Тема внеклассного мероприятия Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:




Салауат ҡалаһы

8-се лицейҙың

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғарипова Альбина Малик ҡыҙының

эше



Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар.

( кластан тыш сара)

(Зал байрамса биҙәлгән. Ике яҡтан ике алып барыусы сыға.)

(Һуғышҡа арналған музыка тауышы ишетелә.)

1-се алып барыусы:

Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай.

Ҡапыл, бѳтә доньяны ҡурҡыныс бомба тауыштары баҫа… Немец фашистары беҙҙең илебеҙгә ут асалар. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем һуғыш бара.

Видио -ролик 1941-45

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән С.Мифтахов менән Х.Кәрим үҙҙре теләп хәрби хеҙмәткә китте. Бер аҙ һуңыраҡ Ҡ.Даян, М.Хәй, Ғ.Әмири, М.Кәрим, М.Харис, А.Карнай күренекле яҙыусылар улар сафын тулыландырҙы.

Күренекле драматург С.Мифтахов һуғыш башланғас та , брон булыуына ҡарамаҫтан , фронтҡа китә, уҡсылар батальонында политрук, комиссар вазифаларында һуғышта ҡатнаша.Ләкин яҙыусы- комиссарҙың һуғышсан ғүмере ҡыҫҡа була, ул 1942 йылдың февралендә Волхов фронтында батырҙарса һәләк була.

М.Кәрим ижады Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тағы ла активлаша һәм байый.

Мин фронтҡа китәм иптәштәр!

М.Кәрим.

Атасаҡ таң , килсәк яҙ өсөн

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн ,

Тыуыр балам, йырланыр цыр өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -

Мин фронтҡа китәм иптәштәр!

Һуғыштың башынан алып һуңғы көндәренәсә М.Кәрим фронт яландарында батырҙарса һуғыша һәм актив ижад эше менән йәшәй.Хәрби курстарҙы тамамлап, ул һуғышта элемтә бүлексәһе һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып үтә.1942 йылда ҡаты яралана. Уның комсомол һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы билеттарын тишеп кергән ярсыҡ шағир- һалдатты ҡаты яралай, үпкәһен йәрәхәтләй һәм йөрәге янына килеп туҡтай.

(М.Кәрим. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.) 6Л

Ярты йылдан ашыу госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң ул" За честь Родины", "Советский воин" тигән гәзиттәрендә хәрби журналист булып эшләй.

Украинаны, Молдовия, Румыния,Венгрия,Австрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша.Еңеү көнөн ул Австрияның баш ҡалаһы Венала ҡаршылай.Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары , миҙалдар менән наградлана.

Башҡорт һалдаттарының милли характеры, батырлығы Үлмәҫбай поэмаһында сағыла.

(М .Кәрим. Үлмәҫбай поэмаһы) /Йомадилов И-8Л/

(М.Кәрим Дан кәпәстә түгел. Инцинировка.)

Таныш булмаған ҡунаҡ.

(Поэманан өҙөк)

Барҙы ла барҙы эскадрон

Еңеү, дан менән,

Йәшәү яуланы эскадрон

Ҡан, ҡорбан менән.

Күп һыуҙар кисте эскадрон ,

Үтте күп ерҙе,

Һуңғы дошманды эҙәрләп,

Кавказға керҙе.

Декабрь йыры

(Поэма)

2.Минең окоп

Ике диңгеҙ араһында

Һанһыҙ окоптар,

Ике диңгеҙ араһында минең окоп бар.

Өс тәүлек минең окопта

Ут, металл яуа

Өс тәүлек башым өҫтөндә

Ал шәфәҡ яна.

Белә Тыуған ил һәм халыҡ,

Белә армия ,

Был -иң һуңғы оборона,

Һуңғы линия.

Беләм мин, был һуңғы окоп

Көнбайыш сиктә,

Биш йөҙ саҡрым сиктем ,хәҙер

Биш аҙым сикмәм .

Был окоп түгел ,крепость.

Был минең Ватан,

Был минеңбыуын яҙмышы ,

Намыҫ, ирек, дан!

Төрөпкә

Ете атакала еңеп сыҡтым,

Ете яуҙа еңеп, һау ҡайттым,

Ышанысың һаҡлап ут уйнаттым,

Ә төрөпкәңде, һылыуым, ... юғалттым.

Төрөпкә.Ул да -Тыуған ил тамсыһы.

Мин ҡыҙғанмаҫ инем , юғиһә-

Ҡош телендәй хат һалмаған булһа

Ирәндегем ҡыҙы Нәфисә.

Һалдат

Ярты донъя урап ҡайтҡан һалдатмын

Тик мылтыҡ һәм патронташт

һалғанмын…

Йәшел фляга сиселгән билемдән ,

Төтөн еҫе килә шинелдән.

Ямғыр

Тик бөгөн һалдат ҡыуанмай ,

Кәйефе йонсоу -

Шинелгә үткән, окопта

Тубығынан һыу

М.Харис 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына, офицерҙар курсында уҡый.1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышы яландарында батырҙарса һәләк була. Һуғыштан һуң Йөрәк тауышы тигәнберенсе китабы баҫылып сыға.Шиғырҙары рус теленә лә тәржемә ителә. Фронт шарттарында яҙылған лирикаһында батыр һалдаттар образы төп урында алып тора. Батыр тураһында баллада, Онотмаһын мине Тыуған ил, Хат шиғырҙарында ата йорто, Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың үлемһеҙлегенә дан йырлай.

М.Харис шиғыры Хат

(М.Харис)

Беләм, әсәй, беләм , ауыр һиңә;

Борсолоулы уйҙар -иптәшең.

Ҡарап минең киткән юлдарыма ,

Күптән, күптән һағынып көтәһең.

Йыйырсыҡтар сәғәт. минут һайын

Тәрәнәйгән кеүек йөҙөңдә.

Ләкин бел һин :

Бөгөн иртә таңда һуғыш барҙы һинең өсөндә;

Һәм әле лә көслө канонада ...

Саҡыра һуғыш; һау бул хәҙергә,

Мин йығылһам әгәр ,йәш түкмә һин ,

Ә тын ғына шулай хәтерлә:

Ул Ватанды һөйҙө , ут эсендә

Уның данын, намыҫын яуланы ,

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе .Юҡҡа ауманы.


2-се алып барыусы:

Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, ѳҙѳлгән ғүмер, яралы мѳхәббәт,

йәтимлек…

Ҡот осҡос һуғыш 1418 кѳн дауам итә. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында 34 млн. 477 мең кеше һалдат шинелен кейҙе. Башҡортостан егеттәре-ҡыҙҙары ла яуҙа һынатманы. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 704 мең 448 кеше һуғышҡа

киткән. Батырлыҡ күрһәтеп 200 мең 810 кеше тѳрлѳ орден-миҙалдар

менән наградланған һәм күпме билдәһеҙ һалдаттар һуғыш яланында ятып ҡалғандар.

Уҡыусыларҙың хаты "Письмо неизвестному солдату»

«История ВОВ в моей семье»

2-се алып барыусы: Иҫән булған ветерандарҙы хѳрмәтләргә, яуҙа ҡорбан булған һалдаттарҙы иҫтә тоторға, ҡәҙерләргә бурыслыбыҙ. Ә хәҙер яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ.

(Йыр )

1-се алып барыусы: Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара. Йәй аҙағында туҡ башаҡтар менән сайҡалып ултырыр ѳсѳн баҫыуҙарыбыҙҙың дымлы тупрағына орлоҡ ята. Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш 9 Май кѳндѳ Совет иленең еңеүе менән тамамланды. Эйе…70-се тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.

(«һәр ваҡыт булһын ҡояш» йыры).

© 2010-2022