• Преподавателю
  • Другое
  • “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу” темаһына реферат

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу” темаһына реферат

Раздел Другое
Класс 9 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының мәғарифте үҫтереү институты



Башҡорт теле һәм башҡа

туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу" темаһына реферат









Башҡарҙы:

Тәтешле районы 2-се урта мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы

Тикшерҙе:

Курс етәксеһе өлкән методист Р. Р. Аҡъюлова















План

Инеш ."Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһында заманса технологиялар, инновацион алымдар"………………………………….1-2 б.

Төп өлөш.

  1. Туған телде уҡытыуҙа яңы методтарҙы, төрлө эш алымдарын уйлап табыу……………………………………………………………………..3-5 б.

  2. Башҡорт теле дәрестәрендә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы.5-6 б.

  3. Проектлау технологияһы……………………………………………..7-8 б.

  4. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә копьютер технологияларын ҡулланыу………………………………………………………………9-11 б .

Йомғаҡлау………………………………………………………………12-13 б.





















Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһында заманса технологиялар, инновацион алымдар

Уҡыу-уҡытыу, үҫеп килгән быуынға кешелек тарихында тупланған белемдәрҙе тапшырыу - мәңгелек, бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмаған проблема. Йәмғиәттәге әхлаҡ, мәҙәни мөхит, рухи ҡиммәттәрҙең үҫтерелеше мәсьәләһе тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек хәл ителеүенә бәйләнгән.

Мәғариф - кешелектең киләсәк йәшәйешен, үҫешен тәьмин итә торған иң мөһим тармаҡтарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы "заманса уҡытыу" (яңыса белем биреү) төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу - заман талабы.

В.А. Сухомлинский: "Дәрес - ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон", - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләгеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә. Матбуғатта, ғилми-ғәмәли конференция материалдарында төрлө уйындар файҙаланыу, төркөмдәр менән эшләү, проблемалы-дифференциаль уҡытыу, логик мәғәнәүи моделдәр ҡулланыу, терәк сигналдар, блоклап уҡытыу тураһында күп яҙыла, уҡытыусылар уларҙы үҙ дәрестәрендә ҡуллана.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған технологияларҙан тағы түбәндәгеләрҙе билдәләргә мөмкин:

Проблемалы уҡытыу ул уҡытыусының логик фекерләүен, телмәрен үҫтереүгә, эҙләнергә мөмкинлек бирә. Проблемалы уҡытыу технологияһынғәмәлгә ашырыу өсөн иң киҫкен мәсьәләләр һайлап алына, проблемалы хәл итеү моделе төҙөлә. Проблемалы ситуация уҡыусыны әүҙемләштереүсе эш-биремдәр, һорауҙар ярҙамында тыуҙырыла. Уҡытыусы уҡыусыларҙы ҡаршылыҡлы күренеш менән таныштыра, уны сисеү юлдарын табырға тәҡдим итә. Бер үк күренеште төрлөсә хәл итеү юлдары билдәләнә, ярҙамсы һарауҙар ҡуйыла. Проблемалы һорау баланы уйланырға мәғбүр итә.

Адаптив система (төп иғтибар уҡыусыларҙың үҙ аллы эшенә, уҡытыуҙы индивидуалләштереүгә йүнәлтелә. Уҡыу-уҡытыу процесында уҡытыу тиҙлеге һәм ысул-алымдар уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәренә ярашлы һайланыла.)

Хеҙмәттәшлек технологияһы (уҡытыусы менән уҡыусының бергә эшләүе, улар араһында субъект - субъект мөнәсәбәттәре күҙҙә тотола).

В. Ф. Шатталовтың терәк схемалар системаһы (материал блоклап өйрәнелә. Уны үҙләштергәндә терәк схемаларға, терәк конспекттарға таяныла, өйҙә шулар буйынса ҡабатлау үткәрелә. Дәрестә материал бир нисә тапҡыр тикшерелә. Тәүҙә уҡыусыларҙың үҙләштереү дәрәжәһе асыҡлана, икенсе тапҡыр ҡабатлағанда алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу иғтибар үҙәгендә була).

Белем биреүҙә интеграция технологияһы (уҡытыу процесында төрлө фәндәр ҡушып өйрәнелә, бер проблема төрлө фән күҙлегенән яҡтыртыла, шуның өсөн мәсьәләнең төплө үҙләштерелеүенә өлгәшелә).

Белем биреүҙә проектлау технолнгияһы (эштең этаптарын алдан планлаштырып, шуға ярашлы тикшеренеү алып барыу).

Компьютер технологияһы (дәрестә копьютер мөмкинсәлектәрен киң файҙаланыу).

Үҫтереүсе уҡытыу системаһы (уҡытыусы һәр дәрестә уҡыусының дөйөм үҫешен маҡсат итеп ҡуя).

Был технологияларҙың башҡорт теле һәм әһәбиәте дәрестәрендә ҡулланылыу үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: берәүҙәренең тик айырым алымдары ғына файҙаланыла, ҡайһы берҙәре дәрес һайын, икенселәре дәрестәр циклы дауамында ҡулланыла, өсөнсөләре тотош бер уҡытыу системаһын тәшкил итә. Шуға ла уҡытыусы булараҡ дәресен күҙ алдынан үткәреп, планлаштырғанда дәрестең формаһын асыҡлап, ниндәй методтар, алымдар ҡулланырға мөмкинлеген билдәләһә, яңы технологиялар ҡулланыу предметҡа ҡарата һөйөү уятыуға, уҡыусының төплө белем алыуына булышлыҡ итмәй ҡалмай.

Бындай дәрестәрҙә , беренсенән, уҡыусыларҙың уҡыуға, белем алыуға ҡыҙыҡһыныуы арта. Икенсенән, тема еңел үҙләштерелә, уларҙың эшсәнлеге, әүҙемлеге юғары кимәлдә була. Өсөнсөнән, фекер йөрөтөргә, һығымта яһарға өйрәнә. Дүртенсенән, үҙ аллы эшләү һәләте, үҫеш мөмкинлеге арта. Белеүебеҙсә, уҡыусы үҙенең эшмәкәрлеге, үҫеше барышында ғына шәхес булып формалаша.

Шулай итеп. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.

Туған телде уҡытыуҙа яңы методтарҙы, төрлө эш алымдарын уйлап табыу


Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерерг кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

Дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙа итерлеген һайлап алыу отошло. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек буһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре романтик, патриотик рухлы, "тылсымла", "серле" булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта. Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, "әҙәби вернисаж", "әҙәби кафе", "эште тикшереүселәр алып бара", "дәрес-аукцион" ("беле м баҙары"), "хәтер һынаш" ("бәхетле осраҡ"), "дәрес-көс һынашыу", "дәрес-йыйын", "дәрес лабиринт", "дәрес хөкөм", "мөғжизәгә килә ышанғым", "ҡышҡы һабантуй", "лексик йәрминкә", һ.б. дәрестең йөкмәикеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш.

Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағарға ярамай. Һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк.

Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү.

Ҡағиҙәне күпме генә уҡытһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалылығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап, төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, "Серле ҡумта", "Тылсымлы сәскә", "Серле тоҡсай", "Кем күберәк?", "Һүҙҙәр үреү", "Китек диктант", "Кире-мире", "Йомаҡ ҡойошоу", "Мәҡәл әйтешеү" һ.б. шундай исемдәр менән, "донъяны таныу юлы" булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. "Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә", "телдең рухы" тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә", - тигән М.Горькийҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.

Ябай уйын кеүек тойолһа ла, был эш төрө телгә, ун һүҙҙәренә һөйөү тәрбиәләүҙә, һөйләмдәрһең йөкмәткеһендә халҡыбыҙ, илебеҙ тормошона бәйле, рухи хазинилирыбыҙ, күренекле шәхестәребеҙ тураһындағы мәғлүмәттәр аша ғорурлыҡ, милләт бәҫен күтәрерлек киләсәк быуын вәкил формалаштырыуҙа мөһим сара булып тора.

Ҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереүҙә икенсе бер алым "Шиғриәт минуттары" - уңышлы алымдарҙың береһе.

Дөйөмләштереп, ошондай һығымталар яһарға мөмкин:

  1. Уҡыу працесына стандарт булмаған дәрестәрҙе индереү, уларҙа эшмәкәрлекте төрләндереү дәресте байыта, донъяны танып белеүгә образлылыҡ инднрә, хеҙмәт эшмәкәрлеге, практик күнекмәләр бирә, уйын формаһы дөйөм эмоциональ тонусты күтәрә.

  2. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төҫһөҙ булырға тейеш түгел. Улар заман һүрәтләүҙәре менән бергә алып барылырға, йәғни йәнле, тулы, аңлайышлы булырға тейеш.

  3. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре шәхес күңелен ҡуҙғата, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итә, шулай булғас, дәрес ижади эштәрҙән башҡа үтә алмай. Һәр күңелдә билдәле бер дәрәжәлә бикләнеп ятҡан ижад дәртен уятыу, ялҡынландырыу дәрестәрҙең етди әҙерләнеүенә, ҡыҙыҡлы итеп ойошторолоуына бәйле.

Һәр дәресте үткәргәс, уҡытыусыға үҙ дәресенә анализ яһап ҡарау кәрәк.

Яҡынса анализ яһау схемаһы түбәндәгесә:

  1. Тема, бүлек, курс эшендә был дәрестең урыны ниндәй? Уның башҡа дәрестәр менән бәйләнеше.

  2. Дәресте планлаштырғанда кластың ниндәй үҙенсәлектәре иҫәпкә алынды?

  3. Ниндәй бурыстарҙы хәл итеү планлаштырылды?

  4. Бурыстары, дәрес стуртураһын, тибын һайлау нимәгә нигеҙләнде?

  5. Уҡытыу йөкмәткеһен, форма һәм методтарын һайлау нимәгә нигеҙләнде?

  6. Дәрестә ниндәй шарттар (уҡытыу, эстетик) тыуҙырылды?

  7. Дәрес планынан ситләшеүҙәр булдымы? Улар нимәгә килтерҙе?

  8. Дәрес һөҙөмтәләрен нисек баһаларға мөмкин? Дәрестең бурыстары хәл ителдеме?

  9. Дәрестән киләсәккә ниндәй һығымталар яһарға мөмкин?

Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесе тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булмағандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булмағандарының яңы мөмкинселектәрен күҙаллау талап ителә.




Башҡорт теле дәрестәрендә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы

Балаларҙы фекер йөрөтөргә өйрәтеү - уҡыу процесында төп бурыстарҙың береһе. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа был проблеманың байтаҡ нескәлектәре асыҡлына.

Тарихҡа мөрәжәғәт итһәк, XX быуат башышда уҡ Башҡортостан ерҙәрен, мәҙәниәтен һәм тормошон өйрәнеүсе рус ғалимдары башҡорт балаларының зирәк, отҡор булыуын билдәләйҙәр. Отҡорлоҡтоң нигеҙе - күренештәрҙе үҙ-ара бәйләй алыу һәләтлегендә ята, сөнки ике әйбер, күренеш араһында логик бәйләнеш булдыра алған кеше тиҙ генә ошо бәйләнеште башҡа оҡшаш күренештәргә лә ауҙара ала. Һөҙөмтәлә логик эҙмә-эҙлелек барлыҡҡа килә. Һәм был һәләт баланың, кешенең фекерләү ҡеүәһен асыҡ күрһәтеп тора.

Тимәк беҙҙең бурыс - балаларҙың тыумыштан килгән зирәклеген артабан үҫтереү, һис булмаһа, юғалтмау.

"Үҫтереүсе уҡытыу" - Башҡортостан уҡытыссылары араһында киң таралыш тапҡан педагогик система. Был технологияның теоретик нигеҙҙәре заманында И. Г. Песталоцци, А. Дистервег, К. Д. Ушинский һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Теорияны фәнни яҡтан Л. С. Выготский нигеҙләй, ә эксперименталь өлөшөн Л. В. Занков, Д. Б. Эльконин, В. В. Давыдов һ.б. ғалимдар эшләй. Технологияның варианттары ғалимдмрҙың исемдәре менән атап йөрөтөлә. Һәм бер-береһенән ҡайһы бер яҡтары менән генә айырыла.

Башҡортостандағы уҡыу йорттарында күберәк Л. В. Занков һәм Д. Б. Эльконин - В. В. Давыдов системалары билдәле.

Л. В. Занков системаһы башланғыс мәктәп өсөн тәғәйенләнә һәм төп маҡсат итеп шәхестең төрлө яҡлап интенсив үҫешен ҡуя, йәғни технологияның маҡсаты - шәхестең дөйөм юғары үҫеше. Занков системаһының яңылығы шунда: уҡытыу-тәрбиә процесының төп структур компоненты булып маҡсат, йөкмәтке һәм уҡытыу-тәрбиә методтары тора. Уҡыусыларҙың үҫеү процесында бөтә маҡсат юғары һөҙөмтәгә йүнәлтелгән. Икенсе компонент булып уҡытыу предметының йөкмәткеһен үҙләштереү тора. Ауырлыҡ, темп, төрлөлөк - Л. В. Занковтың үҫтереүсе уҡытыу системаһының өс нигеҙе. Был система менән уҡытҡанда баланың хәтере һәм иғтибары ныҡ үҫешкән булырға, логик фекер йөрөтә белергә, йәғни сағыштыра һәм һығымта эшләй белергә тейеш. Шуға күрә ул профилле уҡытыуҙа отошло буласаҡ.

Л. В. Занковтан айырмалы рәүештә, Д. Б. Эльконин - В. В. Давыдовтарҙың "үҫтереүсе уҡытыу" технологияһы баланың интеллектуаль үҫешенә өҫтөнлөк бирә һәм логик, теоретик фекер йөрөтөүҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Тимәк, был системаның тәп маҡсаттары теоретик һәм белем биреүҙән генә түгел, белемде аңлы рәүештә үҙләштерә белеүҙән, шул процесҡа өйрәтеүҙән ғибәрәт.

Үҫтереүсе уҡытыу технологияһында коллектив уйлау, диалогтар, полилогтар ойоштороу, ҡуйылған проблема буйынса фекер алышыу ҙа айырым әһәмиәткә эйә. Тик был алым уҡытыусы үҙе лә уҡыусылары менән бер кимәлдә дискуссияла ҡатнашҡанда ғына уңышлы була. Баланың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән һорауҙар ҡуйылып, бәхәсле мәсьәләләргә үҙ аллы яуап табыуы хуплана.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология

Алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк.


















Проектлау технологияһы

Проектлау тенологяһы - педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекте этаптар буйынса ойоштороуҙы һәа ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ алллы эшләү кимәлен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын күҙ уңында тота.

Проектлау технологияһының төрҙәре:

  1. Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштергән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

  2. Эҙләнеү проекты. Был проект - фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-үтикшеренеү эштәренә иғтибар артты. Был эштәрҙе нисек ойоштороу (шул иҫәптән проект эше) тураһында махсус методик ҡулланмала уҡырға була.

  3. Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проектта эҙләнеү , ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора. Мәҫәлән, ҡыҙыҡлы грамматика китапсығын әҙерләү.

  4. Информацион проект. Исеменән күренеүенсә , ул мәғлүмәт менән бәйле: уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба., эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урнаштырыла.

  5. Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) - шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда мәғлүмәт схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаттарҙа төйөндәр менән билдәләнә. ЛММ - кодлаштырылған конспект ул.

Проект өҫтөндә эш этаптары.

  1. Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәлә ҡуйыу.

  2. Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Мәғлүмәт йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләпҙе тикшереү.

  3. Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.

  4. Йомғаҡ. Һығымта яһау.

Проект технологияһының әһәмийәте:

  1. ул грамматик (йәки әҙәби) материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя, бер урынға туплай

  2. өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә, практик эштәргә күберәк ваҡыт ҡала

  3. тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй

  4. проектты файҙаланып , уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.

Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әмә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтияр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни- тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект технологияһы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

а) эш барышы уҡыусының кәйәфенә тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята.

б) уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлөө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.

в) проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ -ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, консультант ролен үтәй.

г) бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.

ғ) уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һм коллектив яуаплылыҡ уята.

д) бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә:

- проблемалы өлкә эҙләп табыла

- проект темаһы асыҡлана (ни өсөн был теманы һайланыҡ, төрлө варианттар араһында ни өсөн ошо вариант һайланғанын аңлатырға)

- эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала

- был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар

- эште башҡарыу этаптары асыҡлана.

Проект эше уҡыусының интеллектуальүҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Ә баланың үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү - һәр уҡытыусының төп маҡсаты.

Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу

Кешелектең үҫеше донъя закондарына ярашлы бара. Ә бөгөн Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, был үҫеш компьютер технологияһы менән туранан-тура бәйле. Хәҙерге заманда беҙ тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы файҙаланыу үҫеште.

Копьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы - компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методлары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр культураһын, коммуникатив культураһын формалаштырыу булғанлыҡтан, уҡытыусының төп бурысы һәр бер балаға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыуҙа.

Хәҙерге заман педагогик технологиялар, мәҫәлән, хеҙмәттәшлектә уҡытыу, проектлау методикаһы, яңы информацион технологияларҙы, Интернет ресурстарын файҙаланыу уҡыу-уҡытыу эшендә шәхесте формалаштырыуҙы бойомға ашырырға ярҙам итә, балаларҙың һәләттәрен, белем кимәлдәрен, ынтылыштарын иҫәпкә алып, уҡытыуҙы индивидуалләштереүҙе һәм дифференциациялауҙы тәьмин итә.

Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер - аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр.

Балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Тик компьютерҙы дөрөҫ һәи урынлы файҙалана белергә кәрәк. Дәрес буйына копьютер йәки интерактив таҡта ҡулланыу бик үк дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне сама белеп, комьтерҙың дәрестә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (комьютер һүҙлектәрен файҙаланыу) , дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә (башҡорт теле дәреслектәренән, тауыш яҙыу рпограммаларын файҙаланыу), орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу), грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында), эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү. Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә комьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлау, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу(компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың нитенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә.

Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.

Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

  1. демонстратив планда (төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экранда бөтә класҡа күрһәтеү)

  2. компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу

  3. интерактив таҡтаны файҙаланыу

бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған уҡыу программалары һәм әсбаптары бар.

Уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.































Йомғаҡлау

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерерг кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология

Алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк.

Копьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы - компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методлары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер - аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр.

Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.

Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.













Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма.

  2. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

  3. Ғималова М. Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV - VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. - Өфө, 1982.

  4. Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006.











© 2010-2022