• Преподавателю
  • Другое
  • Методическая разработка урока по башкирской литературеИзучение рассказа Галима Хисамова Беркуты

Методическая разработка урока по башкирской литературеИзучение рассказа Галима Хисамова Беркуты

Раздел Другое
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Ғ9лим Хисамовты4 "Аҡъяурын сал бөркөт" 969рен 5йр9не7.

(4-се рус класында 929би у3ыу д9ресе)

Маҡсат: Тексты аңлы уҡыу булдырыу, идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау; у3ыусылар2а 3ыйыулы3 89м т9би19тте 8а3лау ке7ек сифаттар тәрбиәләү; бөркөттәр тураһында белешмә биреү.

Йыһазландырыу: Интернет селт9рен9 тоташтырыл1ан компьютер, мультимедиа проекторы; компьютер презентациялары; уҡыусылар я8а1ан иллюстрациялар.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ!Иғтибар менән таҡтаға ҡарайбыҙ,бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында булыр икән? Кем нисек уйлай?

Әйе, беҙ бөгөн бөркөттәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Улар ниндәй ҡоштар? Нимәләр беләһегеҙ?

II.Яңы материал өҫтөндә эш.

1) Инеш әңгәмә.

-Дөрөҫ,Башҡортостанда йәшәүсе йыртҡыс ҡоштар араһында бөрҡөт иң эреһе .

Ҡанаттарының ҡоласы 2 метрға етә һәм унан да ашып китә. Ҡоштоң тәне ҡара-һоро ҡауырһындар менән ҡапланған. Ҡойроғо оҙон, суҡышы ырғаҡ кеүек, аяҡтары көслө,үткер осло тырнаҡтары ауыр тере табышты тотоп торорға яйлашҡан. (Экран1а и1тибар мен9н 3арайбы2. )

Бөгөн беҙ бөркөттәрҙең бер төрө менән танышасаҡбыҙ. Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны, теманы яҙабыҙ. Текстың атама8ын рус теленә тәржемә итегеҙ әле.

Бөгөн беҙгә ошондай һүҙҙәр мен9н эш итерг9 кәрәк буласаҡ.(Хор менән уҡыу).

2) Һүҙлек эше.

тарлауыҡ-ущелье

килбәтһеҙ-неуклюжий

саңҡылдай-клекочет

шыҡыйып-ринуться камнем

ыласын-сокол, ҡарсыға-ястреб,ҡыйғыр-быстрый

3)Һөйләмдәр төҙөү. (Телдән һүҙлек һүҙҙәрҙе ҡулланып.)

4)Тексты уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

5)Сылбырлы уҡыу. Тәржемә.

6)Йөҡмәткеһе буйынса эш.

- Текст нимә тураһында?

- Б5рк5тт9р ояны ниндәй урында яһайҙар?

- Ни өсөн?

- Аҡҡолай менән Тарғын ни өсөн ҡаяға менгәндәр?

- Бөркөт балалары уларға ним9г9 кәрәк булған?

- Дөрөҫ, борон-борондан башҡорттар бөркөттөң ояһынан йәш балаларын алып, ашатып үҫтергәндәр һәм йәнлектәргә һунар итергә өйрәткәндәр. Бындай һунарсы бөркөттәр ҡуян, төлкө һәм бүреләрҙе тоталар, ләкин табышты ашамайҙар - һунарсыға бирәләр, алмашҡа ит алалар.

Башҡортостанда йәшәгән бөркөттәрҙе һунар өсөн башҡа халыҡтар ҙа - үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, төрөкмәндәр файҙаланған.

- Инә бөркөт менән нимә булды?

- Тарғын ата бөркөттән нисек ҡотолдо?

- Һеҙ кешеләр яҡлымы, әллә бөркөттәр яҡлымы?

-Был алышта ни өсөн бөркөт еңеп сыҡты?

Текстан авторҙың теләген белдергән юлдарҙы табып уҡығыҙ.

7) Һайлап уҡыу.

- Тимәк, автор был хикәйә менән нимә әйтергә теләй? (Яуаптар.)

- Һеҙҙең фекерегеҙгә мин дә ҡушылам. Бөркөт - ҡоштар батшаһы - көслө, батыр ҡош тип танылған. Егетлек, батырлыҡ бөркөт ҡошҡа сағыштырылған. С.Юлаевтың «Егеткә» шиғырында ла һүҙ ошо хаҡта бара.

8)Шиғырҙы интерактив та3танан үҙаллы һәм хор менән уҡыу.

- Шағир егеткә ниндәй теләк теләй?

9)Дәрестең эпиграфы итеп алынған мәкәлде уҡытыусы таҡтанан уҡый.

- Ҡылыс күтәрелгән - ҡылыстан уҡ туралыр. (Уҡыусылар мәкәлде дәфтәргә күсереп яҙа.)

-Был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

Бөгөнгө дәрес менән уның ниндәй уртаҡлығы бар? Рус теленә тәржемә итәйек. (Кто с мечом придет, от меча и погибнет.)

III.Рефлексия.

-Бөгөн нимә тураһында һөйләштек? Үҙегеҙ өсөн яңы нимәләр белдегеҙ?

VI. Өйгә эш биреү.

Хикәйәне4 й5км9тке8е буйынса икешәр һорау яҙып әҙерләрг9;һүҙлекте белергә ; бөркөттәр тураһында һөйләргә әҙерләнергә.

V.Уҡыусыларарҙың яуаптарын баһалау.


я






© 2010-2022