Исследовательская работа Концепт слова черный в языковой картине башкир

Раздел Другое
Класс -
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Министерство образования Республики Башкортостан

отдел образования Демского района



Исследовательская работа



Номинация: лингвистика (башкирский язык и литература)









«Башҡорт телендә ҡара һүҙе»





Выполнила:

Мухатова Гузель

ученица 8 класса МБОУ СОШ №132 Демского района ГО г. Уфа

Номинация: лингвистика (башкирский

язык и литература)

Руководитель: Кинзягулова Г. Ф.

Уфа - 2014

Инеш һүҙ.

Башҡорттар ҡара төҫлө әйберҙәр сихри көскә эйә тип уйлағандар.
Ҡара һүҙе башҡорт телендә бына нисек ҡулланыла:
Ҡара болот - ҡором, күмер төҫөндәге.
Ҡара көҙ - ҡары булмаған, асыҡ ятҡан.
Бите ҡара - керле, бысраҡ.
Ҡара көндәр - ҡыуаныс килтермәгән, ҡайғылы, ғазаплы.
Ҡара уй - үтә яуыз, мәкерле.
Ҡара таҫтамал - сирҙәрҙән дауалау предметы.
Һүҙбәйләнештәр күрһәтеүенсә, ҡара һүҙе насар тойғолар менән генә бәйле түгел. Мифологияларҙа ҡара һүҙе төҫтәге предметтар сирҙәрҙән ярҙам иткән, тип ышанғандар. Мәҫәлән, ҡара тауыҡ ҡаны. Кеше оҙаҡ сарпыулап ауырыһа, уның кейемен ҡара тауыҡ ҡанына буяп ергә күмгәндәр. Ҡара таҫтамал ярҙамында баланы рахит ауырыуынан дауалағандар.Өсйәнде ерәндереү өсөн баланың эсенә ҡара таҫтамал, ҡара күмер һалғандар. Ҡара һыйыр һөтө менән йәшендән барлыҡҡа килгән янғынды һүндергәндәр. Бүҫерле балаға ҡара һыйыр һөтөн эсергәндәр.

Эҙләнеү маҡсаты: башҡорт халҡында ҡара һүҙенең ҡулланышын күҙәтеү; ҡара һүҙенең лексик мәғәнәһен асыу; тамырҙаш һүҙҙәрен табыу; ҡара һүҙенең мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланыуын күҙәтеү; һүҙ менән фразеологизмдар табыу.
Бурыстары: ҡара һүҙенең мәғәнәһен башҡорт халҡының мәҙәниәте, әҙәп-әхлаҡ нормалары, көнкүреше, аңы, донъяға ҡарашы аша асыу;
Һүҙлек запасын байытыу.
Эҙләнеү объекты: ҡара һүҙе мәғәнәһе, төҙөлөшө, ҡулланышы
Эҙләнеү субъекты: башҡорт теле һүҙлектәре, әҙәби әҫәрҙәр
Күҙаллау: ҡара төҫ башҡорт халҡында сауаплы һаналыуы
Актуаллеге: ҡара һүҙе аша башҡорт теле һәм мәҙәниәт берлеге идеяһын асыу
Яңылыҡ: башҡорт телен лингвокультурологик йүнәлештә өйрәнеү бөгөнгө көн талабы булырға тейеш
Практик әһәмиәте: алынған һөҙөмтәләр уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым.

Һүҙҙең төрлө һүҙлектәрҙә бирелеше.

  1. Башҡорт теленең аңлатма һүҙлеге, З. Ғ. Ураҡсин:

Ҡором, күмер төҫөндәге. Киреһе аҡ. Ҡара болот. Ҡара сәс.

Ҡары булмаған, асыҡ ятҡан. Ҡара көҙ. Ҡара һыуыҡ.

Керле, бысраҡ. Бите ҡара. Ҡара ҡул.

Кусм. Ҡыуаныс килтермәгән, ҡайғылы, ҡазаплы. Ҡара көндәр.

Күсм. Үтә яуыз, мәкәрле. Ҡара уй. Ҡара ниәт.

  1. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге М. Х. Әхтәмов.

Ҡара 1. исем.

Яҙыу өсөн ҡулланылған, ниндәйҙер буяу иҙелгән шыйыҡлыҡ. Ҡара төҫлө ҡара.

Ҡара 2. сифат.

Ҡором, күмер төҫөндәге, киреһе аҡ. Ҡара костюм.

Ғәҙҙәттәге йәки төп төҫкә ҡарағанда ҡуйыраҡ төҫтә булған. Ҡара төтөн.

Көн яҡтыһы төшмәгән, ҡараңғы. Ҡара кис.

Ҡар булмаған, ер асыҡ ятҡан, ҡарһыҙ. Ҡара көҙ.

Керле, бысраҡ. Бите ҡара.

Оҫталыҡ талап итмәгән, ҡул көсөнә бәйлә булған. Ҡара көс.

Күсм. Ҡыуанысһыҙ, ҡайғылы, ғазаплы. Ҡара яҙмыш.

Күсм. Мәкәрле, яуыз күңелле. Ҡара ниәт.

Ҡара 3. ҡылым.

Күҙҙе ҡайҙалыр йүнәлтеү. Боролоп ҡарап.

Тикшереп, асыҡлап хәл итеү. Ғаризаны ҡарау.

Күсм. Таяныс итеп күреү. Ҡарап торған берҙән - бер балаһы.

  1. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге, М. Ғ. Усманова.

Ҡара бутҡа - майһыҙ бутҡа.

Ҡара йөрәкле - яуыз.

Ҡара йәйәү - атһыҙ.

Ҡара көс - ҡул көсө.

Ҡара бит - бысраҡ.

  1. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М. Х. Әхтәмов.

Ҡар, һөт төҫлө булған. - Күмер, ҡором төҫлө булған.

Аҡ эт бәләһе, ҡарҡ эт бәләһе - барыһы ла эт. Мәҡәл. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә. Мәҡәл. Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуған. Мәҡәл.


Һүҙ мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә.

Аҡ аҡса ҡара көн өсөн. Аҡ эт, ҡара эт - икеһе лә эт Аҡ кеше саҡ кеше, ҡара кеше - ныҡ кеше. Аҡ матур - саҡ матур, ҡара матур - бик матур. Аҡҡа ҡара тиҙ тейә. Аҡҡа ҡара тамһа, бөтмәй.. Аҡ эт бәләһе ҡара эткә. Аҡ тигәнең - алғыш, ҡара тигәнең ҡарғыш. Аҡ өҫтөндә аҡ яҙыу беленмәҫ, аҡ өҫтөнә ҡара төшһә, юйылмаҫ. Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ. Ҡара болотто ҡара уран тарта. Ҡара тауыҡ та аҡ күкәй һала. Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа. Ҡара икмәккә туйған ас түгел. Ҡара кейем ҡасырмаҫ, аҡ кейем батырмаҫ. Ҡара кеше ҡыҙғансы, һары кеше яна башлай. Ҡара ҡарға ҡанатын һабынлап йыуһаң да ағармаҫ. Ҡара тимер ҡайрау менән ҡорос булмаҫ. Ҡарайған бит тиҙ ағармай.

«Ҡара» һүҙе фразеологизмдарҙа.

Ҡара алтын. Ҡара бауыр. Ҡара башыңа булғыры. Ҡара биҙәктәр менән. Ҡара биҙәү. Ҡара буран сығыу. Ҡара гүргә инеү. Ҡара ер аҫтына инеү. Ҡара исемлек. Ҡара иҫәп. Ҡара цөҙлө. Ҡара йөрәкле. Ҡара цылан. Ҡара көйөү. Ҡара төн. Ҡара ҡағыҙ. Ҡара ҡорһаҡ. Ҡара сәүкә кеүек. Ҡара таҡта. Ҡара ҡанын түгеү. Ҡара таңдан. Ҡара тап. Ҡара тиргә батыу. Ҡара тир түгеү. Ҡара тырыш. Ҡара уй. Ҡара һаҡал. Ҡара һарыҡ. Ҡара эсле. Ҡара яға. Ҡара яғыу. Ҡара яныу. Аҡты - ҡараны күреү. Аҡты ҡара тип әйтеү. Аҡты ҡараны айырмау. Йөҙгә ҡара яғыу. Күҙ ҡараһындай.


һүҙ әҙәби әҫәрҙәрҙә:

Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара,

Ҡап-ҡара сәс шунан ағара.

Һәм ҡап-ҡара тупраҡ - ер төҫө,

Аҡ сәскәләр биҙәй ер өҫтөн.

Әгәр ҡайғы күрһәң бер үҙең:

- Ах, сал баҫҡан,- тимә,- ер йөҙөн!

Мостай Кәрим.

Аҡ һәм ҡара ептән ваҡыт
Мәңгелекте туҡый.
Тау суҡышы бына тағы
Төн йөрәген суҡый.

Р. Назаров. Ҡояш юлы буйлап.

Ҡаршы ярҙа Әминәһе тора,

Аҡ күлдәктән, ҡара толомло.

Сәс тиһәң, сәс! Ергә тейеп төшкән,

Тулҡын ялай уны, һуҙылып.

К. Кинйәбулатова.

Ҡара икмәк, тиҙәр…Күңелгә ят
Һүҙҙәр инә ҡай саҡ араға.
Кемдән башлап айырғандар бына
Икмәктәрҙе аҡҡа, ҡараға.

Н. Нәжми. Яҡты күҙҙә.

Ҡара ниәт, ҡара ҡөҙрәт түгел,

Аҡ теләктәр миндә тын ала.

Аҡ теләктәр кеүек аҡ ҡар яуа

Ғаләм киңлегендә, донъяла.

М. Уразаев. Йылғалар тынмай аға.

Һүҙ тиҙәйткестәрҙә:

Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да, ҡарамаһаң да, ҡара ҡарға, ҡара ҡарасҡыға ҡарағанда ла, ҡарараҡ һымаҡ ҡарап тора.

Ҡара ҡарға ҡунған ҡара,

Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Ҡара һүҙенең Ф. Г. Хисамитдинованың башҡорт теленең мифологик һүҙлегендә бирелеүе.

Ҡарағат. Смородина; мифологик үҫемлек, сихыр көсөнә эйә. Ҡарағат ярҙамында төрлө сирхауҙарҙан дауалағандар.Ҡыҙылсаға ҡыҙыл ҡарағат, ҡыҙыл көртмәле кәрәк .

Ҡара еп. Черная нитка; мифологик предмет. Сөйәлде бөтөрөүҙә ярҙам итә. Сөйәл булһа, өс, биш, ете мәртәбә ҡара еп менән төйөп йыуынды менән тышҡа түгәләр. Шул ҡара еп серегәс, сөйәл дә бөтә икән.

Ҡара йылан. Гадюка; кире семантикаға эйә булған мифологик образ. Шайтан ҡара йылан ҡиәфәтен ҡабул итә тип уйлағандар, шуның өсөн уны үлтерергә кәрәк тип ышанғандар. «Ҡара йылан ҡас, ҡас! Ҡара йылан, ҡас, ҡас!» - тиергә кәрәк һыуға төшөр алдынан .

Ҡара китап. Книга судьбы; досл. черная книга. Баҡсылар ҡара китаптан кешенең үткәнен, киләсәген әйтеп биргән.

Ҡара ҡаҙан. Черный котёл; мифологик предмет; Ямғырҙы саҡырыр өсөн ғулланылған. Ямғыр оҙаҡ яумаһа, ҡара ҡаҙан түңкәрәләр һыуға.

Ҡара таҫтамал. Черное полотенце. мифологик предмет. Уның ярҙамында рахит сиренән дауалағандар. Өсйәнде ерәндереү өсөн баланың эсенә ҡара таҫтамал, ҡара күмер һалғандар

Ҡара һыйыр. Черная корова. мифологик хайуан. Уның һөтө һәм ҡатығы менән йәшендән сыҡҡан янғынды һүндергәндәр. Бүҫерле балаға ҡара һыйыр һөтөн эсергәндәр

Ҡараташ. Черный камень. мифологик предмет, малярия сиренән дауалағандар.. Тапмаға ағас төбөнән ҡараташ ҡаҙып алып, ваҡлап, шуға тоҙ ҡушып эсергәндәр

Эҙләнеү һөҙөмтәһе:
Тикшереүҙең төп маҡсаты башҡорт халҡында ҡара һүҙенең ҡулланышын, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланыуын күҙәтеү, һүҙ менән фразеологизмдар табыу ине. Һүҙлектәр менән эшләү, текстарҙан эҙләнеү минең һүҙ байлығымды үҫтерер, уҡыусыларға таяныс булыр тип ышанам.











Ҡулланылған әҙәбиәт:


  1. Л. Х. Сәмситова. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары. Өфө, 2010.

  2. З. Ғ. Ураҡсин. Башҡорт теленең аңлатма һүҙлеге.

  3. Ф. Ф. Аҙнабаева. Башҡорт-рус һүҙлеге.

  4. М. Х. Әхтәмов. Омонимдар(аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.

  5. М. Ғ. Усманова. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге

  6. М. Х. Әхтәмов. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.

  7. З. Ғ. Ураҡсин. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.

  8. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. БХИ.

  9. ba. wikipedia. - интернет энциклопедия.






© 2010-2022