Өфө — Башҡортостандың баш ҡалаһы

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

5-СЕ СИНЫФ ӨСӨН

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДӘРЕС-КОНСПЕКТЫ

ТЕМА: Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

МАҠСАТ: 1) Башҡортостандың баш ҡалаһы менән таныштырыу;

2) тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү;

3) һүҙлек һүҙҙәре, тест менән эшләргә өйрәтеү;

ДӘРЕС БАРЫШЫ

I. Ойоштороу моменты.

II. Тел төҙәткес өҫтөндә эш.

III. Матур яҙыу минуты.

IV. Яңы тема өҫтөндә эш.

- Беҙ бөгөн һеҙҙең менән яратҡан баш ҡалабыҙ Өфө буйынса экскурсияға сығабыҙ. Өйгә эше итеп һеҙгә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплап алып килергә ҡушылғайны. Ә хәҙер иғтибар менән таҡтаға ҡарағыҙ. (слайдтар күрһәтелә, уҡыусылар әҙерләнгән мәғлүмәттәрен уҡып китәләр: )

Ә хәҙер иғтибар менән ҡарағыҙ әле, был ниндәй һәйкәл. Ә хәҙер китаптарҙың 96-сы битен асығыҙ һәм 234-се күнегеүҙе табабыҙ.

-биремде уҡыу;

- һүҙлек эше:

һәйкәл - памятник

бейеклеге - высота

ауырлығы - масса

- тексты уҡыу;

- тәржемә;

- һәйкәл тураһындағы һөйләмде яҙып алыу;

V.Ял минуты.

VI.Үтелгәнде нығытыу. (тест өҫтөндә эш)

VII. Дәресте йомғаҡлау. Баһалау. Өй эшен аңлатыу. (239-сы күнегеү)

ТЕСТ һорауҙары:

1.Башҡортостандың баш ҡалаһы:

а) Мәскәү;

б) Өфө;

в) Бөрө;

2. С.Юлаевҡа һәйкәл ҡасан ҡуйыла

а) 1947

б) 1957

в) 1967

3. Башҡортостан Республикаһында нисә район бар:

а) 54

б) 52

в) 50

4. Башҡортостан Республикаһында нисә ҡала бар;

а) 20

б) 23

в) 21

5. Башҡортостандағы иң ҙур тау:

а) Ирәмәл;

б) Янғантау;

в) Ямантау;

6.Башҡортостандағы иң ҙур күл:

а) Ҡандракүл;

б) Асылыкүл;

7. Башҡортостан флагының төҫтәре нисек урынлашҡан:

а) күк, аҡ, йәшел;

б) йәшел, күк, аҡ;

в) аҡ, күк, йәшел;



© 2010-2022