Доклад Мәғарифтағы минең инициативам

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Мәғарифтағы минең инициативам

Урман башҡорттары төбәгенән

Ялҡынланып бында килдем мин.

Саялығым - йөрәгемдең нуры!

Наҙлылығым сәскәләргә тиң!


Ҡыр танып, Урман Гәрә, Ирәкте

Ырыуҙары ышана миңә.

Тәтешлемдең ихлас сәләмдәрен

Тапшырам мин, бәйгеселәргә!

Тыуған ерем матур тәбиғәтле, уңдырышлы тупраҡлы, ябай, эшсән, ҡунаҡсыл һәм ғорур башҡорт, татар, рус, удмурт, мари һәм башҡа милләт менән дан тотҡан Тәтешле ере!

Тыуған ерем буйлап Әрей, Етеҙ, Йүгерек Танып, Гәрәй йылғалары һәм 70-тән артыҡ инеш аға, шишмәләре - һанап бөткөһөҙ.

Ошо шишмәләрҙең шифалы һыуынан күпме билдәле шәхестәребеҙ үҙҙәренә ижад көсө, моң, дәрт алған. Күренекле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой, тарихсы Ғәрифулла Кейеков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева һәм башҡа бик күп талантлы шәхестәр менән ғорурланабыҙ.

Район үҙәгендәге Үрге Тәтешле ауылында тормош иптәшем һәм ике улыбыҙ - бөркөттәребеҙ менән татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙҙең үҙ эше бар. Мин бернисә йылдар 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. 15 -се йыл үҙ эшемә тоғро булып эшләү менән ғорурланам. Һөнәрем буйынса маҡсаттарым - башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең башҡа фәндәр системаһында тотҡан үҙенсәлекле урынын билдәләү, һүҙ менән һүҙ сәнғәте ярҙамында мәҙәниәтле шәхес формалаштырыу. Бының менән бер рәттән тағы ла бер яуаплы эш алып барам - мин

класс етәксеһе. Уҡыусыларым менән юғарыла әйтелгән маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу дәрестән һуң үткәрелгән сараларҙа ла дауам иттерелә. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын өйрәнеү уҡыусыларҙа тыуған илгә, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү сығанағы булып тора.

Туған телемә булған ҙур һөйөүөм мине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайларға этәргес булды. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты: Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын уңышлы тамамлап яратҡан һөнәремде үҙләштерҙем. Мин - үҙ-аллы, яңы ҡарашлы, заман уҡытыусыһымын. Мәғарифтағы минең инициативам төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала:

  • Уҡыусы баларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә аң-белем һәм тәрбиәүи белем биреү;

  • Класс етәксеһе булараҡ үҙ синыфым менән генә түгел, ә ата-әсәләр менән дә әүҙем эшләү.

  • Үҙ белемемде камиллаштырыу һәм үҫтереү - заман талабы. Был маҡсаттан һөнәри курстарҙа үҙ белемем өҫтөндә эшләйем. Интернет педсовет, форумдарҙа әүҙем ҡатнашам. Башҡортостан республикаһының уҡытыусылар порталында дәрес конспекттары, эш программаларым, уҡыусылар ижады, яңылыҡтар менән уртаҡлашам.


  • Коллективта, йәмәғәтселектә, ата-әсәләр араһында ла телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү өҫтөндә әүҙем эш алып барам. Күмәкләшеп төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ, "Шәжәрә" байрамдары, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторабыҙ, экскурсияларға йөрөйбеҙ. Каникул ваҡыттарында уҡыу бүлмәһен нығытабыҙ, йәшелләндерәбеҙ.

  • Һөнәрем синыф бүлмәһе эсендә генә тороп ҡалмай, мәктәп йәшендәге балалар менән бергә һәр ғаиләгә, тормош ҡайнап торған һәр мөйөшкә барып тоташа. Эш төрҙәре буйынса уҡыусыларҙы тейешле кимәлдә матбуғатта сығыш яһарға өйрәтәм. Мин был йәһәттән уҡыусыларымдың мәҡәлә, шиғырҙарын ваҡытлы матбуғат биттәренә баҫтырырға тырышам. Шулай итеп, һәр бер бала ижад ҡомары менән яна, һәр береһе күңелендә, йөрәгендә ниндәйҙер сатҡы йөрөтә. Үҙҙәренең уйлаған уйҙарын аҡ ҡағыҙға төшөрәләр һәм тиҫтерҙәре хөкөмөнә сығаралар. Ижадҡа һәләтле булған балаларҙы әҙәбиәт дәрестәрендә һәм дәрестән тыш ижад итергә саҡырам. Үҙем дә Халыҡ араһында, ғаиләләр араһында район газеталары аша туған телдең тормоштағы роле тураһында аңлатыу эше алып барам. Төрлө проблемаларҙа ла туҡталам. "Педагог трибунаһы", "Әйтерт һүҙем бар", "Тәрбиә", "Белем", "Үҙ тамырҙарыңды өйрәнеү һәм белеү", "Мәҙәниәт һәм сәнғәт", "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ", "Күркәм ғаиләләр", "Байлығыбыҙ - туған телебеҙ", "Йәшәһен әле милли телдәр" һәм башҡа темаларға мәҡәләләрем донъя күрҙе.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар ижади эштәргә ылыҡтырам. Бындай күнекмәләрҙең уҡыусыларға идея-эстетик ҡиммәттәрҙе үҙләштереү менән бергә әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе нығытыуҙа һәм предметтың абруйын күтәреүҙә лә урыны ҙур. Был эштәр балаларҙа берҙәмлек һәм дуҫлыҡ тойғолары үҫтерә, рух тәрбиәләй. Бәләкәй генә бала ил, тел тураһында ғәм йөрөтә, ғәҙелһеҙлеккә һыҙлана, изгелеккә ҡыуана белә икән, был - минең өсөн мәртәбә. Был бала кеше буласаҡ, ябай түгел, ә илен, ерен, халҡын ҡәҙерләүсе Кеше буласаҡ.

Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу маҡсатынан башҡорт теле һәм әҙәбиәтендә заманса технологиялар, инновацион алымдар ҡулланам, Д.Б.Эльконин - В.В. Давыдов тарафынан эшләнгән үҫтереүсе уҡытыу технологияһын ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым, сөнки үҙаллы шәхес тәрбиәләүҙә, уҡыусыларҙы ижади эшләргә, фекерләргә өйрәтеүҙә был алым, бик уңышлы. Ғәмәлдәге программа, дәреслектәр менән эшләү хеҙмәтебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә. Алға алынған проблеманы ла уҡыусылар үҙҙәре хәл итә. Шулай итеп, уҡыусы дәрестә тыңлаусы ғына түгел, фекерләүсе, эҙләүсе, белем алыусы ла. Уҡыусылар эҙләнә, хаталарын төҙәтә, телебеҙҙең серҙәренә төшөнә. Телмәр берәмектәрен ишетеп, күреп, хатта тотоп ҡарай. Бында моделдәр, схемалар, шаҡмаҡтар ярҙамға килә. Бала аныҡ, конкрет һиҙемләй, әкренләп төшөнсәләр менән эш итергә өйрәнә. Һөҙөмтәлә фекере баҫҡыслап күтәрелә. Ғилми уҡытыуға нигеҙ һалына башлай.

В.А. Сухомлинский: "Дәрес - ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон", - тигән. Тимәк, бөгөнгө

дәрестәрҙә заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланыу талап ителә.

Уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙар айырым тема буйынса презентация төҙөргә ярата. Бигерәк тә электорон дәреслектәр, видео һәм аудио материалдар ҡулланыу мәктәп йәшендәге бала күңелен биләп ала. Дәрестәр бай, тулы була. Интернет селтәре аша, бәйләнештә булған уҡыусылар компьютер технологияһы ҡулланып белем биреүҙе яҡын күрә. Уңыштарыбыҙға ла һөйөнөр урын бар. Тикшеренеү эштәрен, конкурс-бәйгеләрҙе компьютер технологияларын киң ҡулланып үткәрәбеҙ. Интернет олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, башҡаларҙың һәм үҙеңдең белем кимәлен күреү, уртаҡ фекерҙәрҙе ишетеү, күреү ҙә - Интернет селтәре, компьютер технологияһы буйынса тормошҡа ашырылы.

Мәктәптәге туған телдәр берекмәһе ултырыштарында ла дәрестәргә, дәрестән тыш сараларға һөҙөмтәләр яһайбыҙ. Район методик берекмәһе ултырыштарында ла "Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыуҙа башҡорт теле дәрестәрен уҡытыу", "Туған телдәр дәрестәрендә универсаль уҡыу ғәмәлдәре формалаштырыу" темаларына доклад менән сығыш яһап, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәм. Электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу, уҡыусыларға бындай эштәрҙең ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыуы хаҡында сығыштарымда туҡталам, дәрес фрагменттары ла күрһәтәм.

Башҡорт дәүләт теле дәрестәре лә уңышлы өйрәнелә. Уҡыусылар был преметты ла яратып үҙләштерә. Төрлө бәйге ярышларҙа ҡатнаша, олимпиадаларҙа көс һынай. Фән буйынса олипиадаларға ҡатнашыу өҫтәмә материалдар менән эшләүҙе, предметты тәрәнрәк өйрәнеүҙе талап итә. Теләк белдерелгән сабыйҙар менән белем үрҙәренә күтәрелеү күңелле, предметымдың һәм үҙемдең абруйымды тоям. Педсоветтарҙа башҡорт теле дәрестәре буйынса өлгәшкән күрһәткестәрем менән коллегаларымды таныштырам. Улар ҙа беҙҙең эштәр менән ҡыҙыҡһына, һөйөнә. Коллегаларымды тормош талабы булған яңы технологиялар ҡулланырға өндәйем, дәрес фрагменттары ла күрһәтәм. Эйе, беҙҙең, башҡорт теле уҡытыусыларының, күрһәтер материалдары, дәрес ҡулланмаларыбыҙ байтаҡ. Беҙ - бәхетле уҡытыусылар. Бәхет тип әйтәм, сөнки матур һәм йәнле дәрестәр менән бергә халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең ҙур һәм яҡты киләсәге менән бәйләнештә беҙ. Туған тел уҡытыусыһы иһә, үҙенең кешелек сифаттары менән башҡаларҙан бер ни тиклем юғарыраҡ торорға бурыслы, сөнки беҙ - быуындар бәйләнешен өҙмәй һаҡлаусы, туған телде ҡурсалаусы, милләттең йөҙө.

Ваҡыт, аҡҡан һыуҙар кеүек, бик тиҙ уҙар. Уҡыусыларым өсөн мәктәп йылдары ла, бер миҙгел һымаҡ, артта ҡалыр, алған аң-белемдәр һәр кемдең ғүмер юлын маяҡ кеүек яҡтыртып барыр. Педагогик инициативаларым менән башланған эштәрем, һалған өмөттәрем уҡыусыларымдың киләсәккә барған оҙон юлдарын яҡтыртып алып барыр. Шундай изге теләктәрем менән, "Туған телем!", "Халҡым!", "Илем!" тип ярһып типкән, ялҡынлы йөрәгем менән иртә таңдан мәктәбемә ашығам.


© 2010-2022