йылғалар.

5. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы - Өфө.

6. Өфө ҡалаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалынған? 1574 йылда

1-се алып барыусы

Афарин. Һорауҙарға яуаптар дөрөҫ. Башҡортостаныбыҙҙы яҡшы беләһегеҙ икән.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер баш ҡалабыҙ Өфө тураһында шиғыр тыңлап үтәйек.

Карина

Өфө

Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ,

Башҡортостан гүзәле.

Бик борондан булған бында

Башҡортостан үҙәге

Ильгиз

Өфө бейек тау башында,

Бейек уның йорттары.

Бейектәргә әйҙәп тора,

Яҡты яна уттары.

Лиза, Диана, Ирма, Роза йыр башҡара.

"Өфө йүкәләре"

1-се алып барыусы

Башҡортостан! Һинең гүзәлеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?

2-се алып барыусы

Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән?

"Матур Өфө ҡалаһы" йыры яңғырай.

Башҡортостан тураһында шиғырҙар

Нурия

Башҡортостан, тыуған илем,

Ниндәй йәмле ерҙәрең!

Ҡырҙарыңда шаулай иген,

Баҡсаларҙа - гөлдәрең.

Марсель

Ағиҙелең алҡын аға,

Урал буйҙарын иңләп.

Сейәле сал тауҙарыңда

Көтөүҙәр йөрөй меңләп.

С.Лиана

Заводтарың гөрләп тора

Гүзәл ҡалаларыңда.

Нефть фонтаны урғыла

Йәшел далаларында.

С.Диана

Башҡортостан - беҙҙең Ватан

Үҙ еремдә - үҙ йортобоҙ,

Мине һөйгән әсәм-атам.

Баҡса, мәктәп, уҡытыусым,

Башҡортостан - һөйгән Ватан.

Диана

Тыуған яғым - алтын баҫыу,

Бейек тауҙар, ҡалын урман.

Тыуған илем - Башҡортостан,

Уның менән ғорурланам.

Ш.Диана

Кешеләре татыу, уңған.

Тыныс ҡына ата һәр таң.

Киләсәге яҡты, матур,

Башҡортостан - беҙҙең Ватан.

Айҙар

Башҡортостан, һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән,

Һыуҙар эскән еребеҙ.

Кристина бейеү башҡара.

1-се алып барыусы

Ҡайҙарҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә беҙҙең Башҡортостаныбыҙға тиң ил юҡтыр. Илебеҙҙе яратайыҡ һәм уның менән ғорурланайыҡ!

2-се алып барыусы

Башҡортостан - ҡурай иле,

Башҡортостан - Урал ере,

Башҡортостан - ҡумыҙ теле,

Башҡортостан - ҡымыҙ сере.

Караоке


© 2010-2022