Конспект урока по башкирскому языку Тиң киҫәкле һөйләмдәр

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Маҡсат: һөйләмдең тиң киҫәктәрен танырға өйрәтеү, уларҙың үҙ- ара бәйләнеү саралары тураһында тулы белем биреү, телмәр культураһын үҫтереү.

Йыһазландырыу: дәреслек, тиң киҫәкле һөйләмдәр яҙылған таблица, слайдтар.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу моменты.

Уҡытыусы: Бөтәбеҙ ҙә баҫтыҡ, иркен итеп тын алдыҡ, иптәштәребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ. Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ. Дәрестә бөтәһе лә бармы? Ярай, яҡшы. Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны,яңы теманы яҙып ҡуйығыҙ. Бөгөн Утыҙынсы ғинуар , беҙ һеҙҙең менән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе үтәбеҙ ( дәреслектән ҡағиҙәләр уҡыла, слайдта миҫалдар күрһәтелә ).

II. Яңы теманы үҙләштереү.

Ҡағиҙәләр уҡып барыла һәм миҫалдар менән нығытылып, дәфтәргә яҙҙыртыла.

Уҡыусыларҙың барыһын да эшкә йәлеп итергә , дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.

Уҡыусылар күмәкләшеп уҡыйҙар, уҡытыусы тиң киҫәктәрҙең ҡулланылышын аңлатып китә.

Тиң киҫәктәрҙең ҡулланылышын аңлатырға, уҡыусыларҙың теманы аңлау- аңламауын белер өсөн, үҙҙәренән бер - нисә һөйләм төҙөтөп ҡарарға.

Уҡытыусы: Ярай, уҡыусылар. Беҙ һеҙҙең менән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Барығыҙ ҙа аңланымы? Афарин. Барыһы ла аңлашылһа, әйҙәгеҙ күнегеүҙәр эшләүгә күсәйек. Китаптарығыҙҙан 175- се күнегеүҙе табығыҙ, күмәкләп телдән башҡарабыҙ ( телдән күнегеүҙе эшләтеү; кемдәр теманы аңлап етмәгән, шул уҡыусыларҙы билдәләп, аҙаҡтан өҫтәп эш бирергә). Яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙә үҙ аллы 176-сы күнегеүҙе эшләйһегеҙ, һуңынан күмәкләп тикшерәбеҙ (уҡыусылар үҙ аллы эш башҡара ). Афарин, уҡыусылар. Ә хәҙер таҡтаға иғтибар менән ҡарайбыҙ, тексты уҡып, тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табабыҙ ( текст өҫтөндә эш ).

Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә тиң киҫәктәрҙе өйрәндек, уларҙың ниндәй функция башҡарғанын белдек.

Баһалау: Афарин, бөгөн барығыҙ ҙа бик актив булдығыҙ. Кемдәр тәртип боҙманы, актив ҡатнашып ултырҙы, шуларға бишле ҡуям.

Өйгә эш биреү: Өйҙә 177-се күнегеүҙе эшләргә, тиң киҫәктәр менән 5-6 һөйләм төҙөп килергә. Бөгөнгә дәрес тамам, һау булығыҙ!

© 2010-2022