Инша тәбиғәт үҙенсәлектәре темаһына инша

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш бөтә тирә - яҡты наҙлап ҡына иркәләй. Япраҡтарҙығы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләр еҫе аңҡый. Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын алаһың, ниндәй рәхәт. Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә белә микән!? Был миҙгелде туҡтатып була микән!? Ағастар, әйтерһең бер-береһен сәләмләй, талғын ғына баш ҡағалар.

Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сүт-сүт, сүт-сүт...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар, ишетелер-ишетелмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр. Ҡушылып йырлап ебәрәһе ине, ҡурҡам, ошо матурлыҡты боҙорға ҡурҡам. Саф һауа, ҡояш нурҙары, тынлыҡ... Йылы ел әкрен генә сәстәремде тарай. Эх, бер рәхәтләнеп йүгереп барып ошо матурлыҡты ҡосоп алаһы ине. Ҙең-ҙең иткән серәкәй тауыштары ла күңелемде күтәрә.

Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

Кешегә иң ғәзизе - тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе - тыуған тупраҡ, иң татлыһы - тәү эскән һыуың, иң йылыһы - һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме - тыуған өйөң, иң йәмлеһе - туған тәбиғәтең. Минең тыуған яғым - Башҡортостан, Борай. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫкиткес матур, бай тәбиғәтле. Бында күп милләтле халыҡ йәшәй, ләкин быға ҡарамаҫтан, беҙ берҙәм, татыу, бертуғандар булып көн итәбеҙ.

Башҡортостан! Тыуған ерем!

Халҡы татыу, ере имин.

Тәбиғәте ни тора

Ышанмаһаң, кил, ҡара!

Был ерҙәрҙә тыуғаныма

Ғорурланам мин, шатланам.

Тауҙар, ҡырҙар, урмандар

Һеҙгә ҡарап һоҡланам.

Беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Баҫыуҙа игендәр тулҡынлана. Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Танып йылғаһы, Аҡҡош күлдәре, Һалҡын шишмәләре генә ни тора! Ере - алтын, ә эсәр һыуҙары-таҙа. Күренекле яҙыусылары, ҡәләм оҫталары, моңло йырсылары, һылыу ҡыҙҙары, батыр егеттәре менән Борай тирә-яҡҡа дан тота.

Тәпәй баҫҡан, уйнап үҫкән урамдарымды әйтәһе лә түгел...Әйтерһең, ундай урамдар башҡаса юҡ... Эх... Борайым көндән - көн үҫә, йәшәрә, матурлана. Һуңғы йылдарҙа ғына балҡып торған өс ҡатлы белем усағы-мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана төҙөлдө. Районыбыҙҙы гөрләтеп йәш ғаиләләр берһенән - береһе уҙҙырып өйҙәр һалып сығалар. Тыуған еремдең киләсәге бар. Һәм уның киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа. Борайым, гөлбаҡсалар иле, үткәндәрҙе иҫкә алып, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәйек. Мин бында тыуып үҫеүемә, ошондай бай тәбиғәтле ерҙә йәшәүемә сикһеҙ шатмын.

© 2010-2022