Монтаж ко дню родных языков

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Монтаж ко дню родных языков

Туған тел көнөнә арналған монтаж

План.

  1. Тел тарихы - халыҡ тарихы.

  2. Башҡорт теле - камил тел.

  3. Тел хазинаһын өйрәнеү.

  4. Башҡорт тел ғилеме үҫештә.

"Туған тел" йыры яңғырай.

1-се уҡыусы. Тел тибеҙ, тел нимә ул?

2-се уҡыусы. Тел - кешеләр аралашыуының иң мөһим сараһы.

1-се уҡыусы. Р. Ғариповтың "Тел" шиғыры.


Тел

Тыңлап таңға ҡалған тел,

Йәнгә рәхәт һалған тел,

Яулап-ҡурсып ҡалған тел,

Ҡан-йәш түгеп алған тел.

Күреп ирек емеше,

Киреп бәхет өлөшө,

Һаҡлар һине һәр кеше.

Телһеҙ инек - тел алдыҡ,

Илһеҙ инек - ил алдыҡ,

Һинең менән тәйән беҙ

Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ,

Үткәнгә үрт, ҡуҙ һалдыҡ...

…Көслөк менән тел булмаҫ,

Үслек менән ил булмаҫ,

Көс үҙенә көс табыр,

Үс үҙенә үс табыр.

Ҡыҙыл ҡандар түгелгән,

Күп ҡобандар бирелгән

Ошо ғәзиз тел өсөн,

Бар донъяны айҡап сыҡ,

Юҡсылығын дә табырһың,

Бай һынын да табырһың,

Дуҫыңды ла табырһың,

Дошманға ла барырһың…

Йөрөй-йөрөй арырһың,

Илең һағынып янырһың…

3-сө уҡыусы. Минең телем -

Меңәрләгән телдәр кеүек,

Моңло тел ул.

Үҙенә бай, үҙенә хас

Уның көйө:

"Урал"ы һәм "Буранбай"ы,

"Һандуғас"ы, "Таштуғай"ы,

"Сәлимәкәй", ул "Сибай"ы.

Халыҡ йыры башҡарыла.

4-се уҡыусы. З.Биишева "Башҡорт теле"

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,

Әй илһамлы, әй хөрмәтле башҡорт теле.

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәндәй, йор, зирәк һин,

Әй һөйөклө, әй ҡәҙерле башҡорт теле.

Дингеҙҙәргә тиңләмәйем - тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем - гүзәлһең һин,

Ҡаяларға тиңләмәйем - бөйөкһең һин,

Әй хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле.

5-се уҡыусы. Башҡорт халҡы матур ғумер итә

Ағиҙелдә, Тыуған илендә.

Һайраша ул тарих күкрәгенән

Урғып сыҡҡан туған телендә.

М. Хөсәйен

6-сы уҡыусы. Туған телебеҙ бай, матур һәм көслө. Туған телебеҙҙә хөкүмәтебеҙ күрһәтмәләрен өйрәнәбеҙ, классик әҙәбиәттәр уҡыйбыҙ.

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет - үҙең,

Мәңге йәшә, әй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле - минең телем.

З. Биишева

7-се уҡыусы. Телдең төп материалы - һүҙ. Кешеләге уй-тойғолар, иң ялҡынлы хистәр һүҙ аша бирелә.

8-се уҡыусы. Туғандаш халыҡтар башҡорт телен, уның хазиналарын, йырын, моңон тәрән ихтирам итәләр. Рус шағиры М. Дудин "Башҡортостанға хат" тигән шиғырында бына нисек яҙа:

Геологтарға бар, йырым,

Яҡты усаҡтар алдына,

Рус йыры һәм башҡорт моңо

Бер туған һеңелдәр унда.

9-сы уҡыусы ҡаҙаҡ шағиры С. Сәйетовтың "Башҡортостан - Бауырстан" шиғырын уҡый.

…Ике халыҡ бер әсәнән игеҙҙәй,

Бер ауыҙҙан әйтелгән ике һүҙҙәй.

Игеҙ беҙҙең баштан кискән яҙмыштар,

Игеҙ туған Ағиҙел һәм Яйыҡтар.

Игеҙ батыр Мөхәмбәт һәм Салауат,

Дан-шаңдары - беҙгә уртаҡ аманат.

Уйҙар игеҙ, дастан игеҙ, ер игеҙ,

Борондан уҡ йортобоҙға бер нигеҙ.

(Әкрен генә ҡурай моңо ишетелә.)

Күрешкәндә, йөрәк юҡҡа тулаймы,

Көй көйләмәҫ домбра менән ҡураймы!

10-сы уҡыусы татар шағиры М. Хөсәйендең "Башҡорт теле" шиғырын уҡый.

…Башҡорт теле, эйе, саф шишмәләй,

Осорҙар аша аҡҡан сылтырап.

Һәр бер һүҙе уның сулпы кеүек

Сыңлап тора, уйнап, йылтырап.

Ҡурайҙарҙан моң һәм ялҡын алған,

Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул.

Салауаттың талмаҫ толпарында

Ирек даулап алға осҡан ул!..

Уралтауҙың һыбай бөркөттәрен

Ғорурлығы иткән Кутузов.

Париждарға барып еткән башҡорт,

Походтарҙа ауыр юл уҙып…

1812 йылғы Ватан һуғышына арналған "Француз көйө", "Ҡаһым түрә", "Любизар" тигән башҡорт халыҡ көйҙәренең береһен тыңлау.

1-се уҡыусы. Эйе, башҡорт халҡының музыкаль-поэтик хазинаһында уның Тыуған иле лә, туған теле лә, сәнғәте лә, тарихы ла сағылыш тапҡан. Шуға ла халыҡ йырҙарын йыйып баҫтырып сығарыу һәм ғилми яҡтан өйрәнеү эше менән рус ғалимдары XVIII быуаттың аҙаҡтарында уҡ ҡыҙыҡһынғандар.

2-се уҡыусы. Ерҙә кеше һөйгенән

Убалар үҫкән…

Тел - тере шишмә - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән!

Б. Бикбай

3-сө уҡыусы. М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ж. Кейекбаев һ.б. ғалимдар һәм әҙиптәр туған телде яҡшы белергә, мөмкин булғанда сит телде лә өйрәнергә өндәнеләр. (М. Аҡмулланың шиғыры уҡыла, ошо ҡулланманың 112-се битенән ҡарағыҙ.)

4-се уҡыусы М. Аҡмулланың "Аҡыл" шиғырын тасуири уҡый.

5-се уҡыусы. Эй туған тел, эй матур тел,

Атам, әсәмдең теле!

Донъяла күп нәмә белдем

Һин туған тел арҡылы.

Ғ.Туҡай

Әкрен генә "Туған тел" көйө ишетелә.

…Бәпләп-әрләп, тел менән

Кеше иткән инәбеҙ,

Эшле иткән инәбеҙ;

Һөйләп-көйләп, тел менән

Хисле иткән инәбеҙ,

Көслө иткән инәбеҙ;

Күҙебеҙҙе тел менән

Нурлы иткән инәбеҙ,

Үҙебеҙҙе тел менән

Йырлы иткән инәбеҙ!..

Р. Ғарипов

(Ҡурай моңо аҫтында Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры уҡыла.)

7-се уҡыусы.

Шул тел арҡылы ғилем, уҡыу, яҙыуҙы өйрәнәм;

Шул тел арҡылы уҡып белеп, булырмын ысын әҙәм.

М. Ғәфури

(Халыҡ көйө яңғырай.)

8-се уҡыусы. Һөйләшегеҙ туған телдә,

Туйғансы һөйләшегеҙ!

Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы

Кешегә өләшегеҙ.

Эй туған тел - тәрән диңгеҙ,

Сумһаң дә буйлап була.

Ул ҡурайҙа бар донъяның

Моңдарын уйнап була.

Туған телде һуҡалама,

Һөйөү менән уҡала,

Уның менән йөрәктәр ҙә

Йөрәктәрҙән ут ала.

К. Бакиров


© 2010-2022