• Преподавателю
  • Другое
  • Урок по башкирскому языку на тему Фарит Исянгулов Почему в лесу тепло? 2 класс (2 линия)

Урок по башкирскому языку на тему Фарит Исянгулов Почему в лесу тепло? 2 класс (2 линия)

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Урок по башкирскому языку на тему Фарит Исянгулов Почему в лесу тепло? 2 класс (2 линия)Урок по башкирскому языку на тему Фарит Исянгулов Почему в лесу тепло? 2 класс (2 линия)Урок по башкирскому языку на тему Фарит Исянгулов Почему в лесу тепло? 2 класс (2 линия)42-се дәрес

Тема: Хәбәр һөйләм. Ф. Иҫәнғолов. "Урманда ни өсөн йылы?" Маҡсат: хикәйәнең йөкмәткеһен , һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү; һөйләү телмәрен үҫтереү; эшкә һөйөү тәрбиәләү. Йыһазландырыу: дәреслек, һүрәттәр.

Дәрес барышы.

l.Ойоштороу мәле. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

- Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Дәрестең девизын уҡыйыҡ:

Ҡыңғырауҙы ишеттек тә . (слайд) Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә. Китап - дәфтәрҙәр әҙер Тотонайыҡ беҙ эшкә.

II.Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу (Белемде актуалләштереү).

1.Артикуляцион күнегеү - Балалар, хәҙер башҡорт теле өндәрен дөрөҫ әйтеү өсөн, шиғыр уҡып алайыҡ. Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара , уйлағыҙ, беҙ дәрестә бөгөн нимә хаҡында һөйләшербеҙ икән.

Ҡыш килгәс тә, хайран ҡалды, Урманға баҡты йәлләп, Ағастарға яба һалды, Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.

Хайран ҡалды - удивился баҡты - посмотрел - Тимәк, шиғырҙа нимә хаҡында һүҙ бара? Шиғыр юлдарын нисек аңланығыҙ? Дәрестә нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (проблема ҡуйыу)

Уҡыусылар, хәрефтәр аҙашҡан. Уларҙы дөрөҫ урынлаштырһағыҙ, дәрестең темаһын уҡырһығыҙ. Уарамнд ин снөө ылый. - Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты? (урманда ни өсөн йылы)

IV.Уҡыу мәсьәләһен сисеү. (яңы теманы өйрәнеү)

- Бөгөн беҙ Ф.Иҫәнғоловтың "Урманда ни өсөн йылы?" хикәйәһен уҡырбыҙ. Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙып ҡуйығыҙ

1. Хикәйә өҫтөндә эш: а) Яҙыусы тураһында белешмә биреү (Слайд) (маршрут биттәре таратыла)

Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы, Фәрит Иҫәнғолов (1928-1983) башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Балалар өсөн "Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә. б)һүҙлек эше: өшөнө - замерз ауҙара - валит ботаҡтар - ветки ышанманы - не поверил в)хикәйәне үҙем уҡыйым (уҡыусыларҙан тәржемә иттереп барам) физ-ка

V.Белемде нығытыу(яңы белемде практикала ҡулланыу)

1. хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса эш

- Атаһы менән Әсләм ҡайҙа баралар? - Улар унда нимә эшләйҙәр? - Ни өсөн Әсләмгә йылы булып китә? 2. Таблицаны тултырыу (һөйләмдәр менән)

Һөйләмдәр

Дөрөҫ

Дөрөҫ түгел

Әсләм атаһы менән урманға китте.

Атаһы ҡоро ағастарҙы бысып ауҙармай.

Нишләп урманда ҡышын һыуыҡ икән?

3.Хикәйәнән хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе яҙып ал. 4.Хикәйәнең моделен төҙөйөк:

атаһы

урман

өйгә

Әсләм

-Хикәйәнең авторы кем? Төп геройҙың исеме кем? автор нимә әйтергә теләгән? (эшләгән кеше өшөмәй, хеҙмәт кешене йылыта икән)

VI.Йомғаҡлау. Рефлексив анализ.

- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ? Дәрес оҡшанымы, юҡмы, һеҙҙең алдығыҙҙы ятҡан йылмайликтарға билдәләгеҙ.

1.Өйгә эш : 132-се күнегеүҙе биреме буйынса яҙып үтәргә.

2.Рефлексив анализ.







© 2010-2022